+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
1 Декабрь 2022, 19:00

«Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете – «Ете ҡыҙ» бейеүе тарихы

-

Бына ҡайҙан килә бер-береһенең ҡулын ебәрмәй бейегән данлыҡлы «Ете ҡыҙ» бейеүе! Үлемесле яраланған ун ике ҡыҙҙы дошмандар нисек кенә язаламаһын, улар Баймаҡ райо­нының Ҡолсора ауылы янындағы Көнтөшмәҫ төбәгенә йәшеренгән иптәштәрен һатмаған, ауыҙ асып һүҙ әйтеү генә түгел, тештәрен дә күрһәтмәгән («Ҡап та ҡоп, ауыҙ йомоҡ»). Карател­дәрҙең ҡыҙҙарҙы төрлөсә әүрәтеп, май-бал тәҡдим итеүе лә һөҙөмтә бирмәгәс, иртә таңда батыр ҡыҙҙарҙы язалағандар («Баҙға төштөк, май (бал) ашаныҡ, таң атҡас та юҡ булдыҡ»), тип фараз итеү тарихи дөрөҫлөккә тап киләлер. Шулай уҡ Ханҡала тауы итәгендә табылған уҡ башаҡтары, ерҙән 80 – 120 см бейеклектә ҡырҡылған ҡарағас төптәре – «Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете геройҙарының һуңғы батырлығының өнһөҙ шаһиты.
Режиссер Айсыуаҡ Йома­ғолов сентябрь – октябрҙә Әбйәлил районының Таш­булат ауылы янында «Баш­ҡорт легендалары – йыр­ҙарҙа» тип аталған фильм төшөрөү ниәте менән эш башланы. Данлыҡлы Ф. Ғәскәров сәхнәгә сығарған, Игорь Моисеев ансамбле репертуарына ингән мәш­һүр «Ете ҡыҙ» бейеүе лә фильмда лайыҡлы урын алып, мәңгеләштерелһә, киләсәк быуын тик рәхмәттәр генә уҡыр ине.

Айҙар МӘЖИТОВ,
тарихсы.

Баймаҡ районы,
Өмөтбай ауылы.

2013 й.

https://www.ye02.ru/kl/8557-uty-ike-y-byete-ete-y-beyee-tarihy.html

 

«Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете – «Ете ҡыҙ» бейеүе тарихы
«Утыҙ ике ҡыҙ» бәйете – «Ете ҡыҙ» бейеүе тарихы
Автор:
Читайте нас: