Рәмил Ҡол-Дәүләт.
Рәми ағайҙың әйткәне.
Йәшәрһә лә бөтә донъя,
Никтер килмәй йәшәгем.
Миҙгелдәрҙе бутаным мин -
Артыҡ иртә йәшнәнем.
Йылытам тип, туң донъяны
Ҡыш уртаһы йәшнәнем.
Үҙем өсөн йәшәмәнем,
Халҡым өсөн йәшәнем.
Көн йылынғас, һәр кем йәшнәй,
Йәшнәп ҡара һыуыҡта!
(Ауыҙыма һуҡтылар ҙа,
Ҡаранылар быуып та...)
Яҙ килер ул, өмөттәрҙән
Төңөлөргә ярамай.
Тик йәшендәр булмаһын тим,
Күҙҙе ҡаплар ялағай.
+2 °С
Ҡар