+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
8 Июль 2022, 19:46

МӘРЙӘМЕМ МИНЕҢ! Бер йырҙың тарихы.

Элегерәк ауылға йәш уҡытыусы эшкә килеүе ҙур бер мәртәбә ише ҡабул ителгән. Быны беҙ ололар һөйләүенән дә, әҙәби әҫәрҙәр аша ла асыҡ күрәбеҙ.  Хәсән Усманов башҡарыуындағы "Мәрйәмем" йырының тарихы ла бит ошо күренешкә бәйле. Ауылға килгән йәш уҡытыусыға арналған йыр тиҙ арала халыҡҡа тарала, күрше ауылдарға, райондарға, хатта өлкәләргә барып етә. Һәм бөгөнгәсә күңелдәрҙе арбап, берсә моңландырып, берсә һағышландырып, ижади ғүмерен йәшәй. Йырсының үҙенә мөрәжәғәт иттек, йыр нисек килеп сыҡҡанын һөйләүен үтендек -

"Мәрйәмем"де күптәр халыҡ йыры, тип уйлай, ләкин улай түгел - авторы бар уның.
70-се йылдарҙа Бөрйән районының Һарағы ауылы егете Сабитулла Хөснөтдинов күрше Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылына ебәрелгән йәш уҡытыусы ҡыҙға ғашиҡ була. Мәрйәм менән Сабитулла араһында һөйөү уты ҡабына, әммә ни сәбәптәндер ғүмере ҡыҫҡа була был мөхәббәттең. Мәрйәмгә булған хистәрен егет йыр аша сағылдыра. Ни тиклем ҡыҙғаныс булһа ла, Сабитулла үҙе лә йәшләй генә фажиғәле һәләк була.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-30641648_44588

 

 

МӘРЙӘМЕМ МИНЕҢ! Бер йырҙың тарихы.
МӘРЙӘМЕМ МИНЕҢ! Бер йырҙың тарихы.
Автор:
Читайте нас: