+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
22 Август 2023, 12:04

Театр ғәли йәнәптәре хаҡына

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының СССР-ҙың халыҡ артисы М.И.Царев исемендәге премияһы һәм Станиславский миҙалы лауреаты Таңсулпан Бабичеваға – 70 йәш

Уның исемен әйтеү менән, Мостай Кәримдең ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә төшә: «Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә юғалып ҡалмайҙар; сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына». Мостай Кәримдең был һүҙҙәрендә Таңсулпан Бабичеваның бар булмышы сағыла.

Актерлыҡ яҙмышын ул М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яҙа башлай. 1974 йылда, дүртенсе курста уҡып йөрөгәндә үк, Лек Вәлиев уны Н.Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ»ындағы Гөльямал образына саҡыра. Ҡулына диплом алыу менән, театр артистары менән бер айлыҡ гастролгә сығып китә ул. Шунан бирле 2004 йылға тиклем тамашасыларҙы береһенән-береһе сағыуыраҡ образдар менән һөйөндөрә. И.Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре»ндәге Айһылыу, М.Садыҡованың «Гөлгөнәм-бергенәм»ендәге Гөлсәсәк, Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү»ендәге Диләфрүз Таңсулпан һыны менән уйылып ҡалған тамашасылар хәтерендә. Ғ.Шафиҡов әҫәре буйынса ҡуйылған Һәҙиә Дәүләтшинаны ла Таңсулпан Бабичева «терелтте»: уның мөлдөрәмә тулы ҙур ҡара күҙҙәре әйтеп аңлатҡыһыҙ һөйөү, тәрән һағыш, ҡурҡыу ҡатыш өмөт һәм ышаныс менән Һәҙиә булып баҡты, ул ҡарашта беҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның ғорур булмышын, һынмаҫ рухын да таныныҡ. М.Кәримдең Мөнирәһе, Аҡйондоҙо, Зөбәржәте, Шәфәғе, Зөлхәбирәһе, Афродитаһы, Мария-Терезаһы – барыһы ла Таңсулпан Бабичева өсөн генә яҙылған кеүек. Улай ғына ла түгел, ул йылдарҙа ҡыҙҙар Таңсулпан-Аҡйондоҙ кеүек яратып-яратылырға хыялланды. Таңсулпан һынында – Аҡйондоҙмо, Аҡйондоҙ образындағы Таңсулпанмы – мөхәббәт алиһәһенә әйләнгәйне. Гонаһлы мөхәббәт утында яныусы, әммә ҡараштарынан илаһи нур бөркөлгән Таңсулпан-Аҡйондоҙҙо гонаһ-ғазаптары менән бергә яратты тамашасылар...

Кино сәнғәтен һөйөүселәргә «Һәҙиә», «Алтын атлы һыбайлы» («Мосфильм»), «Визит» фильмдарындағы ролдәре, «Бабич», «Беренсе республика» фильмдарының художество етәксеһе һәм сценарий авторҙарының береһе булараҡ киң билдәле.

Бөгөн ул – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, «Режиссер һәм актер оҫталығы» кафедраһы мөдире, башҡорт театр сәнғәте хаҡында ундан артыҡ ғилми мәҡәлә һәм хеҙмәт авторы. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ – уның асылы, уның асылын бар иткән рухи ҡиммәттәр хаҡында.

– Театрға актриса сифатында аяҡ баҫыуығыҙ менән баш әйләндергес уңышҡа өлгәшәһегеҙ һәм көтмәгәндә сәнғәт институтына уҡытыу эшенә күсәһегеҙ. Күп актрисалар хыялында ғына йөрөткән ролдәрҙе ташлап китеү өсөн етди сәбәптәр булғандыр?..

– Эйе, актриса булараҡ матур сәхнә ғүмере кисерҙем, матур ролдәр уйнаным. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә йәшәлгән ғүмерем өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Әммә яуланған уңыштар менән генә сикләнеп ҡалыу, бер үк нәмәне ҡабатлау, бигерәк тә бер кимәлдә туҡталып ҡалыу миңә хас түгел, миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ кәрәк, күңелем, аң-зиһенем туҡтауһыҙ эҙләнмәһә, донъям төҫһөҙләнә, тарая башлаған һымаҡ тоям. Шуға ла театрҙа эшләү дәүеремдең һуңғы ун йылында мин Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында «Актер оҫталығы» дәрестәре алып барҙым. 2001 йылда кафедра менән етәкселекте миңә тапшырғайнылар инде. Сәхнә менән хушлашып, уҡытыу эшмәкәрлегенә күсеү ваҡыт мәсьәләһе генә ине. Студент театрында спектаклдәр ҡуйыу – ул яңы мөмкинлектәр, яңы идеялар, яңы һынау-эксперименттар, туҡтауһыҙ эҙләнеү һәм туҡтауһыҙ камиллашыу мәктәбе. Үҙеңде шәхес булараҡ та, уҡытыусы-остаз булараҡ та рухи байытыу мәктәбе. Үҙемде ошо мәктәпкә бағышлауҙан тәрән ҡәнәғәтлек кисерәм. Уҡытыусылыҡ – минең асылымда, ҡанымда. Әсәйем Нурания Шәйхелислам ҡыҙы менән атайым яғынан өләсәйем Мәҙхинур Бабичева – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Шуға күрә тулыһынса уҡытыу эшенә күсеүемде шәхсән үҙем көтөлмәгән аҙым итеп түгел, үҙ-үҙемә, асылыма ҡайтыу тип баһалайым. Икенсенән, мин бында театр сәнғәте өсөн, халҡым өсөн күберәк файҙа килтерәм.

– Шул тиклем аныҡ һәм теүәл итеп яуап бирҙегеҙ, үҙ эшен яратҡан ысын уҡытыусы, ысын остазды таныным яуабығыҙҙан. Ә сәхнәгә, сәнғәткә һөйөү ҡайҙан? Нисек актриса булып киттегеҙ?

– Минең донъяға килеүем дә тура мәғәнәһендә театр менән бәйле. Салауат театры Дәүләкәндә гастролдә сағында театрҙың директоры Әхмәров ағай ғаиләһе менән беҙҙә туҡтала. Кис көнө бөтә ғаилә спектаклгә бара. Тамаша әсәйемә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә, уның йөрәге аҫтында йөрөгән мин дә үҙемә урын таба алмай башлайым. Спектакль бөтөү менән артистарға әсәйемде бала табыу йортона оҙатырға тура килә һәм мин таң алдынан донъяға киләм. Мәҙхинур өләсәйем миңә Таңсулпан тип исем ҡуштыра. Актерлыҡ яҙмышым маңлайыма тап ошо исем менән яҙылған булғандыр, күрәһең. Атайым миңә профессиональ музыкант яҙмышы юрай: бер генә айлыҡ сағымда 600 һумға пианино һатып алырға уйлай. 600 һум ул заман өсөн ҙур сумма бит әле, нисек тә йыялар ул сумманы һәм «Ростов-Дон» тигән пианино алалар. Миңә өс кенә йәш ваҡытта атайым фажиғәле һәләк булмаһа, кем белә, бәлки, музыкант та булып китер инем. Атайымдың хыялын тормошҡа ашырырға теләп, өләсәйем биш йәш ярым сағымда мине оло ғына йәштәрҙәге Лидия Петровна Винс исемле милләте менән немка булған музыка уҡытыусыһына пианино уйнарға өйрәтергә йөрөттө. Тәүге музыкаль белемде лә мин унан алдым. Беренсе класҡа уҡырға төшкәндә, бер юлы музыка мәктәбенә лә уҡырға бирҙе өләсәйем. Дәүләкән музыка мәктәбе лә уның инициативаһы менән асылған. Ә үҙе миңә кистәрен бер аҙ әкиәтләштереп «Муму», «Анна Каренина», «Өс мушкетер» кеүек әҫәрҙәрҙе һөйләй торғайны. Дәүләкәнгә килгән бөтә спектаклдәргә, киноларға ла үҙе менән бергә йөрөттө ул мине. «Евгений Онегин» фильмын ҡарап ҡайтҡандан һуң, өләсәйемдең оҙон күлдәген кейеп, Татьяна Ларина булып ҡаҙ ҡанаты менән хаттар яҙғаным, үҫә төшкәс, күрше ҡыҙҙарын йыйып, өс мушкетерҙың береһе булып уйнап йөрөгәнем хәтеремдә. Шуға миндә актриса булыу хыялының яралыуы ла тәбиғи ине. Урта мәктәпте тамамлағас, әсәйем мине халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килде шулай ҙа, тик ансамбль гастролдәргә киткәйне һәм беҙ сәнғәт институтына киттек. Ә ул йылды актерҙар бүлегенә башҡорт төркөмө генә йыялар икән, мин рус мәктәбендә уҡыным – фекерләүем русса, телмәрем дә «аҡһай», үҙемде бары тик рус телле актриса итеп кенә күҙ алдына килтерәм. Яҙмышымды үҙе лә рус мәҙәниәтендә тәрбиәләнгән Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина хәл итте: «Беҙгә һинең актерлыҡ һәләтең кәрәк, теләгең булһа, телде ятлап та өйрәнеп була», – тине ул. Бер йылдан мин башҡорт телен бөтә нескәлектәрендә үҙләштергәйнем инде. Рус телендә аралашҡан режиссерҙар төркөмө мине институтты тамамлағансы үҙҙәренең курс һәм диплом спектаклдәрендә уйнарға саҡырҙы. Тиҙерәк асылыу, һайлаған һөнәремдең нескәлектәрен тәрәнерәк үҙләштереү өсөн был мөмкинлектән баш тарта буламмы – уйнаным. Рус һәм донъя әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуым уның менән генә баҫылманы, каникул ваҡыттарында Мәскәү, Ленинград театрҙарына, күргәҙмәләргә, музейҙарға йөрөп, һыуһынымды ҡандырып ҡайта инем. Театр институты студенттарына спектаклдәргә йөрөү бушлай, студент билеты менән юл хаҡына 50 процент ташлама була торғайны. Юғары стипендиям рухи ихтыяжымды ҡәнәғәтләндерергә етә ине. Йылдар үткәс, шуны аңлайым: Г.Товстоногов, Ю.Любимов ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарау үҙе үк буласаҡ актриса өсөн үҫеш мәктәбе булған бит.

– Шул тиклем тырышлыҡ, киләсәккә асыҡ һәм теүәл маҡсат ҡуя белеү, яҙмыш алдындағы яуаплылыҡ ҡайҙан?

– Үҙаллылыҡҡа, башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә бәләкәйҙән мине өләсәйем өйрәтте. Дүртенсе класта уҡыған саҡтағы бер хәл иҫемдә. Өләсәйем ауырып ята, тап шул мәлдә утын әҙерләү өсөн пенсионерҙарға делянка бүлделәр. Бөтәһе бергә барып, күмәкләшеп эшләп, һуңынан һәр кемдең эшенә ҡарап бүлеп бирәләр утынды. Бармай тороп ҡалырға ярамай, юғиһә, ҡышҡылыҡҡа бөтөнләй утынһыҙ ҡалаһың. Мин киттем. Эш тамамланғас, беҙгә дүрт кубометр утын тейешлеген әйттеләр. Эшләгәс, утынды алып та ҡайтырға кәрәк. Юғалып ҡалманым, шундағы ағай-апайҙар, тракторист менән һөйләшеп, тейәтеп алып ҡайттым утынды! Ҡурҡыуҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнеү, килеп тыуған ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдарын, уларҙы хәл итеү сараларын эҙләү – өләсәйем мәктәбе ул. Башлаған эшеңде еренә еткереп ҡуя белеү ҙә, үҙ яҙмышың алдында яуаплылыҡ тойғоһо ла шул саҡтан яралғандыр.

– Ә Бабич фамилияһы алдындағы яуаплылыҡты ҡасан тойҙоғоҙ?

– Фамилияма ниндәйҙер сер йәшеренгәнен ишетеп ҡалғанда, миңә алты ғына йәш ине. Беҙгә Пермь өлкәһе Лысьва ҡалаһында йәшәүсе, быға тиклем мин бер ҙә күрмәгән-белмәгән Фәсәхәт апай Бабичева ҡунаҡҡа килде. Өләсәйем менән улар ябыҡ ишек артында шыбырлап ҡына бик оҙаҡ һөйләштеләр. Ул өләсәйемә ниндәйҙер китап бирҙе, мин уның тышын ғына күреп ҡалдым: «Шәйехзада Бабич» тип яҙылғайны унда. Өләсәйемдән фамилияларыбыҙ оҡшаған китап авторы тураһында һораштым, ә ул, мине артыҡ һорауҙар биреүҙән тыйып, китапты йәшереп үк ҡуйҙы. Үҫә төшкәс кенә өләсәйем Бабичтың аяуһыҙ яҙмышы, Бабичтар нәҫеле тураһында һөйләне. Тарих менән, нәҫелебеҙҙең шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныуым тап шул йылдарҙа башланды. Күп Бабичтар, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, фамилияларын үҙгәртеп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышҡан. Оҙаҡ йылдар Дәүләкән педагогия училищеһында Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Шәриф Бикҡол, Ғилемдар Рамазанов кеүек шағирҙар тәрбиәләп тә Бабичева булғаны өсөн бер ниндәй дәрәжәле исемдәр ала алмаһа ла, фамилияһын үҙгәртмәгән өләсәйем минең өсөн ғорурлыҡ, намыҫ өлгөһө булып ҡалды. 80-се йылдарҙың аҙағында Фәсәхәт апай Бабичтарҙың төп тамырҙары һаҡланған Дүртөйлө районы Әсән ауылына ҡайтып төпләнде. Артабан беҙ һирәк булһа ла осрашып, аралашып йәшәнек, ул миңә үҙ ҡулдары менән төҙөгән Бабичтар шәжәрәһенең күсермәһен бүләк итте. Данлыҡлы Бабичтар нәҫелендә хәрбиҙәр ҙә, дин әһелдәре лә, мәғрифәтселәр ҙә, фән эшмәкәрҙәре лә, уҡытыусылар ҙа, музыканттар ҙа, рәссамдәр ҙа байтаҡ. Шәжәрәне Әмин һәм Мөхәмәтхан Бабичевтар ярҙамы менән, архив документтарына таянып, тарихсы-профессор Әнүәр Әсфәндиәров рәсмиләштерҙе. Быйыл юбилейым айҡанлы сығарылған «Ваҡыт көҙгөһөндә» («В зеркале времени») исемле китапта Бабичтар шәжәрәһенең тулы вариантын ырыуҙаштарыбыҙҙың хәтерләүҙәре, иҫтәлектәре менән байытып бирҙем. Әсәйем яғынан нәҫел тамырҙарым суфый шағир Ғәбдрәхим Утыҙ-Имәни әл-Болғариға барып тоташа. Мәҙхинур өләсәйем үлгәс, беҙ әсәйем яҡлап Ғөбәйҙә нәнәйем, әсәйем, Таңһылыу һеңлем – дүртәүләп йәшәй башлайбыҙ. Нәнәйем дини кеше ине. Яңы ғына тыуған сабый көйө әсәһенең ҡулында Хаж сәфәренән урап ҡайтҡан ул. Ғүмер буйы биш намаҙын ҡалдырмай, доғалары менән кешеләрҙе дауалап йәшәне. Утыҙ-Имәни яҡлап тамырҙарыбыҙ тураһында ла миңә тап ошо нәнәйем менән әсәйем һөйләне. Уларҙың хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре шәжәрә төҙөнө. Китапҡа ул шәжәрәне лә индерҙем. Тамырҙарым, атайым һәм әсәйемдең рухтары, балаларым, ейәндәрем алдындағы яуаплылыҡты тойоп, миңә тәғәйен бурыс итеп башҡарҙым был эште.

– Атайығыҙ һәм әсәйегеҙ тураһында ла ентекләберәк һөйләгеҙ әле. Уҡыусыларҙы һеҙҙең ни өсөн өләсәйегеҙ ҡарамағында үҫеүегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындырыр.

– Атайым Даһи Бабичев төҫкә ғәжәйеп матур кеше булған. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡандан һуң, Мәскәү Әҙәбиәт институтына уҡырға инә, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафиндар менән бер төркөмдә уҡый. «Бик талантлы кеше, яҡын дуҫ ине. Ә минең өсөн ул уҡытыусы ла булды», – тип яҙа Рәми ағай атайым тураһында. Мин уны әсәйемдең хәтерләүҙәре буйынса ғына беләм. Әсәйем менән танышыуы уның Бабичтарса ярһыу, ялҡынлы кеше булыуы тураһында һөйләй. Ялға дуҫтары менән бергә ҡайтып төшһә, өйҙәре бикле. Әсәһе таныштарына ҡалдырып киткән асҡысты алырға тип барғанда, ишек төбөндә уны әсәйем ҡаршы ала. Атайым әсәйемде күрә лә «телһеҙ» ҡала, икенсе көнөнә уның ҡулын һорап килә. Әсәйем тәүҙә ҡаршы төшөп ҡарай, дыуамал йөрәкле шағир атайым әсәйемде әсир итә барыбер. Фатир асҡысы түгел, бәхет асҡысы артынан барған булалыр, күрәһең, атайым – ике аҙнанан улар өйләнешеп тә ҡуя. Һеңлем тыуғас, атайым ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә. Сираттағы сессияһын тапшырып, Мәскәү–Өфө пароходы менән ҡайтырға сыға, тик ҡайтыу юлы ла, хыялдары ла шул юлда өҙөлөп ҡала... Бер-бер артлы атаһын, ҡустыһын, ирен юғалтҡан әсәйем туберкулез менән ауырып китә һәм һеңлем менән мине, унан айырып, өләсәйҙәребеҙгә тапшыралар. Байтаҡ йылдар көрәшеп, әсәйем ауырыуҙы еңә! Ул шәбәйгәс, беҙ башҡаса айырылманыҡ. Балаларым тыуғас, мин уны Өфөгә алып килдем. Рушана ла, Рената ла әсәйем тәрбиәһендә үҫтеләр. Шуға мин икеләнмәйенсә: «Минең уңыштарым – әсәйемдең уңыштары», – тим. Ул мин һәм ейәнсәрҙәре тип йәшәмәһә, мин үҙемде эшкә бағышлай алыр инемме икән?!

– Һеҙгә мөхәббәт тә ҡанат ҡуйғандыр?! Студент йылдарында, Крупская китапханаһынан (әлеге Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхана) ҡайтышлай, мин йыш ҡына матур бер күренештең шаһиты була торғайным. Һеҙ китапхана алдындағы аллеянан килеп сығаһығыҙ, ә Азат Нәҙерғолов, театрҙан сығып, тәүҙә һеҙҙе эҙләй, ҡараштарығыҙ осрашҡас, һеҙгә табан йүгерә... Икегеҙ юлдың ике яғында ҡалһағыҙ, машиналар үтеп киткәнсе, бер-берегеҙгә ҡарап тораһығыҙ. Азаттың ауыҙы ҡолағына еткән, һеҙҙең күҙҙәрегеҙ мөхәббәт менән тулған... Юл асылғас, бер-берегеҙгә табан... юҡ, атламайһығыҙ, атылаһығыҙ!.. Мин, матур фильм ҡараған һымаҡ, ошо мәлде күҙәтәм...

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

Күләмле, бай, ҡыҙыҡ йөкмәткеле мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы, август һанында уҡый алаһығыҙ.

Театр ғәли йәнәптәре хаҡына
Театр ғәли йәнәптәре хаҡына
Автор:
Читайте нас: