+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
1 Март 2023, 21:17

Һунарсы башҡорт. Бер картина тарихы.

-

Ҡасим Дәүләткилдеев 1928 йылдың йәйендә республика буйлап ижади сәфәргә юллана. Уның менән юлға рәссамдар Юлий Блюменталь һәм Александр Тюлькин була. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Белорет районыныңИнйәр ҡасабаһына киләләр. Уларҙы ҡасабаға терәлеп торған Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтов өйөндә урынлаштыралар.

Ҡасим Дәүләткилдеев Инйәрҙәге завод күренешен, көнкүрешкә бәйле сюжеттар, бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында — «Һунарсы башҡорт» һүрәте.

Һүрәттең геройы Инйәр буйында йылға түбәнендә урынлашҡан Манышты ауылынан була. Манышты ла Инйәрҙән бер нисә саҡрымдағы ауыл.

Портреттың артында рәссам былай тип яҙып ҡуйған: «Бигарҫлан Солтанов, һунарсы, 30 йәш, 20 айыу алған, 16 бүре тотҡан. Партиялы, инвалид. Инвалидлығын һунарҙа алған. Эте Бурзик (Бурҙай булғандыр)».

Әҫәр бик күп күргәҙмәләрҙә, шул иҫәптән АҠШ-та ла күрһәтелә: 1929 йылда АҠШ-та Сан-Диегола «Милли төбәктәр рәссамдары» тип аталған Бөтә донъя күргәҙмәһенә Юлий Блюменталь, Василий Сыромятников, Александр Тюлькин, Ҡасим Дәүләткилдеевтың әҫәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һәм «Һунарсы башҡорт» әҫәрҙәре була.

Бына нимә тип яҙған Валентина Сорокина, сәнғәт белгесе:

Рәссамдың герой биографияһына иғтибары ниндәй тулҡынландырғыс! Сәнғәти образ аша автор тамашасыға нисек шул тиклем мәғлүмәт бирә белә? Тамашасы алдында бөтөнләй баһадир кәүҙәле булмаған кеше ултыра. Тәбәшәк буйлы, асҡаҡ. Рәссам ҡағыҙҙағы композицияны шулай төҙөй — сикле генә майҙанды ул тотош биләп ултыра. Кәүҙәһен тотоуында, йөҙөндә хәрәкәткә әҙерлек, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ һыҙатлана. Портрет Ҡасим Дәүләткилдеевтың тәғәйен тәьҫораттан дөйөмләштерерлек образ тыуҙыра белеүенең, халыҡтың әхлаҡи көсөн, матурлығын һүрәтләй белеүенең сағылышы.

Һунарсы башҡорт. Бер картина тарихы.
Һунарсы башҡорт. Бер картина тарихы.
Автор:
Читайте нас: