+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
17 Ғинуар 2023, 19:53

«Бөрйән айыусыһы» йәки бер картинаның тарихы

-

Башҡортостан рәссамы Александр Кузнецовтың «Бөрйән айыусыһы» тип исемләнгән картинаһы бар донъяға мәғлүм. Юҡҡа ғына ул картина бүтән бөйөк рәссамдарҙың картиналары менән бер рәттән Мәскәү ҡалаһының Третьяков галереяһында һаҡланмай.

Картинаға күҙ һалһаң, унда иң беренсе ябайлыҡ күҙгә ташлана. Рәссам картинаны яҙғанда төрлө алымдар ҙа, ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә ҡулланмаған. Бәлки, шул ябайлыҡ картинаны бөйөк итәлер ҙә инде. Картинала мөһабәт кәүҙәле, ғорур, ҡурҡыу белмәҫ йөҙлө, үткер ҡарашлы һунарсы һүрәтләнгән. Уның прототибы беҙҙең яҡ кешеһе (Бөрйән районы, Ҡыҫыҡ ауылы) икәнен күптәр белмәйҙер ҙә. Мин уның менән таныштырып үтәйем әле – Мырҙағолов Низаметдин Ғиниәт улы була ул.

Ҡыҫыҡ тигән ауыл хәҙер юҡ инде. Ауыл Исламбайҙан ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Ул ауылда 16 өй булып, шунса ғаилә көңгөр-ҡаңғыр донъя көткән, мал аҫраған, бала-саға үҫтергән. Ҡыҫыҡ ауылында үҙенә күрә дүрт класлыҡ мәктәп тә булған. Ғүмер үтә торған, ауыл ҙураяһы, халыҡ күбәйәһе урынға, киреһенсә, ауыл халҡы Исламбайға күсеп, Ҡыҫыҡ ауылы ташландыҡ иҫәбенә ингән. Ауылдан иң һуңғыларҙан булып Мырҙағолов Низаметдин ғаиләһе киткән. Әлеге көндә уның ғына өйө бура көйөнсә һаҡланған.

Мин был мәғлүмәттәрҙең барыһын да Низаметдиндың иң кесе улы Хәйретдин ағайҙан һорашып-белешеп ултырам. Ул ары ошоларҙы тасуир итә:
-Атайым 1892 йылда донъяға килгән. Бала сағы ауырлыҡта үткән. Йәшләй генә кәләш алған. Өс ҡатыны булған. Өс әсәйҙән ете балаһы тыуып, уларҙы тәрбиәләп үҫтергәндәр, башлы-күҙле иткәндәр. Атайым ҡатындарына бик итәғәтле булды. Буштан орошоп бармаҫ, тура һүҙле, бик ғәҙел ине. Бер нисә тиҫтә саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Әүжән ауылы урыҫтары беҙҙең яҡтағы киң ерҙәргә, сабынлыҡтарға дәғүә иткән. Атайым ошонда үҙ еренә һаҡсы урынына торҙо. Уларҙы әрләп-орошоп, әгәр һүҙҙәрен аңламаһа, туҡмап та ҡайтарған мәлдәре булды. Эйе, ул бик ғәйрәтле кеше ине. Атайым ғүмере буйына лесник булып эшләне. Ғүмерен урман, кейек-ҡош һаҡлауға арнаны. Браконьерҙар унан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа торғайны. Эйе, ул ваҡытта урмандар ҡуйы, йәнлек-ҡоштарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Айыу-бүреләр ҙә күп. Айыу көпә-көндөҙ ауыл урамында йөрөй торғайны (бәлки, айыуҙар Бөрйән урамында йөрөй тигән һүҙ шул мәлдән ҡалғандыр). Беҙҙең дә бер мәл күҙ терәп торған һыйырыбыҙҙы айыу урам уртаһында йығып ҡуйҙы.

Райондың әҙерләүҙәр контораһы айыу атырға план бирә торғайны. Әгәр һунарсы айыу алһа, премияһы ла булды – һарыҡ бирҙеләр. Айыуҙың тиреһе ул мәлдә бик осһоҙ – дүрт һум ине. Ите лә бер һумдан артманы. Атайыма военкомат айыу атырға тип винтовка биреп ҡуйҙы.

1960 йылдарҙа, шикелле, беҙҙең яҡтарҙа бер кешене айыу ашаны. Ҡырҙан был кеше ашаусы айыуҙы ауларға һунарсылар килтереп тултырҙылар. Улар ныҡ ҡоралланғайны. Һәр береһендә ете яһаулы карабин. Атайым уларҙы, бик оҫта һунарсылар, ти торғайны. Осоп барған һуйырҙы ла атып алырҙар ине, ти. Айыу ауларға атайымдар йөрөмәнеләр. Йыртҡыс көндөҙ, ғәҙәттә, йылға буйында әрәмәлектәрҙә, һаҙлыҡтарҙа, суҡраҡтарҙа ята. Атай: «Шундай ерҙәргә тәүҙә мине ебәрәләр, - тип һөйләй торғайны. – Мин айыу менән күҙгә-күҙ осрашып, эш бөткәс, улар ах та ух йүгереп килеп етәләр. Әлбиттә, айыу һаны уларға яҙылды, премия ла эләкте». Хәйер, атайым бер ҙә, шунса айыу алдым, тип шапырынып йөрөмәне. Унан: «Нисә айыу алдың?» тип һораһалар, Алла ғына белә, тип әйтер ине. Шулай ҙа ул алған айыуҙарын күңелендә һанап йөрөгән икән. Рәссам Александр Кузнецов беҙгә килгәс, уға асылып, нисә айыу алғанын әйтте. Хәтеремдән сыҡмаһа, 120 тирәһе, шикелле.

Александр Кузнецов беҙгә бер нисә рәт килде. Тәүгеһе 1953 йылдар булды, шикелле. Атайым уны урмандар гиҙҙереп, тауҙар арттырып алып йөрөнө. Кузнецовҡа ауыл тормошо бик оҡшаны. Малдарҙың көтөүҙән ҡайтыуы, көтөүгә китеүҙәре уның иғтибарынан ситтә ҡалманы. Әсәйемдең һыйыр һауыуы ла, икмәк бешереүе лә рәссамдың күҙ уңынан ысҡынманы. Атайымды ул Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырыр ине. Атайыма нишләптер баш ҡалаға барырға форсат теймәне. Бер ағайыма Кузнецовта ҡунаҡта булырға тура килде. Ҡайтҡас, Кузнецовтың ғәиләһенең бик ҡунаҡсыл икәнен иҫе китеп һөйләне. 

Нимә генә ашатманылар, нимә генә эсермәнеләр, хатта беҙҙең йолаға кереп, өҫтәлдә түгел, иҙәнгә ултыртып ашаттылар, тип һөйләй торғайны.

— Александр Кузнецовтың рәссам икәнен белә инегеҙме? — тип Хәйретдин ағайға төп һорауҙы бирәм.

— Белмәй ни, Кузнецовты бында алып килгәндә үк район түрәләре атайыма тәбиғәтте һүрәткә төшөрөргә килгән, ҡайҙа теләй, шунда алып бар, тип әйтеп киткәйнеләр.

Беҙ, ауыл егеттәре, (мин ул ваҡытта армиянан саҡ ҡайтҡайным) атайым ҡамасауламағыҙ, тип орошһа ла, Кузнецовтың бер күҙен ҡыҫа биреберәк, бар донъяһын онотоп һүрәт төшөргәнен ҡарарға ярата торғайныҡ. Ул атайымды ла, әсәйемде лә, ҡусты-ағайҙарымды ла һүрәткә төшөрҙө.

Эйе, Александр Кузнецов та, Мырҙағолов Низаметдинды тәү күргәндә уның бөйөк картина прототибы 82 булыуын күҙ алдына ла килтермәгәндер. Низаметдин ҡарт та рәссамдың һүрәтенә эләгеп, йөҙө мәңгелеккә картинала ҡалыуын уйламағандыр. Бәлки, рәссам эш араһында этюдтарҙан арынып Низаметдин ҡарттың йөҙөн һүрәткә эләктергәндер. Бәлки, башҡорт кешеһенең мөһабәт йөҙө күҙенә салынғандыр. Бәлки, бәлки... Беҙгә улар мәғлүм түгел.

Ҡалай ғына булһа ла, был ике кешенең осрашыуы бушҡа булмаған. Бөрйән районының Ҡыҫыҡ ауылы кешеһе Мырҙағолов Низаметдин һынында А. Кузнецов ҡулынан «Бөрйән айыусыһы» тип исемләнгән бөйөк картина тыуған.

Флүр Газин.

«Бөрйән айыусыһы» йәки бер картинаның тарихы
«Бөрйән айыусыһы» йәки бер картинаның тарихы
Автор:
Читайте нас: