+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
18 Сентябрь 2022, 14:20

СӘСТӘРЕГЕҘ СӘСКӘ БӘЙЛӘНГӘН, ЙӘКИ БЕР ФРАЗЕОЛОГИЗМДЫҢ ТАРИХЫ ТУРАҺЫНДА

Туй-никахтарҙа кейәү менән кәләште "хәҙер инде сәстәрегеҙ сәскә бәйләнде" тип ҡотлауҙарын йыш ишетергә мөмкин. Был һүҙҙәр хәҙерге башҡорт телендә ғаилә ҡороу, өйләнеү йә кейәүгә сығыу тигәнде аңлата. Әммә уның ҡайҙан килеп сығышына берәү ҙә артыҡ иғтибар иткәне юҡ, буғай. Ҡыҙ яғында, өйҙә йәштәрҙе кейеҙгә ултыртып, уларҙың толом сәстәренең остарын тарап, бер-береһенә бәйләгәндәр. Шунан кейәү менән кәләш бер-береһенең сәстәрен танырға тейеш булғандар. Әгәр ҙә дөрөҫ әйтһәләр - 

Был фразеологизмдың тарихы боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Мәҫәлән, боронғо төрөктәрҙең (ҡытайҙар уларҙы тукюэ тип атаған) ҡатын-ҡыҙҙары ғына түгел, ирҙәре лә оҙон сәс йөрөткән. Ирҙәр хатта, күп сығанаҡтар буйынса, сәстәрен үрер ҙә булған. Был Урта Азия, Монголия, Тыва, Алтайҙа осраған балбалдарҙа ла сағылыш тапҡан. Ҡытай, әрмән, византия тарихсылары үҙ әҫәрҙәрендә был турала яҙып та ҡалдырған. Мәҫәлән, VII быуатта йәшәгән әрмән тарихсыһы Моисей Каганкатваци бер урында, төрөк һуғышсыларының сәстәре үрелгән, тиһә, икенсе урында, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ таратылған, тип яҙып үткән. Ирҙәрҙең сәстәре үрелгән йә иһә таратылған булғанмы - беҙҙең өсөн әллә ни әһәмиәте юҡ (был турала фәнни дискуссия әле лә бара). VI-VIII быуаттарҙа Беренсе һәм Икенсе төрөк ҡағанаттары төҙөгән боронғо төрөктәрҙең ирҙәре оҙон сәс йөрөтөүен генә билдәләп үтеү мөһим.
Үҙәк Азияла көн иткән боронғо төрөк халыҡтарында туйҙарҙың нисек үтеүе хроникаларҙа ентекле теркәлмәгән, әлбиттә. Әммә кейәү менән кәләштең туй ваҡытында сәстәрен бер-береһенә бәйләү йолаһы булыуы шик тыуҙырмай. Был йола аҙаҡ башҡорт халҡының этногенезында ҡатнашҡан ырыу-ҡәбиләләрҙә лә булғандыр, тип уйлар кәрәк. Ул ырыуҙар Үҙәк Азиянан сыҡҡан, тарихи ептәр уларҙы боронғо төрөктәр менән бәйләй. Әлбиттә, Ислам ҡабул итеү менән был йола яйлап юҡҡа сыҡҡан, әммә "сәстәрегеҙ сәскә бәйләнде" тигән фразеологизм телдә һаҡланып ҡалған.
Исламды ҡабул итмәгән ҡайһы бер төрки халыҡтарында кейәү менән кәләштең сәстәрен бер-береһенә бәйләү йолаһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, тыва халҡында кәләште һоратҡандан һуң туйҙың икенсе этабы тухтеп (тухтээр, "нығытыу" мәғәнәһендә) тип атала. Ҡыҙ яғында, өйҙә йәштәрҙе кейеҙгә ултыртып, уларҙың толом сәстәренең (тываларҙа беҙҙең көнгә тиклем ирҙәр ҙә сәсен үрә) остарын тарап, бер-береһенә бәйләгәндәр. Шунан кейәү менән кәләш бер-береһенең сәстәрен танырға тейеш булғандар. Әгәр ҙә дөрөҫ әйтһәләр, никах бәхетле була, тип юрағандар. Шунан ғына уларҙы ҡауыштырғандар. Хакастарҙа был йола бер ни тиклем үҙгәргән килеш һаҡланған. Уларҙа иһә кәләштең толомона үрер өсөн кейәүҙең сәсен аҙыраҡ киҫеп кенә биргәндәр. Кәләш кейәүҙең сәсен туйҙан һуң гел үҙ сәстәренә ҡуша үреп йөрөргә тейеш булған. Толомдарҙы бер-береһенә үреү йәштәрҙең яҙмышы бер бөтөнгә әйләнеүен аңлатҡан.
Был билдәле фразеологизмдың һаҡланып ҡалыуы, уның телдә киң ҡулланылышы башҡорт ырыу-ҡәбиләләре тарихының VI-VIII быуаттарында Үҙәк Азияла көслө дәүләттәр төҙөгән боронғо төрөктәргә (тукюэ) барып тоташыуын билдәләүсе тағы бер дәлил булып тора, ти уйларға кәрәк.

Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.

СӘСТӘРЕГЕҘ СӘСКӘ БӘЙЛӘНГӘН, ЙӘКИ БЕР ФРАЗЕОЛОГИЗМДЫҢ ТАРИХЫ ТУРАҺЫНДА
СӘСТӘРЕГЕҘ СӘСКӘ БӘЙЛӘНГӘН, ЙӘКИ БЕР ФРАЗЕОЛОГИЗМДЫҢ ТАРИХЫ ТУРАҺЫНДА
Автор:
Читайте нас: