-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
3 Август 2023, 11:25

"ХӘҘЕР МӘСЕТ ЮЛЫНДАМЫН"

Яҙыусыларҙың баҡсаһы булыуға күнеккәнбеҙ, уларға ижад итеү өсөн тынлыҡ, тыныслыҡ, яңғыҙлыҡ кәрәк. Бигерәк тә ижадының иң әүҙем осоро совет осорона тура килгән шәхестәребеҙҙең бер-береһенә күршеләш баҡсасы булыуҙары хаҡында күп ишеткәнбеҙ, уҡығанбыҙ, ошо йәһәттән күп кенә лаҡаптар ҙа тыуған. Әммә бына бейеүсенең, бейеүсенең дә ниндәйе - бөгөн 82 йәшендә лә матурлығын, һығылмалылығын, һөйкөмлөлөгөн юғалтмағаны шәп баҡсасы булыуына хатта күптәр ышанмаҫ та. Сәхнә өсөн генә яратылған был гүзәл ҡатын-ҡыҙ - РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә ТУЙСИНА менән уның ошо шөғөлө тураһында һөйләштек.

Рәшиҙә апай, нәфис ҡуллы бейеүсенең баҡса соҡоп йөрөүенә күптәр ышанмаҫ та әле. Ҡасандан баҡсалы булып киттегеҙ?

- Мин Ф. Ғәскәров етәкләгән Халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамблендә бейенем. Ул мине үҙе һайлап алды, һөнәремдә ныҡ даланлы булдым тип иҫәпләйем. Бер йыл ғына эшләгәс тә, Мәскәүҙә Кремль һарайында концерт ҡуйғанда Фәйзи Әҙеһәм улы йүгереп килде. "Туйсина, Кремль һорай, "Заһиҙә"не бейейһең", - ти. Кремль сәхнәһенә ҡурҡып ҡына сыҡһам да, баянсы Әлфис ағайҙың уйнауына йөрәгем ирене, бик яҡшы ғына итеп бейеп сыҡтым. Сыҡтым да, сәхнә артында торам, зал тап-тын. "Эх, мине упҡынға ырғыттылар, иртәрәк сығарҙылар был бейеүгә", - тип уйлап та бөттөм, дәррәү ҡул сабыуҙар ишетелде. Ошо ваҡиғанан һуң бейеүсе булараҡ минең яңы тормошом башланды. "Заһиҙә"не ҡайҙа ғына бейемәнем мин - Советтар Союзының бөтөн төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә.
Әммә бейеүсенең ижади ғүмере һанаулы, бигерәк тә ансамблдә. Мин дә 38 йәшем тулғас, хаҡлы ялға киттем. Мин бит һуғыш осоронда тыуғанмын. Бөтөн эште эшләй беләм, утын да ярам, бесән дә сабам. Бәләкәйҙән ауылдың әбейҙәренә һыу ташый инем. Әле 82 йәшемдә, һаман шулай матурһың, тиҙәр. Ә 38 йәштә кеше бөтөнләй йәш була. Мин дә ул ваҡытта дәртлемен, матурмын, көслөмөн, тик кенә ултырғы килмәй. Шул ваҡытта күпләп баҡса участкалары бирә башлағайнылар. Мин дә бер апайҙың, баҡса һатам, тигәнен ишетеп ҡалдым. Үҙемсә, ер менән булышып ҡарайым, тип уйлайым инде. Бер күршем: "Һин, башҡорт ҡыҙы, үҙ ереңде үҙең һатып алһаң, мин һине ихтирам итмәйәсәкмен", - тигәс, аптыраным һәм ул ваҡыттағы урман хужалығы министры Абдулов Марсель Хәбип улына барҙым. Дим районында 4 сутый ер бирҙеләр. Ул ерҙән уңдым мин, элекке питомник урыны булған. Шул тиклем уңдырышлы! Шулай ҙа байтаҡ ыҙаландым, бер яғында йырын ине, уны күмдерҙем, сөнки сүп-сар ташлайҙар ине. Эргәһендә күле бар, яҙын килеп тороп һыу баҫа, минең бөтөн баҡсам ағып китә ине. Шулай ҙа бирешмәнем, өй ҙә, мунса ла төҙөнөм, ҡоҙоғон да ҡаҙҙырҙым. Йортомда урындығым да бар, унда ултырып сәй эсергә лә, йоҡларға ла, намаҙ уҡырға ла була.
Әле һөйләгәндә генә рәхәт, әммә быларҙың барыһы ла миңә ҙур көс, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән бирелде. Минең яҡшы мәғәнәләге еңмешлегем, һәр эшкә еңеүсе булыр өсөн тотоноуым уңыштың нигеҙе булғандыр. Эргәмдә ярҙам итеп торған кешеләр ҙә күп булды, Аллаға шөкөр.
Кеше ялҡауланып, булдыра алмайым, тип ултырһа, бер нәмә лә булмай. Шуға инанғанмын: бар ауырлыҡтар ҙа ваҡытлыса, шулай уҡ бар шөғөлдәр ҙә ваҡытлыса. Бөгөн мин элеккесә баҡсала бик бил бөкмәйем, унда башлыса улым Хәлил, ейәнем Фәрхәт эшләй.

Башлап баҡсағыҙға нимә сәстегеҙ, хәтерләйһегеҙме?

- Баҡсамда тупраҡ шул тиклем шәп ине. Шағир әйтмешләй, ал да, икмәккә һыла ла аша - нимә сәсһәң, шул үҫә. Һыу булмаһа ла, күршеләрҙән ташып һибәм. Сейәләрем дә, алмаларым да ерегеп китте, кишерен дә сәсәм. Шул ергә рәхмәтемде белһәгеҙ! Саҡ ҡына ҡуҙғатһаң, саҡ ҡына ярҙам итһәң, бөтөн нәмә үҫергә тора. Йорт, мунса төҙөгәндә ныҡ ярҙам иткән бер туған Рәшит ағайымдың бер саҡ шул тиклем ҙур булып үҫкән кишергә ҡарап: "Быны күргәҙмәгә ҡуйһаң, еңәһең, ә һин уны йыуып, шырт-шырт итеп ашап ултыраһың", - тигәне хәтеремдә.
Сейәләрем, алмағастарым да гөрләп үҫә инеләр. Баҡса үҫтергәндә гел генә аҡыллы кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һала йөрөнөм. Бер танышым: "Бер генә төп ҡара миләш ултырт", - тине. Ысынлап та, алмағас та, сейә лә берәр төп етә, унан артығы кәрәкмәй. Ҡояш яратҡаны - ҡояшлы, күләгә яратҡаны күләгәле яҡта үҫә икәнен дә кешеләр кәңәше аша белдем. Рәшит ағайым Баймаҡ питомнигынан ҡурай еләге алып килгәйне. Баҡтиһәң, ҡурай еләге ағасын артыҡ ныҡ таҙартып, ҡырҡып, ҡуҙғытып торорға ярамай икән. Ул саҡта уларҙың тамырҙарына зыян килә. Минең ҡурай еләктәрем эре, һалҡындарға тиклем емеш бирә. Алма ағасым һыу баҫҡанда ныҡ зыянлай. Сейәне инде ҡырҡып торорға тырыштым, юғиһә, бар баҡсаны баҫып алырға ғына тора.

Сәскәләр үҫтерҙегеҙме, ниндәй сәскәләр яратаһығыҙ?

- Мин пион һәм рауза сәскәләрен оҡшатам. Пиондарым йыл да сәскә ата. Улар ҡояшты ярата. Әле бына подъезд алдындағылары сәскәләрен ҡойоп бөттө. Баҡсалағылары сәскә атмаған әле. Сәскә лә ныҡ иғтибар талап итә шул. Ваҡытында ҡарамаһаң, һыу һипмәһәң, көҙгөлөккә япмаһаң, улар ҙа үҫмәй. Раузалар бигерәк тә. Уларҙы күпләп үҫтергән мәлдәр бар ине, ҡуйы сейә төҫөндәгеһен бик ярата инем, бик һирәк осрай торған сорттары ла булды. Хәҙер баҡсаға йыш барып та булмай, ә сәскәләргә иғтибар күп кәрәк, шуға ла яңыртып сәсмәйем, электән үҫкәндәре лә етерлек.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бер ҡасан да буш ултыра белмәгән тынғыһыҙ заттан инде Рәшиҙә апай. "Баҡса менән шөғөлләнеү ауырыраҡ, хәҙер үҙемә ниндәй лайыҡлы ғына шөғөл табайым икән, тип уйланым бер мәл. Электән мәсеткә йөрөргә ярата инем, хәҙер намаҙ уҡыу, ураҙалар тотоу күңел һиллеге бирә. Ошолай йәшәү рәүеше үҙемә ныҡ оҡшай, үҙенән-үҙем дин юлына килдем", - ти ул бөгөн. Заманында бөтөн донъяны үҙенә һоҡланыулы ҡараш менән бағырға мәжбүр иткән һирәк талант эйәһенә бәрәкәтле ғүмер һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6188

 

"ХӘҘЕР МӘСЕТ ЮЛЫНДАМЫН"
"ХӘҘЕР МӘСЕТ ЮЛЫНДАМЫН"
Автор:
Читайте нас: