+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
23 Октябрь 2022, 15:36

Атайым данлыҡлы көрәшсе булды.

-

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайымдың һабантуйҙа көрәшкәнен миңә бер генә тапҡыр күрергә насип булды, ул да булһа - Таналыҡ совхозы кимәлендә үткәрелгән бәйгелә ине. Мине бала күреп, үҙҙәре менән йөрөтмәгәндәрҙер инде. Элек һабантуйҙар башта колхоз, совхоз кимәлендә ойошторолоп, һуңынан район үҙәгендәге һабантуй менән тамамланып ҡуя ине. Сабыш һәм юртаҡ аттарҙың - етеҙҙәрен, ә көрәшселәрҙең таһылдарын асыҡлап, район кимәленә сығарыу өсөн эшләнгәндер был, күрәһең...
Миңә ул саҡта ете йәш ине. Әле мәктәптә уҡымай инем, көҙгөлөккә генә уҡырға төшөргә тейешмен.
Һабантуй элекке Кәрим ауылынан алыҫ булмаған ерҙә - "Ғимаҙетдин туғайында" үтәсәген белә инем. Ҡартатайым Ғимаҙетдин Хәйрулла улының сабынлығы булған өсөн "Ғимаҙетдин туғайы" тигән атамаһын биргән булғандар. Шул яҡҡа йүгерҙем, биш саҡрым самаһы арауыҡта ятҡан туғайға.
Мин килеп еткәндә ат сабыштары башланырға тора ине. Әсәйемдәрҙе саҡ табып алдым. Кешеләрҙең күплеге! Минең беренсе тапҡыр һабантуйҙы күреүем. Күрше Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә күп күренә. Ҡараһам, тау битләүенән ике һыбайлы төшөп килә - атайым менән Зиннур ағайым! Мин уларға ҡаршы йүгерҙем. Улар өс көнгә йәйләүгә мал көтөргә киткәндәр ине. Баҡһаң, малдарҙы "Ҡыҙыл таш" алдына һыулауға һалып, төшкө аш ашарға, һабантуйҙы күрергә тип килеүҙәре икән. Атайым “Көрәш буласаҡ ергә барып киләм”, тип атын йылға яғына борҙо. Беҙ ағайымдың атына менгәшеп әсәйемдәр эргәһенә киттек. Беҙ барып етеүгә, тал төбөнә ҡаҙан аҫып, Тайба апайым аш бешереп йөрөй, апайҙарым урман ситендәрәк ҡоро-һары ағас йыйнайҙар. Әсәйем ағасҡа эленгән сәңгелдәктә Хөсәйен ҡустымды бәүелтә. Хәл- әхүәл һорашҡас, ялан уртаһына ашъяулыҡ йәйеп, һалма һалып бешерелгән ашты ашарға ултырҙыҡ. Иртән таңдан балыҡ ҡармаҡлап йөрөп, асығып кителгән икән – иң беренселәрҙән булып минең ҡалаҡ тәрилкә эсендә бейей башланы. Аштың тәмлелеге!.. Минең бындай тәмле ашты ғүмеремдә лә ашағаным юҡ ине!.. Телеңде йоторлоҡ! "Был - һабантуй ашы! Моғайын, бындай ашты өйҙә, йә башҡа ерҙә әҙерләп тә булмайҙыр... Һабантуйҙа ғына бына ошондай тәмле аш була торғандыр!" - тип ғәжәпләнеп ашағанымды хәтерләйем. Асылында яуабы бик ябай ғына булған икән, мин уны, әлбиттә, ҙурая төшкәс кенә аңланым. Апрель айынан июнгә тиклем гел ҡаҡланған иттән бешерелгән аш ашап, ә инде һабантуйҙа әле генә һуйылған һарыҡ итенән, ҡаҙанда, тәбиғәт ҡосағында бешерелгән аш - ысынлап та, телде йоторлоҡ. Өҫтәүенә ашҡа ҡорот менән йәшел һуған да турап һалынған ине...
Атайым һаман да күренмәне, беҙ ағайым менән йәйәүләп көрәш үткәрелә торған урынға уны эҙләп киттек. Көрәш майҙанына барыу өсөн кисеү аша теге яҡ ярға сығырға кәрәк ине – беҙ ҙә Таналыҡ йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн һалынған тар ғына ағас баҫма аша сыҡтыҡ. Көрәш булаһы ерҙә халыҡ күп йыйылған, көрәш башланған, майҙан гөр килеп тора, яҡын барырлыҡ та түгел. Этешә- төртөшә торғас, беҙ алғы рәткә үк барып еттек, ергә сүгәләп ултырҙыҡ. Көрәш майҙаны дүрткел формала буленеп, арҡан менән уратып алынған. Ҡап уртала атайым баҫып тора, ул көрәшселәрҙе майҙанға сығырға әйҙәй. Тимәк, ул майҙан хужаһы - судья. Ҡараһам, көрәшселәр арҡалары менән ҡаҡ ергә барып төшәләр, хәҙерге һымаҡ махсус түшәктәр юҡ. Хәйҙәр еҙнәйем дә көрәшергә сыҡты. Үҙенең дәғүәсеһен еңел алып ташланы. Атайым уның ҡулын күтәрҙе. Көрәш байтаҡ дауам итте. Көрәш майҙанындағы үлән тапалып, ҡояш ҡыҙыуында һарғая башланы.
Ырымбур өлкәһенән килгән урыҫ егете бик оһолло көрәшә, уға ҡаршы сыҡҡандарҙы алып ташлап ҡына тора!.. Еҙнәйемде лә еңде был... Бына бер заман халыҡ: "Ғаз-за-ли! Ғаз-за-ли-и!" - тип өҙөп- өҙөп һөрәнләргә тотондо. Был хәл миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо, хатта бер ни тиклем аптырап киттем. Хәҙер генә аңлайым: күрәһең, халыҡ “һабантуй батыры” исемен ситтән килгән көрәшсегә бирергә теләмәгәндер. Атайым тәүҙә сығырға теләмәне (Ул мәлдә атайыма илле һигеҙ йәш булған!) Халыҡ геүләүе тынмағас, ул ризалашты. Үҙе көрәш майҙанына сығып баҫты. Мин борсола башланым: "Атайым һабантуйға көрәшер өсөн килмәне бит... Мал көтөп йөрөгән еренән тура бында килде. Башҡа көрәшселәр кеүек махсус кейенмәгән дә: өҫтөндә спецовка, аяғында кирзовый итек" Атайым, уйҙарымды ишеткәндәй, кирза итеген сисеп ойоҡсан ҡалды, унан спецовкаһын һалып аҡ күлдәктән майҙан уртаһына сығып баҫты. Халыҡ геү итеп ҡул сапты. "Үҙе сыҡты... Ғаззали батыр сыҡты!..." - тигән һүҙҙәр ишетелде. Финалға үтер өсөн бар дәғүәселәр менән дә бил һынашыу шарт. Судья йәрәбә үткәрҙе. Өс пар көс һынағандан һуң үҙенең пары менән көрәш майҙаны уртаһына атайым сығып баҫты һәм оҙон таҫтамалды беләгенең уң суғынан юғары бәйләне.
- Һуғышта яраланған ҡулын ғәрипләндермәҫ өсөн шулай таҫтамалды бәйләп ала - тине майҙанды уратып баҫҡандар араһынан кемдер. Мин уйға ҡалдым: "Эйе шул, машинка менән сәсемде алған саҡта бармаҡтары насар эшләй. Сәсемде өҙөп-йолҡоп алыуының сәбәбе бына ниҙә икән!?"
​Атайым йәрәбә буйынса сыҡҡан ишенең биленә ашыҡмай ғына таҫтамалын һалды, судья көрәшергә рөхсәт биргән секундта уҡ уны күтәреп алып, башы аша ташланы. Майҙан геүләп ҡул сапты. Еңел һулап ҡуйҙым, кешеләргә ҡушылып мин дә: "Маладис!" - тип ҡысҡырҙым. Мин атайыма ҡарайым, уны танымаған кеүекмен дә - майҙандың уртаһында, әйтерһең дә, мин белмәгән кеше йөрөй, атлауҙары еңел, хәрәкәттәре аныҡ, күҙҙәре янып тора. Урыҫ көрәшсеһе менән оҙағыраҡ көрәште, шулай ҙа алыш атайымдың еңеүе менән тамаланды. Дәғүәселәрҙән аҡ майка кейгән мыҡты егет кенә тороп ҡалды. Ул егет еңел генә бирешергә теләмәне. Оҙаҡ ҡына көрәштеләр, ләкин көстәр бер тигеҙ булғанмы икән – был алыш һөҙөмтә бирмәне. Бына бер мәл атайым уның аяҡтарын ерҙән айырып күтәреп алды, инде баш аша ташлайым тигәндә... дәғүәсеһе аяҡ салды, атайымдың аяҡтарын быуҙы... һәм гөрһөлдәп ҡаҡ ергә, уның өҫтөнә килеп төштө. Майҙан: "Аһ!" - итеп ҡалды. Кешеләр урындарынан һикерешеп торҙо. Барыһы ла уның тупаҫ рәүештә көрәш ҡағиҙәһен боҙоуын аңлай ине. Аҡ майкалы егет ерҙән һикереп тороп, башын эйеп ситкәрәк китте. Атайым бер аҙ тормай ятты. Минең тамаҡҡа төйөр килеп тығылды. "Эх, кеҫәмдә рогаткам юҡ! Булһа, хәрәмләшкән көрәшсенең маңлайына таш менән сәпәр инем!" Уғаса атайым урынан торҙо ла таҫтамалын ҡулына урай- урай майҙан уртаһына барып баҫты. "Йөҙө ҡырыҫ, был хәйерлегә түгел... " - тип уйлап та өлгөрмәнем, аҡ майкалы ағай ерҙә аунап ята ине. Халыҡ шаулап ҡул сапты. Мин дә усымды йәлләмәнем...
Көрәшселәрҙе бүләкләү башланды. Аҡ майкалы ағай икенсе урынды алды, уға бүләк итеп бирелгән ҡул сәғәтен ул атайымдың ҡулына таҡты һәм атайымды ҡосаҡлап ғәфү үтенде. Халыҡ уның был ҡылығын хуплап, дәрәү алҡышланы, уны көрәш майҙанындағы ҡылығын шулай ғәфү итте. Мин дә ул ағайҙы күңелемдән ғәфү иттем... шикелле, һәр хәлдә уға рогатканан атыу теләге һүрелгәйне инде ...
Тыуған- тыумаса, ауылдаштар, бөтөнләй таныш түгел урыҫ ағайҙары атайымды уратып алып оҙаҡ ҡотланылар. Барыһы ла мотлаҡ уның ҡулын ҡыҫып, шатлығын уртаҡлашыуҙарын мин ситтән генә күҙәттем. Яҡын килеү түгел, ә атайымдың күҙенә күренергә лә тартындым. Был көндө ул миңә бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан асылды: "Бына ниндәй икән минең атайым?! Юҡ ул атай ғына түгел, ә Ер йөҙөндә иң көслө кеше икән дә баһа?! Ә мин быны белмәгәнмен дә..." Күңелемде шатлыҡ ҡатыш ғәйеп тойғоһо ла биләп алды... Ана, сит кешеләр атайың өсөн нисек шатлана... Ә минең күңелемдә ғорурлыҡ, аңлатып бөтә алмаҫлыҡ шатлыҡ тойғоһо!.. Донъялағы иң көслө кешенең улы булыуы менән сикһеҙ ғорур инем. Был көтөлмәгән ҙур яңылыҡ һәм шатлыҡ ҡатыш тулҡынланыу минең бар зиһенемде биләп алды, үҙ тойғоларыма хужа була алмай, мин ғаиләбеҙ туҡтаған ергә табан йүгерҙем.
​Әсәйем Хөсәйен ҡустымды ашатып ултыра. Ул атайымдың көрәшкәнен ҡарарға бармаһа ла, барыһы тураһында ла белеп тора ине. Күрәһең, туғандарым һөйөнсөләгәндәрҙер. Әсәйем атайымдың көрәшкәнен ҡарарға яратмай ине. Уның көрәшкә сыҡҡанын ишетһә, "Берәй ерен имгәтеп ҡуйыр инде..." - тип көрәш бөткәнсе уның өсөн борсола ине.
​Беҙҙең туҡтаған урын да йәнләнеп китте, апайымдар йүгереп аш-һыу әҙерләй башланы, табынды яңыртыуға атайым бүләктәрен – еңеүсегә бирелгән балаҫ менән һарыҡты арбаға тейәп, беҙҙең эргәгә килеп туҡтаны. Ул баяғы көрәш майҙанындағы кешегә бөтөнләй оҡшамаған, элеккесә тыныс, йөҙөндә - миңә таныш йылмайыу. Мин уға тәү тапҡыр күргән кеүек, текләп ҡарайым. Ҡомғандағы йылы һыу менән ҡулын сайҙырғас, атайым таҫтамалға ҡулын һөрттө лә минең башымдан һыйпап, арҡамдан һөйҙө. Шунан йылмайып: "Көрәшкәндә минең өсөн борсолдоңмо?" - тип һораны. Мин яуап бирә алманым. Ике ҡуллап уның муйынынан ҡосаҡлап алдым. Ирекһеҙҙән яңаҡтарым буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне. Атайым башымдан һыйпап: "Улым, әгәр ҙә үҙебеҙҙең Түңгәүер ырыуы ерендә, үҙ атайым исемен йөрөткән яланда көрәшеп тә еңмәһәм, олатайҙарым ғәфү итмәҫ ине" - тине. Ауыл хәбәрҙәре, һабантуй тураһында һөйләшә-һөйләшә сәй эстек, бөтәһенең дә кәйефе шәп ине. Һәр кемебеҙҙең күңелендә байрам шатлығы урын алған – йәй башында тотош ғаилә менән сәхрәгә сығып ҡайтыу аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр тыуҙыра ине.
Зиннур ағайым көрәш тамамланыуын ҡарап бөтмәйенсә үк малҡайҙар янына киткән икән. Атайым да, ашап туйғас, беҙҙең янда оҙаҡҡа ҡалманы, ағайым янына көтөүлеккә ашыҡты - атын менеп "Ҡыҙыл таш" ҡаяһына табан юрттырҙы. Мин ирекһеҙҙән ҡарашымды тауҙың уң яғына төбәнем һәм таң ҡалдым: тауҙың һыртында, байып барған ҡыҙыл ҡояш эленеп тора ине. Ә һыбайлы, әйтерең дә, әкиәт батыры, тау түбәһендәге балҡып торған ҡояш эсенә инеп китте...

Хөрмәтулла Үтәшев.

Атайым данлыҡлы көрәшсе булды.
Атайым данлыҡлы көрәшсе булды.
Автор:
Читайте нас: