+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
1 Июль 2022, 15:19

ТАНЫЛҒАН ЙƏШ ЙЫРСЫ АЙТУҒАН ҒƏЙЗУЛЛИН:

Атайым мине ике тапҡыр үлем тырнағынан ҡурсалап алып ҡалды. Бөтә донъяны тетрәткән авиаһәләкәтте иҫләйһегеҙҙер. 2002 йылдың 1 июлендә Германияға юл тотҡан самолет ҡолап, күҙ асып йомған арала бихисап балалар ғүмере ҡыйылды.   Атайымдың күңеле бик һиҙгер һәм нескә. Кешеләрҙе бер-береһе менән күрер күҙгә күренмәй торған нескә ептәр бәйләй бит. Бына атайым менән минең арала ла ундай бәйләнеш бар. Үҙенең әлеге көслө һиҙемләү тойғоһо арҡаһында ул мине ике тапҡыр үлем тырнағынан ҡурсалап алып ҡалды тип әйтһәм дә була. Эйе, ике мәртәбә! Мәскәүҙә Гран-при яулағас, ҡиммәтле бүләктәр менән икенсе конкурсҡа саҡырыу ҡағыҙы ла бирҙеләр. Ул сит илдә уҙғарылырға тейеш ине. Әммә ҡатнашыусы балалар, ата-әсәһе менән түгел, ә ойоштороусылар менән генә осорға тейеш ине. Атайым мине яңғыҙымды ғына ебә реүгә ҡырҡа ҡаршы булды. Илап тороп ҡалғаным хәтеремдә. Бөтә донъяны тетрәткән авиаһәләкәтте иҫләйһегеҙҙер. 2002 йылда Германияға юл тотҡан самолет ҡолап, күҙ асып йомған арала бихисап балалар ғүмере ҡыйылды. Конкурсҡа юллама нәҡ шул рейсҡа иҫәп ләнгән ине. Хоҙайҙың ҡөҙрәте һәм атайымдың һиҙгерлеге арҡаһында мин ул самолетка эләкмәй ҡалдым… Икенсе осраҡ өлкәнерәк йәштә булды.

Мәскәү ҡалаһындағы Гнесиндар исемендәге музыка колледжына уҡырға ингәс, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә урынлаштым. “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тип, бер мәл атайым Өфөгә ҡайтыуымды үтенеп шылтырата башланы. Уның һүҙенә ҡолаҡ һалып, эшмәкәрлегемде ҡалдырып торорға тура килде. Һуңғараҡ әлеге ансамбль осҡан самолеттың ҡолауын ишетеп хайран ҡалдым. Был юлы ла атайым үҙенең эске тауышын дөрөҫ ишеткән, күрәһең.

2002 йылдың 1 июленән 2-һенә ҡараған төндә, урындағы ваҡыт буйынса 23 сәғәт 35 минутта, Германия күгендә “Башҡортостан һауа юлдары”ның “ТУ-154М” авиалайнеры менән “Боинг-757” йөк самолеты бәрелешә. Швейцария фирмаһы диспетчерының хаталаныуы арҡаһында фажиғәлә 71 кешенең, шул иҫәптән 52 баланың, ғүмере өҙөлдө. Мәскәү — Барселона рейсындағы пассажир­ҙарҙың күпселеге Башҡортос­тан­дан ине. Улар Испанияға ялға юлланғайны.

Рәсәй самолеты экипажы ағзалары һәм һәләк булған балаларҙың барыһы ла Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде. Унда уларҙың иҫтәлегенә мемориал асыл­ды. “Өфө” аэропортында иһә һәләкәткә осраған экипажға һәйкәл ҡуйылды. Германияның Юберлинген ҡалаһында ла мәрхүмдәрҙең иҫтәлеге мәңгеләштерелде.
Йыл һайын мемориалдар янына һәләк булғандарҙың туғандары йыйыла, ҡәберҙәргә сәскә һала.

Иҫкә алайыҡ. Бала ҡайғыһын күрергә яҙмаһын.

ТАНЫЛҒАН ЙƏШ ЙЫРСЫ АЙТУҒАН ҒƏЙЗУЛЛИН:
ТАНЫЛҒАН ЙƏШ ЙЫРСЫ АЙТУҒАН ҒƏЙЗУЛЛИН:
Автор:
Читайте нас: