+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Март 2023, 10:53

ҠЫШТЫ ОҘАТЫП, ЯҘҘЫ ҠАРШЫЛАП: Баш ите ашау йолаһы

-

Оҙайлы ҡыш тамамланып, яҙ миҙгеле башланыу осорон һәр милләт үҙ байрамдары менән ҡаршылай. Төрки телле халыҡтарҙың "Науруз"ы ла, урыҫтарҙың "Масленица"һы кеүек байрамдар ҙа башлыса көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытында билдәләнә. Башҡорт халҡының да тап ошо мәлдә генә үткәрә торған йолаларын хәтеребеҙгә төшөрөп алайыҡ әле бөгөн. Түбәндә яҙылғандарҙан сығып, сценарий төҙөп, үҙебеҙсә, башҡортса ойошторайыҡ ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамыбыҙҙы.

Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында һуғым малының башын ҡыш буйына һаҡлап, яҙын ошо башты бешереп, ашҡа сыҡырышыу йолаһы бар. Баш ите һыйырҙыҡы йәки һарыҡтыҡы булырға тейеш. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән халыҡтарҙа йәшәү көсө - йән башта һаҡлана тигән ҡараш йәшәгән. Шуға ла башҡорттар ҙа малдың йәнен иреккә сығарыу өсөн баштың аҫҡы яңаҡ һөйәген айырып алғандар. Баш ҡыш буйына туңдырылып һаҡланған. Баш ите ашау йолаһы мәрхүм туғандарҙы иҫкә алыу һәм әрүахтар культы менән бәйле - ырыу-заттың именлеген һорап һәм яҡты киләсәк теләп, әрүахтәргә мөрәжәғәт итеү күренеше халыҡта киң таралған булған. Был йоланың яҙ көнө, малдарҙың ҡырға сығыуы алдынан үткәрелеүе лә символик мәғәнәгә эйә, баш ите ашаған саҡта мал артһын, уңыш бай булһын тип теләнгән.
Малдың башын таҙартып йыуып, бешереп алғас, уны ҡунаҡтарға сығарыр алдынан маңлай өлөшөндә, ҡолаҡтары артында һәм ауыҙ эргәһендә ике яҡтан өсмөйөш киҫектәр эшләнгән. Башты киҫәктәргә бүлгәндә һәр кемгә тәғәйен өлөш сыҡҡан. Ә тел менән ҡолаҡ ите һәр кемгә бирелергә тейеш булған. Белгестәр билдәләүенсә, һәр кемгә өлөш сығарыуҙың нигеҙендә тотемистик ҡараштарға бәйле сәбәптәр ята. Малға, йәнлектәргә табынған кеше ризыҡланыу өсөн уны һуйғас, улар был тыйыуҙы боҙған өсөн кешеләрҙән үс ала башлауҙары ихтимал тип уйлағандар. Шуға ла күп кеше саҡырып, итте улар менән бергә ашап, хайуандарҙы алдайбыҙ, тигән фекерҙә булған. Баш итен ашаған саҡта ҡунаҡтар мотлаҡ рәүештә малдың ишәйеүен теләгән: "Малың ишле булһын, малдың ҡото китмәһен!".
Баш һөйәген ташларға йәки эткә ашатырға ярамаған. Башҡорттарҙа малдың, бигерәк тә йылҡы малының баш һөйәген һәм һарыҡ, мышы мөгөҙҙәрен таяуға ултыртып, тирмә, йорт, мал аҙбары, умарталыҡ янына ҡуйыу шайтандар һәм башҡа яуыз көстәрҙән һаҡлай, тигән ышаныс йәшәгән. Әгәр ҙә малдың баш һөйәген ергә ташлаһаң, малың юҡҡа сығып бөтәсәк, тигәндәр, ҡайһылары бәләнән һаҡланыу өсөн баш һөйәген майлап та ҡуйған.

Эльза МИҺРАНОВА.

ҠЫШТЫ ОҘАТЫП, ЯҘҘЫ ҠАРШЫЛАП: Баш ите ашау йолаһы
ҠЫШТЫ ОҘАТЫП, ЯҘҘЫ ҠАРШЫЛАП: Баш ите ашау йолаһы
Автор:
Читайте нас: