-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
21 Октябрь , 18:00

КӨГӨШ ЙЫЛҒАҺЫ

-

Ғафури районындағы рус телендә Усолка тип йөрөтөлгән йылғаның быуындан - быуынға тапшырылып килгән башҡортса үҙ исеме бар. Ул - Көгөш. Шуның өсөн башҡорт телендә яҙылған мәҡәләләрҙә уны рус теленән башҡортсаға әйләндереп, Тоҙйылға тип түгел, ә тарихи исеме менән Көгөш тип атау зарур. Быны барығыҙ ҙа белһәгеҙ ине, республикабыҙҙағы тарихи ер-һыу атамаларын үҙебеҙ үк боҙмаһаҡ ине.

Ғафури районында һәр күпер эргәһендә был йылғаның исеме ике телдә лә яҙып ҡуйылған. Көгөш йылғаһы Һаралыға барышлай һул яҡта ятҡан Айыулы яланынан башлана. Ул был яланда табаҡ ҙурлыҡ ҡына булып ер өҫтөнә ҡалҡа ла, үҙенә юл ярып, ағып китә. Ул үҙ юлында элекке Үҙбәйҙәк (60-сы йылдарҙа урынынан күсерелеп юҡҡа сыҡҡан ауыл) эргәһенән ағып үтә. Тәүҙә бәләкәй генә итеп юл ярған ошо йылғаға эреле-ваҡлы күп кенә шишмәләр ҡушылғас, киңәйә башлай. Ташлы ауылы эргәһендә инде ул апаруҡ ҙур ғына йылғаға әйләнә. Һыуы таҙа, тоҙло булмаған, эреле-ваҡлы балыҡтар йөҙгән ҡәҙимге йылға ул Көгөш. Курорт ауылына етер алдынан ул эреле-ваҡлы тоҙло минераль шишмәләр менән тулылана. Бына был тирәлә инде Көгөш йылғаһының көмөш кеүек таҙа, сөсө һыуы тоҙло тәм ала. Шуғалыр ҙа инде был йылғаны урыҫ телендә Усолка тип йөрөтә башлайҙар.
Красноусол ҡасабаһына етмәҫтән алда Көгөшкә Бәләкәй Төлкәҫ һәм Оло Төлкәҫ йылғалары ҡушылып, ул тәрәнәйә һәм киңәйә. Элек быяла заводы мейесенә яғыр өсөн Көгөш йылғаһы буйлап ағас ағыҙғандар һәм багорҙар менән тартып сығарып, утын әҙерләгәндәр. Завод тирәһендә уның быуаһы ла булған. Көгөш йылғаһы Красноусол, шунан Заречный (Заготскот) ауылы эргәһенән ағып үтеп, Родина - Ватан ауылы яғына юл тота. Заречный ауылы янындағы шишмә лә Көгөшкә ҡушыла. Ә Ватан ауылы янында иһә Көгөшкә әллә нисә бәләкәй шишмәнең һыуынан тулыланған Бирешле исемле бәләкәйерәк йылға барып ҡушыла. Бына шулай күп кенә ҡушылдыҡтарҙан ҙурайған һәм тәрәнәйгән Көгөш - Усолка йылғаһы Табын-Табынск ауылына барып етә. Бында инде уны көслө ағымлы аҡ йылға - Ағиҙел көтөп тора. Көгөш үҙенең шифалы һыуҙарын Ағиҙелгә, Ағиҙел - Камаға, Кама - Оло Иҙел - Волгаға, Оло Иҙел Каспий диңгеҙенә ҡоя.
Көгөш йылғаһының һыуы артыҡ йылы ла, һыуыҡ та түгел, уртаса йылылыҡта. Йәй көнө йылға буйы һыу инеүселәр менән тулы була. Төбөндә ваҡ ҡом булһа ла, эре таштар юҡ. Ярының бейек ерҙәре лә бар, күбеһенсә һөҙәк, йәм-йәшел үләнле һәм туғайлы уның ярҙары. Көгөш йылғаһында ажау, суртан, шамбы, күкәс (күкйен), ҡоморой (бөрөш), сабаҡ һәм башҡа балыҡтар бар. Әйтер һүҙем шул. Ғафури районы халҡы исеменән башҡорт телендә яҙылған мәҡәләләрҙә һәм әҫәрҙәрҙә беҙҙең йылғабыҙҙың дөрөҫ исемен - Көгөш йылғаһы атамаһын ҡулланыуығыҙҙы һорайым. Һыуынан тоҙ тәме килеүе уның үҙенсәлеге генә, ә йылғаның атамаһы түгел. Шулай уҡ Көгөш һүҙен Башҡорт теленең академик һүҙлегенә лә индерерҙәр, тип өмөт итәбеҙ, көтәбеҙ.

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

КӨГӨШ ЙЫЛҒАҺЫ
КӨГӨШ ЙЫЛҒАҺЫ
Автор:
Читайте нас в