+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Декабрь 2022, 18:24

АТАЙ ҺӘМ УЛ ФАЖИҒӘҺЕ

-

Мортазин Вәлиулла Ғайназар улы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт. 1885 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе, Мораптал улусы, Иманғол ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡалып, олатаһы ғаиләһендә үҫә. 1902 йылда Иманғолдоң башланғыс урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлай һәм Ырымбур ҡалаһына юллана, ҡалала химчисткала эшләй. 1907 йылдың 19 майында сәхнәлә беренсе ҙур ролен уйнай - А. Островскийҙың "В чужом пиру похмелье" комедияһы буйынса "Ғалимдар һәм ахмаҡтар" тип ҡуйылған спектаклдә Ибраһим ролен башҡара.
1907 йылдан алып 1915 йылғаса эшмәкәрлеге татар театры менән бәйле. 1915 йылдың аҙағында Ырымбурҙа "Ширкәт" труппаһын ойоштора. Труппаның етәксеһе булараҡ, актерҙар составын туплай, репертуар булдыра, спектаклдәр ҡуя, рус теленән пьесаларҙы тәржемә итә. Халыҡ телендә был труппа "Мортазин-Иманский театры" тип йөрөтөлә. "Иманский" тигән псевдонимды тыуған ауылы Иманғолдан ала һәм 1916 йылдан алып сама менән 1922 йылға тиклем йөрөтә. Вәлиулла Мортазиндың 1920 йылға тиклемге эшмәкәрлеге Ырымбур менән бәйле: башта Башҡорт Милли хәрәкәте, аҙаҡ Беренсе Ҡыҙыл Армия штабындағы милли театр етәксеһе.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының тыуған көнө тип 1919 йылдың 4 декабре күрһәтелгән. Был дата Башҡортостан Мәғариф комиссариатының Оло Коллегия ултырышы менән бәйле. Коллегия "Актер Вәлиулла Мортазин - Иманскийҙы Ырымбурҙағы труппаһы менән Стәрлетамаҡҡа сәнғәт бүлеге хеҙмәткәре итеп саҡырырға" тигән ҡарар сығара. Ә, асылда, Вәлиулла Мортазин театр менән 1920 йылдың мартында ғына идара итә башлай.
1922 йылдың 14 апрелендә Стәрлетамаҡта уға тантаналы рәүештә "Халыҡ артисы" исеме бирелә. 1926 йылдың башынан Башҡорт музыка техникумы етәксеһенең урынбаҫары булып эшләй. 1929-1930 йылдарҙа Өфөнөң тегеү фабрикаһы эшселәре араһында драма түңәрәген, бәләкәй формалағы башҡорт театрын ойоштора. Шул уҡ йылда фабрика ойошмаһынан партияға кандидат итеп ҡабул ителә.
1930 йылда Мәскәүҙә үткән СССР Халыҡтарының Сәнғәт олимпиадаһының дөйөм жюри составына инә.
1935 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостан АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы "Вәлиулла Ғайназар улы Мортазинға РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исемен биреүҙе юлларға, бынан тыш уны еңел машина менән бүләкләргә" тигән ҡарар сығара. Еңел автомобиль менән бүләкләнә, әммә РСФСР-ҙың Наркомпросы В. Мортазинға "РСФСР ҙың атҡаҙанған артисы" тигән исемде биреүҙән баш тарта.
1936 йылдан 1937 йылдың сентябренә тиклем В. Мортазин - БАССР Совнаркомының сәнғәт эштәре буйынса идара етәксеһенең ярҙамсыһы булып эшләй.
Башҡорт дәүләт театры менән Вәлиулла Ғайназар улы Мортазин 17 йыл яҙмыш бүлешә. Башҡорт сәхнәһенә сыҡҡан һәр ролде, унда эшләгән һәр артисты, театрға килгән һәр тамашасының күңел торошон хәстәрләп үткән 17 йыл ғүмер... 17 йыл ижад дәүерендә театрҙа ҡуйылған дүрт тиҫтәнән ашыу сәхнә әҫәрҙәре, өс тиҫтәгә яҡын роль, мең бәлә менән ойошторолған күсмә труппа, ҙур көс түгелеп асылған театр техникумы, яҙылған бихисап мәҡәләләр, тәржемә ителгән пьесалар, хөкүмәт эше - былар барыһы ла 1937 йылдың сентябрь айында, бер көн эсендә, юҡҡа сыға. Иҫтәлеккә, тип төшөлгән фоторәсемдәрҙә йөҙҙәр ҡараға буяла, афишалар яндырыла, программалар юҡ ителә, яҙылған мәҡәләләр гәзит биттәренән ҡырҡып ташлана. Кисәге коллегалар, күптәнге дуҫтар, өмөтлө һәм өмөтһөҙ уҡыусылар - хөкөм итеүсегә әйләнә.
Өфөнөң Крупская урамындағы 3-сө һанлы йорттоң 13-сө фатирын НКВД хеҙмәткәрҙәре 20 октябрҙә төнгө сәғәт ун берҙә шаҡыйҙар. Өс сәғәттән ашыу тентеү үткәргәндән һуң, 50 биттән ашыу шәхси документтар, төрлө гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр тупланған дүрт папка, ролдәр күсереп яҙылған дәфтәрҙәр, театр тураһында материалдар йыйынтығы, шәхси китапханала булған 109 китапты алып сығып китәләр. Башта ҡаты итеп ишек шаҡыуҙарына ҡурҡып уянған, аҙаҡ өйҙәренә хәрби кейемдәге кешеләрҙең килеп тулыуын күҙәткән өс йәшлек Марат менән алты йәшлек Мотор, әлбиттә, бер нәмә лә аңламай. 29 йәшлек ҡатыны Зәйнәб, моғайын, үҙен "Был ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, һорау алырҙар ҙа ҡайтарырҙар", тип йыуатҡандыр. Ә ҡулға алыныусы үҙенең бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмаясағын аңлай. Уның артынан килгән НКВД хеҙмәткәрҙәре күрһәткән ордерға аҡҡа ҡара менән: "1-се категория буйынса тотҡон", тип яҙылған. 1-се категория, тимәк, Мортазинды Совет иле өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырған етәкселәр иҫәбенә индергәндәр. Уның яҙмышы хәл ителгән. Береһенән-береһе бәләкәй ике улына, ай ярымлыҡ ҡына ҡыҙына һуңғы тапҡыр ынтылып ҡараған атай кеше ғәзиз балалары һәм ҡатыны менән бәхилләшеп, ҡулға алыусылар менән сығып китергә мәжбүр була.
Вәлиулла Мортазин ҡулға алынғас, теүәл бер тәүлектән улы хеҙмәт иткән хәрби часҡа телеграмма китәсәк: "Нами подозревается в контрреволюционной деятельности курсант ШМАС (Школа младших авиаспециалистов -Авт.) Муртазин Узбек Валиуллович, 1914 года рождения, призванный в РККА из г.Уфы. Отец - Муртазин Валиулла Гайназарович. Срочно сообщить все имеющиеся у вас компрометирующие материалы на Муртазина У. В. и его родных".
Вәлиулла Мортазинды тәүге допросҡа 22 октябрь алып баралар. Допроста ул 1917 йылда Башҡорт Милли хәрәкәте ағзалары менән бәйләнештә булыуын таный, сөнки был ваҡиғаларҙы яҡшы иҫләгән шаһиттарҙың күп булыуын аңлай һәм баш тартыуҙың файҙаһыҙ икәнен белә.
Теүәл 7 көндән, 29 октябрҙә, уның улы Үзбәк Мортазин хеҙмәт иткән Нерчинск ҡалаһының 2 взводында ВЛКСМ ағзаларының ябыҡ йыйылышы үтә. Йыйылыш халыҡ дошманы улы Үзбәк Мортазинды ВЛКСМ ағзаһы составынан сығара. Ү. Мортазин 10 көндән үҙен ҡабат комсомол сафына ҡайтарыуҙарын һорап, үтенес менән мөрәжәғәт итә. Үтенестә: "17 сентябрь көнө мин атайымдан хат алдым. Ул хатында, мин 1-cе Милли йыйылышта ҡатнаштым, шуның өсөн яуапҡа тарттырыуҙары бик ихтимал, тигән борсолоуын белдергәйне. Мин бөтә нәмәне аңлатып ҡабат хат яҙыуын үтендем. Практиканан ҡайтҡас, "Известия" газетаһының 23 сентябрь һанының киҫәгенән Башҡортостандағы милләтселәр төркөмө тураһында уҡыным һәм исемлектәр араһында Мортазин фамилияһын осраттым. Инициалдары юҡ ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, курсант Садыҡовҡа минең атайым түгелме икән, тигән шикләнеүемде белдерҙем", - тиелә. Әммә үтенес яуапһыҙ ҡала, киреһенсә, башҡаларҙан "үтә аҡыллы" тип һаналған Үзбәк Мортазиндың башҡа "ғәйептәре" табыла. "Үзбәк Мортазин политучеба ваҡытында беҙҙең техника насар кимәлдә, беҙ бөтә техниканы сит илдән алабыҙ", - тип әйтте. "Үзбәк Мортазин флагтың төҫөнән көлдө. Әллә ҡайҙан күренеп торһон өсөн ҡыҙыл төҫкә буяйҙар бит ул уны", тип әйтте һ.б. 26 ноябрь көнө Нерчинск гарнизоны Дәүләт именлек идараһының махсус бүлеге Мортазин Үзбәк Вәлиулла улын ҡулға алырға, тигән ҡарар сығара.
Ҡулға алынған Үзбәк Мортазиндың енәйәт эшендә тыуған йылы - 1914 йылдың 16 марты тип күрһәтелгән. "Тыуған ҡалаһы - Ҡаҙан. Милләте - башҡорт. Махсус урта белемле. 1935 йылда Өфөнөң механиктар техникумын тамамлай. Һөнәре - металды һалҡын ысул менән эшкәртеүсе. Хеҙмәт иткән урыны - Нерчинск ҡалаһы. Атаһы НКВД органдары тарафынан халыҡ дошманы булараҡ ҡулға алынған. Ү. Мортазин 1937 йылдың икенсе яртыһынан асыҡтан-асыҡ контрреволюцион агитация эшен алып бара. Партия һәм Хөкүмәт етәкселәрен хурлап, ялған хәбәрҙәр тарата. РСФСР Енәйәт кодексының 58-8, 58-11 статьяларына ярашлы Нерчинск ҡалаһының төрмәһенә ябырға" .
Үзбәк Мортазин һорау алыу протоколдарының береһенә лә ҡул ҡуймай. Допростар ваҡытында тик ике кешене генә телгә ала. Атаһын һәм яҙыусы Афзал Таһировты. "Афзал Таһиров менән беҙ күршеләр булдыҡ. 1936 йылдың йәйендә хеҙмәткә китер алдынан мин уларға хушлашырға индем. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул үҙенең яңы романын тамамлаған ине. Һөйләшеү ваҡытында Совет һәм батша армияһы тураһында бер аҙ фекер алыштыҡ. Ул "Батша армияһында ла тәртип насар ине, хәҙер Ҡыҙыл Армияла ла тәртип яҡшы түгел", - тине. Мин ризалаштым", тип яуап бирә. "Минең атайым ысын совет гражданы. Уның бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ!" тип йыш ҡабатлай Үзбәк Мортазин допростарҙа. Үҙенең хәле ҡыл өҫтөндә булғанда ла атаһының ғәйепһеҙ булыуына ышаныуы уға көс биргән, әлбиттә. 8 ай самаһы барған һорау алыуҙар, һорау алыу ваҡытында ҡултамға ҡуйыуын талап иткән ҡаты "һөйләшеүҙәр" һәм сираттағы допроста, 1938 йылдың 5 июлендә, йән биреүе - Үзбәк Мортазин яҙмышының аяуһыҙ ысынбарлығы. Ә атаһы Вәлиулла Мортазин теүәл биш көндән Өфө төрмәһендә атыла. Нерчинск ҡалаһы менән Өфө ҡалаһын биш мең километр ара бүлә. Аталы-уллы Мортазиндарҙы айырған биш мең километр һәм июль айының биш көнө...
Вәлиулла Мортазиндың ғаилә хәле тураһында белергә тырышып эҙләнеүҙәр алып барғанда мин 24 йәшлек егеттең аяныслы яҙмышы менән танышырмын тип һис тә уйламағайным. Әгәр ҙә бәхетле осраҡ менән был енәйәт эше Башҡортостанға ҡайтарылмаһа, бөйөк шәхес Вәлиулла Мортазиндың лайыҡлы улы, ҡот осҡос шарттарҙа атаһының исемен һаҡлап ҡорбан булған Үзбәк Мортазин хаҡында белмәҫ инем.
Вәлиулла Мортазиндың ҡатыны Зәйнәб 1938 йылда өс балаһы менән Ҡаҙанға күсә. 1948 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була. Ике улы һәм ҡыҙы Роза тома һуҡыр булған 80 йәшлек өләсәләре, Зәйнәбтең әсәһе ҡарамағында ҡала. Ул балаларҙың яҙмышы ла айырым бер тарих.

P. S Мәҡәләлә Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы архивы материалдары файҙаланылды.

Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5247

 

АТАЙ ҺӘМ УЛ ФАЖИҒӘҺЕ
АТАЙ ҺӘМ УЛ ФАЖИҒӘҺЕ
Автор:
Читайте нас: