Иғтибарлы, уйсан кеше "ҡатын-ҡыҙ" һүҙенең ике өлөштән - "ҡатын" һәм "ҡыҙ" тигән өлөштәрҙән торғанына иғтибар итәлер, тип уйлайым. Мин үҙем был һүҙ менән күптән ҡыҙыҡһынып, уның тарихын асыҡлаһам да төрлө сәбәптәр арҡаһында уҡыусыға тәҡдим итә алмай йөрөй инем.
Төрки һәм иран телдәрен өйрәнеүсе күренекле ғалимдар, "ҡатын" һүҙе төрки телле халыҡтарға иран телле согдтарҙан килеп ингән, тигән ҡарашта тора. Согдия тигән дәүләт хәҙерге Үзбәкстан һәм Тажикстан, өлөшләтә Афғанстан ерҙәрендә урынлашҡан булған. Был дәүләттең халҡы сауҙаға маһир булып, боронғо Ҡытай, Һиндостан, Рим, Фарсы дәүләттәре менән әүҙем бәйләнештә йәшәгән. Ошо согдтар "ҡатын" тип үҙҙәренең батшаһының бисәһен атаған. Йәғни, тәүҙәрәк был һүҙ енесте билдәләмәгән, ә йәмғиәттәге урынды билдәләүсе һүҙ булған. Аҙағыраҡ әүҙем бәйләнештәр арҡаһында был һүҙ төркиҙәргә лә билдәле булып китә һәм улар ҙа согдтар кеүек, үҙҙәренең хандарының бисәһен "ҡатын" тип атай башлай. Һүҙ ыңғайында әйтеп китергә кәрәк: хәҙер бөтәһе лә төркиҙеке тип ҡабул иткән "хан" һүҙе лә килеп сығышы менән төп төрки һүҙе түгел, ә иранлыларҙан ҡабул ителгән һүҙ, тиҙәр телсе ғалимдар. "Хан" һүҙенең тамыры "ҡаған" булып, аҙағыраҡ яйлап ҡына үҙгәреш кисереп, ул "хан" формаһында ҡалыплашып, ҡатып ҡала. Ошо формала ул төрки һүҙе, тип әйтергә була һәм тик төрки халыҡтарында ғына үҙҙәренең башлыҡтарын хан тип атау таралып, күрше-тирә халыҡтарға ла билдәле булып китә.
"Ҡатын-ҡыҙ" һүҙенә кире әйләнеп ҡайтып, шуны әйткем килә. Был һүҙҙә "ҡатын" өлөшө "ҡыҙ" һүҙенә сифат билдәһен биреүсе булып тора. Йәғни "матур ҡыҙ" тигән кеүегерәк. Әммә был ҡыҙҙың йәмғиәттәге социаль хәлен билдәләгән һүҙ булараҡ ҡулланыла һәм, урыҫ теле аша әйткәндә, "принцесса" тигән мәғәнәлә аңлатырға була. Күрәһегеҙ, бик тә тос, тәрән һәм матур мәғәнәле икән "ҡатын-ҡыҙ" тигән һүҙебеҙ. Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең һылыуҙарыбыҙға был һүҙҙе боҙмай ғына ҡулланайыҡ. Йәғни, бер ниндәй ҙә "ҡыҙ-ҡатын" тип түгел, ә бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеп, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып, әүҙем ҡулланылышта булғанынса, элеккесә, "ҡатын-ҡыҙ" формаһында һаҡлайыҡ, тигән саҡырыу менән тамамлайым мәҡәләмде.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5944