-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Август 2022, 22:00

Америка Ҡушма Штаттарында - өс, Берләштерелгән Короллектә бер урамға исем башҡорт халҡы хөрмәтенә ҡушылған.

Интернеттың эҙләү хеҙмәте Калифорнияның Корона биҫтәһендә - Башҡорт урамы, Төньяҡ Каролинаның Монро ҡалаһында - Башҡорт тыҡрығы, Эльк Гроувта - Башҡорт боролошо, Бөйөк Британияның Уэстбэри ҡалаһында Башҡорт юлы урамдарын күрһәтә. Һәр хәлдә, Америкалағы был урамдарҙың исемдәре ошондағы башҡорт бөҙрә тоҡомло аттарға бәйлелер. Был тоҡом аттарының тарихы бик серле - 

Һәм шуныһы ғәжәп, американдарҙың кемеһенән генә һорама - Башҡортостан тураһында үҙҙәре бер ни белмәй. Әлегә тиклем был урамдарҙың ни өсөн Башҡорт исеме менән аталыуына бер генә яуап та табылманы. АҠШ-тағы Эльк-Гроув ҡалаһы хакимиәтендә лә Башҡорт боролошо атамаһының тарихын һөйләй алманылар. "Ҡағиҙә булараҡ, урамдарға исемде унда йәшәүселәр үҙҙәре бирһә лә бында бер ниндәй ҙә географик бәйләнеш күҙәтелмәй", - ти ҡала хакимиәте хеҙмәткәре Джейсон Линдгрен.
Һәр хәлдә, Америкалағы был урамдарҙың исемдәре ошондағы башҡорт бөҙрә тоҡомло аттарға бәйлелер. Был тоҡом аттарының тарихы бик серле. 1898 йылда аталы-уллы Демелиҙар Үҙәк Невадалағы таулы Остин биҫтәһендә эре бөҙрәле ғәҙәти булмаған аттарҙы күреп ҡала. Атай менән улы был аттар менән ҡыҙыҡһына башлай: улар бында ҡайҙан килеп сыҡҡан? Ләкин был һорауға әле булһа яуап юҡ. Шулай ҙа был темаға бәхәс тынмаған, тик барыбер һорау яуапһыҙ ҡалған. Америкалағы бөҙрә башҡорт тоҡомло аттың бында килеп сығыу тарихы, шулай итеп, билдәһеҙ ҡала килә. Әйткәндәй, был ифрат ҙур популярлыҡ менән файҙаланылыусы тоҡом аттары. АҠШ-та XIX быуат ахырынан алып Америка бөҙрә башҡорт тоҡомло ошо аттар үрсетелә. Һәм ошо бер быуаттан ашыу осор эсендә, ысынлап та, башҡорт тоҡомло аттар менән бик күп оҡшашлыҡтары булған был аттарҙың килеп сығышы - билдәһеҙ, серле тарих . Иң тәүҙә уларҙың ялбыр йөнтәҫлеге иғтибарҙы йәлеп итә. Дөрөҫ, бөҙрәләре һәм йөндәре оҙонлоғо буйынса америка керли тоҡомо күпкә алдыныраҡ, ҡайһыларының йөнө хатта ҡаракүлгә оҡшап тора. Башҡортостан һәм Америкала үрсетелгән был аттарҙың икенсе бер үҙенсәлеге - уларҙың иҫ китмәле аҡыллылығы һәм кешегә эйәләшеп барыуҙары. Бөҙрә аттар үрсетеү буйынса халыҡ-ара ойошмала билдәләүҙәренсә, башҡорт тоҡомлолар иң кешелекле һәм аралашырға яратыусы аттар. Темпераменттары буйынса американдар уларҙы эт көсөгө йә бесәй балаһы менән сағыштыра. Улай ғына ла түгел, бөҙрә аттар әрләү, асыуланыу кеүек йә башҡа төрлө яза сараларын бик ауыр кисерә. Уларҙың был сифатын ат үрсетеү менән шөғөлләнеүсе белгестәр етешһеҙлек тип иҫәпләй.
Башҡорт аттарының Америка континентына килеп инеүҙәре тураһында бик күп фараздар йәшәһә лә, уларҙың береһе лә һорауға тулы яуап бирә алмай. Ат үрсетеү буйынса нәшер ителеүсе September журналында (2003) Кэрин Барил тигән белгестең яҙыуынса, бөҙрә башҡорт аттарының килеп сығыу тарихын өйрәнеү Агата Кристи детективтарын уҡыу менән бәрәбәр. "Инде генә мәсьәлә асыҡланды, тип уйлаһаң, һинең фараздарыңды селпәрәмә килтереүсе яңы мәғлүмәттәр килеп сыға", - тип яҙа ул. Америка ат үрсетеүселәре фекеренсә, был тоҡом 1700 йылдарҙа Рәсәйҙә ҡулға эйәләштерелгән һәм аҙаҡ ундағы фермерҙар тарафынан ситкә сығарылған. Ләкин Рәсәйҙән Америкаға аттар килтерелеүе хаҡында бер генә яҙма дәлил дә юҡ. Шул уҡ ваҡытта башҡорт аттарының Аляска һәм Американың Көнбайыш яр буйына рус колонистары менән бергә килтерелгәнен раҫлаусы мәғлүмәттәр ҙә юҡ. Ул ваҡыттарҙа Америкаға алып сығылған аттар ауыр сәфәрҙе күтәрә алмайынса, юлда һәләк булғандар, тип иҫәпләнә. Сиу ҡәбиләһе индеецтарының яҙма документтарында 1800 йылдар башында Кроу ҡәбиләһендә бер нисә бөҙрә аттың урланыуы тураһында иҫкә алына. Билдәле цирк оҫтаһы Бинеас Барнам 1840 йылда йөндәре оҙон һәм бөҙрәләнеп торған бер нисә ат һатып алыуы тураһында яҙа.
XIX быуат башында Чарльз Дарвиндың Көньяҡ Американың бөҙрә аттары хаҡында яҙған ҡылыҡһырламаһы билдәле. Бынан тыш, индеецтарҙың Сиу ҡәбиләһе юлбашсылары һәм шамандарының бөҙрә аттарҙа һыбай йөрөгәндәре билдәле. Был ғәҙәт изге мәғәнәгә эйә булған. Индеецтарҙың 1876 йылғы Литл Бигхорн янындағы һуғышҡа арналған һүрәте бар. Унда индеецтарҙың барыһы ла бөҙрә аттарҙа. Сиу ҡәбиләһе индеецтарының теле 80 процентҡа башҡорт теленә оҡшаш. Был тоҡом аттарҙың килеп сығышы билдәһеҙ булыуға ҡарамаҫтан, улар тәүтормош аттарҙан ҡалған сифаттарға эйә һәм уларға ҡарата башҡорт исеме нығынып ҡалған.
Был тикшеренеүҙәр ялған фараздарҙы юҡҡа сығарыуҙарына ҡарамаҫтан, төп һорау - Америкала бөҙрә аттарҙың ҡасан һәм нисек килеп сығышын аңлата алмаған. Питер Дэмил менән уның улы Бенниға иректә йөрөгән тәүтормош сифатлы аттарҙы нисек тотоп алыу мөмкин булғандыр - билдәһеҙ. Эҫе һәм һары Эфиопияла, мәҫәлән, Өфө ҡалаһы, ә Иранда Салауат ауылы булған кеүек....
Әйткәндәй, әйҙәгеҙ, ҡараштарыбыҙҙы Ер планетаһынан икһеҙ-сикһеҙ йыһанға йүнәлтәйек. Унда, ҡайҙалыр Марс менән Юпитер араһында, Салауат астероиды әйләнә. Уны 1979 йылда Бельгия астрономдары асҡан һәм башҡорт батыры Салауат Юлаев хөрмәтенә аталған башҡорт ҡалаһы Салауат исемен биргән.

Интернет материалын файҙаланып,
Ф. МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.

Америка Ҡушма Штаттарында - өс, Берләштерелгән Короллектә бер урамға исем башҡорт халҡы хөрмәтенә ҡушылған.
Америка Ҡушма Штаттарында - өс, Берләштерелгән Короллектә бер урамға исем башҡорт халҡы хөрмәтенә ҡушылған.
Автор:
Читайте нас: