+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
26 Ғинуар 2023, 15:00

Һалдаттар уны “йырҙар маршалы” тип атай.

Һалдаттар уны “йырҙар маршалы” тип атай.   Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың сәнғәт оҫталары ла үҙ таланттарын ҡорал итеп файҙалана. Фронт һыҙығында, саҡырыу пункттарында, вокзалдарҙа, госпиталдәрҙә улар халыҡ йырҙары, ҡурай моңо, махсус рәүештә ижад ителгән марштар менән яугирҙарҙың рухын күтәрә. Бик күп артистар дошманды еңеүгә шулай үҙ өлөшөн индерә, ҡайһылары яу яландарында ятып ҡала. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов концерт бригадаһы менән Сталинградҡа барып, унда ике ай концерттар ҡуйып йөрөгән саҡтарының бер мәлен бына шулай иҫкә төшөрә: “Волгаға барып еттек, ә алғы һыҙыҡҡа үтеү өсөн пропуск кәрәк. Бригадала мине ебәрергә хәл иттеләр. Әммә хәрби етәкселек минең урынға бер хәрбиҙе ебәрҙе. Ул, артһөжүмгә эләгеп, һәләк булды. Миңә ғүмер бүләк итеп, үҙе ятып ҡалды... Ғүмер буйы ошо баһаһыҙ бүләктең хаҡын ҡайтарырға, өмөтөн аҡларға тырыштым. Беҙ Сталинградҡа ҡала азат ителгән көндө керҙек. Аяҡ аҫты тулы үле кәүҙәләр... Бихисап концерт ҡуйҙыҡ. Һуңынан эвакогоспиталдәрҙә сығыш яһаныҡ. Өфөләге хәрби частарҙа көнөнә 3-4-әр концерт күрһәтә инек....” 1942 йылда Башҡортостанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторола башлағанда ла Х. Ғәлимов яугирҙарҙың рухташ дуҫына әүерелә.

Генерал Т. Кусимов белдереүенсә, дивизия һалдаттары уны “йырҙар маршалы” тип атай.

1943 йылда ғына фронт бригадалары һалдаттар өсөн 300 концерт бирә. Фронтта улар планлаштырған бер ай урынына дүрт ай йөрөп ҡайта.

Изге яуға һәр кем үҙ ҡоралы менән күтәрелә. Кемдер көндө төнгә, төндө көнгә ялғап, тылда тир түгә, кемдер ҡулына ҡорал алып, фашист илбаҫарҙарын дөмбәҫләй. Әммә ҡайһы фронтта ғына булмаһындар, уларҙы һәр саҡ халыҡ моңо, халыҡ рухы оҙатып йөрөй, илһамландыра, ҡанатландыра, рухландыра, һынырға, бөгөлөргә ирек бирмәй. Хатта ялҡынлы телмәрҙәр, оҙон-оҙаҡ ялҡытҡыс өгөт-нәсихәттәргә ҡарағанда ла нығыраҡ тәьҫир яһай сәнғәт өлгөләре. Сөнки йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә. Шуға йыл һайын Бөйөк Еңеүҙең сираттағы йыллығын билдәләгәндә, батырҙарҙы, тыл хеҙмәтсәндәре менән бер рәттән, сәнғәт йондоҙҙарын да иҫкә алғанда, ҡаһарманлыҡтың ябай өлгөһө булған оло йөрәкле йырсы Хәбир Ғәлимовты ла хәтерләйек. Үҙе кеүек шым ғына, баҫалҡа ғына итеп булһа ла...

 

Зәйтүнә Әйле.

Һалдаттар уны “йырҙар маршалы” тип атай.
Һалдаттар уны “йырҙар маршалы” тип атай.
Автор:
Читайте нас: