-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
29 Июнь 2022, 17:00

«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»

53 йыл ғүмерен Салауат дәүләт драма театрына бағышлаған, береһенән-береһе сағыуыраҡ ролдәр ижад итеп, милли театр сәнғәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған сәхнә әһеле Башҡоростандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов хаҡында беҙҙең сайтта:

«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»

Рафаэль Сәлихов 1932 йылдың 11 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында донъяға ауаз һала. Бала сағы, үҫмер йылдары ҡәһәрле ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Нәҫелендә сәнғәт әһелдәре булмаһа ла, Рафаэль Ғирфан улының театрға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бәләкәйҙән килә. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ, гармунда оҫта уйнағас, ауылдағы оло апайҙар уны тула баҫыу, ҡаҙ өмәләренә, аулаҡ өйҙәргә йөрөтә, мәктәптә төрлө концерттарҙа, уҡытыусылар менән спектаклдәрҙә ҡатнаша. Етенсе класты тамамлағанда уҡ уны «артист» тип йөрөтәләр. Бала саҡтан уҡ сәхнә хаҡында хыяллана ағайыбыҙ. Хәтирәләрендә лә ул шул хаҡта бәйән итә:

– Беҙҙең ауылға йылына бер нисә тапҡыр Ауырғазы колхоз-совхоз театры килеп, йә концерт, йә спектакль күрһәтә. Театрҙың иң абруйлы кешеһе, директоры Ибраһим ағай Әхмәров ҡатыны Зәкиә апай менән беҙгә фатирға төшөрҙәр ине. Ә кисен уларҙың сығыштарын ҡарарға юлланам. Артистарҙың уйнағандарына, ролдәренә күҙ һалып, әллә ниндәй сихри донъяларға инеп китәһең. Шулай бер нисә мәртәбә килеп киткәндән һуң, уйындарын отоп алып, шулар булып ҡыланырға әүәҫләнеп киттем. Был хаҡта сит кешеләргә әйтеү юҡ. Бер килгәндәрендә А.Мөбәрәковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бисәкәй» спектаклен күрһәттеләр. Зәкиә апай Шәрийә тигән кире ҡатынды уйнай, ә Әҙһәм Мифтахов исемле һуғыштан яраланып ҡайтҡан артист зәңгәр күҙле сибәр колхоз председателе ролендә. Уларҙың иҫте китерерлек итеп уйнауҙары хәтерҙә ҡалған. Бына шуларҙы ҡарап, миңә артист «ене» ҡағылды ла инде. Ҡазандан һуҡырҙар бригадаһы ла килә ине, уларҙы ла үҙебеҙҙә фатирҙа ҡабул итәбеҙ. Баянсылары ниндәй генә көйҙәр уйнамай! Миндә лә гармун уйнау дәрте ҡуҙғалды. Атайымдарҙы көсләп, барлы-юҡлы, күпмелер бот картуфтарын һаттырып, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ямбай ағайҙың гармунын алдыҡ. Уйнай белмәһәм дә, дәрт бар. Йәнһеҙ гармун телдәренән көй сығарырға төндә мунсала яңғыҙым тырышып-тырмашып өйрәндем. Шунан оло апайҙар аулаҡ өйҙәргә саҡыра башланы. Ул ваҡытта телевидение, радио юҡ, тик ауыл советы бинаһында ғына ҡара тәрилкәле радио бар. Унан Өфөнән, Ҡазандан концерттар бирәләр. Шунда йырсы артистарҙың фамилияларын белә башланым. Гөлсөм Сөләймәнова, Зифа Басирова, Фәхри Насретдинов, Хәбир Ғәлимов, Әсмә Шайморатова һәм башҡа күп артистарҙың йырын ишетеп йырлап, өйрәнеп үҫтем. Йылдар үтте, ә Ауырғазы театры бер ҙә иҫтән сыҡмай. Ауырғазы тигән һүҙ шундай матур яңғырай, моңло ла, дәрт тә бирә, хыялымда әллә ҡайҙарға алып китә. Ә артистар ниндәйҙер мөғжизәле, серле, елкендергес, изге кешеләр булып күренә. Үҙемде театр донъяһында күреү теләге мине Өфө театр-сәнғәт училищеһына алып килде.

Училищены тамамлағандан һуң, егетте, хыялында йөрөткән Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрәләр. Был театр 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсерелә. Рафаэль Ғирфан улы ярты быуаттан ашыу ғүмерен ошо коллективҡа бағышлап, әллә күпме сағыу образдар ижад итә. Лирик-романтик пландағы актер, башлыса, төп ролдәрҙе башҡара. Быға уның моңло тауышы ла булышлыҡ иткәндер. «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Зәңгәр шәл»дәге Булат, «Аршин мал – алан»дағы Аскер, «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Закир һәм башҡа әллә күпме образдары менән тамашасы һөйөүен яулай. Тап ошо йүнәлештәге тырыш хеҙмәте уны алдынғы артистар рәтенә сығара, танылыу яулата. Ижади һәләте һәм уңыштары өсөн Рафаэль Сәлиховҡа Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, «Почет билдәһе», «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, дипломдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 1986 йылда республика театр сәнғәте фестивалендә актер «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында билдәләнә, 1996 йылда «Иң яҡшы йыл актеры» тип таныла.

Тамашасыларҙың, халыҡтың һөйөүенә күмелгән шәхесте коллегалары ла тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Наилә Сәфәрғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:

– Тыуған театрына 53 йыл тоғро хеҙмәт иткән Рафаэль ағайҙың тормошо матур бер йыр кеүек булды. Уның тураһында һөйләгәндә, һоҡланыуҙан башҡа һүҙ юҡ, һәр ваҡыт яратҡан, тоғро тамашасыларының көслө алҡыштарына күмелер ине. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, ул хеҙмәт эшмәкәрлеген Ауырғазы колхоз-совхоз театрында башлай. Йәш, талантлы актерҙың тәүге аҙымдары һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Гастролдәр, гастролдәр, һәр ваҡыт юлда уҙған ғүмер. Аслыҡтан, һыуыҡлыҡтан йонсоған халыҡтың рухын күтәрергә, яҡты киләсәккә өмөт уятырға кәрәк ине. Тәгәрмәсле театр актерының еңелдән булмаған хеҙмәт «һурпаһын» төбөнә хәтлем эсеп бөттө ул. Уның менән бергә Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Көҙән башҡорто» спектаклендәге Зәки Вәлидиҙең тоғро дуҫы һәм көрәштәше Әбделҡадир Инан образы өҫтөндә эшләүебеҙ әле һаман күҙ алдымда. Ул яҡын дуҫын юғалтҡан, ҡайғынан бөгөлөп төшкән образда тамашасы алдына сығып, шым ғына, күңелдәргә инерлек итеп үҙенең монологын – башҡорттар тураһындағы легенданы һөйләне.

Зөһрә Әминева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:

– Рафаэль ағай менән бергә 40 йыл эшләнем. Уның тураһында һөйләй башлаһаң, көн дә, төн дә етмәҫ кеүек. Ул шул тиклем күп яҡлы шәхес ине. Ниндәй генә ролдәр башҡарманы. Тауышы моңло булғанғамы, күберәк йырлы образдарҙы уйнаны. Боронғо башҡорт көйҙәрен һуҙып ебәргәндә бөтә донъяңды онотоп тыңлайһың. Байтаҡ спектаклдәрҙә бергә уйнауыбыҙ менән бәхетлемен. «Башмағым»да ул – Вафа, мин – уның ҡатыны, «Әбейҙәргә ни етмәй?»ҙә ул – Абдулла, мин – Хәнә, «Зәңгәр юлдар»ҙа ул – Тәбрис, мин – Фаягөл. Ниндәй генә спектаклде алһаң да, һәр образды еренә еткереп башҡарҙы. Эшләй башлаған ваҡытта төплө кәңәштәрен күп бирҙе. Ипләп кенә: «Зөһрә һылыу, ошолайыраҡ итеп эшләп ҡара әле. Нисегерәк булыр икән?» тип әйтер ине. Спектаклдән һуң мотлаҡ килеп арҡанан һөйҙө, яратты. Һәр актерға йылы һүҙ табып, бөйөк кимәлдә уйнайһың, тип күңелен күтәрҙе. Ҙур рәхмәт уға, ярҙамын аҙ тойманым. Уға тиңләр башҡа актер ҙа юҡ һымаҡ. Холҡона килгәндә, баҫалҡы, йомшаҡ күңелле, ғаиләһендә хәстәрлекле атай, тоғро тормош иптәше булды. Хәләле Венера менән ғаиләлә бынамын тигән ике ул үҫтерҙеләр. Өлкәне Азамат Сәлихов әлеге көндә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры. Ололарға ололоҡло, кеселәргә кеселекле була белде. Уның йылы кәңәштәренә әле лә мохтажбыҙ. Беҙҙе тәмле итеп бешергән ризыҡтары менән һыйлар ине: салатын да әҙерләй, ашын, бутҡаһын да бешерә, ҡыҫҡаһы, белмәгән нәмәһе, ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Яланға алып сығып үләндәрҙе нисек йыйырға, уларҙың төрҙәре тураһында һөйләне, һепертке бәйләргә лә өйрәтте. Оло быуын артистары араһынан донъя көтөргә өйрәткәне Рафаэль ағай булды.

Эйе, Рафаэль Ғирфан улы тынғыһыҙ, мәшәҡәтле эшенә ҡарамаҫтан, берҙән-бер генәһе Венера апай менән өлгөлө ғаилә ҡорған, бынамын тигән балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улы Азамат Сәлихов та атаһын шул тиклем йылы хәтирәләр менән иҫкә ала:

– Атайым минең өсөн һәр ваҡыт идеаль кеше булды һәм шулай булып ҡала ла. Тормошон, яҙмышын тағы бер барлайһың да, аптырап ҡуяһың. Ғәжәпләнерлек бит! Уның быуыны ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килгән. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, ул быуын кешеләре үҙҙәренең тормошон ҡора белгән, маҡсаттар ҡуйып алға ынтылған. Уның Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында һөйләгәне әлегеләй хәтеремдә. Һуғышҡа алынған алты ағаһының береһе лә әйләнеп ҡайтмаған. Шулай уҡ ауылдағы бөтә ир-егеттәрҙе лә фронтҡа оҙатҡандар. Ауылда быуындары нығынып та бөтмәгән бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарт-ҡоролар ғына ҡалған. 12 йәшлек атайым һуғыш йылдарында хат ташыусы булып эшләгән. «Ниндәй хәбәр еткерермен икән?» тип ҡайғырыр инем хат таратҡанда, сөнки һуғыштан күптәрҙең ҡара ҡағыҙҙары килде, тип һөйләне ул. Уйлап ҡарағыҙ, 12 йәшлек бала күңелендә ниндәй йөк йөрөткән, ниндәй кисерештәр менән йәшәгән. Гастролдән ҡайтҡанын көтөп ала алмай торғайным инде. Күтәреп ҡосағына алыуы, баштан һыйпап яратыуы әлегеләй күҙ алдымда. Ҡайҙа ғына гастролгә бармаһын, уны һәр ерҙә белерҙәр, танырҙар, ҡолас йәйеп, үҙ туғаны кеүек ҡәҙерләп ҡаршы алырҙар ине. Уның ике йорто, ике яҙмышы булды: береһе – беҙ, ғаиләһе, икенсеһе – театр. Ике йортон да берҙәй алып барҙы, берҙәй яратты. Шулай ҙа, театрҙы беренсе урынға ҡуйғандыр, тип уйлайым.

Гөлфирә Сафиуллина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:

– Уҡыуҙы тамамлап театрға эшкә килгәндә Рафаэль ағайҙың гөрләтеп ижад иткән мәле ине. Уның менән бер нисә спектаклдә бергә уйнарға тура килде. Һәр ваҡыт тыныс ҡына үҙ ролен башҡарҙы, бер кем менән дә конфликтҡа инмәне. Матур йырланы, тауышына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Гастролдәргә лә бергә сығырға насип булды. Уның бер «тылсымлы» сумкаһы бар ине, эсендә нимә генә юҡ. Рафаэль ағай, шул әйбер кәрәк ине тиһәң, мут ғына йылмайып, шаян һүҙен әйтеп, сумкаһын асып ебәрер ине. Ул, ысын мәғәнәһендә, театрыбыҙҙың аҡһаҡалы булды.

Фәтих Ҡолһарин, Башҡортостандың халыҡ артисы:

– Миңә лә Рафаэль ағай менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Тәртип яғынан ныҡ бөхтә була торғайны, бөтә нәмә үҙ урынында. Был һыҙатына гел һоҡланып ҡараным. Тыныслығы, баҫалҡылығы менән минең өсөн үрнәк булды. Рафаэль Ғирфан улы төрлө ролдәр башҡарыуы менән бәхетле булғандыр. Таланты төрлө яҡлы ине. Көслө, аһәңле тауышы менән башҡорт йырҙарын башҡарыуы хайран итер ине. «Райхан» йырын үҙенә генә хас, үҙенең генә моңо менән һуҙҙы. Рафаэль ағай тураһында тик изге, йылы хәтирәләр генә һаҡлана күңелдә.

Нәүфилә Яҡупова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:

– Беҙ сәнғәт институтын тамамлап Салауат театрына эшкә килгәндә, Рафаэль ағайҙың ең һыҙғанып ижад иткән мәле ине. Уның менән бергә сәхнәлә күп спектаклдәрҙә уйнарға тура килде тип әйтә алмайым, әммә шулай ҙа аҙ ғына булһа ла уйнау бәхете тейҙе. Һәр ваҡыт бөхтә, матур кейенер ине. Үҙенә лә, коллегаларына ла талапсан булыуы менән хәтерҙә ҡалған Рафаэль ағай. Яңы ғына институт тамамлаған, сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан йәштәргә ул ихтирам, иғтибар менән ҡарай торғайны. Беребеҙҙе лә айырманы, барыһына ла тигеҙ ҡараны, ныҡ ярҙамсыл булды, төплө кәңәштәрен бирер ине. Арҡанан һыйпап, йылы һүҙҙәр әйтеп, күңелдәрҙе күтәрҙе. Рафаэль Ғирфан улын, һис шаштырмайынса, ысын артист ине, тип әйтә алам.

Миңдулла Иҙрисов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортстандың халыҡ артисы:

– Рафаэль ағайҙың Салауат театрына һалған көсө, хеҙмәте бик ҙур. Беҙ уның менән 1972 йылда таныштыҡ. Тауышы бик моңло булғанғамы, ул йырлы-драматик ролдәрҙе күберәк башҡарҙы. Бик кешелекле булды, яңы килгән йәштәргә лә сәхнә телдәрен теләк менән өйрәтте. Һәр бер спектаклдән, репетициянан һуң уй-фекерҙәрен белдерер, кәңәштәрен бирер ине. Эшләгән дәүерендә ул директор вазифаһын да башҡарҙы, партия ойоштороусыһы ла булды. Шул саҡта коллективтың мәнфәғәттәрен яҡлап гел йыйылыштарҙа сығыш яһаны. Гастролдәр ваҡытында артистарҙы йортҡа төшөрә торғайнылар бит, Рафаэль ағайҙы һәр ерҙә ҡолас йәйеп, ихлас ҡаршы алырҙар, әллә ҡайҙан танырҙар ине. Рафаэль ағай тураһында бер туҡтамай әллә күпме һөйләп була. Уның тураһында күңелдә тик йылы хәтирәләр генә һаҡлана.

Ошондай хәтирәләр ярты быуаттан ашыу өҙлөкһөҙ бер театрға хеҙмәт иткән актерҙың тамашасыларының, халҡының һөйөүенә күмелгән, коллегалары араһында һөйөү ҡаҙанған шәхес булыуын иҫбатлай. Рафаэль Ғирфан улы Салауат театрын ғүмерлек мөхәббәтем, тип атаған. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Үҙе әйткәнсә, Рафаэль Ғирфан улы, ҡояш булып балҡып, кешеләргә яҡтылыҡ, йылылыҡ, изгелек бөркөп йәшәгән. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек яратҡан тамашасыларының, коллегаларының, туғандарының һәм яҡындарының күңелендә мәңге һаҡланыр. Бөйөк сәхнә әһеленең тынғыһыҙ ижад юлы сәнғәткә хеҙмәт итеүҙең, һөнәргә һәм тамашасыға тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө булып тора.

Динә БӘШИРОВА

«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
«Салауат театры – мәңгелек мөхәббәтем»
Автор:
Читайте нас: