+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
27 Август 2022, 14:00

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Асия СМАКОВАҒА 75 йәш

Илфаҡ менән тыуған ауылымда телевизор аша таныштым... ...Күренекле йырсының бөтә кеше араһында йүгереп килеп миңә ярҙам ҡулы һуҙыуы күңелемдә ғүмерлеккә яҡты тойғо ҡалдырҙы - 

Ипле килеш-килбәтле, зауыҡлы кейемле, нескә иләктән үткән аһәңле йырҙарҙы ғына һайлап, репертуарына үтә талапсан ҡараған, моңдары менән тамашасыларҙы арбаған был күркәм парҙы күптәр әле лә һағына: Асия менән Илфаҡ Смаковтар...

Стәрлетамаҡ районы Латип ауылында тыуып үҫкән Асия Смакова йәштән үк йыр-бейеүгә һәләтле була, сәхнәлә йырлай, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, шунда буласаҡ ғүмер юлдашы, мәшһүр талант эйәһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Илфаҡ Смаков менән таныша. Асия һуңғараҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында юғары һөнәри белем ала. Башҡорт дәүләт академия хор капеллаһында эшләй.

Башҡорт дәүләт филармонияһында Илфаҡ Смаков төркөмөндә йырлағанда йыр һөйөүселәргә нығыраҡ таныла. Уларҙың дуэты һәр ваҡыт көслө алҡыштарға күмелә, моң тантанаһына әүерелә.

1993 йылда Илфаҡ Мөзип улы яҡты донъяны ҡалдырғас, Асия ханым уның исемен мәңгелләштереү өсөн ҙур хәстәрлек күрә: ҡәберенә иҫтәлекле гранит таш ҡуйыла, Саҡмағош районы Рапат ауылы мәҙәниәт йортона Илфаҡ Смаков исеме бирелә, районда уның исемендәге призға йырсылар бәйгеһе үткәрелә, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған.

Динә Мырҙаҡаева.

— Асия ханым, сер булмаһа, һөйләгеҙ әле, Илфаҡ Смаҡов менән ҡайҙа, нисегерәк таныштығыҙ?
— Тәүҙә Илфаҡ менән тыуған ауылымда телевизор аша таныштым. Сәнғәт училищеһының 2-се курсынан һуң йәйге каникулдамын. Әсәйем менән бесән сабып, хәлдән тайып ҡайтып инһәм дә, скрипкамды ҡулға алыу менән бөтә арыуым юҡҡа сыға. Шул көндө лә уйнай ғына башлағайным, өйҙән әсәйем саҡыра: “Асия, Асия, ин тиҙерәк, концерт бара”, — ти. “Илфаҡ Смаҡов йырлай”, — тип күрше-тирә ҡатын-ҡыҙҙарына ла әйтте. Өләсәйем дә абына-һөрөнә тыштан килеп инде. Өйҙә кеше күп булыуға ҡарамаҫтан, тын да алмай бер-бер артлы “Еҙ ҡыңғырау моңдары”, “Раушаниям”, “Әҡлимә”, “Бәрәңге”, “Томбойоҡ” йырҙарын тыңланыҡ. “Вәт, йырлай, исмаһам!” — тине күрше бабай, әҫәрләнеп. “Асия туғаным, беҙгә Өфөнән Илфаҡ Смаҡовтың пластинкаларын алып ҡайт әле”, — тине ауылдаш апайҙар, концерт бөткәс. Мин өндәшмәнем. Өфөлә лә Илфаҡ Смаҡовтың пластинкаларын табыу еңел түгел ине.
— Ә күрешеп танышыуығыҙ ҡасан булды?
— 1970 йылдың июнь айы. Филармония алды артистар менән тулған. Һәр бригада үҙ автобусын көтә. Төрлө райондар буйлап йәйге һабантуйҙарға китергә йыйынабыҙ. Оҙаҡ та үтмәй, автобустар килде. Мин дә капеллаға тип тәғәйенләнгәненә килдем. Ҡараһам, бер урын да ҡалмаған. “Эстрадник”тарға эйәрҙем. Алдымда төҙ, матур һынлы бер егет ултыра. Тулҡынланып торған ҡара сәсе килешле итеп таралған, үҙе күк костюмда. Бер кем менән дә һөйләшмәй. Иғтибар менән ҡарайым... Бәй, Илфаҡ Смаҡов табаһа! Стәрлетамаҡ яҡтарына, тыуған ерҙәремә юл тоттоҡ.
Бер аҙҙан автобустар заправкаға туҡтаны. Мин дә башҡалар менән автобустан сығып, бер үҙем ситкәрәк барып баҫтым. Көн кискә ауышҡан булһа ла, салт аяҙ. Өҫтөмдә аҡ селтәр яғалы ҡыҫҡа еңле зәңгәр күлдәк. Туҙан теймәһен тип, тиҙ генә плащымды алып кейҙем. Бына бер автобус, көтмәгәндә мине баштан-аяҡ бысраҡ һыуға күмеп, янымдан шыжлап үтеп китте. Беҙҙекеләр автобусҡа инеп бөттө. Мин был көйө инә алмайым бит инде. Барыһы ла мине йәлләй. Тәҙрәнән күреп ҡалғанмы икән, Илфаҡ Смаҡов йүгереп тә сыҡты, ерҙән үлән йолҡа-йолҡа, өҫтөмдө таҙартырға тотондо. Аҙаҡ аҡ ҡулъяулығын алып, һөртөп ҡуйҙы. Уға рәхмәт әйтеп, ултырып киттем. Күренекле йырсының бөтә кеше араһында йүгереп килеп миңә ярҙам ҡулы һуҙыуы күңелемдә ғүмерлеккә яҡты тойғо ҡалдырҙы. Ошо осрашыуҙан һуң Илфаҡ мине ҡайҙа күрһә лә хәлемде һорашып, үҙенең дә пландары менән уртаҡлашыр булды. Дуҫлығыбыҙ тора-бара ҙур хискә әүерелде.
— Шунан һуң эстрадала бергә йырлай башланығыҙ инде?
— Эйе, минең оло сәхнә юлына сығыуымда Илфаҡтың профессиональ ярҙамы ҙур булды. Йырҙарҙы өйҙә лә, гастролдәрҙә лә өйрәндек. Бер-беребеҙгә кәңәштәр бирә торғайныҡ. Тауышымдағы моңло боролоштарҙы ярата ине. Йыр һайлауға талапсанлығы миңә лә күсте. Көйө лә, һүҙҙәре лә күңелгә ятышлы йырҙарҙы ғына репертуарына индерҙе. Шуға ла уның бөтә йырҙарын да әле булһа яратып тыңлай халыҡ.
— Ә өйҙә, ғаилә башлығы булараҡ ниндәй кеше ине Илфаҡ ағай?
— Ситтән ҡарағанда ҡырыҫ күренһә лә, йомшаҡ тәбиғәтле булды ул. Өй эштәрендә лә ярҙам итте, ә инде ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүҙе, ялға барыу, концерттар ойоштороу кеүек мәсьәләләрҙе тулыһынса үҙенең яуаплылығына алды. Дуҫтарына ҡарата ихласлығы, ярҙамсыллығы һоҡландырҙы. Ҡыҙыбыҙ Айһылыу өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине.
— Бигерәк иртә китте шул...
— Үлем һәр саҡ ваҡытһыҙ киләлер, күрәһең. Ә Илфаҡҡа әле йәшәргә лә йәшәргә ине... Уны юғалтҡанға тиклем дә яҙмыш бик күп һынауҙар, ҡайғылар ҡуйҙы алдыма. Уҡып йөрөгән сағымда уҡ, ҡырҡ биш кенә йәшендә әсәйем вафат булды. Тормошҡа сыҡҡас, бәхетемә ҡыуанып ҡына йәшәгәндә өләсәйем үлеп китте. Мине тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Ғәбделхәй ағайым Ғәббәсов аварияға осрап һәләк булды. Түҙергә кәрәк, түҙергә, янымда ҡыҙым, Илфағым бар бит әле, тип йыуандым...
1993 йылдың апрелендә. Илфаҡ ҡабаланып филармониянан ҡайтып инде. “Асия, Шишмәлә Назар Нәжми ағайҙың ижад кисәһе үткәрелә. Унда һинең килеүеңде лә һоранылар, әйҙә, тиҙерәк репетицияға!” — тип сабый бала һымаҡ үтенде.
Шығырым тулы залда, тирен һөртә-һөртә, илһамланып йырланы ла йырланы. Был һуңғы тапҡыр икебеҙ бер кисәлә ҡатнашыуыбыҙ булған икән. 27 майҙа Илфаҡ йоҡларға ятҡан еренән уянманы. Күренекле йырсының ҡапыл үлеүе уны яратҡан бөтә халыҡ өсөн дә йәшен һуҡҡандай булды. Ә йәшәргә кәрәк. Әлдә эргәмдә ҡыҙым, туғандарым, дуҫтарым булды. Айһылыуыбыҙ хаҡына мин үҙемде ҡулға ала алдым. Бөтә күңел наҙымды, көсөмдө уны тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуға, музыкаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлттем.

Гөлфиә Юнысова.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Асия СМАКОВАҒА 75 йәш
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Асия СМАКОВАҒА 75 йәш
Автор:
Читайте нас: