+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
27 Март 2023, 15:00

ТӘНӘЙҘӘРГӘ ТӘҒӘЙЕН ТӘРБИӘ

-

Бала бәләкәй сағында, әлбиттә, бер ни ҙә аңламай. Әгәр үҙе аңлаһа, туған теленә тартылып торор ине. Сөнки әсә ҡарынында уҡ сабыйҙың булмышы нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән ҡан (ген) аша ҡалыплаша башлай һәм кеше ғүмере буйы фиғеле-күңеле менән үҙ булмышына тартыла.
Туған тел нигеҙендә алып барылған тәрбиә нимә бирә һәм беҙ балабыҙҙы ошо иң ҡиммәтле хазинанан мәхрүм итеп, нимә юғалтабыҙ? Был һорауға яуап биреү өсөн, туған телдең төп тәғәйенләнешенә аҙ ғына туҡтап китергә кәрәктер.
Туған тел - тәрбиә эшендә иң төп таяныс. Баланы атай-әсәйҙән, мәктәптән тыш, мөхит тәрбиәләй. Ә туған мөхит - ул әсәй-атай, өләсәй (ҡәрсәй), олатай (ҡартатай), башҡа өлкән быуын туғандарың.
Туған мөхит - ул туған моң. Халҡың тарихы, ижады, йола-ғәҙәттәре.
Туған мөхит - ул һинең бер үк маҡсат, ынтылыш менән янып-көйөп йәшәүсе дуҫтарың.
Туған мөхит - ул сәләмәт йәшәү, камиллыҡ, тура юлдан тайпылмау өсөн таяныс булған рухи сығанаҡ.
Туған теленән айырылған кеше ошо иң ҡиммәтле, иң һиммәтле байлыҡтарҙан мәхрүм ҡала.
Баланың теле асылған саҡта һөйләшеү, аралашыу, тәрбиә, баланы уратып алған мөхит булдырыу өсөн туған телен түгел, ә урта мәктәптә имтихан биреү телен һайлау һәм баланың ҡанына һалынған булмышты юҡҡа сығарыу - иң ҙур наҙанлыҡ, дорфалыҡ, хатта балаң киләсәге алдында енәйәткә тиң яңылышлыҡ. Атай-әсәй ошо аҙымы менән баланың рухи таянысын - тәрбиәлә арҡа һөйәге булған төп үҙәкте ҡаҡшатҡанын аңламай ҙа ҡала. Ә кеше урта мәктәпте тамамлағанда ғына түгел, ғүмере буйы имтихан тапшыра - тормош һынауҙары үтә. Аҙым һайын, боролош һайын, үргә артылғанда ғына түгел, түбән тәгәрәү мәлдәрендә лә, осҡан саҡта ғына түгел, ҡанаты ҡайырылған саҡтарыңда ла, тура юлдан барғанда ла, аҙашҡанда ла, шырлыҡтар аша үткәндә лә имтихан-һынау тота. Кеше тормошондағы борма-борма юлдарҙа, үрле-ҡырлы артылыштарҙа осрап торған һынауҙарҙы һанап-иҫәпләп сығыу мөмкин дә түгел. Бәһлеүәндәй әҙәм ҡурсалауында булғанда ла, май эсендә бөйөр кеүек йәшәгәндә лә, ҡулыңа бер нисә диплом тотҡанда ла тормош һынауҙары осрай. Тормош бындай һынауҙарҙы барыһы алдында ла ҡуя. Фәҡәт рухи яҡтан ныҡ кешеләр генә уны еңеп сыға. Ә инде рухи ныҡлыҡ тәрбиәләүҙә туған мөхиттең әһәмиәте иҫ китмәле ҙур. Тәрбиә эшендә, баланы иң оло һынау - тормош һынауы өсөн әҙерләүҙә тиңдәшһеҙ, алыштырғыһыҙ сара ул туған мөхит, тимәк, туған тел.
Тәбиғәт - Юғары көс, шуның өсөн дә кешегә күп телдәр өйрәнеү мөмкинлеге биргән. Әйҙә, нисә тел теләһәң, шул тиклем өйрән, тик туған телең иҫәбенә түгел, тигән фекер һалынған булһа кәрәк зиһенебеҙҙә, мейебеҙҙә һәм аңыбыҙҙа ундай киң мөмкинлек булдырыуҙа.
Беҙ, туған тел әһәмиәтен яҡшы аңлаған бер төркөм зыялылар, Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе астырыу өсөн (тәүге йылдарҙа балаларҙы берәмләп йыйҙыҡ) атай-әсәйҙәр менән әңгәмәләр алып барған саҡтарҙа, ҡулдарын ғына һелтәп ҡуйып, балаларын инглиз йүнәлешле мәктәптәргә урынлаштырған әһелдәребеҙ (их, исем-шәрифтәрен һанап ҡына китер инем дә бит!) бөгөн инглиз телле балаларының сит илдәрҙә тырым-тырағай таралып-юғалып бөтөүенә янып-көйөп, ҡартлыҡтарын яңғыҙ ҡаршылай. Сит-яттар менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, сит-ят илдәргә хеҙмәт итеп йөрөүсе инглиз телле белгестәребеҙҙән кемгә файҙа? Ҡайҙа улар? Туған мөхит ҡосағында туғанлыҡ йылылығы тойоп үҫһәләр, шулай еңел генә итеп ил ташлап, атай-әсәйҙәрен ҡартлыҡ көндәрендә яңғыҙ ҡалдырып, туғандарынан айырылып сығып китерҙәр инеме икән? Ә бит улар үҙҙәрен бәхетлебеҙ, тимәй. БСТ-лағы "Башҡорттар" тапшырыуында был хаҡта йыш ишетәбеҙ. Туған телдең әһәмиәте тураһында бик күп һөйләргә була. Әммә тағы бер хәҡиҡәтте иҫтә ҡалдырыу зыян итмәҫ. Туған тел - ул туған моң. Тәбиғәт кешегә үҙ-үҙен, үҙ нервыларын дауалау, көйләү, яйға һалыу өсөн иҫ китмәле сара бүләк иткән беҙгә. Ул - йыр, моң. Һәр халыҡтың үҙ моңо, үҙ көйө, үҙ йыры бар. Беҙ баланы ошо байлыҡтан мәхрүм итәбеҙ. Туған телдә йырлау ғына түгел, һөйләшеү ҙә нерв күҙәнәктәренә ыңғай тәьҫир итә. Миҫал өсөн сәләмәт тормош алып барған (эсмәгән, тартмаған, физик йәрәхәт алмаған) йырсыларыбыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Матур, данлы оҙон ғүмер юлы үтәләр улар.
Тәбиғәт кешеләргә туған моң, туған тел тигән бөйөк мөғжизәне юҡҡа ғына бүләк итмәгән. Ә беҙ "имтихан, имтихан" тип, ошондай мөғжизәнән мәхрүм итәбеҙ балабыҙҙы. Әйтерһең, туған телде белеү башҡа телдәр өйрәнеүгә ҡамасаулыҡ итә! Киреһенсә, туған телең ни тиклем бай булһа, сит телдәр өйрәнеү шул тиклем еңелерәккә тура килә. Сөнки туған тел - ул тойғо теле, күңел байлығы. Башҡа телдәрҙе өйрәнгән саҡта үҙ телеңдә алған тойғолар хазинаһы ныҡ ярҙам итә. Сағыштырыу өсөн. Үҙ туған телен яҡшы белгән сит ил кешеләре башҡорт телен үҙ телен белмәгән башҡорттарға ҡарағанда тиҙерәк өйрәнә. Сөнки уларҙа үҙ телдәрендә тойоу көслө. Шул уҡ ваҡытта туған телен һәйбәт белгән башҡорттар сит ил телен күпкә еңелерәк үҙләштерә.
Ә инде балала ижади һәләт бар икән - уға туған телен белеү мотлаҡ. Сөнки ул туған теле аша ҡанына һалынған һәләтте уята. Белем менән нәҫелдән күсә килгән һәләт ҡушылып китә икән, ул һәр төрлө асыштар яһау, ижад итеү өсөн иҫ китмәле этәргес, ныҡлы нигеҙ буласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, миңә мөрәжәғәт иткән йәш әсәгә әйтер һүҙем шул: байтаҡ йәшәлде, байтаҡ күрә йөрөлә. Туплаған белемдән, тәжрибәнән, күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтке килә: балаңды тулы ҡанлы кеше итәм, унда күңел бушлығы булдырмайым, юғары белемле наҙан (туған телен, тарихын, ижадын белмәгән кеше) итеп үҫтермәйем, аҙаҡ үпкә һүҙҙәре әйтмәһен, тиһәң, үҙ ҡарашыңда ҡал, туған телле итеп тәрбиәлә. Рус телен өйрәнеү, бигерәк тә хәҙерге заманда, ҡала шарттарында ауыр түгел. Ул һыу-һауа кеүек, тирә-йүнебеҙҙе солғап алған. Йүнләп белем алмай, илтифат итмәй, рус телен камил өйрәнмәй, нимәгәлер өлгәшә алмай ҡалып, етешһеҙлектәрен туған телдә һөйләшеүҙең ҡамасаулауы тип иҫәпләгәндәргә иғтибар итмә. Балаларыңды тәрбиәләүҙә туған телде таяныс итеп, дөрөҫ юл һайлағанһығыҙ, һылыу. Ошо ҡараштан тайпылмағыҙ, икеләнмәгеҙ. Бала тәрбиәләүҙә туған телдең төп таяныс булыуы тураһында шәхсән минең генә фекерем түгел, донъялағы бөйөк педагогтар, алдынғы ҡарашлы зыялылар фекере.
Тәрбиә эшен туған мөхиттән айырып, ят телдә алып барыу - ҡуйыныңдағы балаңды күрше ҡатын итәгенә йәки ят арбаға ултыртыу менән бер. Шуның өсөн Юғары көс (Тәбиғәт, Тәңре, Хоҙай, Аллаһ) һәр халыҡты үҙ мөхите менән бар иткән. Шуны онотмағыҙ!

Егерме өсөнсө һабаҡ: "Тәрбиәлә туған телдең әһәмиәте"

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
2015 й.

 

 

ТӘНӘЙҘӘРГӘ ТӘҒӘЙЕН ТӘРБИӘ
ТӘНӘЙҘӘРГӘ ТӘҒӘЙЕН ТӘРБИӘ
Автор:
Читайте нас: