+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
6 Июль 2022, 21:00

Рәхимйән ташы: Бөрйәндәрҙә генә ҡалған йола...

Бөрйән район һабантуйында таш күтәреү бәйгеһе матур йолаға әйләнеп бара. Быныһы тағы ниндәй тамаша, тип аптырарһығыҙ. Рәхимйән ташын һабантуйға сығарыуға 25 йылдан ашыу була. Эйе, аптырарлыҡ та. 97 килограмм 600 грамм ауырлығындағы ташты байтаҡ ир-егеттәр урынынан ҡуҙғата тора йылда. “Кем була һуң ул, Рәхимйән?” — тип һораусылар күбәйҙе. Эйәрле ат аша дәү ташты ғәйрәтләнеп ташлаған дәһшәтле батыр хаҡындағы легенданы мин бәләкәйҙән ишетеп үҫтем:

Әйткәндәй, Рәхимйән ташы хәҙер музейҙа түгел, уны район хакимиәтенең спорт бүлеге үҙ яуаплылығына алды, йыл да һабантуй майҙанына алып сыға. Ә шулай ҙа ниндәй тарих һаҡлай был таш?
Эйәрле ат аша дәү ташты ғәйрәтләнеп ташлаған дәһшәтле батыр хаҡындағы легенданы мин бәләкәйҙән ишетеп үҫтем. Һуңынан шуны аңланым, мосолман, айырыуса башҡорт донъяһында таш күтәреү борон-борондан үҙе бер матур йола, таһыллыҡ, көс-ғәйрәт һәм батырлыҡ күрһәтеү символы булған икән.
Ғалимдар самалауынса, бынан дүрт мең йыл элек был ерҙәрҙә торған Урал батыр ҙа әлеге изге йоланы үтәгән. Тарихында бына нимә тиелә:
Етмеш батман ауырлыҡ,
Бер ҙур ташты тапҡандар
Һомай Уралға ҡарап:
— Күтәреп ҡара тигән, ти,
Ә Урал батыр ике уйлап та тормаған:
Йоҙороҡлап һуҡҡан, ти,
Таш тәгәрәп киткән, ти,
Шунан алып ҡулына
Ташты атҡан һауаға,
Таш киткән, ти, атылып,
Күрер күҙҙән юғалып...
Башҡорт халыҡ ижадынан “Ҡамыр батыр” әкиәтендә лә: ” Ҡыҙ батша өй ҙурлығы бер ташты ике ҡуллап баш осона саҡ-саҡ күтәргән дә кире урынына ҡуйған. Ә Ҡамыр батыр ул ташты етеҙ генә күтәреп алып, тау аҫтына уҡ ырғытып ебәргән”, — тиелә.
Үҙебеҙҙең төбәк тарихында ла таш күтәреү миҫалдары күп. Алыҫтағыһы, Бабсаҡ менән Күсәк бей тарихында һөйләнелә: “Бабсаҡ бер үҙе көйө әллә күпме ер-һыу үтеп йөрөй торғас, бик бейек бер тауға килеп сыға. Уҡ-һаҙаҡтарын һалып, бер аҙ тын ала ла, тауҙың нәҡ зыңҡыһына менеп, тирә-яҡҡа күҙ йөрөтөп сыға. Ҙур яландың ҡап уртаһында күбә дәүмәлендәй бер нәмәнең ятҡанын күреп ҡала. Эҙләй торған януарҙың шул икәнен белгәс, аяҡ аҫтында ятҡан баш ҙурлыҡ ташты алып, уятырға итеп, йоҡлап ятҡан януарға ырғыта. Таш януар алдына барып төшөп, ерҙе аҡтарып инеп китә”.
Килдеғол урта мәктәбе янындағы ”Тыуған төйәкте өйрәнеү музейы”на урынлаштырылған Рәхимйән ташы ла төрлө легендаларҙың килеп сығыуына сәбәпсе. Бер йыл Әбйәлилдәге һабантуйҙарҙың береһендә таш күтәреү ярышы ла булған икән. “Ниңә таш күтәртәһегеҙ?” — тигәстәре, ”Бөрйәндәр шулай итә”, — тип яуаплағандар, ти. Һүҙ ҙә юҡ, был матур йола башҡортомдоң милли ярышы төҫөн алып, тотош республика күләмендә лә таралып китһә, бик мәслихәт булыр ине. Үрҙә әйтелгәнсә, әкиәттәрҙә һәм сал тарих биттәрендә тасуирланған башҡортомдоң бәһлеүәнлек символын яңыса һыҙаттарҙа бөгөнгә ҡайтарыу тигән һүҙ ул.
Рәхимйән ташы райондаштарыбыҙға бик яҡшы таныш. Йыл һайын район һабантуйында был таштың үҙен йәки оҡшашын күтәреп, бәһлеүән ир-егеттәребеҙ асыҡланып тора. Ә исемле таш үҙе 1994 йылда Байназарҙың Ҡарайғыр яланында уҙғарылған Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында тәүге тапҡыр ярыш майҙанына сығарылды һәм шуныһы ғәжәп хәл булды — бик күп ир-егеттәр тырыштырып ҡараһа ла, беренселекте һәм приз һарығын Рәхимйәндең нәҫеленән булған, Һарғая ауылынан Салауат Килдейәров исемле егет алды. Икенсе урынды заманында физик көс йәһәтенән районды таң ҡалдырған Ҡыпсаҡ бәһлеүәне Кәбирҙең ейәне Даян Хамматов яуланы.
 
КЕМ БУЛҒАН ҺУҢ УЛ РӘХИМЙӘН БӘҺЛЕҮӘН?
 
Килдеғол ауылында торған 1798 йылғы Иғасурин Яхъяның (Ахунйән исемле улы йәшләй үлгән) берҙән-бер улы Муллағәләмдең өс улы — Шәмсетдин, Хөбөтдин һәм Мәхмүтдиндән таралған беҙҙәге Яхиндар. Уларҙы алыҫ быуындарынан һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ көрәшселәр (Рәхимйәндең бер туған апаһы Баҙыян инәйҙең улы Мәһәҙи Фәтҡуллиндың заманында күп йылдар буйы районда беренселекте бер кемгә лә бирмәүен иҫкә төшөрөү ҙә етә), ҡурайсылар, аң-белемгә зирәк, эшкә әрһеҙ һәм талымһыҙ, сәмсел, сос, ныҡышмал һәм маҡсаттарына ирешеүсән зат тип беләләр беҙҙә.
Рәхимйән Шәмсетдиндең өс улының уртансыһы була. Затына тартып, бәләкәйҙән зирәк, сос һәм көслө булып үҫә.
1950 йылда Шелково ҡалаһында ҡыҫҡа сроклы курста уҡып ҡайтҡас, күрше Һарғая ауылында (Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы) сайыр оҫтаһы булып эш башлай. Тап шул ваҡытта башлана ла инде уның мәрәкә мауығыуы. Һарағынан Һарғаяға эшкә йөрөгәнендә, ауылдан өс саҡрым тирәһе ерҙә, матур ғына аҡланW-үҙәктә йомро ғына ҙур аҡ таш күреп ҡала ла атынан төшә. Ярым ергә һеңгән ташты урынынан ҡумшыта — һәлмәк кенә икән — унан ғәйрәтләнеп түшенә тиклем күтәрә лә юлдың арғы ситенә сығарып һала. Кис, эштән ҡайтышлай йәнә атынан төшә — таныш ташты күтәреп юлдың бирге яғына килтереп бәрә... Ғәҙәтенә инеп китә бының, көн дә ташты урынынан ҡуҙғата. Миҙгеле лә матур бит, ҡоштары һайрап, бөтә тереклек уяна башлаған илһамландырғыс яҙ, егерме йәшлек типһә тимер өҙөрлөк йәш кешенең йөрәге дарҫлап типкән, көс-ғәйрәтенең ташып торған сағы... Әҫәрләнеп, күңел кинәнесе менән башҡара быны. Төп эшен дә ихлас башҡара егет, сайыр һыҙыу планы үтәлә, мөшкәттәр балауыҙҙай һары сайыр менән тулышҡас, уларҙы йыйыу башлана, йәй көҙгә ауыша... Бер көндө Рәхимйән ағай-энеләре менән Һарғаяға китеп бара. Таш тапҡырына килеп еткәс атының теҙгененән тарта был: ”Әйҙәгеҙ, ағай-эне, бынауында туҡтап, ял итеп китәйек”, — ти. Егеттәр аттарынан төшәләр, тәмәке тоҡандыралар, ергә сүгәләйҙәр. Рәхимйән: “Ҡалай йәтеш таш бынауы, күтәреп ҡарайыҡмы әллә?” — ти. Һи-и, уны ғына булдырабыҙ инде, тиешә тегеләр. Сәлимйәндең аты кәүҙәле, бейек — рысак, ә Рәхимйәндеке тәпәш кенә Монголка исемле.
“Минең ат аша ташлап ҡарайыҡ ташты”, — ти Рәхимйән. Тотона егеттәр “ҡомдан арҡан ишергә”. Береһе күтәрергә маташа, икенсеһе, өсөнсөһө — булмай, тәү ҡарашҡа ҡойто ғына күренһә лә, тос ҡына икән, ҡәһәрең, тиешәләр. Сират Рәхимйәнгә етә. Рәхимйән, тырыштырып ҡарайым әле, тигән ҡиәфәт менән ташҡа яҡынлай, унан ташты ерҙән һелкетә тартып ала ла, башы осона шул ыңғайы күтәреп, янында торған Монголкаһы аша түгел, ә ағаһы Сәлимйәндең оҙон ботло арғымағы эйәре өҫтөнән әллә ҡайҙа уҡ ырғытып ебәрә. Егеттәр “ах!” итә, һай, оттоң бит, Рәхимйән, ағайҙарыңдың танауҙарына сирттең, шилма, тиешәләр.
1940 йылғы Ғәлимйән ҡоҙам Яхин: “Рәхимйән ағайҙың Кордонда ла ташы булды, Ҡыпсаҡҡа йөрөшләй уныһын да ташлап йөрөгән, — тип һөйләй, — шул тиклем ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ кәрәк бит бының өсөн, ә ул бер йыбанмай, беләгендә көс уйнап торған, уны кәрәктә күрһәтә лә белгән, тик булмышында һис маһайыу булмаған”. Һуңғараҡ тағы шуны ла өҫтәне: ”Рәхимйән ағайҙарҙың урыҫ ҡапҡаһы ине. Шул ҡапҡаны шар асып ҡуя ла икән, 16 килограмлыҡ герҙы был яғынан ташлап, йүгереп сығып теге яғынан тотоп ала торғайны, тип һөйләр ине замандаштары”.
Рәхимйәндең йәштәше, 1930 йылғы Нух ағай Көмөшбаев Рәхимйән хаҡында күп хәтирәләр һөйләп ҡалдырҙы миңә. Рәхимйәндең йәшләй генә фажиғәле үлеп ҡалыуына үкенеп алыр ине. Таш ятҡан урынды ла ул өйрәтте. Яхин Фазылйән кейәүемдең “быт-быт”ында (Т-25 тракторы) 1993 йылдың 25 майы көнө ташты урынынан барып алып ҡайтыуыбыҙ бөгөнгөләй хәтеремдә. Мәктәптә һуңғы ҡыңғырау тантанаһы булғандан һуң сығып кит кәйнек, көн шул тиклем матур ине. Ергә һеңгән ташты ҡаҙып сығарып таҙартҡас, Нух ағай тубығы тиңенә тиклем ташты күтәреп беҙҙе аптыратты, үҙе: “Рәхимйән осоронда мин быны күкрәккә тиклем ала торғайным”, — тине.
Өсәүләп арбаға ташты күтәреп һалдыҡ та ҡайтып киттек. Ауылға ингәс, ыңғай бригада келәтенә алып барып, келәт мөдире Искужин Рафиҡ ҡустынан ташты үлсәттек. Рәхимйәндең ҡулында уйынсыҡтай ғына уйнаған таш 97 килограмм 600 грамм тартты.
 
БӨГӨН БƏҺЛЕҮƏН ТАШЫ ИҢ ҮҘЕНСƏЛЕКЛЕ ЭКСПОНАТ БУЛЫП МУЗЕЙЫБЫҘҘА ҺАҠЛАНА. ƏММƏ БАТЫРҘАРЫБЫҘ, БАҺАДИРҘАРЫБЫҘ КӨС-ҠЕҮƏТ КҮРҺƏТƏБЕҘ ТИ ИКƏН, УЛ МАЙҘАНҒА СЫҒАРЫУҒА ҺƏР ВАҠЫТ ƏҘЕР, СӨНКИ УЛ — РƏХИМЙƏН ТАШЫ, БАТЫРЛЫҠ СИМВОЛЫ.
 
Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН,
Бөрйән районы.
"Шоңҡар" журналы, 2020 й.
Рәхимйән ташы: Бөрйәндәрҙә генә ҡалған йола...
Рәхимйән ташы: Бөрйәндәрҙә генә ҡалған йола...
Автор:
Читайте нас: