+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
13 Июль 2022, 10:00

БЕР МӨХӘББӘТ ТАРИХЫ. Көндәлектәр. Рафаэль Сафин

"Ағиҙел"дең былтырғы йылдың февраль һанында Рафаэль Сафиндың Гөлли Мөбәрәковаға булған хис-тойғолары хаҡында һөйләгән көндәлектәренән өҙөктәр баҫылғайны. 23 йәшлек егеттең кисерештәре тасуирлана уларҙа. Ғәжәйеп мөхәббәт тарихы был... Хәҙер уларҙы сайт уҡыусыларына тәҡдим итәбеҙ.1954 йыл, 7 ноябрьКиске сәғәт алтыла Марат (Кәримов. – Т.Ғ.), Рәми (Ғарипов), мин өсәүләп ГИТИС егеттәренең ятағына байрам итергә киттек. Буласаҡ артистар – таныш һәм таныш түгел егеттәр, йәш кенә ҡыҙҙар йыйылышҡайны. Матур табын ойошторолдо. Уйнаныҡ, көлдөк. Ҡайһы бер егеттәрҙең дулап маташыуын да күрергә тура килде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.Эйе, артистар – үҙенсәлекле халыҡ. Бындайы ла булғылай инде улар араһында. Ләкин был байрам минең өсөн икенсе яғы менән ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫлыҡ булды... Бейеп йөрөгән ерҙән Әминә (Аралбаева) коридорға саҡырып алып сыҡты - 

– Теге саҡ кем тураһында һөйләгәнемде һиҙгәнһеңдер инде? – тип һораны сәйер генә.

– Кемде әйтәһең? Әлләсе... – тинем мин.

– Эй шағир, шағир!.. – тине Әминә. – Күҙәтеү һәләтең юҡмы ни? Әллә үтә текәһеңме? Ысынлап та, бер нәмә лә һиҙмәйһеңме ни?

Ысынында, Әминәнең ни әйтерен самалайым, тик йөрәгем һиҙмәмеш булырға тырыша.

5 ноябрь көнө Әминә үҙе килеп беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырғайны.

– Әйҙәгеҙ, байрамды бергәләп ҡаршылайыҡ, – тине ул. – Ә һине, Рафаэль, үҙебеҙҙең иң матур, иң аҡыллы ҡыҙыбыҙ менән таныштырырмын. Хәйер, былай ғына әйтәм, үҙеңә оҡшағаны менән танышырһың. Шағир кеше ғашиҡлыҡ хәлендә йәшәргә тейеш ул. Илһам өсөн. Ә һин үҙеңде нишләптер ғорур, текәрәк тотаһың. Йөрөгән ҡыҙың барлығы ла һиҙелмәй. Эрерәкһеңме әллә?

– Юҡсы, эре түгел мин, – тип аҡландым. – Ҡыҙҙарығыҙҙы күргән юҡ әле. Күрәйек.

ГИТИС ятағына бер ҙә барғаным юҡ ине. Рәми менән Шакир (Янбаев) барып ҡайтҡайнылар. Араларында матур ғына ҡыҙҙар булыуын әйткәйнеләр. Арыҫлан Мөбәрәковтың ҡыҙы бик матур икән, тиҙәр ине. Мин әһәмиәт бирмәгәйнем. Билдәле бит инде, ундай данлыҡлы кешеләрҙең балаһы иркә була, тормоштоң ысын асылынан алыҫ йәшәй. Даирәһе үҙҙәре үҫкән затлы бүлмәнән киңерәк булмай. Уларҙың эскерһеҙ мөхәббәткә һәләте юҡтыр кеүек. Шуға ла Шакирҙың хәбәренә иҫем китмәне. “Подумаешь, Мөбәрәк ҡыҙы!..” – тип кенә уйлап ҡуйҙым.

Үҙен күрмәй тороп, кеше хаҡында уй уйлама икән ул... Бөгөн күрҙем. Ундай наҙлылыҡты бер генә тапҡыр ҙа осратҡаным юҡ ине әле. Тәү күреүҙән, Әминәнең һөйләгән ҡыҙы ошолор, тип таныным. Күҙәтә башланым. Табында ул миңә ҡыялаш ултырҙы. Башым уй менән сырмаланды. “Яғымлы. Йәш. Матур...” һ.б. Ул миңә күҙ һирпеп ала. Ҡараштарыбыҙ осрашһа, оялып башын аҫҡа эйә. Мин эске рәхәтлектән хискә тулышам. Уның янында ултырған ҡыҙ иһә минән күҙен дә алмай. Ҡыйын булып китә.

Минең янда – Рәми. Шыбырлашабыҙ. Рәмигә Гөлсәсәккә күҙем төшөүе хаҡында әйтермен әле.

Бейергә төштөк. Әминә Гөлсәсәкте миңә тоттороп тигәндәй китте. Ҡыҙ тулҡынланыуҙан тертләгәндәй итте, үҙе лә һиҙмәҫтән көрһөнөп ҡуйҙы. Ләкин үҙен ҡулға алды, наҙлы ҡулын иңбашыма һалды. Башына подполковниктың хәрби фуражкаһын кейеп алған. (Подполковник был кисәнең ҡунағы ине). Фуражка Гөлсәсәккә килешеп тора. Ул русса һөйләшә.

– Нисек уйлайһығыҙ, мин капитан була алыр инемме?

– Теләһәгеҙ, була алыр инегеҙ. Капитан булғығыҙ киләме ни?

– Эйе...

– Ә нишләп, улайһа, бында уҡып йөрөйһөгөҙ?

– Ә, бәлки, институтты бөткәс, капитан булырмын. Ә һеҙ Мәскәүгә ҡайҙан

килдегеҙ?

– Өфөнән.

– Өфөлә тыуғанһығыҙмы?

– Юҡ. Ауылда. Ҡыйғы районында. Өфөлә музыка училищеһында уҡыным. Баянда уйнайым. Хәҙер Әҙәбиәт институтындамын.

– Ысынлап баянда уйнайһығыҙмы?

– Күптән уйнаған юҡ инде...

Шунан Гөлсәсәк подполковник ағай менән бейергә төштө, ә мин унан күҙемде лә алмай күҙәтәм. Әминә шелтәле ҡараш ташлап китте. Йылмайып ҡуйҙым. Ә күңелемдә шиғыр юлдары ярала:

Уға бары шулай ҡарарға ла

Һоҡланырға: “Ниндәй наҙлылыҡ!”

Ҡурҡам хатта ошо наҙлылыҡты

Боҙормон тип, һаҡһыҙ ҡағылып...

Подполковник ағай Өфөгә ҡайтаһын белдереп ҡуҙғалды. “Атайыңдарға әйтер һүҙең юҡмы?” – тип һораны Гөлсәсәктән. Ҡыҙ уны оҙатырға сыҡты. Бер аҙҙан мин дә соланға сыҡһам, Гөлсәсәк подполковниктың иңенә башын һалып илай. Ағай уны йыуата. Миңә уның илауы ла оҡшай. Гөлсәсәк Өфөнө һағынған. Ағай ҡайтып китте, ә мин ҡыҙыҡайҙы йыуатып алып керҙем.

Кисәнән һуң мин уны ятағына тиклем оҙата барҙым. Ихлас һөйләште. Нескә күңелле, наҙлыҡай. Мин бит ғүмерем буйы ана шундай нәзәкәт эҙләнем. Шундай ҡарашты осратырмын тип көттөм. Әминә ни өсөн беҙҙе тиң күрҙе икән? Егете бармы? Һиҙәм, Гөлсәсәк миңә ҡарата битараф түгел. Һуңыраҡ уның миңә яҙған хатында шундай юлдар бар ине:

“Мин ул кисәлә үҙемде тәү тапҡыр шундай азат итеп тойҙом. Матур кисә ине ул. Башым, нишләптер, томанға сорналған кеүек булды. Татлы ғына томан. Кисәлә ҡатнашыусылар һәммәһе лә бик һөйкөмлө булып күренде. Бейеге, йырлағы килде. Ғашиҡ булғы, яратҡы килде! Ә һеҙ ниҙәр кисерҙегеҙ икән? Белергә ине. Һеҙгә лә күңелле булғандыр тип уйлағы килә. Һеҙҙең иғтибарығыҙҙы мин тойҙом. Йәшермәйем, миңә был оҡшай ине. Дөрөҫ, үҙем дә һеҙгә иғтибар белдереп, дөрөҫ эшләмәнем шикелле...”

Хатта мине ағаһына оҡшатыуы хаҡында ла әйткән. Бер бүлмәлә ете ҡыҙ йәшәүҙәрен дә яҙған.

Ямғыр яуа башланы. Шакир менән беҙ ҡайтып киттек.

 

1954 йыл, 11 ноябрь

Әллә нишләнем. Бөтә тормошом үҙгәрешкә дусар булды. Ниндәйҙер үҙе моңло, үҙе рухиәтле донъя эсенә сумдым. Ҡанаттарым үҫкәндәй булды. Осонам да китәм төҫлө, бейеклектәрҙе, киңлектәрҙе иңләгән кеүекмен. Кисерештәр өтөп барғандай. Түҙерлек кенә лә түгел. Хәлемде Рәмигә һөйләнем. Беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ. Серҙәребеҙ уртаҡ. Сәғәттәр буйы ниҙәр кисергәнемде һөйләйем. Ул сабыр ғына тыңлай. Гөлсәсәк менән осрашырға, һөйләшергә сәбәп эҙләп, пландар ҡорабыҙ. Сәбәп тапҡан булып ГИТИС-ҡа киттек. Башҡорттарҙан берәүҙе лә осрата алманыҡ. Дәрестә инеләр. Ҡағыҙ киҫәге ҡалдырҙыҡ.

“Гөлсәсәк! Бөгөн һеҙҙе эҙләп килгәйнек, тап итә алманыҡ. Һеҙҙең йыйылыш башланғайны. Иртәгә күрешербеҙ әле. Беҙ институттан сәғәт дүрттә сығабыҙ. Һине Арбат метроһы алдындағы фонтан янында көтәбеҙ. Сәләм менән Рафаэль, Рәми. 11.ХI. 54”.

Оҙаҡ яҙҙыҡ. Төрлө варианттарын яҙа-һыҙа торғас, ошоноһон ҡалдырып киттек.

Иртәгәһен тәғәйен ваҡытта фонтан янында торһаҡ, Марат Солтанов осраны.

“Беҙҙең ҡыҙҙарға ҡармаҡ һалырға тораһығыҙмы?” – тип төрттөрә һалды.

“Ҡармаҡ һалырлыҡ ҡыҙҙарығыҙ бармы һуң?” – тинек беҙ, һыр бирмәҫкә тырышып. “Беләбеҙ инде, йәшермә!” – тип күҙ ҡыҫты Марат. Ул арала шәп-шәп атлап Гөлсәсәк килеп етте. Марат китеп барҙы. “Ғәфү итегеҙ инде, һуңланым”, – тип оялсан йылмайҙы Гөлсәсәк. Мин уға, яҙыусылар менән осрашыу буласаҡ, килһәң ине, тип “Саҡырыу ҡағыҙы” тотторҙом. Ул уңайһыҙланып китте, ләкин риза булды. Уны Рәми менән ятағына тиклем оҙатып ҡуйҙыҡ. Көн һалҡын ине.

Аяғында йоҡа ойоҡ менән туфли. Өҫтөндә – йәйге пальто. Башындағы яулығы ла йоҡа. Хушлашҡанда ҡул бирештек. Ҡулы бәләкәй генә. Өшөгән. Йүгереп ятағына инеп китте.

 

1954 йыл, 13 ноябрь

Һөйләшкәнсә, мин уны шул уҡ метро янында көтөп торҙом. Оҙаҡ торҙом. Килмәне... Әҙәби кисәгә һуңлап ҡына барып индем. Ни сәбәптән килмәне икән Гөлсәсәк? Тимәк, ул мине яҡын күрмәй. Кәрәгем юҡ, тимәк. Кисәнең дә ҡыҙығы табылманы, бөтөр-бөтмәҫ ҡайттым да киттем. Нишләп улай булды? Ни өсөн күрмәнем Гөлсәсәгемде? Баш тулы мең төрлө уй. Уларҙың осона сығырлыҡ ҡына ла түгел.

 

1954 йыл, 20 ноябрь

Гөлсәсәкте күргән дә, һөйләшкән дә юҡ. Дөрөҫөрәге, ятаҡтарына барғыланыҡ. Тик Гөлсәсәккә яҡын барырға ла ҡурҡам. Битараф булған булып тик йөрөйөм. Уйымса, мин уға кәрәкмәйемдер. Ә үҙем ГИТИС ятағына тик уны күреү өсөн генә киләм. Рәми менән дә көнө-төнө уның хаҡында ғына һөйләшәм. Мин дуҫыма эс серемде һөйләйем дә һөйләйем, ул сабыр ғына тыңлай.

 

1955 йыл, 2 ғинуар

Яңы йыл да килеп етте. Беҙҙең институттағы Яңы йылды ҡаршылау кисәһенә ГИТИС студенттары килде. Араларында Гөлсәсәсәк тә бар. Уның менән оҙаҡ бейенек. Кисәбеҙҙе оҡшатты. Икенсе ҡатҡа шыршы ултыртҡайныҡ. Уны мин яурыныма һалып алып ҡайтып урынлаштырғайным. Шыршы яны ярым ҡараңғы. Йәшелле-ҡыҙыллы уттар балҡышынан баш әйләнгән кеүек. Шундай шарттарҙа яратҡан ҡыҙың янда булыу, уның менән бейеү – шул тиклем рәхәт! Ул мине бер аҙ борсолдорорға ла өлгөрҙө. Нишләптер кәйефһеҙ һөйләште. Ҡай саҡта бейергә төшмәй, көйһөҙләнде. Минең дә кәйеф ҡырылды. Бүтән бер ҡыҙ менән бейенем. Рәмзилә мине әрләп китте: “Нимә ҡыланған булаһың? Ғорур берәүҙәр...” Ғорур тип ни... Холҡон аңламайым да ҡуям бит һөйгәнемдең...

Кисәнән һуң ҡыҙҙарҙы ятағына оҙатып ҡуйҙыҡ. Их!.. Был юлы ла Гөлсәсәккә үҙемдең кисерештәрем, хис-тойғоларым хаҡында һөйләргә ҡыйыулығым етмәне бит!

 

1955 йыл, 20 апрель

Ҡыш та үтеп китте. Май байрамы яҡынлашты. Беҙҙең институтта йәнә концерт булды. Күңелһеҙ концерт. Ялыҡтырғыс. Мәғәнәһе аҙ булған һүҙ бутҡаһы.

Байрамға Зинира (Атнабаева) менән Рәмзилә килде. Ҡыялатып ҡына Гөлсәсәк хаҡында һораштым. Ҡыҙҙар мине шелтәләне лә ташланы: “Һин бит үҙеңде үтә һалҡын тотаһың! Гөлсәсәк быны ауыр кисерә. Бөгөн дә һеҙгә килергә йыйынып бөткәс-иткәс кире уйланы”.

“Эй ҡыҙҙар! Һалҡын түгел ул мин. Эсем тулы ялҡын, йөрәгемдә – һөйөү ғазабы! Мин ни бары ҡыйыуһыҙ, шул ғына!”

Рәмзиләне күндерҙем дә саптым уларҙың ятағына. Рәмзилә инеп китте, мин тышта ҡалдым. Йоҡлаған икән, уятып булһа ла алып сығырға ҡуштым. Ниһайәт, Гөлсәсәгем килеп сыҡты! Яланбаш. Халат ҡына кейгән. Әле генә йоҡонан уянғаны һиҙелеп тора. Уны ҡосаҡлағым килде. Баҙнатым етмәне. Тыйылдым.

Шул баҙнатһыҙлығым миңә күпме аяҡ салды! Май байрамына саҡырырға килдем, тигән булдым. Икенсе ергә барырға вәғәҙә биреүен белдерҙе. Бәлки, килермен дә әле, тип өмөтләндерҙе.

 

1955 йыл, 2 май

Урра! ГИТИС-тар беҙгә ҡунаҡҡа килде. Иң мөһиме – араларында Гөлсәсәк тә бар. Был кисәне мин ғүмерҙә лә онотаһым юҡ! Үҙемдең мәғәнәһеҙ ҡыланышым арҡаһында аҙаҡ күпме һыҙландым. Һағышҡа сумдым. Имештер, Гөлсәсәккә битараф булып тик йөрөйөм был кисәлә. Ни өсөн шулай ҡыландым мин? Нишләп улай тоттом үҙемде?!

Көндәр көнгә ялғанды. Ялҡын ҡапҡан йөрәгем һулҡылдап торған әрнешкә әүерелде. Нишләргә миңә? Хат яҙып ҡарайыммы икән? Шулайтырға кәрәктер.

“Гөлсәсәк! Һинең менән шундай хәлдәр булғаны бармы: иртә лә, кисен дә үҙеңә урын тапмай язаланаһың. Эс бошоуға түҙерлек кенә лә түгел. Хатта илағы килә. Үҙеңде ер йөҙөндәге иң яңғыҙ кешеләй хис итәһең. Кемделер күргең, оҙаҡ итеп һөйләшкең килә. Һине аңларлыҡ ундай кеше бармы икәнен үҙең дә белмәйһең. Ә күңелең түрендә һиңә сикһеҙ ҡәҙерле берәү бар. Уны һағынаһың, юҡһынаһың. Ә ул яныңда түгел. Ә һин көндәр, сәғәттәр буйы уның тураһында уйлайһың да уйлайһың. Шул уйыңдан рәхәт сигәһең. Күкрәгең тулы – уға әйтер һүҙҙәр...

Гөлсәсәк! Һинең ошондай тойғоларҙы кисергәнең бармы? Ә мин бына шундай кисерештәр эсендә йәшәйем.

Үҙ кисерештәремә үҙем ышанмай оҙаҡ яфаландым инде. Һиңә иғтибар итмәҫкә, эҫенмәҫкә тырыштым. Ҡыҙҙарығыҙ миңә “үтә ғорурһың” тип тә бөттө. Ә мин хистәремдең ысынмы- юҡмы икәнен һынап бер булдым. Ләкин күпме сыҙарға була был йәнеңде өтә яҙған хистәргә?!

Гөлсәсәк, һин мине, бәлки, аңлап та бөтмәҫһеңдер, ә, бәлки, икәү-ара һөйләшһәк, аңларһың да. Әйҙә, бер етди генә һөйләшәйек”.

Ебәрергәме был хатты, юҡмы? Ә ниндәй яуап килер? Әгәр хис-тойғоларымды селпәрәмә килтерер яуап алһам? Юҡ, һалмайым был хатымды. Уҡыйым да ләззәтләнәм.

Ә бер нисә көндән түҙмәнем, ГИТИС ятағына юл тоттом. Гөлсәсәкте күреү менән йөрәк туларға тотондо. Уны урамға алып сыҡтым. Оҙаҡ итеп һөйләшеп йөрөнөк. Май байрамындағы һалҡын битарафлығым өсөн хәтере ҡалыуын белдерҙе. Үпкәләп һөйләште. Йыуатырға тырыштым, ә үҙем һаман эсемдәген бушатырлыҡ итеп асыла алманым. Ярайһы тәүәккәл, ҡыйыу һөйләшә, бындай сағын беренсегә күреүем. Күңел булманы. Үҙемде көсһөҙ мәжнүн итеп тойоп ҡайтып киттем. Уйланым-уйланым да хат яҙырға булдым:

“Гөлсәсәк! Һөйләштек, әммә әйтергә тип йыйынған күңелемдәге һүҙҙәрем йәнә әйтелмәне. Ҡаушаным. Шиғырҙар уҡыным. Уларҙың һәммәһе лә һиңә арналғанын һиҙгәнһеңдер бит? Мин бит һине тәү күреүҙән үк әллә нишләнем. Күңелдәге был хистәргә ышанырға ла ҡурҡтым. Осраҡлы тойғолар түгелме икән тип икеләндем, шикләндем хатта. Ел-дауылдар ҡубып китеп һүндереп ҡуймағайы, тип тә ҡурҡып йәшәнем. Тойғоларым иһә һүнмәне генә түгел, дөрләй башланы. Һеҙҙең ятаҡҡа тик һине күреү өсөн генә барып йөрөһәм дә, иғтибарһыҙ булып ҡыландым. Һинең яҡтан яуап булмаҫ тигән ҡурҡыу ғазапланы ла ғазапланы. Тора-бара яҙмыштарыбыҙҙы бергә ҡушып хыяллана башланым. Ә уның хаҡында үҙеңә һөйләргә батырсылығым етмәне. Хәҙер минең яҙмышым һинең ихтыярҙа. Бәхетемде һинһеҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым.

Яуап хатыңды көтөп ҡалыусы – Рафаэль. 6.05.55 й.

R.S. Был хатты, зинһар, үҙеңдә генә һаҡла”.

Хатымды һалдым да үҙемдең ҡыйыулыҡҡа үҙем дә шатланып ҡуйҙым. Хәҙер инде ни булһа ла булыр... Ә яуап юҡ та юҡ... Көтөү иң ауыр хәл икәнен шунда аңланым. Ниһайәт, ҡулымда Гөлсәсәктең хаты:

“...Признавайтесь: ведь не я вам нравлюсь, а моя фамилия. Я через наблюдения сделала такой вывод. Если б я была дочерью какого-нибудь монтера, разве вы обратили бы на меня внимания? Конечно, нет. Разве смогу я быть вашей спутницей? Я ведь еще глупая девчонка! Вам нужна другая, лучше меня. Надеюсь, вы такую найдете. Я вами увлекалась, да...

Останемся друзьями. Желаю вам счастья от всей души!

Гөлсәсәк. 11.05. 55”.

Аңлашылды. Ә йөрәктән нисек йолҡоп ташларға һуң һине, ҡәҙерлем?

 

1955 йыл, 28 сентябрь

Һағыныуға түҙерлек кенә лә түгел. Гөлсәсәк менән күрешке килеп тик тора. Түҙмәнем, ятаҡтарына киттем. Барып инһәм, бүлмәлә Фәрҙүнә генә. Гөлсәсәк әле институтта концертта, тине. Тыным бөтөп шунда йүгерҙем. Коридорҙа Вил осраны (Кәримов), килеп күреште. Залдан Гөлсәсәк килеп сыҡты. Өҫтөндә – тәненә һылашып торған ҡара күлдәк. Шундай килешә! Минең тәнемә ниндәйҙер йылылыҡ йүгерҙе. Ул көндән-көн үҙгәрә, йәнә лә һылыулана бара. Уның был матурлығы мине тертләткән кеүек, ҡыйыуһыҙланам да китәм.

Рәмзилә килеп күреште. Әкрәменең килеп китеүен һөйләне.

Урамға Гөлсәсәк менән бергә сығабыҙ.

– Әйҙә беҙгә, Переделкиноға ҡунаҡҡа алып ҡайтам.

– Юҡ, бармайым...

Минең йәнә кәйеф ҡырылды. Нишләп тиҫкәре һөйләшә лә тора был Гөлсәсәк?

– Улайһа, мин дә һеҙгә бүтән килмәйем дә ҡуям.

– Ярар һуң. Ә нишләп?

– Һин гел тиҫкәреләнәһең бит. Минеңсә, был драманы тамамларға ваҡыт...

– Драма түгел дә инде... Трагедия бит.

– Мин һине бер ҡасан да аңлай алмаҫмын буғай. Осрашмаҫҡа кәрәктер. Мин был юғалтыуҙы ауыр кисерәсәкмен. Аныҡһыҙлыҡ ялҡытты.

Гөлсәсәк юғалып ҡалды. Бындай талапсан һүҙҙәрҙе көтмәгәндер. Былай һөйләшеүем уға бик ныҡ тәьҫир итте буғай, бер аҙ һүҙһеҙ ҡалды. Аптырауы йөҙөнә сыҡты. Йылмайырға итә, ә күҙҙәре бойоҡ. Ә мин бер нөктәгә текләп тик торам.

– Йөҙөң Гамлеттыҡы кеүек, – ти бер аҙҙан. – Переделкиноға кейеп барырлыҡ туфлийым юҡ. Ремонтта...

– Ремонт хаҡын түләнеңме һуң?

– Эйе... Иртәгә Чайковский залына концертҡа барайыҡмы?

Мин, өндәшмәйерәк тора торғас, “можно” тип яуап бирәм. Ул еңел һулап ҡуя. Мин үҙем дә, күңелем тулыуҙан, илап ебәрерлек сиккә етәм.

 

1955 йыл, 2 октябрь

...Яратам мин Гөлсәсәкте! Ғазаплы тойғолар менән яратам! Көнө-төнө ыңғай наҙлы һүҙҙәр яҙған яуабын көтәм. Уның хаҡында уйламаған минутым бармы икән? Юҡ шикелле. Хатта институттағы лекциялар ваҡытында уйҙарыма килеп инеп, хыялдарға сумдыра. Әллә аҡылдан яҙаммы икән, тип шөрләп тә ҡуям.

Һин бер ингәс минең тормошома,

Ниндәй йәме һинһеҙ йәшлектең?

Шатлыҡтарым һинһеҙ шатлыҡ түгел,

Тулы түгел һинһеҙ бәхетем.

Күңел тулы моңло һағыш менән,

Һине көтәм, һине һағынам.

Белһәң ине минең хәлдәремде,

Килһәң ине минең яныма.

 

1955 йыл ,10 октябрь

Һағыныуға түҙеп булмай. Киттем ГИТИС ятағына. Гөлсәсәкте саҡырып сығарҙым да, шым ғына урам буйлап атлайбыҙ. Ҡыйыулығымды йыйып һүҙ башлайым:

– Гөлсәсәк, һинең миңә мөнәсәбәтеңде белгем килә. Әйтсе ысынын ғына... Гөлсәсәк борола ла башын күкрәгемә һала. Мин күккә күтәрелгән кеүек тойғолар кисерәм, шатлығымдан нишләргә лә белмәй, уны ҡосағыма алам. Ул тәү тапҡыр минең ҡосағымда! Беҙ шул килеш баҫып тик торабыҙ. Башындағы ебәк яулығы шыуып төшә. Мин ҡосағымдан ысҡындырып, күҙҙәренә текәләм.

– Үҙең бит, әйт, тинең... – тип башын түбән эйә Гөлсәсәк.

Өндәшмәйем. Йәнә ҡосаҡлайым. Үбергә итәм. Үптермәй. Ҡурҡа. Ә мин уны тыңламайым. Ирендәренә ҡаҙалам. Ул һомғол һынын ҡосағымдан һурып ала ла ятағына йүгереп инеп китә.

 

1955 йыл,13 ноябрь

Бөгөн киноға барҙыҡ. “Возраст любви” тип атала. Кино миңә оҡшаны. Музыкаһы шәп. Гөлсәсәккә оҡшаманы. Бәхәсләшеп алдыҡ. Уның ҡарауы, минең ҡосаҡлауыма күнде инде. Уның һылыулығы шул тиклем һоҡланғыс. Мин һөйгәнемдең ирендәрен һағалайым. Оялып башын бора. Үбәм барыбер! Үҙем үлер сиккә етеп онотолам. Ирендәре, шағирҙар әйткәнсе, ҡайнар түгел, дымҡыл. Ул ҡосағымдан һурыла ла тыҡрыҡ буйлап атлап китә. Ә мин урынымда баҫып тик торам. Шунан артынан йүгереп ҡыуып етәм дә күтәреп алам. Ятаҡ ишеге төбөндә өндәшмәй генә баҫып торабыҙ. Ул телгә килә:

– Өфөлә атайым ауырып ята. Ә мин бына...

– Атайың менән әсәйең дә үбешкәндер әле. Боҙоҡлоҡ эшләмәйбеҙ ҙә инде.

Гөлсәсәк өндәшмәй. Йөҙөндә наҙ. Хушлашабыҙ.

Офоҡтарҙа шәфәҡ яна ине

Беҙ хушлашҡан саҡта эңерҙә.

Шул эңерҙең алһыу наҙы кеүек,

Ал яулығың ҡалды елберләп.

1955 йыл, 16 ноябрь

“Гөлсәсәк!

Зинһар, мине аңларға тырыш. Эйе, мин сәйерерәк кеше. Ҡапма-ҡаршылыҡлы.

Һин миңә “яратам!” тип әйт! Беҙ бергә булырбыҙ, тип әйт! Тынысландыр мине! Юғиһә, һинең хаҡтағы уйҙарҙан башым янып бара. Маңлайыма наҙлы ҡулыңды терә. Башымдың яныуын һинең ҡулың ғына һүрелдерә алыр. Һинең ҡулдарың кәрәк миңә. Уларҙы һалҡын кистәрҙә йылытҡым килә, уларҙы сикәмә терәп йоҡлағым килә.

Быйыл уҡ әйт тойғоларың хаҡында. Йәшәргә көс бир, ярҙам ит миңә. Һинең һөнәреңә ҡарамам, ҡулдан килгәнсе ярҙам итермен.

Ҡәҙерлем минең! Һөйөклөм! Яратам!

Һинең Рафаэль”.

 

1955 йыл, 12 декабрь

Улар теге егет менән бергәме икән? Икеһе генә бер бүлмәлә репетиция яһай. Гөлсәсәк – Потапова, ә теге дундук – Смирнов, помещик. А. Чеховтың “Медведь” тигән бер шаршаулыҡ пьесаһын әҙерләйҙәр.

* * *

Юҡ, һин мине барыбер онотмаҫһың,

Оноторға ҡарар итһәң дә.

Ант итһәң дә башҡа күрешмәҫкә,

Мине хатта хурлап бөтһәң дә,

Юҡ, барыбер мине онотмаҫһың!

Һин тәкәббер, беләм бик яҡшы.

Һөйә икән, әйҙә, башын эйеп

Йөрөһөн тинең буғай...

Тик... баҡсы:

Минең һөйөү ундайҙарҙан түгел.

Ул үҙенсә теләй осорға.

Юҡ, теләмәй һуҡыр табыныуҙы

Ялтырауыҡ, ләкин буш йырға.

Башҡа инде хәҙер күрешмәбеҙ,

Һин сығырһың күндәм бер иргә.

Һинең өсөн эшләр бөтәһен дә.

Тик барыбер ғүмер-ғүмергә

Ниҙер етмәҫ һиңә. Донъяң буйлап

Йәшерен һағыш менән атларһың.

Ғүмерлеккә ҡалған шул һағышты

Минең исем менән атарһың.

Юҡ, күҙ йәше менән биҙәкләнмәҫ

Минең һөйөүемдең аҙағы.

Ир намыҫы ижад шатлығына

Буйһондорор йөрәк ғазабын.

Ҡайҙа ғына барма – осратырһың

Минең һөйөүемдең емешен.

Ҡайҙа ғына булма – ишетерһең

Минең йөрәгемдең тибешен.

Юҡ, һин мине барыбер онотмаҫһың,

Оноторға ҡарар итһәң дә,

Ант итһәң дә башҡа күрешмәҫкә,

Мине хатта хурлап бөтһәң дә.

R.S. Шағир Рафаэль Сафиндың йәшел тышлы ҡуйын дәфтәрендәге көндәлектәр ошоноң менән тамамлана. Артабан нимәләр булған икән һуң? Араларына кемдеңдер килеп ҡыҫылыуы төҫмөрләнә кеүек. Рафаэль ағай Гөлсәсәген кемдәндер көнләшә буғай.

Һәр хәлдә, был ике иҫ киткес талантлы кешеләрҙең – даланлы шағир Рафаэль Сафин менән мәшһүр актриса Гөлли Мөбәрәкованың – аҙаҡ килеп ҡауышыуҙары беҙгә мәғлүм. 1961 йылдың 26 авгусында уларҙың улдары тыуа.

Аяз тип исем ҡушалар. Ләкин айырылышалар бит. Мин белгәндә, улар ике яры, ике яңғыҙ ине...

Мин уларҙың икеһен дә яраттым. Таланттарына һоҡландым. Ҡатнашып йәшәнем. Әммә икеһенең дә шәхси кисерештәре хаҡында һорашманым. Ҡыйыулығым етмәне. Ижадтары хаҡындағы мәҡәләләрем дә донъя күрҙе. Икеһен дә һағынам...

Тамара ҒӘНИЕВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

БЕР МӨХӘББӘТ ТАРИХЫ. Көндәлектәр. Рафаэль Сафин
БЕР МӨХӘББӘТ ТАРИХЫ. Көндәлектәр. Рафаэль Сафин
Автор:
Читайте нас: