+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
25 Март 2023, 15:00

Бөйөк Көс бар

-

Тотҡондар тынһыҙ ҡалдылар. Бының нимә аңлатҡанын белә инек беҙ. Алты ас эт уларҙы эх тә итмәй ботарлап, ашап бөтөрәсәк ине... Бына уларҙы алып килделәр: алдан ағаһы, арттан энеһе килә. Теге алты ас этте бәйҙән ысҡындырып ебәрҙеләр. Үҙҙәре янына эттәр сабып килгәнен аңлап, тегеләр уларға ҡаршы боролоп баҫтылар. Икеһе лә ҡулдарын өҫкә күтәреп ирендәрен ҡыймылдаттылар. Бына-бына ас эттәр уларҙы өҙгөләп ташларын аңлап, баштарбыҙҙы аҫҡа эйҙек. Ҡайһы берәүҙәр ҡулдары менән йөҙҙәрен ҡапланы, кемдәрҙер был яуызлыҡты күрмәҫ өсөн боролоп баҫтылар.
Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды. Теге икәү янына килеп еткәс, ас эттәр улар тирәһендә әйләнеп йөрөй башланы. Асыуланып өргән тауыштары тынды, эттәр хужаларын күргәс һөйөнөстән сыйнаған тауыш сығара бит, былар ҙа шулай итеп улар тирәһендә ҡойроҡ болғап йөрөй башланылар. Ас эттәрҙең был хикмәттәрен аңлап булмай ине. Бына улар теге ике мулланың аяҡтарын ялай башланы. Эттәрҙең тауыштары тамам булғас ҡына, беҙ тегеләрҙең ниндәйҙер көйгә доға уҡыуҙарын ишеттек. Уларҙың “Аллаһу Әкбәр!” тигән тауыштары йөрәктәрҙе телә ине. Тотҡондар ғына түгел, һаҡсылар ҙа ҡысҡырып иланылар.
Лагерь начальнигының да йөҙө үҙгәргән ине. Ул бер кемгә бер һүҙ әйтмәйсә китеп барҙы. Бер ҡарауылсы эттәрҙе һыҙғырып саҡырып алды, теге ике муллаға башҡалар янына баҫырға ҡушты. Мин аңланым: Бөйөк Көс бар. Тырыша-тырыша Уның юҡлығын иҫбатларға ынтылһалар ҙа, Ул бар! Ер йөҙөндәге барлыҡ көстәрҙе бергә ҡушһаң да, еңеп булмаҫлыҡ Көс бар!..

Авторы билдәһеҙ

Бөйөк Көс бар
Бөйөк Көс бар
Автор:
Читайте нас: