+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
9 Апрель 2023, 11:09

Мостай Кәримгә үҙе иҫән саҡта ҡуйылған тәүге һәйкәл

Ни эшләп был йоланы боҙғандар һуң Кемдәр   Мостай Кәримгә тәүге һәйкәл 34 йыл элек үк, үҙе тере саҡта ҡуйылған.Күптәрҙең быға ғәжәпләнеүе бар, сөнки иҫән кешегә, ғәҙәттә, һәйкәл ҡуймайҙар! Ә ни эшләп был йоланы боҙғандар һуң? Кемдәр? 

Мәсетле районы баш ҡалабыҙ Өфөнән алыҫта булыуына ҡарамаҫтан, Мостай Кәрим гел мәсетлеләр “янында була”. Ни өсөн тигәндә, республикала әҙипкә тәүге һәйкәл-бюст Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ үҙәк китапханаһы эргәһенә 80-се йылдарҙа уҡ ҡуйыла. Күптәрҙең быға ғәжәпләнеүе бар, сөнки ул саҡта әҙәбиәтебеҙ классигы тере була әле. Ә иҫән кешегә, ғәҙәттә, һәйкәл ҡуймайҙар! Ә ни эшләп мәсетлеләр был йоланы боҙған һуң? Ә ниңә һуң уны баш ҡалабыҙ Өфөлә, йәки тыуған ауылы Келәштә ҡуймағандар? Был хәлдең үҙ тарихы бар. 1985 йылда партия район комитеты ҡарары менән Ленинград (Санкт-Петербург) ҡалаһына В. И. Ленин һәйкәленә заказ бирелә. Завод, ҡағиҙә булараҡ, ике һәйкәлгә заказ бирелергә тейеш тип талап ҡуя, һәм район хужалары икеләнмәйенсә Мостай Кәримде һайлай. Оло Ыҡтамаҡта В. И. Ленин һәйкәле асыла, ә икенсе бюст үҙ сиратын көтә: өҫтән тере кешегә һәйкәл асырға ҡушмайҙар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә, 1989 йылда партия комитеты икенсе һәйкәлде үҙәк китапхана эргәһенә ҡуйырға батырсылыҡ итә. Метр ярым бейеклектәге постамент күтәрәләр һәм уға ихлас йылмайған халыҡ шағирының бюсын урынлаштыралар. Шунан алып бына 31 йыл инде Мостай Кәримдең һәйкәле китап һөйөүселәрҙе уйсан, аҡыллы ҡараш менән ҡаршылай һәм оҙатып ҡала.
“Ҡарағай” шифаханаһына ял итергә килгәнендә һәйкәлде халыҡ шағирының үҙенә күрһәтәләр. Әҙип уны төрлө яҡлап урап ҡарап сыға, артҡа сигеп, алыҫыраҡтан да текләп ҡарап тора, йөҙөн һыта һәм ҡапыл йылмая. Ҡулын һелтәп: “Әй, тора бирһен дә!” – ти.
1996 йылда районға килгән яҙыусы Булат Рафиҡов Мостафа Сафа улы бюсына ҡарап: «Мостай ағай тере, ә шулай ҙа ул һәйкәлгә хаҡлы», — тигәне тәүәккәл мәсетлеләрҙең күңелдәренә хуш килә.
 
Илшат ЗАРИПОВ
Мостай Кәримгә үҙе иҫән саҡта ҡуйылған тәүге һәйкәл
Мостай Кәримгә үҙе иҫән саҡта ҡуйылған тәүге һәйкәл
Автор:
Читайте нас: