+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
15 Июль 2023, 19:47

ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ КЕМ УЛ?

Баш күтәреүселәрҙең береһе тураһында ғәжәп бер тарих - 

Нисәмә йылдарға һуҙылған башҡорт ихтилалдарында Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ҡараһаҡал, Килмәк Нөрөшев кеүек исемдәре бөгөнгө көнгә килеп еткән, шул уҡ ваҡытта исемдәре тарих төпкөлдәрендә юғалып ҡалған батырҙар, юлбашсылар байтаҡ булған, әлбиттә. Баш күтәреүселәрҙең береһе тураһында ғәжәп бер тарих һөйләмәксебеҙ. Был өҙөк тарихсы Салауат Таймаҫовтың "Бөрйәндәр" китабынан алынды.

1921 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов 18-се быуаттағы ихтилалдарҙың береһендә ҡатнашҡан Мәхмүт сәсән тураһында риүәйәт яҙып ала. 1966 йылда Баймаҡ районында Мәхмүт ҡурайсы тураһында "Йәйәүле Мәхмүт" һәм "Бүртә ат" тигән ике легенда яҙып алына (Башкирское народное творчество. Т. 2. Предания и легенды. Уфа, 1987. С. 416-422, 534). Был легендалар йөкмәткеһе яғынан бер-береһенән ныҡ айырыла, әлбиттә. "Йәйәүле Мәхмүт"тә герой бала сағынан урыҫ батшаһын күрергә хыяллана һәм атҡа атланып, Петербургҡа китә. Ярлы егет инде бик байып, батша үҙе бүләк иткән өс ҡара атты егеп ҡайтып килә. "Бүртә ат"та инде Мәхмүт баш ҡаланан полковник дәрәжәһендә почта аттарында ҡайтып төшә. Көнсөлдәр ҡорған мәкер арҡаһында ике Мәхмүттең дә тормошо фажиғәле тамамлана: береһе һалдатҡа оҙатыла, икенсеһе, һөргөнгә ебәрелеп, шунда ағыулап үлтерелә. Легендаларҙың буш урында тыумағаны билдәле инде.
Ысынбарлыҡта Мәхмүт кем булған һуң? Беҙҙең ҡарашҡа, был һорауға Ырымбур өлкә архивында һаҡланған документтар яуап бирә. Уларға ярашлы, Бөрйән улысы башҡорто Мәхмүт Йәрмәков (1721 йылда тыуған), таш юныусы Иван Брагинды (ул Көньяҡ Уралда геологик эштәр алып барған, башҡорттарға ҡарата оятһыҙ яуызлыҡтары менән билдәле. - Ред.) үлтереүҙә ҡатнашыусы булараҡ шиккә алынып, ғәйепләнә. Ҡамсы менән һуҡтырыла һәм 1755 йылдың 16 октябрендә зат-нәҫеле Сураҡай Айсин менән (1717 йылғы) остзей (Прибалтика - Ред.) полктарына һалдатҡа оҙатыла. Риганан ҡасып, йәйәүләп Уралға ҡайта. Бында уны ҡулға алалар һәм 1761 йылдың 25 авгусында Крондштадт гарнизонына һалдатҡа оҙаталар. 1762 йылдың яҙында Мәхмүт ҡоралын, мундирын һәм бар һалдат монаятын ташлап, икенсе тапҡыр ҡаса. Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡаҙан аша йәнә тыуған яҡтарына ҡайтып етә. Бер аҙ ваҡыт, халҡы йәйләүгә күсеп, буш ҡалған башҡорт ауылдарында көн күрә. Яңынан ҡулға алмаһындар өсөн Мәхмүт йәшерен рәүештә өс ат менән ҡаҙаҡ далаларына сығырға була, ә унан, бер нисә көн үткәс, йәнәһе, ҡаҙаҡ әсире сифатында кире ҡайтырға уйлай. Ләкин 23 сентябрҙә Верхнеуй дистанцияһының Петропавловск һәм Уҡлы-Ҡарағай ҡәлғәләре араһындағы Ҡурасан һәм Челобей форпостары сиген үткәс, уны һаҡсы дозоры ҡыуып етә. Мәхмүт уҡ-һаҙаҡ менән генә ҡоралланған була, ҡамауҙа ҡалғас, атышыуҙың файҙаһыҙ икәнен күреп, бирелергә тура килә. Енәйәтсе булараҡ, уны Ырымбур төрмәһендә ҡаты яза көтә. Шул ваҡыт Мәхмүт үҙенең суҡынырға ҡарар итеүен белдерә. 1743 йылдың 20 декабрендәге указ буйынса судҡа бирелгән "иноверец"тар, православие динен ҡабул итә ҡалһа, хөкөмдө йомшартыуға өмөт итә алған. Оҙаҡламай Михаил Леонтьев исемле башҡорт, бығаулы килеш һәм һаҡ аҫтында йәнә остзей полктарына оҙатыла.
Мәхмүттең туғандары булған: Уңғар ауылынан старшина, тархан Туған Көсөков менән Өмөт ауылынан Өмөт Йәнекәев. Улар 1755 йылда Ырымбур төрмәһендә үлгән (ГАОО. Ф. З. Оп.1. Д. 65. Л. 494, 495, 569-572). Өмөт Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан хәҙерге Назар, Мостай һәм Иҫән ауылдарына туғандаш.
Мәхмүт Йәрмәковтың батырлығы быуаттар төпкөлөндә юғалып ҡалған, әммә фольклор персонаждарына ҡарағанда, "Йәйәүле Мәхмүт" ҡушаматына ул нығыраҡ хаҡлы, сөнки иҫ китмәле шарттарҙа меңәр саҡрымлыҡ араларҙы нәҡ ул үткән.

Салауат ТАЙМАҪОВ.

ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ КЕМ УЛ?
ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ КЕМ УЛ?
Автор:
Читайте нас: