+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
25 Ғинуар 2023, 15:00

КЕМ УЛ СОЛТАНМӘХМҮТ ЮЛДАШЕВ?

-

Документта тыуған йылы 1871 йылдың аҙағы, яңы стиль менән 1872 йылдың башы, тип күрһәтелгән. Әбйәлил районының Күсем ауылынан. 1900 йылдан ошо ауылда мулла булып тора. Һөнәре - игенсе һәм мулла. Фирҡәһеҙ. Белемле - Троицкиҙа мәҙрәсә тамамлаған. Ғаиләһендә алты кеше. Урта хәлле: ике өйө, бер келәте һәм бер мунсаһы бар. Бынан тыш, дүрт бейә бәйләй, бер ҡонан, өс һыйыр тота.
Беренсе тапҡыр 1930 йылдың 5 мартында ҡулға алына. Өс айҙан, 5 июнь көнө енәйәт кодексының 58-10 статьяһы буйынса биш йылға хөкөм ителә. Сәбәбе: колхоз төҙөүгә ҡаршы агитация алып барыу һәм хөкүмәттең халыҡтан көсләп иген йыйыуына ҡаршылыҡ күрһәтеү.
1930 йылдың 13 февралендә Ташбулат ауылында ҙур йыйылыш үтә. Йыйылышта Ташбулат һәм Күсем ауылдары халҡы ҡатнаша. Көн тәртибенә халыҡтан иген йыйыуҙы ойоштороу һәм колхоз төҙөү эшен яйға һалыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡуйыла. Йыйылышта ауыл муллаһы Солтанмәхмүт Юлдашев: "Халыҡта иген юҡ. Әгәр ҙә бер генә бөртөк бойҙай тапһағыҙ ҙа, башымды киҫергә бирәм", - тип ҡаршы сыға. Ауыл халҡы үҙ малы менән колхозға инергә тейешле тигән өгөтләүҙәр башланғас, С. Юлдашев тағы ла һүҙ ала һәм шаяртыу ҡатыш: "Колхозға ингән кешеләрҙең ҡатындарына Африканан кешеләр килтереп ҡушалар. Колхоздың нәҫелен яҡшыртыу өсөн", - тип хәбәр ташлай. Башҡорт телендә латин хәрефтәре менән яҙылған хөкөм ҡарарында тап шулай тип яҙылған.
Уның авторитеты, уҡымышлы булыуы үҙ эшен эшләй. Ауылдаштары колхозға инеүҙән баш тарта. С. Юлдашевты ауылдаштарынан айырып, төрмәгә оҙатыуҙан башҡа әмәл ҡалмай. Икенсе тапҡыр 1937 йылдың 3 декабрендә ҡулға алына һәм алты көндән: "Муса Мортазин менән бәйләнештә булып, йәшерен йыйылыштарҙа совет власына ҡаршы көрәш ойоштороу мәсьәләләрен күтәрә. Колхозды юҡҡа сығарыу өсөн агитациялар алып бара. Һуғыш башланасағы һәм совет власының юҡҡа сығыуы хаҡында хәбәрҙәр тарата",- тигән ғәйепләү менән хөкөм ҡарары сығарыла. Белорет ҡалаһының төрмәһендә 9 декабрҙән 10 декабргә ҡарай төндә атыла. Енәйәт эшендә ике исем күрһәтелгән. Енәйәт эше Солтанмәхмүт Юлдашевҡа ҡарата асылған булһа, хөкөм ҡарары Солтанмөхәмәт Юлдашевҡа ҡарата сығарылған. Шуға күрә, Дауыт Юлтый мәҡәләһендә телгә алған Солтанмөхәмәт шул уҡ Солтанмәхмүт Юлдашев булып сығыуына хәҙер шик юҡ.
Солтанмәхмүт (Солтанмөхәмәт) Юлдашев, ысынлап та, енәйәт эшендә яҙылғанса, Муса Мортазин менән яҡын аралаша. 1919 йылдың ҡышында М. Мортазин полкында башта аҡтарға, аҙаҡ ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыша. 1936 йылдың авгусында Муса Мортазин ике аҙна самаһы бер туған бажаһы (ҡатындары бер туған була - С.Г.) Ташбулат ауылы уҡытыусыһы Ситдиҡов Харунда ҡунаҡта булып китә. Үҙенең элекке яуҙаштары менән, тәү сиратта, Солтанмәхмүт Юлдашев менән дә осраша. Муса Мортазиндың яуҙашы, Мифтахетдин Аҡмулла менән күп йылдар бергә Троицкиҙа йәшәгән Солтанмәхмүт (Солтанмөхәмәт) Юлдашев хаҡында киләсәктә ваҡытлы матбуғатта тағы ла һүҙ булыр, тигән ышаныс бар.

Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты.

КЕМ УЛ СОЛТАНМӘХМҮТ ЮЛДАШЕВ?
КЕМ УЛ СОЛТАНМӘХМҮТ ЮЛДАШЕВ?
Автор:
Читайте нас: