+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
28 Апрель 2023, 14:00

Мортаза Рәхимов (Документаль романдан өҙөктәр) ҒӘЛИМ ХИСАМОВ

Рәхимов артабан ирәгәләшеүҙе килештермәне, хушлашып, трубканы һалып ҡуйҙы. Әммә дауахана корпусын да еңел генә биреп ебәргеһе килмәне. Уны төҙөүҙе лә ул үҙе башлағайны. Заводтың үҙ дауаханаһы күптән бар ине. Завод ҙурайҙы, эшселәр күбәйҙе, ә дауахана бынан утыҙ йылдар нисек булһа, шул көйө ҡала килде. Иҙәне, ишектәре генә түгел, стеналары, түбәһе лә туҙҙы. Профсоюз ойошмаһы, партком, дауаханаға ремонт яһайыҡ, тип йөрөй башланы. Тик Рәхимов икенсе фекер белдерҙе: тәүҙә дауаханаға яңы бина һалайыҡ, шунан иҫкеһен яңыртырбыҙ. Профком менән партком хатта аптырабыраҡ ҡалды. Элек завод директорҙары производствонан тыш сығымдарҙы йоҙроҡтан һығып төшкән тамсы рәүешендә генә бирә торғайны, был аҡса муҡсаһын өҫтәлгә ташлай: алығыҙ – күпме кәрәк. Әлбиттә, йәмәғәтселек ойошмалары шатланышты, рәхмәт әйтергә тотондо. Ашыҡмағыҙ рәхмәтләргә, тине Рәхимов, тәүҙә төҙөйөк, шунан әйтерһегеҙ. Бина өсөн ҡаланан ер алыу, проектты яраштырыу, һыу, газ үткәреү, юл һалыу мәсьәләләрен хәл итеү эштәре менән үҙе йөрөнө. Былар бөтөүгә аҡса тәьминәтен көйләп ҡуйғайны инде. Өс йыл тигәндә төҙөлөш аҙағына етеп кенә килә ине, мә һиңә, йортто тартып алырға йөрөйҙәр.

ҒӘЛИМ ХИСАМОВ

Мортаза Рәхимов
(Документаль романдан өҙөктәр)

Завод дауаханаһы

1987 йылда Башҡортостанда ҡырҡа үҙгәреш булғайны инде. Республикаға 18 йыл етәкселек иткән Миҙхәт Шакировты авторитар етәкселектә, демократияны быуыуҙа ғәйепләп торҙолар ҙа, үҙ теләге буйынса тип, вазифаһынан бушаттылар. Айға яҡын ваҡыт Шакировты һүктеләр, әрләнеләр, ҡарғанылар ҙа, бер ғәйепһеҙ бәрәс рәүешендә күреп, башынан һыйпап тиерлек пенсияға оҙаттылар.

Ошо хәл Мортаза Рәхимовты һағайтты. Ауыҙы ни һөйләгәнде ҡолаҡтары ишетмәне лә ҡулы ни яҙғанды күҙҙәре күрмәнеме икән ни? Шул мәлдән ул “үҙгәртеп ҡороу” тигән өндәмәгә ышанмаҫ булды. Әгәр республиканың башында 20 йылға яҡын тороп, уның үҫеше өсөн иламһыҙ көс түккән, Ер шарының алтынан бер өлөшө самаһы ерҙе биләп торған илдең иң юғары даирәләрендә ҡайнаған кешене ошо рәүешле баһалайҙар, дөрөҫөрәге, бер төрлө лә баһаламайҙар икән, бүтәндәргә ни һан, тип аптыраны. Миҙхәт Шакировтың өлгәшкән уңыштары булған икән, шуларҙы асыҡтан-асыҡ әйт, ниндәйҙер хаталары, халыҡ алдында ғәйептәре булһа, быларын да күрһәт һәм бына шуның өсөн эшенән алына тиң. Ни өсөн йәшерәһегеҙ, ниңә аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тимәйһегеҙ? Юҡһа, аҡһыл-ҡара, көрәнһыу-йәшел, тип маташалар бит. Был бер ҙә генә лә үҙгәртеп ҡороуға оҡшамаған, тип уйланып йөрөй ине, шуның шауҡымы үҙ башына төшә яҙҙы.
Бер көн эштә ултырһа, телефон шылтыраны, ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире шылтырата, – тине.
Бәй, тип ғәжәпләнде Рәхимов, һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдиренә минең ни ҡатнашым булыуы бар? Бер ваҡытта ла шылтыратмай, бер ваҡытта ла минең менән эш итмәй торғайны бындай кимәлдәге кешеләр. Шулай ҙа трубканы алды.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙҙең дауахана комплексында төҙөлөп бөтөп барған бинаның майҙаны, хаҡы һәм сафҡа индереү ваҡыты ҡасан? – тип һораны һаулыҡ һаҡлау мөдире.
– Ул тиклем ентекләп төпсөнөү нилектән килеп сыҡты әле?
– Беҙ өс айлыҡ отчет төҙөйбөҙ һәм ошо бинаны үҙебеҙҙең отчетҡа индереп ҡуяйыҡ тигәйнек.
– Бәй, беҙҙең объектты һеҙ нисек үҙегеҙҙең отчетҡа индерер итәһегеҙ?
– Ҡала советы башҡарма комитетының күрһәтмәһе буйынса.
– Ниндәй күрһәтмә? Ни эшләп ул турала миңә әйтмәгәндәр?
– Һеҙ белмәйһегеҙме ни? Бына минең ҡулда ул күрһәтмә.
– Нимә тип яҙылған унда? Уҡығыҙ әле.
– Ҡала советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегенә нефть эшкәртеү заводы төҙөгән дауахана бинаһын ҡала башҡармаһының балансына индереү өсөн әҙерлек эштәрен башларға кәрәк, тиелгән.
– Ҡул да ҡуйылған, мисәте лә бармы был документтың?
– Юҡ. Был ҡарар түгел. Тик ҡала етәксеһендә үткән кәңәшмәнең стенограммаһы ғына.
– Шулаймы? Ә һеҙ уны миңә бирә алаһығыҙмы? Стенограмманы булмаһа, беҙгә ҡағылған өлөшөнөң күсермәһен генә.
– Бирә алам. Был бит йәшерен документ түгел.
– Рәхмәт, һеңлем. Беҙҙең хеҙмәткәр һеҙҙең янға инеп сығыр әле.
– Ярар.
Документты алып уҡығас, Рәхимов Ҡала советы башҡарма комитеты рәйесенә шылтыратты.
– Әйтегеҙ әле, ни нигеҙҙә һеҙ беҙҙең дауахананың корпусын ҡала башҡармаһының балансына индерергә күрһәтмә бирҙегеҙ?
– Берҙән, күрһәтмә түгел, ә әҙерлек эше генә. Икенсенән, быны беҙгә партия өлкә комитетының икенсе секретары Крюков ҡушты.
– Нимә тип?
– Сәнәғәт предприятиеларына етәкселек иткән секретарь булараҡ, нефть эшкәртеү заводы төҙөгән дауахана корпусын ҡала башҡармаһының балансына индерергә һәм унда завод эшселәрен генә түгел, Өфөнөң бүтән кешеләрен дә ҡабул итеүҙе ойошторорға кәрәк, тине. Мин, завод милкен үҙебеҙгә ала алмайбыҙ, тигәйнем дә, Крюков үҙемде һүгеп ташланы. “Нефть заводы үҙе айырым дәүләтме әллә? Ул Совет иле эсендә түгелме? Завод директоры партияның өлкә комитетына буйһонмаймы?” тип әрләндем.
Рәхимов артабан ирәгәләшеүҙе килештермәне, хушлашып, трубканы һалып ҡуйҙы. Әммә дауахана корпусын да еңел генә биреп ебәргеһе килмәне. Уны төҙөүҙе лә ул үҙе башлағайны. Заводтың үҙ дауаханаһы күптән бар ине. Завод ҙурайҙы, эшселәр күбәйҙе, ә дауахана бынан утыҙ йылдар нисек булһа, шул көйө ҡала килде. Иҙәне, ишектәре генә түгел, стеналары, түбәһе лә туҙҙы. Профсоюз ойошмаһы, партком, дауаханаға ремонт яһайыҡ, тип йөрөй башланы. Тик Рәхимов икенсе фекер белдерҙе: тәүҙә дауаханаға яңы бина һалайыҡ, шунан иҫкеһен яңыртырбыҙ. Профком менән партком хатта аптырабыраҡ ҡалды. Элек завод директорҙары производствонан тыш сығымдарҙы йоҙроҡтан һығып төшкән тамсы рәүешендә генә бирә торғайны, был аҡса муҡсаһын өҫтәлгә ташлай: алығыҙ – күпме кәрәк. Әлбиттә, йәмәғәтселек ойошмалары шатланышты, рәхмәт әйтергә тотондо. Ашыҡмағыҙ рәхмәтләргә, тине Рәхимов, тәүҙә төҙөйөк, шунан әйтерһегеҙ. Бина өсөн ҡаланан ер алыу, проектты яраштырыу, һыу, газ үткәреү, юл һалыу мәсьәләләрен хәл итеү эштәре менән үҙе йөрөнө. Былар бөтөүгә аҡса тәьминәтен көйләп ҡуйғайны инде. Өс йыл тигәндә төҙөлөш аҙағына етеп кенә килә ине, мә һиңә, йортто тартып алырға йөрөйҙәр.
Директор тәүҙә шаңҡып ҡалды, шунан өлкә комитеты секретарының ҡарарын юҡҡа сығартыу тураһында уйлай башланы. Ҡайһылайтырға? Икенсе секретарҙың үҙе менән һөйләшеп ҡарарға кәрәктер, моғайын. Бәлки, уйын үҙгәртер? Килеп сыҡмаһа, беренсе секретарь менән һөйләшеү кәрәктер. Әллә Мәскәүгә үҙҙәренең главкаһына яҙып ҡарарға микән?
Шул уйҙар менән Рәхимов партия өлкә комитетының тау башындағы йортона китте. Машинаны байтаҡ ситкә ҡалдырҙы ла ишеккә табан атланы.
Гранит таштан һалынған ҡоймалар артында аҡ мәрмәр менән көпләнгән мөһабәт бина ултыра. Тирә-яҡ юлдар асфальт. Үҙенең хужалыҡ етәксеһе ғәҙәте буйынса йорттоң арҡырыһына, буйына, бейеклегенә күҙ һалды ла, быларҙы аҡсаға самалап, һай, быға күп сығым һалғандар икән, тип уйланы. Аҡ йорт 70-се йылдар уртаһында һалынып бөткәйне. Өфөнөң йәме булып тауҙың иң бейек ерендә урынлашҡан. Ҡалаға көньяҡтан ингәндә поездан да, автомашинанан да мөһабәт булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Рәхимов үткән-һүткән һайын уны ҡарап йөрөй, тик яҡындан ентекләп күргәне юҡ, сөнки бында кәңәшмә-маҙарға йүгереп килә, йүгереп сығып китә, тигәндәй ине. Бөгөн үҙ ирке менән атлай, шуға иркенләберәк күҙ һалырға форсаты бар.
Ниәте – икенсе секретарь янына инеү. Заводта йомошо булған һәр кем Рәхимов янына инә лә китә. Ә бында нисек икән һуң тәртип? Секретарҙарға алдан яҙылып, көнөн, ваҡытын билдәләп киләһең, тип тә һөйләнгеләй торғайнылар, шулай булһа, уға ишектең асылмауы ла бар. Аҫҡы ҡатта ишек төбөндә тиерлек поста уны милиционер ҡаршыланы.
– Һеҙ кем? Ҡайҙа киләһегеҙ?
Мортаза партбилетын сығарып күрһәтте.
– Крюков секретарға киләм.
Милиционер партбилетты ҡараны ла кире бирҙе:
– Рәхим итегеҙ. 602-се бүлмә. Лифт эшләй.
Мортаза лифтҡа түгел, баҫҡысҡа ҡарай атланы, йәйәүләп менергә булды. Өсөнсө ҡатҡа күтәрелгәйне, берәү менән төкөшә яҙҙы. Икеһе лә шып туҡтаны.
– Бәй, Мортаза Ғөбәйҙуллович, һинме был?
– Мин. – Үҙе ҡаршыһындағы кешегә һынамсыл ҡарап торҙо ла:
– Ә, яҡташ. Бакиров. Бында эшләйем тигәйнең бит әле.
– Эйе, ошо ҡатта минең бүлмә. Әйҙә, инеп күреп кит.
Мортаза был осрашыуға шатланып та ҡуйҙы хатта.
– Әйҙә һуң.

***

Оҙон солан, ике яҡтан ишектәр теҙел­гән, ишектәрҙә фамилиялар яҙылған ҡағыҙ йәбештерелгән. Бакиров У.Н., Габриелов С.И. тип яҙылған ишекте асты хужа. Бында ике кеше ултырамы икән ни, тип уйлап алды Мортаза. Юҡ икән. Беренсе ишек ҡабул итеү бүлмәһенеке ине. Унда бер ҡатын машинкала нимәлер баҫа. Бакиров бүлмәнең һул ҡабырғаһындағы ишекте асты. Оҙон өҫтәл, ике яғында ултырғыстар. Иң башта ла ҙур өҫтәл бар, уныһына бәләкәйе терәтелгән. Шуның янындағы ултырғыстан урын тәҡдим итте бүлмә хужаһы, үҙе ҡунаҡҡа ҡаршы урынға терәлде.

– Һинең исемең Урал бит әле, – тине Мортаза. – Бына атайыңдың исемен онотҡанмын.
– Насир ине минең атай.
– Эйе. Хоҙайбирҙин ауылынан.
– Тап шулай.
– Онотмағанмын әле. Юҡһа минең хәтер исемдәргә һай. Нимә нисек булғанын иҫләйем, исемдәрҙе онотам да ҡуям.
– Күп йылдар начальник булып, сек­ретарың кемдең кем икәнлеген әйтеп торғанға шулай ул. Баш бит иҫәр түгел. Кемдер берәү шыбырлап әйтеп торғас, ни эшләп хәтерҙә ҡалдырһын ул.
– Һин философия фәндәре кандидаты бит әле?
– Эйе. – Хәҙер Бакиров аптыраны. – Ҡайҙан беләһең? Мин һиңә быны әйткәнем юҡ ине һымаҡ.
– Философтарса һығымта яһайһың, шунан әйтәм.
Икәүләшеп рәхәтләнеп йылмайыштылар.
– Ниндәй эш менән йөрөйһөң, Мортаза Ғөбәйҙуллович?
– Крюковҡа килгәйнем.
 
– Ни йомошоң төштө?
Рәхимов бөтөнөһөн дә энәһенән-ебенә тиклем һөйләне лә бирҙе. Үҙенә еңел булып ҡалды. Күңел кисерештәрен тышҡа сығара алмай йөрөгән икән.
Бакиров һис бүлдермәй тыңланы ла, һүҙ бөткәс, бер аҙ шым ғына ултырҙы. Шунан:
– Сетерекле генә икән хәлең, – тине. – Крюковҡа инеп, мәсьәләңде хәл итә алырыңа ышанып бөтмәйем.
Мортаза һағайҙы.
– Аңламаҫтай бәндәме ни?
– Аңлай ул, тик һыр бирмәҫ. Мәскәү кешеһе бит. Үҙәк комитетта эшләгән. Мәскәү халҡы улар әйткән һүҙ һис шикһеҙ үтәләсәк тип өйрәнгән. Шуға һинең хәлеңде аңларға мөмкин ул, тик алдан әйткән һүҙенән ҡайтмаҫ. Өлкә комитет секретары, бигерәк тә Үҙәк комитеттан килгән секретарь нисек инде яңылышһын, тип уйлай ул.
– Һы, ҡайһылайтып ҡарарға һуң? Эшселәргә тип һалдырған бинаны әллә кемдәргә тоттороп ҡуйырғамы инде?
– Бынан сығыу юлы бар хәҙер.
– Ниндәй?
– Партияның Үҙәк комитеты үҙгәртеп ҡороуға, демократияға йөҙ борорға ҡушты бит. Шуны эшләргә кәрәк.
– Нисек итеп?
– Дауахананың бинаһын тартып аласаҡтарын хеҙмәт коллективына еткерергә кәрәк. Нимә әйтер эшселәр?
– Әлбиттә, етәкселәрҙе әрләйәсәк. Нисәмә йыл көтөп алған объект сит ҡул­дарға китһен әле. Өҫтәүенә эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы иҫәбенә һалынған бит ул. Асыҡтан-асыҡ эш хаҡы ҡырҡылмаған, әлбиттә. Әммә төҙөлөш алып барылмаһа, шул аҡсаны эш хаҡын арттырыуға тотонорға булыр ине.
– Ана шул мәсьәләләрҙе хеҙмәт коллективы йыйылышына сығарырға кәрәк. Әгәр йыйылыш риза булһа, бинаны ал­һындар әйҙә. Булмаһа... Ҡайһылайтаһың, завод хужаһы – уның хеҙмәт коллективы, нимә әйтә, шул була.
– Бик аҡыллы фекер был.
– Эшселәр үҙҙәренең сығышында директорҙың мәмәй ауыҙ икәнлеген, дауахана бинаһын һаҡлап ҡалыу өсөн бер нәмә лә эшләмәүен тәнҡитләп тә ебәр­һәләр...
– Быныһын улар, Урал Насирович, беҙҙән башҡа ла булдырырҙар.
– Хеҙмәтсәндәрҙең йыйылышына өлкә комитет секретары Крюковты саҡырһағыҙ, бик килешер ине. Хеҙмәт коллективын тыңлағас, үҙенең теге саҡта әйткән фекерен үҙгәртеүе бик мөмкин.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Рәхимов өлкә комитет секретары янына инеү тураһында уйлап та ҡараманы, тура заводҡа ҡайтты ла профком рәйесен саҡыртып алды һәм дауахана бинаһын тартып алыуҙары ихтималлығын әйтте. Бүтән һүҙҙең кәрәге лә булманы, ҡалғанын профком үҙе эш­ләне. Цех һайын коллективтарҙың йыйылышы уҙҙы, бинаны биреү йә һаҡлау мәсьәләһен ҡаранылар, дөйөм завод йыйылышына делегаттар һайланылар, ҙур йыйылыштың көнөн билдәләнеләр һәм уға өлкә профсоюз комитетынан вәкилдәр саҡырҙылар. Профком быға өҫтәп, Өфө ҡала советына, партияның ҡала комитетына һәм өлкә комитеттың беренсе, икенсе секретарҙарына йыйылышҡа саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрҙе.
Йыйылыш үткәндең иртәгәһенә Рәхи­мов, Бакировҡа әйтмәк булып, өлкә комитетҡа шылтыратты.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Урал Насировичты телефонға саҡыра алмайым, – тине ҡатын-ҡыҙ тауышы.
– Нишләп?
– Урал Насирович башҡа өлкә комитетта эшләмәй.
– Ҡайҙа эшләй?
– Белмәйем. Теләһәгеҙ, өйөнә шыл­тыратығыҙ.
– Телефонын бирәһегеҙме?
– Рәхим итегеҙ.
Бакиров, телефон шылтырағанын көтөп кенә ултырған кеүек, трубканы шунда уҡ алды.
– Урал Насирович, һин нишләп эштән киттең?
– Үҙгәртеп ҡороу бара бит. Ҡайһы берәүҙәр быны элекке кадрҙарҙы ҡыуыуҙан башларға булды. Шуның беренсе ҡорбаны мин.
– Иҫәрҙәр, – тип быға үҙ баһаһын ҡуйҙы Рәхимов. – Һинең кеүек кадрҙы ҡыуғас, нимәне һәм нисек үҙгәртеп ҡорорҙар икән һуң?
– Әллә инде. Күҙ күрер. Ә мин һеҙҙе ҡотлайым.
– Нимә менән?
– Крюковты еңеүегеҙ менән.
– Белеп тораһың, әй.
– Республика радиоһы һөйләне.
– Ни тине?
– Хеҙмәт коллективы завод төҙөгән бинаны үҙҙәрендә һаҡлап ҡалырға ҡарар сығарҙы. Был милек эшсе коллективтыҡы, уға берәүҙең дә ҡул һуҙырға хаҡы юҡ, тинеләр. Йыйылышта ҡатнашҡан өлкә комитет секретарҙары Хәбибуллин менән Крюков халыҡ демократияһын хуплап сығыш яһаған икән.
– Эйе, ул икәү йыйылышҡа халыҡ беҙҙең һүҙҙе дөрөҫ аңламаған, тип бик туҙынып килгәйне лә, эшселәр туп-тураһын бәреп әйтә башлағайны, кике­ректәре шиңде, – тине Рәхимов.
– Ә һиңә рәхмәт әйттеләрме һуң?
– Көтөрһөң. Мине бәргеләнеләр генә, ҡайһы ерең ҡысый.
– Уныһына түҙеп булыр. Иң мөһиме – эш эшләнгән.
Ошонан һуң Рәхимов оҙаҡ уйланып йөрөнө. Нимә һуң ул социалистик милек? Ғөмүмән, нимә һуң ул социализм һәм коммунизм? Үҙемде белә-белгәне бирле ошо ҡоролоштоң өҫтөнлөгө тураһында һөйләнеләр, беҙ шуға ышандыҡ. Тик ниңә торған һайын аламараҡ йәшәйбеҙ һуң беҙ? Ҡайһы ғына магазинға инмә, сират, ә кәштәләр буш тиерлек. Ни өсөн шулай?
Владимир Ленин яҙғанса, социалистик революция айырым бер илдә еңеүе ихтимал. Тимәк, уның айырым бер предприятиела, айырым колхозда, совхозда ла булыуы мөмкин. Әгәр шулай икән, республиканың партия ойошмаһы баш­лығы ни өсөн беҙҙең завод үҙенә тип һалған бинаны тартып алырға яҫҡына һуң? Имеш, социаль ғәҙеллек булырға тейеш. Бер коллектив үтә ныҡ яҡшы, икенселәр алама йәшәргә тейеш түгел. Тигеҙлек талап ителә. Ул булһын өсөн берәү яҡшы эшләп алған килемен эшләргә ялҡауланып килемһеҙ ҡалғандар менән бүлешергә бурыслымы? Ошо, имеш, социаль ғәҙеллек. Бындай “ғәҙеллек” ялҡауҙар йәмғиәтен тыуҙыра. Әҙәм бит шундай йән эйәһе, ул һәр ваҡыт аҙыраҡ эшләп, күберәк алмаҡсы була. Баш­ҡорттар бындай күренеште “нәфсеңде тыя белмәү” тип атай. Ә нәфсе кеше мейеһенә тыумыштан һалына һәм унан берәү ҙә ҡотола алмай. Дөрөҫ, тик Ҡөрьән генә нәфсене ауыҙлыҡларға саҡыра. Бүтән бер генә дин дә нәфсене тыйыу тураһында өндәшмәй.
Коммунизм тәғлимәтен уйлап сыға­рыусылар: коммунизм – ул һәр кем хәленән килгәнсә хеҙмәт итә, һәр кем күпме теләй – шул тиклем байлыҡ тотона алған йәмғиәт, тип белдерә. Тимәк, бая әйткән ялҡауҙар йәмғиәтенең тап үҙе инде. Кешене ялҡаулыҡҡа өйрәтеп тораһы юҡ, үҙе өйрәнә. Нәфсе йәмғиәтте талай ғына. Ә бөтә ялҡауға ла нимә кәрәк шуны булдырырлыҡ байлыҡты кем барлыҡҡа килтерер икән һуң?
Ай-һай, коммунистик йәмғиәт тигәне лә, социализм тигәне лә утопия түгелме һуң?
Танышыуҙан башланды
Рәхимов бығаса ошо төшөнсәләр тураһында бик уйланмай торғайны. Бөтә фекере, уйлау һәм табыу һәләте заводты көйлө эшләтеүгә, хеҙмәтсән коллективтың торған һайын яҡшыраҡ эшләүен һәм йәшәүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгәйне. Ә оло йәмғиәт донъяһы нисектер ситтәрәк ҡала килде. Әммә уны урап уҙыу мөмкин түгел икән шул. Йәмғиәттә йәшәп, унан ситтә тороп булмай.
Беҙҙең бурыс — кеше менән эшләү, уның аҡылын ғына түгел, күңелен дә үҙеңә, заводҡа бороу, тип әйтә килде Рәхимов һәм үҙе шунан тайпылманы. Был бигерәк тә кадрҙар менән эштә күренде. Әлбиттә, бары менән байрам тигән һымаҡ ҡына йөрөргә була. Әммә тотонғанды эш итәм, заводты күтәрәм ти икәнһең, донъяның тотҡаһы булырҙай кадрҙар табырға, үҫтерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Рәхимов иң алда Өфө дәүләт нефть техник институтынан сыҡҡан, бөгөн илдең төрлө тарафтарында йөрөгән кешеләрҙе, мөмкин булһа, ҡайтарырға кәрәк, тине. Бының өсөн тәүҙә үҙҙәренән ситтә йәшәгән кешеләр тураһында мәғлүмәт әҙерлә­неләр. Ҡараһалар, Өфөнән сыҡҡан ҙур дәрәжәле кешеләр ҙә байтаҡ икән.
Яҡташлыҡ хисен файҙаланырға ын­тылған бер ул ғына түгел ине. Рәхимов Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры булып эшләгән саҡта уҡ уның үҙен тыуған яғы Күгәрсен районынан килеп таптылар. Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән танышырға заводҡа ул саҡта партияның Күгәрсен райкомының беренсе секретары Исмәғил Ғәбитов “Ҡыҙыл бай­раҡ” колхозы рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов менән килде. Күрештеләр, һөйләштеләр. Исмәғил уны иленә ҡайтып йөрөргә саҡырҙы. Ә үҙҙәре тәүҙә Рәхимовтың туғандарын барып күргән, йәшәйештәре менән танышҡан, мохтажлыҡтарын бе­леш­кән. Ауылда ниндәй ярҙам көтһөндәр инде, беренсе сиратта – бесән, утын әҙерләргә ярҙамлашһалар, шул етә. Элек был эште Мортаза Рәхимов үҙе башҡара торғайны. Был юлы ул эште Тәүәкәндә “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы күтәргән. Әйткәндәй, бер Тәүәкәндә генә түгел, райондың һәр ауылында ошондай ярҙамды ойоштортҡайны Ғәбитов.
Мортаза Ғөбәйҙулла улының ауылға ҡайтасағы билдәле булды. Исмәғил уны райондың ситендә ҡаршыланы. Быны күреп, Рәхимовтың да күңеле күтәрелде. Бығаса ундай иғтибар теймәй торғайны бит. Ауылға ҡайтһа, унда бесән менән һалам килтерелгән, яғыр утын да әҙер.
– Инде әйт, минән ни кәрәк? – тине Рәхимов.
– Кәрәкмәй. Был хәстәрлек яҡташтарға беҙҙең ихтирам билдәһе генә.
– Ярар. Ярҙам кәрәкһә, килерһең. Бензин, солярка, битум шунда...
Ауыл ере өсөн быларының кәрәге сикһеҙ. Юл төҙөлөшө өсөн Күгәрсен ра­йоны әллә күпме битум алды. Алды тип, Рәхимов уны махсус автомашиналарға тейәп оҙаттырҙы. Шунан ҡыҙыуланды ла инде юл төҙөлөшө. Ауылдар араһына, урамдарға асфальт түшәү башланды.
Күгәрсен районы етәкселәре менән тығыҙ аралашыу Рәхимовтың ауыл иҡтисадына ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. Уҙған быуаттың һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарында ауыл хужалығындағы дөйөм хәл ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ине. Был иң алдан эре мәсьәләләрҙең хәл ителмәүенә бәйле булды.
Аграр секторҙы тамырынан үҙгәртеү сәнәғәт менән ауыл хужалығындағы иҡти­сад мөнәсәбәтенә тулыһынса бәйләнгән. Ауылда хеҙмәт шарттары, уға түләү һәм тормош үҙе, айырып алғанда, социаль-мәҙәни объекттар менән тәьмин итеү ҡаланыҡынан ныҡ түбән булып ҡалды. Башҡортостанда, мәҫәлән, торлаҡтың ни бары 6 проценты йылы һыу, 18-е – канализация, 36-һы – һыу үткәргес, 40 проценты үҙәктән йылытыу менән тәьмин ителгән. Ошоноң өҫтәүенә һуңғы йыл­дарҙа ер аҫты һыуҙарының нефть һәм химия предприятиелары тарафынан бысратылыуы арҡаһында производство һәм көнкүреш өсөн эсәр һыу проблемаһы барлыҡҡа килде. Ул саҡта автономиялы республиканың 14 районында ҙур һыу үткәргестәр төҙөү мәсьәләһе алға баҫты.
Социаль ғәҙелһеҙлектең башы иҡти­садтың аграр секторы менән бүтән өлкәләр араһында яраҡһыҙ алмашыуҙа ятты. Ул һәр ерҙә күренә ине: план­лаштырыуҙа, хаҡтар сәйәсәтендә, тех­никаның, төҙөлөш материалдары менән ашламаларҙың ҡиммәтлегендә, матди-техник тәьминәттә.
Ашлыҡҡа дәүләт заказы була тор­ғайны. РСФСР Министрҙар Советы билдәләгән күләмдә иген әҙерләү өсөн гектарынан кәмендә 26 центнер уңыш йыйырға кәрәк ине, бындай кимәлгә ауыл хужалыҡтары бер ваҡытта ла сыҡҡаны булманы. Ни эшләргә һуң? Ысынбар­лыҡтан сығып эш итергә кәрәк ине. Белгестәр иҫәпләүенсә, ауыл хужалығын комплекслы алып барыу өсөн Баш­ҡортостанда игенгә дәүләт заказы күп тигәндә 1 миллион 600 мең тонна булырға тейеш. Күренеүенсә, бөтәһе тарафынан да әрләнгән дәүләт заказын көслөк менән билдәләү республикалағы иген хужалығын бик ауыр иҡтисад хәленә ҡалдыра торҙо.
СССР-ҙың Хаҡтар буйынса дәүләт комитеты өлкә һәм крайҙарҙың тәҡдимдәрен һәм үтенестәрен иҫәпкә алмайынса төп ауыл хужалығы продукттарына яңы хаҡ­тар индерергә булып китте. Башҡортостан өсөнсө зонала ине, ә күрше Пермь һәм Свердловск өлкәләре, Удмурт АССР-ы – бишенселә. Икенсе төрлө әйткәндә, Татарстан һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләре менән сиктәш хужалыҡтарҙа республика эсендәге бүлем буйынса икенсе зона хаҡтары, ҡара тупраҡлы булмаған зонаға ҡараған 22 районға дүртенсе зона хаҡтары тейәсәк. Һөҙөмтәлә Башҡортостан хужа­лыҡтарының 75 проценты алдан уҡ зыянлы эшкә, былай ҙа үтә ҡыйын финанс хәлде бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрөүҙе күҙаллау килеп сыға ине.
Бында мәсьәләнең сәйәси яғы мөһим. Социаль һәм иҡтисад хәлдәренең насар­лығы арҡаһында республиканың төп милләт кешеләре күпләп күрше өлкәләргә китте. Был демографик хәлде һәм милли мөнәсәбәтте ҡатмарландырҙы.
Ауыл хужалығы менән сәнәғәтте ышаныслы хаҡ индексы менән бәйләргә кәрәк ине. Шуның нигеҙендә сәнәғәт тауарҙа­рына хаҡ үҙгәрә ҡалһа, агросәнәғәт продукцияһына ла хаҡтарҙың үҙгәреүенә килтерер ине. Был ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙы системаһыҙ һәм грамотаһыҙ үҙгәреүҙән ҡотҡарыр ине.
Дәүләттең ауыл хужалығына ғәҙелһеҙ мөнәсәбәте капиталь һалыуҙарҙа һәм матди-техник тәьминәттә айырыуса асыҡ күренде. Ауыл хужалығы бер ваҡытта ла үҙе етештергән продукция күләменә ярашлы аҡса һәм ресурс алманы. Әгәр нин­дәйҙер аҡса бүленгән булһа, улар колхоз-совхоз производствоһында крәҫтиән үҙе, ә башҡа берәү ҙә түгел, эшләп алған аҡса ине.
Ошо шарттарҙа республика етәксе органдарының агросәнәғәт комплексына күрһәтергә теләгән урыҡ-һурыҡ ярҙамы һуңға ҡалған хәйергә тиң булды. Был, әлбиттә, оҙаҡ йылдар дауам иткән административ-команда системаһының эҙем­тәһе. Бығаса республикаға арзан ит һәм һөт сығанағы итеп кенә ҡаранылар, ә уның агросәнәғәт комплексының матди-техник базаһын нығытыу тураһында тейешле хәстәрлек булманы.

***

Халыҡтың социаль мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән техника, төҙөлөш материалдары һәм ҡорамал эшләү насарая бара. Бер генә миҫал. Ҡазандағы “Оргсинтез” берекмәһе халыҡ йәшәгән урындарҙы газландырыу өсөн полиэтилен торбалар ебәреүҙе бер мең тоннаға ҡыҫҡарта, ә алдағы йылға килешеү төҙөүҙән бөтөнләй баш тарта.

Килешеүҙә яҙылған йөкләмәләрҙе үтәмәү ғәҙәти хәлгә әүерелә ба­ра. Предприятиеларҙың шәхси мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү ауыл­дағы йөҙәрләгән, меңәрләгән хеҙмәт коллективын бик ауыр хәлгә ҡалдыра.
Эйе, оҙайлы йылдар буйы административ-команда системаһы хө­көм һөргән саҡта, үҙәктә беҙҙең республикалағы һымаҡ ауыл хужа­лығы өлкәләрен фонд менән тәьмин итеү һәм энергия биреү хаҡында уйлау түгел, бынан күберәк үҙҙәренә ит, һөт һәм башҡаһын алып ки­теү хәстәрен генә күрҙеләр, ауылдың матди-техник базаһын нығытыу Мәскәү чиновниктарының төштәренә лә инмәне. Һөҙөм­тәлә республикала етештерелгән итте һәм ҡайһы бер ашамлыҡтарҙы Мәскәү, Ленинград ҡалаларына барып, сираттарҙа тороп, хәйерселәнеп алып ҡайта торғайныҡ.
Ул заманда күҙ йәше ҡатыш көлөү менән һөйләнгән бер көләмәс тә бар ине. Имеш, Брежнев менән Шакиров Мәскәүҙә Ҡыҙыл май­ҙандан киләләр. Ҡаршы осраған һәр кеше тиерлек, баш кейемен си­сеп: “Һаумыһығыҙ, Миҙхәт Закирович! Һаумыһығыҙ, Миҙхәт Заки­рович”, – ти икән. Брежнев Шакировтан: “Мин әллә нисә тиҫтә йыл Мәскәүҙә йәшәйем, һин – Өфөлә. Тик ниңә мәскәүҙәр һине белә, мине белмәй һуң?” – тип һорай икән. “Аптырамағыҙ, Леонид Иль­ич. Мәскәүҙәр түгел бит былар, Өфө халҡы. Мәскәүгә ит алырға килгәндәр”, – тип яуаплаған.
Башагропромсоюз рәйесе И. Ғәбитов ауыл хужа­лығындағы яманаты һатылған был асыҡтан-асыҡ талау системаһын нигеҙҙән үҙгәртеү, Башҡортостандың үҙенең аграр сәйәсәтен эшләү, ауыл хужалығының матди-техник базаһын нығытыуҙың төрлө юлдарын эҙләргә ныҡлап тотондо. Тап ошо йүнәлештә эре сәнәғәт предприятиелары менән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиелары араһында хужалыҡ бәйләнештәре барлыҡҡа килтерелде. Ул йыл­дарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкселек иткән XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы менән уның ауыл хужалығы продукттарын етештереү буйынса шефлыҡҡа алған предприятиелары – Өфө ит комбинаты, Өфө һөт заводы араһында эшмәкәрлек урынлаштырыла. Бындай дуҫлыҡтың ике яҡ өсөн дә файҙаһын һәм перспективаһын күреп, завод етәкселәре эшкәртеү предприятие­һына хәҙерге заман техноло­гияһын ҡуйыу, яңы цехтар һәм линия­лар асыу өсөн аҡса һәм техника йәлләмәй. Был алым һәйбәт үҫеш ала һәм ҡала эргәһендә заманса ҡоролған “Алексеевка”, “Йоматау” совхоздары, “Башптицепром” берекмәһе кеүек комплекстар һәм фабрикалар, эре махсус хужалыҡтар барлыҡҡа килә.
1989 йыл. Ноябрь аҙаҡтары ине. Исмәғил Ғәбитов, ғәҙәттәгесә, район­дарҙан килгән етәкселәрҙе ҡабул итеп эштә ултыра: кемдең ниндәй генә һорауы юҡ. Берәүҙәргә өҫтәмә фонд, техника, ашлама кәрәк, икенселәр яңы етештереү өсөн смета документтары күтәреп, техник ҡорамалдар һорап йөрөй. Алыҫ-алыҫ райондарҙан килгәндәр, уларҙы кире бороп сығарырға ярамай. Ниһайәт, ҡабул итеү секретары ҡайнар сәй индерҙе: тимәк, бөгөнгә башҡа уның янына инергә теләүсе юҡ тигән һүҙ. Ә иртәгә тәгәрмәс яңынан әйләнә башлай, унан тағы, тағы...
Инде хәҙер, ололар әйтмешләй, эт ҡайышына әйләнгән Исмәғил, тороп, бүлмәһе буйлап йөрөп алды, оҙаҡ ултырыуҙан ойоған быуын­дарын яҙып, бер аҙ һыуына башлаған сәйенә үрелгәйне генә телефон шылтыраны:
– Исмәғил Әхмәҙуллович, Күгәрсен районының беренсе секрета­ры Аҙнағолов һәм райсовет рәйесе Шәрипов килгән. Улар ме­нән бергә тағы колхоз рәйестәре һәм совхоз директорҙары бар. “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы рәйесе Рамаҙан Йомағужа улы Әбдрәхимов, “Исем” совхозы директоры Василий Александрович Бражников, урман хужалығы директоры Александр Дмитриевич Касьяновтар. Нишләргә?
– Индерегеҙ, – тине Ғәбитов.
Әлбиттә, Күгәрсен районыныҡылар уның яҡташтары түгел икәнлеген секретары белә. Әммә районда биш йыл тиерлек бергә ҡайнаған ирҙәр – Исмәғил урынында ҡалған Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов менән теге альтернатив һайлауҙарҙа уның уҙаҡсыһы булған район Советы башҡарма комитеты рәйесе Мөхтәр Ғилман улы Шәрипов үҙҙәрен яҡташ итеп һанай. Ә ғәмәлдә Исмәғилгә улар бер туғанынан да яҡыныраҡ. Ошо кешеләр районға барып эш баш­лағас, уға таяныс та, кәңәшсе лә, күҙ-ҡолаҡ та, һаҡсы ла булдылар. Йөҙ һум аҡсаң булғансы йөҙ дуҫың булһын, тип тиккә генә әйтмәгәндәр. Берәүҙең дә йөҙ дуҫы булмайҙыр. Аҙнағолов һәм Шәрипов һымаҡ егеттәрҙән унауы ла еткән.
Бәрәкәтле һәм йомарт Оло Эйек, Ағиҙел буйы үҙенең Хоҙай Тәғәлә биргән тәбиғи матурлығы менән генә түгел, ошо төбәктә үҫкән һәләтле егеттәре һәм ҡыҙҙары, бөгөн бөтөн республикаға билдәле аб­руйлы ғалимдары, фән эшмәкәрҙәре, бына тигән шәхестәре менән иҫ киткес бай район. Ҡайһы ғына өлкәне алһаң да, Күгәрсендән сыҡ­ҡан аҫыл ир-егеттәрҙе, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙы осратырға мөмкин. Шуларҙың араһынан күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбир­ҙин ауылында бер ғаиләлә үҫкән Ғәлейән, Юнир, Венир Ғәлимйән улдары Аҙнағоловтарҙы кемдәр генә белмәй. Ғәлейән Аҙнағолов – бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә, Үзбәкстан Республикаһында, унан Өфө ҡалаһының 97-се мәктәбендә математика уҡытыуға арнаған шәхес. Уның ҡустыһы Юнир Ғәлимйән улы – партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Хәҙер ул Мәләүездә “Башкельме” йәмғиәтенең директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре тигән исемдәре уның абруйын күрһәтеп тора. Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов – тегеләрҙең кесе мырҙаһы. Урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын ауылда колхозсы булып ҡына башлап ебәргән егет фәҡәт үҙенең тырышлығы һәм ынтылышы менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Секретариатының етәксеһе вазифаһына саҡлы күтәрелде. Уғаса Венир Ғәлимйән улы үҙенең ауылында Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда баш агроном да, партком секретары ла була. Исмәғил Ғәбитов Күгәрсен районына партия ойошмаһының беренсе секретары булып килгәндә икенсе секретарь вазифаһында эшләп йөрөй ине, ул Хәйбуллаға күсерелгәс, райкомдың беренсе секретары булып тороп ҡалды.
...Күгәрсен егеттәренең ни өсөн килеүен Исмәғил самаланы. Венир Аҙнағолов ҙур ғына шәлкем сәскә һәм иҫтәлекле адрес, Мөхтәр Шәрипов ниндәйҙер ҡумта тотоп алған. Йөҙҙәрендә йылма­йыу нуры балҡый. Былар Исмәғилде илле йәше менән ҡотларға кил­гән. Исмәғил ул хаҡта бер кемгә лә әйтмәгәйне.
– Былай булғас, кис – беҙҙеке. Әйҙәгеҙ, йомшағынан ауыҙ итеп алайыҡ. һыуһап килгәнһегеҙҙер, – тип, Исмәғил һыуытҡысынан шампан, кәнфит сығарып ҡуйҙы ла, шешәне шартлатып асып, фу­жерҙарға ҡойҙо.
– Рәхмәт, егеттәр, онотмаған өсөн. Әйҙәгеҙ бергәләп йәшәү өсөн. Үҙегеҙгә лә һаулыҡ-сәләмәтлек, уңыштар теләйем, – тип, Исмәғил һауытын яртылаш эсте лә ултыртты. Шунан һуң ҡунаҡтарҙы өйөнә саҡырҙы. Тамараның һыйынан ауыҙ итер алдынан:
— Йә, Венир Ғәлимйән улы, Күгәрсендәге тосыңды әйтеп ебәр ин­де, — тип һүҙ бирҙе.
– Нимә тип әйтергә, – Венир Аҙнағолов тамаҡ ҡырып алды. – Беҙҙең халыҡ һеҙҙе онотмай, һаман һағынып иҫкә ала. Барыһы ла айырым-айырым сәләм әйтте. Беҙ күптән килгән булыр инек, үҙегеҙ өйҙә булманығыҙ бит. Һау-сәләмәт, имәндәй бешек, һүҙегеҙ сәпкә атҡан мәргән уҡ һымаҡ, бирешмәҫ бөрйән сәтләүеге булығыҙ. Быныһында шик юҡ. Элек беҙҙә, Күгәрсендә, эшләгән сағында, Исмәғил Әхмәҙуллович Бөрйәнгә ҡайтырға булһа, ике аҙна алдан йыйына башлай торғайны. Ике “УАЗ” машинаһы әҙерләй, балта, трос, көрәк, махсус кейем тейәй. Береһе батһа юлда, тартып сығарырға икенсе машина кәрәк була. Икенсеһе лә батһа, балта, көрәк менән үҙе ярҙамға килә. Шуға бешеккән бөрйән сәтләүеге ул беҙҙең Ғәбитов, – тип Венир образлы һүҙҙәр табыуына тамаҡ төбөнән мыңғырлап көлөп ебәргән булды. Уға Мөхтәр Шәрипов та ҡушылды.
Халыҡ араһында шундай мәҙәк бар: шарапты йә иһә хәмерҙе тост әйтеп эсһәң, эскелек булмай, имеш. Әммә кем менән ҡайҙа һәм ниндәй маҡсатта эсеп ултыраһың бит. Быға саҡлы Исмәғил бүлмәһендә мәжлес ойоштормағайны, бөгөн дә йәйелеп ултырырға иҫәбе юҡ. Ғөмүмән, иҫерткес эсемлекте үҙ итмәне. Әммә бөтөнләй тотмай ҙа тү­гел. Яҡын дуҫтары менән серләшеп, эш хаҡында гәпләшеп ултыра форсаты килгәндә. Улай ҙа булмай Мөхтәр Шәрипов, ниҙер әйтергә теләгәнен аңғартып, һауытын күтәрҙе.
– Рәхим ит, Мөхтәр Ғилманович!
– Беҙ Күгәрсендә эшләгәндә, һеҙ бер ҡайҙа ла китмәгеҙ әле, Исмәғил Әхмәҙуллович. Ошо урында ныҡлап ултырығыҙ. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙеке бит. Ҡайһы берҙә аҡмаһа ла тамып ҡуя, тигәндәй. Бирһен Хоҙай һеҙгә һаулыҡ, түҙемлек, ғаиләгеҙгә – бәхет! – тип Шәрипов фужерын бушатып ҡуйҙы ла Аҙнағоловҡа текләне. – Теге мәсьәләне ҡасан?
– Ниндәй мәсьәлә тағы? – Исмәғил эләктереп алды.
– Беҙҙең мөһим кәңәш бар, – тип башланы Аҙнағолов...
Иртәгә Күгәрсен районында Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һайлау буйынса депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү башлана. Ни­ңә әле районға ҡулынан килгән тиклем һәр төрлө ярҙам күрһәтергә тырышып торған яҡташтары Мортаза Рәхимовты Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайламаҫҡа? Аҙнағолов менән Шәриповтың фекерен Ғәбитов та хуплап алды. Әлбиттә, Мортаза ағайҙа­ры: “Мине СССР Юғары Советы депутаты итеп һайланығыҙ бит инде, тағы ла һеҙгә ни кәрәк?!” – тип баш тартасаҡ. Шуға күрә яҡташтар Исмәғил янына килгәйне. Ә ул, Күгәрсенгә барып эшләй башлағас та, сит тарафтарҙа йөрөгән арҙаҡлы яҡташтары, күренекле шәхестә­ре менән һәйбәт бәйләнеш урынлаштырып бөтөргәйне. Шулар ара­һында Мортаза Рәхимов та бар ине. Яҡташтарҙың район өсөн күңел ярҙамы ғына түгел (йәштәрҙе, шундай шәхестәребеҙ бар беҙҙең, тип тәрбиәләргә лә кәрәк тәбаһа), матди ярҙамы ла тейеп ҡуя торғайны. Был йәһәттән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов бигерәк тә иғтибар­лы булды: районға битум, техника, торбалар ебәрһенме, ҡайһы берҙә кешеләрҙе уҡытыу, эшкә урынлаштырыу, үрләтеү мәсьәләләрендә Исмәғил Ғәбитов уға мөрәжәғәт итә торғайны. Мортаза Рәхимов 1986 йылда республикабыҙҙың иң эре һәм ҡеүәтле гиганты булған ошо заводтың баш инженерынан директор итеп ҡуйылғас, районға ярҙам тағы ла ҙурайҙы: һәр төрлө ҡорамалдар, асфальт заводы, картуф сәсеү һәм йыйыу техникаһына тиклем алып биреште.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы һүҙ биреп кенә ҡалмай, вәғәҙәһен, һис шикһеҙ, үтәй торғайны. Исмәғил Ғәбитов дәүләт агропромына етәксе булғас, улар араһында дуҫлыҡ тағы ла нығыны. Ул, завод директоры булараҡ, Күгәрсен районының “Ҡыҙыл байраҡ”, Илеш районының “Сөн” колхоздарын шефлыҡҡа алды, сусҡа фермалары асыуҙа ярҙам итте. Республикала шәкәр сөгөлдөрө сәсеү һәм йыйыу техно­логияһы менән ауыр хәл ине. Уларҙы үҙебеҙҙә эшләүгә, республика­ла тоҡомсолоҡ хужалығын йәйелдереүгә, һыйырҙарҙың лимузин тоҡомон һатып алыуға, хатта Венгриянан күп ит бирә торған ҡаҙҙар килтереп, шуларҙы үрсетеүгә лә аҡса табышып бирҙе. Ауыл эш­сәндәре иһә завод эшселәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек сәнәғәт предприятиеларына ла, ауыл хужалығы тармағына ла өҫтәмә ярҙам булды.

"БАШҠОРТОСТАН" ГӘЗИТЕ САЙТЫНАН АЛЫНДЫ: https://bash.rbsmi.ru/

Мортаза Рәхимов (Документаль романдан өҙөктәр) ҒӘЛИМ ХИСАМОВ
Мортаза Рәхимов (Документаль романдан өҙөктәр) ҒӘЛИМ ХИСАМОВ
Автор:
Читайте нас: