+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
24 Июль 2023, 12:40

Башҡорт аты

Башҡорт аты – башҡорт балы менән бер рәттән халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып тора. Ата-бабаларыбыҙ бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереп, йылҡы малы башҡорт халҡының көнкүрешендә төп урын биләгән йорт хайуанына әүерелгән. Башҡорт атына нигеҙ булып торған ҡырағай аттар XIX быуатҡа тиклем Уралда көн күргән. Уларҙы тарпан тип атағандар. Ҡырағай аттар XVIII быуатта тотош Евразия ҡитғаһында таралған була. Әммә артабан, ер эше үҫешеп, баҫыуҙар артҡас, халыҡ та ишәйгәс, тарпандарға кинәнеп утлау өсөн киң яландар ҡалмай. Бынан тыш, кешеләр ҙә һунар иткән уларға. Шул рәүешле XIX быуатта ҡырағай аттар юҡҡа сыҡҡан. Уларҙың ҡулға эйәләштерелгән төрө булараҡ төрлө йылҡы тоҡомдары ҡалған, шул иҫәптән башҡорттарҙың бик борон ата-бабалары эйәләштергән ат тоҡомо Башҡорт аты булып танылған. Сөнки был аттар тик башҡорттарҙа ғына үрсетелгән. Әйткәндәй, ҡулға эйәләштерелгән иң боронғо аттың һөлдәһе тап Башҡортостанда табылған. Октябрьский ҡалаһы составында булған Мулла исемле башҡорт ауылы янында һәм Дәүләкән ҡалаһында табылған Таш быуат кешеләренең тораҡтарында донъялағы иң боронғо эйәләштерелгән аттарҙың һөйәктәре табылған. Уларҙың йәше 8–9 мең йыл. Тимәк, ата-бабаларыбыҙ бик боронғо заманда, йәғни таш быуатта уҡ тарпандарҙы ҡулға эйәләштергән һәм улар Башҡорт аты булараҡ  дан алған. Ата-бабаларыбыҙың атты унан да элегерәк ҡулға эйәләштереүе лә мөмкин. Сөнки Бөрйән районындағы арҙаҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһендә ат һүрәттәре бар. Уларға  16–18 мең йыл тип билдәләй, ғалимдар. Шүлгәнташ мәмерйәһе башҡорт халҡының бөйөк эпосы «Урал батыр» менән туранан-тура бәйле икәнлеге барыһына ла мәғлүмдер, моғайын. Шүлгәнташ эргәһендә Йылҡысыҡҡан күле бар.

Тап ошо күлдән йылҡылар сыҡҡан тиелә бит эпоста. Дейеүҙәр менән һуғышҡан Урал батырҙың тоғро дуҫы Аҡбуҙат була. «Аҡбуҙат» эпосында Урал батырҙың улы Һәүбән Шүлгән мәмерйәһендә йәшеренгән Шүлгәндең батшалығына барып, дейеүҙәрҙе ҡыйрата, Аҡбуҙатты ҡотҡара һәм атаһының алмас ҡылысын алып ҡайта. Ошо Аҡбуҙаттан башҡорт аттары тоҡомдары таралған, тип бәйән итә ҡобайыр.

Борон башҡорт халҡы күпләп йылҡы көткән булған. Һәр бер башҡорт ғаиләһенең кәмендә 50 баш йылҡыһы булған, ә хәллерәк кешеләр 300–400 баш йылҡы малы тотҡан. Ә инде байҙарҙың йылҡыларының иҫәбе-һаны булмаған.  Өйөрҙәрендәге йылҡы һаны меңдән ашҡан. Теүәл һанын бер кем дә белмәгән. Яҡынса иҫәпләгәндәр. Башҡорт аты әрһеҙ, сыҙамлы, егәрле мал. Аҙыҡты йыл әйләнәһенә үҙе табып ашаған. Йәйен – киң болондарҙа, ҡышын тибендә йөрөгән. Ҡышҡы бурандарҙа көтөүселәр аттарҙы билдәле бер ышыҡ урынға ҡыуалап алып барып ҡуйыр булған. Ул урын «ҡурғы» тип аталған, йәғни әсе һыуыҡтан ҡурғып торған. Мәҫәлән, Йылайыр районында Ташҡурғы тигән урын бар.

XVII–XVIII быуаттарҙа башҡорт аттары Рәсәйҙә танылыу яулай. Сыҙамлы булған өсөн уларҙы почта хеҙмәтендә киң ҡулланалар. Егеүле башҡорт аттары алһыҙ-ялһыҙ, ашамай-эсмәй 8 сәғәт эсендә 120–140 саҡрым араны үтә алған. Ә бына башҡа аттарҙа бындай сыҙамлыҡ юҡ, күптәренең  тиҙ үк хәле бөтә. Оҙайлы юлда йөрөү өсөн башҡорттар үҙ аттарын махсус алым буйынса өйрәткән, сыныҡтырған. Арҙаҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов ата-бабаларынан түңгәүер башҡорттарында ат өйрәтеү серҙәре һәм түңгәүер бәһлеүәне Көтөр батыр тураһында бына ниндәй риүәйәтте ишеткән: «Көтөр батырҙың ике туғай тулы аты булған. Ул аттарының теүәл генә иҫәбе-һанын белмәгән. Тик көтөүселәренең иҫәбенсә, йылҡыһы мең баштан артыҡ булған. Көҙ көнө тубыҡтан ҡар яуһа, илле-алтмышлап ир-егет көн дә ат өйрәткән. Ошо осорҙа улар аттарҙы өс мәртәбә таң ашырған, йәғни тирләгән аттың башын үргә бәйләп, ашатмай, эсермәй тотҡандар. Бына шулай итеп, өс тапҡыр ҡабатлаһаң, ат бер ваҡытта ла янмай, арымай, сыныға. Был аттар һәр бер яуға сабырға әҙер була. Ошо махсус өйрәтелгән йылҡы малын  башҡаларынан айырыу өсөн әлеге түңгәүер ырыуы тамғаһы эшләнгән тимерҙе ҡыҙҙырып аттың янбашына баҫҡандар».

Өйрәтелгән яҡшы аттары менән башҡорттар яу сапҡан. Башҡорт аттары ҡыйыу, еңел йөрөгән, хужаһына ярҙамсы булған. Тамғалы башҡорт аты XIX быуаттағы рус рәссамы А.О.Орловскийҙың картинаһында ла сағылыш тапҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышында 10 меңдән ашыу башҡорт яугиры ҡатнашҡан. Һәр бер яугир хәрби походҡа ике ат менән сығырға тейеш булған. Береһендә һыбай йөрөһә, икенсеһендә кәрәк-яраҡ әйберҙәре тейәлгән булған. Оҙон юлда атын, алыштырып ял иттергән.

XIX быуаттың аҙағында Өфөгә тиклем тимер юл һалынғас, Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыуға килеүселәр һаны бермә-бер арта. Был эшкә тимер юл буйында урынлашҡан башҡорт ауылдары, Дим буйы башҡорттары (хәҙерге Дәүләкән, Әлшәй районы башҡорттары) әүҙем ҡушылып китә. ХХ быуат башында башҡорт ҡымыҙы Рәсәйҙә киң танылыу яулай. Башҡорттар хәҙер ҡымыҙ етештереп, һатыу кәсебендә ҙур уңыштарға өлгәшә. Башҡорт аты биргән ҡымыҙҙы улар, шешәләргә тултырып, тимер юлындағы пассажирҙарға һатып, ярайһы уҡ яҡшы килем алалар.

Башҡорт тоҡомло аттар революцияға тиклем үк Парижда бөтә донъя ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша, һуңынан 1923 йылда Мәскәүҙә үткән СССР-ҙың 1-се ауыл хужалығы күргәҙмәһендә лә ҡуйыла. Уларҙы Баймаҡ районы Темәс ауылынан Хөсәйен Әбүбәкиров исемле ир-уҙаман алып бара. Мәскәүҙә башҡорт тирмәһе ҡуйыла.

20-се йылдарҙа Башҡортостанда ҡымыҙ етештереү эше дәүләт кимәлендә башҡарыла. Бының өсөн Өфөлә «Башҡымыҙпром» исемле предприятие ойошторола. 

Башҡорт аттары легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡанлы яуҙа ла, күңелле ял сәғәттәрендә лә башҡорт аты башҡорт яугирының тоғро дуҫы була.

Бөгөнгө көндә башҡорт аттары ҡайтанан тергеҙелә, хәҙер инде, боронғо  замандарҙағы кеүек ҡыш көндәрендә башҡорт аттарын тибенлектә күрергә була. Бөгөн ҡайһы бер халыҡтар башҡорт атын үҙҙәренеке итеп күрһәтергә маташһа ла, башҡорт аты – башҡорт аты булап ҡаласаҡ, сөнки уның башҡорт халҡы менән бәйле меңәр йыллыҡ бай тарихы бар.

Азат ЯРМУЛЛИН

Башҡорт аты
Башҡорт аты
Автор:
Читайте нас: