Ул Йәмилә апай ма шинкала баҫып, мин уҡығандан аҙаҡ, һәр ҡулъяҙма битте кире алып китергә теләне.
Тәүҙә, әҫәр тулыһынса машинкала баҫылып бөтһөн әле, тип бирмәй торҙом. Ул миңә күсермәләрен йыйып барыу өсөн яңы ҡатырға папка килтереп бирҙе лә, күсереп яҙыу өсөн байтаҡ көс түгелгән бит, бик һаҡлап тот инде, тине. Ә инде әҫәр машинкала баҫылып бөткәс, ул күсермәләрен алырға тип килде. Ә редакцияла әүәлдән килгән бер тәртип бар: әҫәрҙең типографияға киткән экземплярынан тыш, төп нөсхә редакцияла һаҡланырға тейеш. Шуға күрә мин ҡулъяҙманы кире ҡайтарыуҙан баш тарттым. Ул иһә, был дөрөҫ түгел, хаҡың
юҡ, фәлән дә төгән, тип ҡыҙып уҡ китте. Журналдың мөхәррир урынбаҫары Мөхөтдин Тажи ағай:
– Ниңә юҡҡа ныҡышаһың әле, Ғәйнан, Нөғәмән дөрөҫ әйтә, – тип һүҙ ҡыҫ тырғайны: „Минең ҡулъяҙмала һинең ни ҡыҫылышың бар!“ – тип екереп үк ебәрҙе.
Мөхөтдин ағай бик баҫалҡы кеше ине. Мин уның кемгә булһа ла тауыш
күтәреп өндәшкәнен бер ваҡытта ла ишетмәнем. Әле лә ул Ғәйнан Әмири менән тиргәләшмәне, урынынан тороп, өҫтәле тартмаһынан ҡыҙыл ҡаплы “Прима”һын алды ла:
– Нөғәмән, – ул миңә беҙҙең яҡтағыса шулай өндәшә ине, – ҡулъяҙманы
үҙеңдә тот, – тип сығып китте.
Ғәйнан Әмири, мыҫҡыллы йылмайып:
– Харап, берәү зам, имеш,– тип урынынан тороп, иҙәндә ары-бире йөрөп әйләнде. Миңә уҫал ҡарап: – Тиҫкәре кеше икәнһең, – тине лә ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Әммә күсермәләрен барыбер кире алды ул. Ғиләжевҡа мөрөжәғәт иткән, күрәһең, мөхәррир, биреп ебәр, машинкала сыҡҡаны бар бит, тигәс, мин дә артыҡ ҡаршылашып торманым.
Ғәйнан Әмириҙең күсермәләрҙе ни өсөн редакция архивында ҡалдырмаҫҡа тырышҡанын һуңғараҡ аңланым. Уның ҡасан да булһа үҙенең ғәйебен раҫлаусы “вещдок” булыуынан ҡурҡҡандыр...
Йәнә лә бер күренеш “Мораҙым”дың Ғәйнан Әмири ҡулы менән яҙылмауын раҫлай. Ул йыйылыштарҙа, уҡыусылар менән осрашыуҙар ваҡытында күп тапҡырҙар „Мин повестың икенсе китабын яҙасаҡмын“ тигән вәғәҙәләр бирҙе.
Ибраһим Ғиззәтуллиндың илле йәшлек юбилей кисәһен үткәреү өсөн уның тыуған ауылы Түбәнге Әрмет ауылына барғанда иһә Ибраһим ағайға: „Икенсе китабымдағы Мораҙымдың прототибы һин буласаҡһың“,– тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә. Уның, Мораҙым һуғыштан ҡайтҡас, шахтер булып эшләйәсәк, тип Күмер тауға ижади командировкаларға барып йөрөүен дә беләм. Ләкин ул икенсе
китапты яҙа алманы.
Ә бына уның Сталинград һуғышы тураһындағы “Осҡондар осоп һүнә” тигән повесын мөхәррирләгәндә “Мораҙым” менән был повестың ике ҡул тарафынан яҙылыуын күреп аптырағайным. “Осҡондар осоп һүнә”не
автор машинкала баҫтырып килтергәйне. Уға бик күп төҙәтмәләр индереп, сыбарлап бөтөлдө һәм байтаҡ биттәре ҡайтанан машинкала баҫтырылды. Бәлки, төҙәтелгән төп нөсхә журнал архивында һаҡланалыр.
Үткәндәрҙе хәтерләгәндә, йәмһеҙ, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы ҡағыҙға төшөргө лә килмәй. Үҙеңде һаҫыған сүплектә ҡаҙына башлаған һымаҡ тояһың. Шулай ҙа “Мораҙым” әҫәренә бәйле үҙем белгәндәрҙе эсемдә ҡалдырғы килмәне. Егерменсе быуат башҡорт совет әҙәбиәтендәге иң ғауғалы хәл, ниндәй генә шау-шыуҙар ҡубармаһын, аҙағынаса асыҡланманы бит – Һәҙиә Дәүләтшинаға авторлыҡ
ҡайтарылманы. Быны киләһе быуындар ҙа белергә тейеш.
Тулыһынса уҡырға: 6, Июнь, 2011 й - "Ағиҙел" журналы.