+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Апрель 2023, 01:01

Белореттар ҡыҙын ҙурланы

-

Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуған ерендә - Белорет районының Абҙаҡ ауылында йырсы иҫтәлегенә һәүәҫкәр йырсылар конкурсы үтте. Унда ете һәм унан өлкән йәштәге 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты.

Сараға йырсының яҡташтары - Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Ғәбитов, Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, "Башҡортостан" гәзитенең бүлек мөдире Рәмилә Мусина килгәйне.

Конкурс алдынан Роза Аҡкучукованың ҡәберенә сәскә һалдылар. Һуңынан сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. 

Мәртәбәле конкурсты ойоштороуға Белорет районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм Роза Аҡкучукованың яҡын туғандары ҙур өлөш индерҙе. Сараны Роза Аҡкучукованың улы Руслан Шәйхетдинов һәм килене Рәзилә Салауатова, Марсель Ҡотоев матур йырҙары менән биҙәне.

Конкурс беренсе тапҡыр үтһә лә, ҙур һәм сағыу байрамға әйләнде. Райондың төрлө ауылдарынан һәүәҫкәр йырсылар ҡатнашты. Гран-приҙы Үткәл ауылынан Зилә Шәғәлина яуланы.

https://shonkar.com/articles/culture/2023-04-09/belorettar-y-yn-urlany-3212686?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478

 

Белореттар ҡыҙын ҙурланы
Белореттар ҡыҙын ҙурланы
Автор:
Читайте нас: