-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
14 Ноябрь 2022, 19:00

"Әҙәрҙәрем буйынса фильмдар төшөрөлһә ине"

-

...Ноғман Мусинды тәү башлап 7-се класта уҡығанда күргәйнем. Күрше Маҡар ауылы мәктәбендә яҙыусылар менән осрашыу була тигәс, дәрестәрҙән ҡасып барғайным тере яҙыусылар менән осрашыуға. Иртәгәһенә был ҡылығым өсөн атай-әсәйҙән ныҡ ҡына эләкте, әлбиттә: 4 саҡрым ара ҡыҙ бала өсөн арыу ғына юл, етмәһә, урман аша үтергә, тау менеп төшөргә кәрәк - ҡурҡҡандарҙыр ҙа инде. Ә мин осрашыуҙан ҡанатланып ҡайтҡанмын: ана, Ноғман Мусин Маҡар менән Ҡолғона араһын, 30 саҡрым юлды, өс йыл буйына яҙлы-көҙлө - йәйәү, ҡыш көнө ҡалтағай менән йөрөп уҡыған. Урта белем алырға тип Маҡар мәктәбенә алтмышлап бала йыйылған, шуларҙың етәүһе генә тамамлай алған был мәктәпте. Етәүһе генә үтә алған уларҙың яҙмышына төшкән ҡаты һынауҙы! Минең өсөн ер аяғы-ер башы булып тойолған Ҡолғонанан Маҡарға белем алыу өсөн йәйәүләп йә ҡалтағай кейеп тау-таш артылған егет образы мәңгелеккә аңыма һеңеп ҡайттым шул осрашыуҙан. Рухланып ҡайттым! Ошо образ белем алыуға ынтылыш булып, көс бирҙе миңә ғүмер юлымда, ҡанат ҡуйҙы, ауыр мәлдәремдә Алатау һыртын үрмәләгән ҡаҡса ғына кәүҙәле егеттең ныҡышмалылығын уйлап һынманым, бөгөлмәнем.
Ноғман Мусин менән тағы ла бер осрашыу хәтерҙә уйылып ҡалған мәктәп йылдарынан. Ауыл клубында бара ине осрашыу был юлы. Ҡапыл ғына клубта ут һүнде лә ҡуйҙы. Ҡараңғыла һүҙҙе Ноғман ағай алып, ике сәғәт самаһы халыҡҡа күргән-белгәндәренән тормош һабаҡтары һөйләне. Береһе-бер тауышланһасы! Береһе-бер клубты ташлап сығып китһәсе! Бөгөн ҡағыҙҙан күҙен алмай һөйләгән оратор-депутаттарыбыҙ, етәкселәребеҙ ошо хәлдә ҡалһа, нимә эшләр ине икән? Шул хаҡта уйлайым да, Ноғман ағайҙың әле лә фекер ебен юғалтмай фәһемле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй алыуына тағы ла бер хайран ҡалам.
Шул осрашыуҙан һуң әллә күпме ғүмер уҙҙы. Шәхсән үҙем сценарист та, алып барыусы ла булдым Ноғман Мусин ҡатнашлығында ойошторолған төрлө кимәлдәге сараларҙа. Уларға әҙерлек барышында ла, яҙыусы тураһында сәхнәнән ҡәләмдәштәре һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап та, тел шартлатып, аптырау ҡатыш һоҡланған саҡтар күп булды. Быйылғы юбилейҙа ишеткәнем йәнә бер тетрәтте. Ҡолғона менән Маҡар араһын арҡаһына бер тоҡ тоҙ йөкмәп тә үтә Ноғман ағай: шул тоҙҙо һатып, аҡса эшләп, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа әсәһенә, өс апаһына нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша. Тоғоноң ауырлығынан баҫылып, арҡа тиреһе һыҙырылып сыға, һыҙырылған ерҙәре сыҙап булмаҫлыҡ әсетә, барыбер түҙә ныҡыш егет - шулай сыныға ауырлыҡтарҙы күтәрергә. Аҡса эшләүҙең икенсе еңелерәк юлын да таба ул: сабата үрергә өйрәнеп ала. Сабатасылар күп ауылда, әммә уның һымаҡ оҫта итеп берәү ҙә үрә алмай. Сабаталарын бер ҡаҙаҡ майға, шулай уҡ оҫта итеп үргән галуштарын ике ҡаҙаҡ майға алыша. Эшкә өйрәтергә атаһы булмаһа ла ағастан өҫтәл, ултырғыстар эшләргә лә өйрәнә, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ серҙәренә лә төшөнә. Ауылдағы йорт-музейында үҙ ҡулдары менән үргән сабаталар урын алған - бала саҡ иҫтәлеге, умарта, солоҡ ҡорамалдары ла бар - йәшәүҙән йәм-тәм табып, ҡорған ояңды бөтәйтеү теләгенән өйрәнелгән һөнәрҙәр. Ҡулы эш белгәс ни, йөрәге тормош һалған яраларҙан һыҡраған мәлдәрҙә күңелен бөтәйтеү өсөн дә тотона ул был һөнәрҙәргә - яраларын шулай дауалай. Ә Өфө янындағы "Аҡлан" тип аталған ижад йортонда үҙ ҡулдары менән ағастан төҙөгән өйө - урман йырсыһының тын алышын тойоп-белеп торған ижад Мәккәһе. Алға китеп фекер йөрөтөүҙән ҡурҡам, шулай ҙа әҙәбиәттә Ноғман Мусин феноменын өйрәнергә Рәсәй, донъя кимәлендә фекер йөрөткән әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре тап ошо йортҡа төбәп килерҙәр һымаҡ...

...Мине бер һорау борсой: Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре буйынса кино төшөрөү мәсьәләһен Хөкүмәт кимәлендә кем һәм ҡасан күтәреп сығыр икән? Ә ниндәй эпик картиналар төшөрөргә булыр ине! Ниңә, Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман"ы Анатолий Ивановтың күп сериялы кинокартина төшөрөлгән "Мәңгелек ауаз" ("Вечный зов") роман-эпопеяһынан кәмме ни! "Шунда ята батыр һөйәге", "Һайлап алған яҙмыш", "Йыртҡыс тиреһе", "Шайтан ҡуласаһы" әҫәрҙәре лә беҙҙең барлығыбыҙҙы, булмыш-асылыбыҙҙы, күргән-кисергәндәребеҙҙе кино сәнғәте аша донъя кимәлендә танытырлыҡ әҫәрҙәр бит!
Ҡолғонала Ноғман ағай киләсәк капсулаһына хат яҙғайны. Ул хат 2031 йылда асыласаҡ. Ошо хатта яҙыусы: "Әҙәрҙәрем буйынса фильмдар төшөрөлһә ине", - тигән теләк яҙманымы икән, тим?

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА,
шағирә,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

"Әҙәрҙәрем буйынса фильмдар төшөрөлһә ине"
"Әҙәрҙәрем буйынса фильмдар төшөрөлһә ине"
Автор:
Читайте нас: