+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
11 Ноябрь 2022, 19:00

УЙЫЛДАН МӘЗИН

-

имеш, мәзин бабай таң мәлендә мәсеткә аҙан әйтергә килгәндә уны мосолман ендәре ҡаршы ала торған булған. "Ендәр ҙә мосолман буламы икән ни?" тип, бик ғәжәпләнгәйнем шул ваҡытта. Йәл, ваҡытында ныҡлап ҡыҙыҡһынмағанбыҙ. Хәҙер инде Уйылдан мәзинде иҫләгән ҡарттар ҙа ауылыбыҙҙа ҡалмаған. Йыйылған мәғлүмәттәрҙән шулар ғына билдәле:
Уйылдан Ваһап улы Исхаков 1882 йылда Дәүләкән районы Мерәҫ ауылында тыуған. 1904-1905 йылғы рус-япон һуғышында ҡатнаша, унан яраланып ҡайтҡандан һуң, Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы мәсетендә дин эштәрен алып бара, мәзин булып тора. 1937 йылда ҡулға алынып, "халыҡ дошманы" тигән мөһөр менән атыуға хөкөм ителә. Ҡатыны Ҡунаҡбикә алты бала менән Төрөмбәт ауылында яңғыҙы тороп ҡала.
Өфөлә йәшәүсе Зәки ағай Ҡунаҡбаев иҫән сағында шуларҙы һөйләгәйне: "Мин бәләкәй ваҡытта әсәйем, нимәнәндер ҡурҡып шикелле, бик ныҡ ауырыны. Уйылдан мәзин килеп өшкөргәс, шундуҡ терелеп киткәне хәтерҙә. Бер ваҡыт өйҙә шыпырт-шыпырт ҡына һөйләшәләр. Уйылдан мәзинде алып киткәндәр икән, тип. Ғаиләһен - ҡатыны Ҡунаҡбикә әбейҙе алты балаһы менән өйҙәренән ҡыуып сығарып, тауыҡ кетәгендәй генә бер өйгә индергәндәр. Әүезәр исемле улдары менән бер класта уҡыныҡ, ныҡ интегеп йәшәнеләр. Ашарҙарына ла юҡ ине, кейем тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Уйылдан мәзинде ҡулға алғас, әйткәндәр: "Аллаңдан баш тарт, баш тартһаң, ҡотҡарабыҙ". Бабай риза булмаған. Алырға килгәс, уны яҡлашып: "Ул бит бер ғәйепһеҙ кеше, ул ниндәй халыҡ дошманы булһын, ебәрегеҙ", - тип кереп әйтеүселәр булған. "Ҡыҫылып йөрөмәгеҙ, үҙегеҙҙең башығыҙ китер", - тип уларҙы ҡурҡытып сығарғандар".
Уйылдан мәзиндең иң кесе улы, Белорет ҡалаһында йәшәүсе Әхмәт Исхаков атаһын бөтөнләй хәтерләмәй, уға ул саҡ йәш ярым ғына була: "Атайым япон һуғышынан яраланып ҡайтҡан. Шунан ул мәсеттә дин эштәре менән шөғөлләнә. Уның тураһында бик һорашып булманы. Ул ваҡытта беҙҙең арала "тайный агент" бар ине. Әсәйем дә: "Күп һөйләнмә лә, һорашма ла", - ла тип әйтә ине. Шуны ғына һөйләгәне булды: ҡулға алырға килеүселәр, динеңдән ваз кис, һиңә бер нәмә лә булмаҫ, тигәс, мин Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан юлдан тайпыла алмайым, тип әйткән атайым. Ул ваҡытта ҡайһы бер муллалар Тажикстан яҡтарына китеп ҡотолғандар. Әсәйем, әллә беҙ ҙә сығып китәйекме, һине тыныслыҡта ҡалдырмаҫтар ул, тигәс, атайым, мин бер ҡайҙа ла китмәйем, ни яҙған - шул булыр, тигән".
"Халыҡ дошманы" балалары тигән мөһөр Исхаковтарҙы ғүмер буйы эҙәрлекләй, алты баланың да тормошон боҙа, уларҙың йөрәгенә төҙәлмәҫлек яра һала. Үҙенең бала сағы, апай-ағайҙарының яҙмышы тураһында Әхмәт ағай күҙ йәшһеҙ һөйләй алмай: Беҙҙең балалыҡ булманы инде ул... Һуғыш йылдарында Әүезәр ағайым менән күрше ауылда көтөү көттөк. Миңә алты йәш, ағайыма 12 йәш ине. Ике ағайым - фронтта. 9-сы йәш киткәндә октябрь айында мин 1-се класҡа уҡырға барҙым. Иң артҡы партаға ултыртып ҡуйҙылар… Ә Әүезәр ағайым, көтөүҙән бушағас, 15-е лә тулмаған көйө Донбасҡа күмер сығарырға китте. Өс йыл шахтала эшләп, армияға алынды, һуңынан ¦Үзбәкстанда йәшәне, шунда вафат булды. Өлкән ағайыбыҙ Мәхмүт һуғыштан ҡайтманы - ҡара ҡағыҙы ғына килде. Fилман ағайым фронттан һыңар ҡулын юғалтып ҡайтты. Ауылда өс йыл һалым агенты булып эшләне. 1948 йылда ғаиләбеҙ яңы тетрәнеү кисерҙе- көтмәгәндә бер ғәйепһеҙ ағайыма нахаҡ бәлә яҡтылар... Төрөмбәт ауылында бер бәндә бар ине, ағайым менән дуҫ булып йөрөнө, аҙаҡтан да ул халыҡтың ҡанын эскән, тиҙәр - шул минең Fәбиҙә тигән апайыма үс итеп (уға кейәүгә сыҡмаған өсөн), Fилман ағайымдың документтарын алып үҙгәртә. Фронтовик ағайымды, 15 мең һум аҡсаны үҙләштергән, тип, 15 йылға төрмәгә ябалар..."
Шулай итеп, Исхаковтарҙың, шул иҫәптән ике сабый - Әхмәт менән Әүезәрҙең көтөү көтөп тапҡан барлы-юҡлы мал-мөлкәтен хөкүмәт яңынан тартып ала. Fаилә йәнә бер нәмәһеҙ, ас-яланғас тороп ҡала… Ғилман ағайҙы төрмәлә туғыҙ йыл ултырғандан һуң, биш йыл Башҡортостанда йәшәмәҫкә, тигән шарт менән иреккә сығаралар, шунан ул Үзбәкстанға китә. Әхмәт ағай 60-сы йылға тиклем Төрөмбәттә йәшәй. Көнө-төнө колхозда эшләй, ауырыу әсәһен яңғыҙы ҡарай. Әсәһе үлгәс, бында уны бер ни ҙә тотмай - ул да, ағай-апайҙары һымаҡ, тыуған ауылы менән бөтөнләйгә хушлашып, Үзбәкстанға сығып китә. Шунда ғаилә ҡора. Һуңынан, донъялар үҙгәреп киткәс, туғандар яңынан Башҡортостанға күсеп ҡайта. Бөгөн алты бер туғандың береһе генә, Әхмәт ағай ғына иҫән. Уның балаларына, шулай уҡ ағай-апайҙарының балалары-ейәндәренә бәхетле яҙмыш насип итһен Хоҙай Тәғәлә. Оло йөрәкле Уйылдан әүлиәнең вариҫтары икәндәрен онотмаһындар... ...Исхаковтарҙың аяныслы яҙмышын, сабый саҡтағы михнәттәрен күҙҙән үткәргәндә ирекһеҙҙән шундай уйҙар килә: әгәр янда атай кеше булһа, уларҙың тормошо, моғайын, бөтөнләй башҡа юҫыҡтан китер ине. Ә бит был мөмкин булған - Уйылдан ҡарт икенсе юлды ла һайлай ала ине… Уға фәҡәт "Динемдән баш тартам" тигән өс кенә һүҙ аҫтына ҡултамғаһын ҡуйыу кәрәк булған. Ундай муллалар ҙа булған. Уларҙың ғаризаларын шунда уҡ матбуғатта баҫып сығарғандар. Балалары хаҡына шулай эшләргә мәжбүр булған улар. Ә ни өсөн Уйылдан мәзин икенсе юлды һайлаған? Ни өсөн алты балаһы, ҡатыны мөлдөрәп ҡарап торғанда ла, исем өсөн генә булһа ла (уның йөрәген берәү ҙә асып ҡарай алмай бит), баш тартмаған ул диненән? Әгәр ҡатынының, ғәзиз балаларының уның арҡаһында ошо ҡәҙәре михнәт сигерен белгән булһа, диненән баш тартыр инеме икән? Хәйер, ниҙәр булырын әүлиәүи зат белмәгән тиһеңме ни. Тик ул башҡаса булдыра алмаған. Сөнки иманы көслө була. Ошо өс көнлөк донъя өсөн Аллаһы Тәғәләгә тел тейгеҙә, хыянат итә аламы һуң ундай кеше! Йыуаш ҡына ине, тиҙәр уны, ә иманы ҡайһылай ҡеүәтле булған! Иманын ул бер нәмәгә лә алмаштырмаған!
Әгәр әүлиәнең ҡәбере билдәле булһа, унда күптәр зыярат ҡылыр ине... Олатаһының атылған урынын, ҡайҙа ерләнгәнен белергә теләп, Өфөлә йәшәүсе ейәне Ғәзиз Ғилман улы Рәсәй Именлек хеҙмәтенә хат яҙа. Уға ошондай яуап килә: "...Согласно материалам архивного уголовного дела, Исхаков В.В. арестован 5 августа 1937 г. Обвинялся по ст. 58 п.8 УК РСФСР: "…за проведение контрреволюционной пропаганды и распространение провокационных слухов о войне…" C 14 августа1937 г. содержался в Уфимской тюрьме. Решением тройки НКВД БАССР № 15 от 28 сентября 1937 г. приговорен к высшей мере наказания - расстрелу. 13 октября 1937 г. приговор приведен к исполнению в г. Уфе. Место приведения приговора в исполнение в деле не указано. Установить точное местонахождение захоронения не представляется возможным, в связи с отсутствием каких-либо сведений в материалах архивного уголовного дела..."
Был донъянан Аллаһ юлында шаһит булып киткән Уйылдан мәзин. "Шаһиттарҙы, үлгән, тип әйтмәгеҙ, улар һеҙгә доға ҡыла", тиелә Бәйғәмбәребеҙ хәҙисендә. Ләкин мәрхүмдәр бит үҙҙәре лә беҙҙең хәйер-доғаларға мохтаж. Онотмайыҡ уларҙы, ауылыбыҙҙың һуңғы мәзине Уйылдан олатайҙы ла иҫкә алайыҡ, Ҡөрьән мәжлестәрендә уның рухына аят-доғалар бағышла-йыҡ. Шул сағында беҙ ҙә әүлиә доғаһында булырбыҙ. Һәм... бәлки, тап уның доғалары менән ауылыбыҙ өҫтөндә яңынан аҙан тауышы яңғырай башлар. Амин, шулай булһын!

Әлфиә БАТТАЛОВА.

2016 йылғы яҙма.

УЙЫЛДАН МӘЗИН
УЙЫЛДАН МӘЗИН
Автор:
Читайте нас: