+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
30 Август 2022, 17:00

Илекәй батырҙың тәүбәгә килгәне

О, әҙәм балаһында намыҫ тойғоһоноң ниндәй юғарылыҡ өлгөһө был!Тәүбәгә килеү тураһындағы был новелланы минең бөгөн намыҫ тигән төшөнсәнең кеше өсөн ниндәй ҡәҙерле булыуын белмәгән бик күп кешеләргә уҡытып ҡарағым килә:Балтас районынан килгән бер студентканың башҡорт диалектологияһы буйынса контроль эшендә шул яҡ халҡының йәнле телмәр өлгөһө итеп бирелгән, ошо төбәктең тарихы менән бәйле ҡыҫҡа ғына, әммә ғәжәп фәһемле риүәйәткә юлыҡтым: “Элгәре Илкәйне Иске ауыл тип йөрөттөләр. Балтасны Ҡолой тейләр эйе. Ҡолой белән Илекәй йер өсөн ҡыйышҡан. Икесе көрәшкән саҡта Илекәй айаҡ салған, хәрәмнәшеп йеңгән Ҡолойны. Илекәй сүзе дөрөс булған, дөрөс булса да, хәрәнләшкән. Үләр саҡта Илекәй әйткән: “Йер-суымны хәрәмнәшеп алдым. Мине икенсе йергә күмең, үзебезнең йергә күммәң”, – тигән. Арның аръяғына күмгәннәр, бер мөгөшкә. Ҡәбере хәзер дә бар”.Бәй, таныш риүәйәт түгелме һуң?.. - 

“Башҡорт халыҡ ижады” баҫмаларының 1980 йылда донъя күргән “Риүәйәттәр, легендалар” томында баҫылған “Салауат менән Балтас” тигән легенда иҫкә төштө. Унда был сюжет тәфсирләп, ентекләберәк бәйән ителә: “Ҡолой Балтастың ере былай ҙа күп булған. Шулай ҙа, яуҙан ҡайтып күпмелер йәшәгәс (Пруссия менән 1756–1763 йылдарҙағы һуғыш күҙ уңында тотола. – Р.Ш.), хәҙерге Илекәй ауылы яҡтарындағы урманлы-туғайлы, йылғалы, күлле ерҙәргә күҙе төшкән, шул ерҙәрҙе лә үҙенеке итергә ҡыҙыҡҡан. Ул заманда ошо яҡтарҙа Илекәй менән Дауыт исемле ике батыр йәшәгән икән. Был ике батыр әйткән: “Беҙҙең дә ул ерҙәргә күҙебеҙ ҡыҙа, тик уны әйтергә ҡыймай ғына йөрөнөк, – тигәндәр. – Улайһа, өс уҙаман, ил-йорт башы, йәрәбә һалайыҡ. Йәрәбә кемгә сыға, ер шуныҡы булыр”.
Ҡолой Балтас быға ризалашмаған, көрәшеп ҡарайыҡ, тигән. “Көрәштә кем өс тапҡыр еңә, ер шуныҡы булыр”, – тип шарт ҡуйған. Ни өсөн тигәндә, Ҡолой теге батырҙарға ҡарағанда ла бәһлеүәнерәк икән. Ҡолойҙоң ауырлығы ғына ла туғыҙ боттан артығыраҡ булған.
Ни эшләмәк кәрәк, намыҫланған батырҙар Балтастың шартына күнгәндәр. Көрәш башланған. Башта Илекәй менән Дауыт көрәшкән. Илекәй еңгән. Шунан Балтас менән алыша башлаған. Башта Балтас Илекәйҙе ике тапҡыр йыҡҡан. Өсөнсө көндә Илекәй Балтасты, шул ғәләмәт дәү, ауыр әҙәмде, һелтәп ебәргән. Алыш тағы ҡыҙған. Балтас күпме сәмләнһә лә, Илекәйҙән еңелгән. Шулай итеп, Илекәй беренсе батыр булып сыҡҡан, әлеге бәхәсле ерҙәр уға тейгән. Хәҙерге Илекәй ауылы ана шул Илекәй батырҙан ҡалған. Ҡолой Балтас, әлеге көрәштәге шарт буйынса, хәҙерге Иҫке Балтас ауылы урынында нигеҙләнгән, Дауыт батырға хәҙерге Дауыт ауылы ерҙәре тейгән.
Илекәй батыр ни өсөндөр оҙаҡ йәшәй алмаған, ҡапыл ғына үлеп киткән. Үлер алдынан былай тигән: “Мин теге ваҡытта көрәшкәндә, Балтас өҫтөмә төшөп күкрәгемде имгәтер тип ҡурҡып, башта ике тапҡыр еңелдем, аҙаҡ, сәмләнеп, рәттән өс тапҡыр Балтасты еңдем. Шунда миңә көс төшкән кеүек ине. Үҙем сырхауымды хәрәм төшөүҙән күрәм. Мин Балтасты тубығым менән сала биреберәк йыҡтым. Шуның өсөн минең был хәрәм кергән кәүҙәмде хәрәм ергә күммәгеҙ. Йылға аръяғына, ситкә күмегеҙ”, – тигән.
Илекәй батыр, шулай итеп, үҙе әйткән ергә – йылға аръяғына ерләнгән. Ул ҡәберҙең урыны хәҙер ҙә һаҡланған”.
Бына шундай легенда. Минең күңелде тетрәткәне – Илекәй батырҙың, Ҡолой Балтас менән көрәшкәндә уны “тубығым менән сала биреберәк йыҡтым” тип, үлер алдынан тәүбәгә килеүе һәм шуның өсөн үҙ-үҙен бер ниндәй хөкөм итеүсе лә уйлап таба алмаҫтай ҡаты язаға тарттырыуы. Ә бит, бер ҡараһаң, уның ошо көрәштән һуң үлемесле сырхауға тарыуы аяҡ салыу, хәрәмләшеү арҡаһында килеп сыҡҡан тип әйтерлек тә түгел. Анау хәтлем үҙенән күпкә бәһлеүәнерәк, ауырлығы туғыҙ боттан артығыраҡ булған Ҡолойҙо өс тапҡыр әйләндереп һалған да баһа ул. Сәмләнеп китеп, үҙе әйткәнсә, “тубығы менән сала биреберәк” тә ебәргән. Ҡыҙыулыҡ менән ундай ғына хилафлыҡҡа бармайынса ла булмағандыр шул. Ни хәл итәһең, ер, ер өсөн, уныһы ла сит кешенең, сит ҡәүемдең түгел, ә үҙ ырыуыңдың биләмәһенән үҙеңә тейерҙәй бер төбәк өсөн йәнтәслим алышырға тура килгән Илекәй батырға. Шунда көс төшөп, имгәнгән, тәне ҡыйралған булыуы башҡорт көрәшен белгән һәр кем өсөн аңлашылып торалыр. Унда бит, ҡағиҙә булараҡ, ҡаршы яҡтағы көрәшсенең ике аяғы ла ерҙән айырып алынырға һәм ул арҡаһына әйләндереп һалынған булырға тейеш. Илекәйҙең шул тиклем дә бәһлеүән кәүҙәле Ҡолойҙо өс тапҡыр күтәреп алып әйләндереп һалғанлығын күҙ алдына килтерһәгеҙ, еңеүсегә ниндәйерәк көс төшкәнен аңлауы ҡыйын булмаҫ тимәксемен. Әммә, шулай булһа ла, Илекәй батыр“сырхауымды хәрәм төшөүҙән күрәм” тип, үҙенә ана ниндәй хөкөм ҡарары сығарған. О, әҙәм балаһында намыҫ тойғоһоноң ниндәй юғарылыҡ өлгөһө был!
Тәүбәгә килеү тураһындағы был новелланы минең бөгөн намыҫ тигән төшөнсәнең кеше өсөн ниндәй ҡәҙерле булыуын белмәгән бик күп кешеләргә уҡытып ҡарағым килә. Ер, милек, байлыҡ тип йәнен һатырға әҙер торған әҙәм балалары, белегеҙ, ерҙә һеҙҙән алдараҡ, XVIII быуатта, ер тип көрәшеп, ҡыҙыулыҡтан аҙ ғына хилафлыҡ ҡылған һәм шул гонаһы өсөн үҙен үҙе язаға тарттырған Илекәй тигән башҡорт йәшәгән. Балтас яҡтарына барырға насип булһа, мин мотлаҡ уның иҫтәлеге алдында баш эйеп, ана шул бер мөгөштә ятҡан яңғыҙ ҡәбере өҫтөнә сәскәләр һалыр инем.
 
Рәшит ШӘКҮР.
Илекәй батырҙың тәүбәгә килгәне
Илекәй батырҙың тәүбәгә килгәне
Автор:
Читайте нас: