+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
3 Июнь 2022, 10:36

«Башҡорт ҡырмыҫҡаһы»

«Юлым төштө Украинаға» - 

Йәмәғәт эшмәкәрлеге башҡорт яугирҙары – «Төньяҡ амурҙары»ның 1812 йылғы Ватан һуғышындағы данлы тарихын мәңгеләштереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән рәссам-дизайнер Илдар Шәйәхмәтов хаҡында яҙырға йыйынып, белешмә туплағас, уның башҡарған эштәренең иң ҙурҙарын, әһәмиәтлеләрен генә теҙеп яҙып сыҡҡан хәлдә лә, бер журнал етмәйәсәген аңланым. Рәсәй Федерацияһының Дизайнерҙар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге дәүләт символикаһы комиссияһы ағзаһы, Бөтә Рәсәй геральдика йәмғиәте ағзаһы, Халыҡ-ара Рус символикаһы академияһы төбәк йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан республикаһы буйынса кәңәшсеһе ул.

Шулай ҙа иң илһамланып башҡарған шөғөлө, хатта тормош рәүеше – Башҡортостандың «1-се Башҡорт атлы полкы» – «Любизар» хәрби-тарихи клуб төбәк йәмғиәт ойошмаһы менән етәкселек итеүҙер. Халыҡ араһында яратып «Төньяҡ амурҙары» тип йөрөтөлгән был клубты ойоштороусыларҙың береһе ул бөгөнгө геройым. Бына ошо клуб эшмәкәрлеге сиктәрендә күп тарҡырҙар Бородино яланындағы хәрби-тарихи сараларҙа 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙ башы сифатында ҡатнаша.

Ул Бородино, Смоленск һәм Лейпциг хәрби-тарихи фестивалдәрендә ҡатнашып, 1812–1814 йылдарҙағы башҡорт яугирҙарының кейемен һәм ҡоралдарын күрһәтә.

Можайск ҡалаһы эргәһендә Марфин брод биҫтәһендә Бородино дәүләт музей-ҡурсаулығы биләмәһендә урынлаштырылған һәм 2010 йылдың 4 сентябрендә асылған 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан 1-се Башҡорт атлы полкына арналған монументаль һәйкәл проекты авторы һәм йәмәғәт башланғысында ойоштороусыһы ла Илдар Шәйәхмәтов.

Шулай уҡ «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клуб төбәк йәмғиәт ойошмаһының «Башҡорт халҡының хәрби даны. 1812–2012» иҫтәлекле миҙалының проект һәм дизайн авторы ла булып тора.

Үҙ ҡулдары менән Башҡорт дәүләт университеты филиалы – Сибай

институты коридорында ҡуйылған «Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй… – «Төньяҡ амурҙары» 1812 йылғы Ватан һуғышында» барельеф

композицияның – монументаль панноны гипстан эшләй ул. Барельеф композицияның оҙонлоғо 20 метр, бейеклеге 185 см.

Ошо уҡ темаға, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 2007 йылда үткәрелгән «Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй…» күргәҙмәһен ойоштора.

Тарихты яҡшы белгән рәссам булараҡ, ул Башҡортостан Республикаһының З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 2012 йылдың апрелендә баҫылып сыҡҡан «Любезники-любизар» балалар өсөн буяу китабының автор-төҙөүсеһе була. (Рәссамы Ҡужин А.Г.)

Баш ҡалабыҙ Өфөлә, «ДизайнПолиграфСервис» нәшриәтендә баҫтырылған, «Башҡорт халҡының хәрби даны» альбом-китабының авторҙашы булыу менән бер рәттән «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клуб төбәк йәмғиәт ойошмаһы» мәҡәләһе авторы булып тора.

2012 йылдың июнь айында Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап үткәрелгән хәрби-тарихи реконструкцияның инициаторы, консультанты була. Уны ойоштора һәм үҙе лә әүҙем ҡатнаша. Тауһеңер ауылында уҙғарылған Республика һабантуйында күрһәтелгән «1812 йыл» хәрби-тарихи реконструкция ла Илдар уҙамандың ижади эше.

Германияның Лейпциг ҡалаһында 2011 йылда уҙғарылған «Халыҡтар һуғышы» халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивалендә «1-се Башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи реконструкция клубы етәксеһе булараҡ ҡатнаша ул. Хәрби-тарихи фестиваль-конкурстың эмблемаһы проекты авторы ла Илдар Ғиндулла улы.

Халҡыбыҙҙың данлы улы, милли геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының тәүге командиры М.М.Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған урынында һәйкәл-таҡтаташ асыу эштәрен ойоштороуы, башҡарыуы хаҡында «Юлым төштө Украинаға» тип аталған бик мауыҡтырғыс, тетрәндергес юлъяҙма-сәйәхәтнамә яҙа Илдар Шәйәхмәтов. Был яҙманы уҡығанда минең күңелемде батырҙарыбыҙ өсөн дә, ошо батырҙарыбыҙ рухын ҡыуандырып, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында үҙ-үҙҙәрен аямай фиҙаҡәр эштәр башҡарыусы Илдар Ғиндулла улы кеүек ир уҙамандарыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ, сикһеҙ рәхмәт хисе биләп алды. Яҙманың инеш өлөшөнән кескәй генә өҙөктө тәҡдим итәм.

 

«Юлым төштө Украинаға» (өҙөк)

 

Алыҫ юлға беренсе тапҡыр сығыуым түгел. Ҡаҙағстан далаларында, Төркмәнстан сүллектәрендә, Балтик буйындағы ҡалаларҙа, Мәскәү яҡтарында, Бородино ҡырҙарында ла булғаным бар. Сираттағы сәфәремә иһә үҙенә бер башҡа мәғәнә һалынып, ҡәтғи бурыстар йөкмәтелгән, аныҡ бурыстар ҡуйылған.

Украинаға сәфәр сығыуыма фатиха һәм әмер биреүсем – республика хәрби Дан музейы етәкселеге. Быға тиклем дә музейыбыҙҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре – тәжрибәле журналист Фәрит Назар улы Вәхитов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы Ғәйнуллина был юлды үтеп, әлеге сәфәремә нигеҙ булырлыҡ һөҙөмтәләргә ирешеп ҡайтҡан инеләр. Унан алда ла Фәрит ағайыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын өйрәнеүсе булараҡ, бик күп тапҡырҙар ошо юлды үткән, генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се (16-сы) Башҡорт кавалерия дивизияһының 1943 йылдың февралендә дошман тылына тәрән рейд яһаған урындарҙа бик күп кешеләр, эҙәрмәндәр, һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашып, фекер төйнәп ҡайтҡан ине. Дебальцево станцияһында, Чернухино, Штеровка ауылдарында, Петровское ҡаласығында ла күп тапҡырҙар була ул. Ошондай сираттағы бер сәфәренән әйләнеп ҡайтҡандан һуң уның беҙгә генерал-майор М.М.Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған урында имән ағасы үҫеп сыҡҡан, тип хисләнеп һөйләгәне һис иҫтән сыҡмай. Шулай фекер өҫтөнә уй, уй янына ниәттәр беркетелеп, ниһайәт, беҙҙең Республика Хәрби Дан музейы коллективында данлы генералыбыҙ Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовтың 110 йыллығын лайыҡлы билдәләү маҡсатында «Данлы атлылар юлынан» тип аталған халыҡ-ара фәнни-мәҙәни акция ойоштороу теләге нығынды. Тиҙ арала акцияның аныҡ маҡсаттарын да билдәләп ҡуйҙыҡ:

1.112-се (16-сы) Башҡорт атлы дивизияһының тәүге командиры генерал-майор М.М. Шайморатовтың һәм дивизия хәрбиҙәренең исемдәрен мәңгеләштереү;

2.Украинаның Луганск өлкәһендәге Петровское ҡаласығында Башҡорт атлыларына бағышлап сквер ойоштороу, ағас ултыртыу, скверҙа монументаль иҫтәлекле билдә урынлаштырыу. Генерал Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған урыны янында иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырыу;

3.Украин һәм башҡорт халыҡтары араһында дуҫтарса туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу.

Ошондай шарттарҙа юлға әҙерләнеп йөрөгән бер мәлдә, бирермен тигән ҡолона-сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, беҙҙең был уй-ниәттәребеҙҙе Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында ла ҡеүәтләп ебәрҙеләр. Ошонан һуң инде юлға сығыу әҙерлегенә тағы ла дәртләнеберәк тотондоҡ. Ҙур конкурсты үтеп Президент грантына ла лайыҡ булды «Данлы атлылар юлынан» акцияһы. Шулай итеп, ошо изге эште бойомға ашырыр өсөн ҙур өмөттәр бағлап миңә тәҡдим итеүҙәрен оло ышаныс белдереү тип ҡабул иттем. Ойоштороу һәм әҙерлек эшенә йылдан ашыу ваҡыт сарыф ителгән, дәүләт кимәлендә оло мәғәнә һалынған был халыҡ-ара акцияның ниндәйҙер сәбәптәр менән уңышһыҙлыҡҡа осрап тотҡарланып ҡалыуы тураһында уйҙың булыуы ла мөмкин түгел ине. Президентыбыҙ үҙе фатиха биргән эште сифатһыҙ башҡарырға ярамауҙы музейҙа эшләүсе һәр ҡайһыбыҙ яҡшы аңлай инек.

Ниһайәт, яҙғы айҙың йәмле көнөндә, 9 май алдынан, өмөтләнеп көткән хәбәр алдыҡ. Республиканың 6 коллективы араһында Хәрби Дан музейы «Данлы атлылар юлынан» тип аталған халыҡ-ара акцияны ғәмәлғә ашырыуға хоҡуҡ һәм 300 мең һумлыҡ матди ярҙам алды. Хәрбиҙәрсә ҡәтғи һәм етди ҡабул иттек был яңылыҡты. Был беҙҙең өсөн: «Аттарҙы һәм отрядты походҡа

әҙерләргә! Көҙгә юлға сығабыҙ!» – булып яңғыраны. Тиҙ арала рәсми делегацияның ағзалары барланды. Акцияның исемен билдәләүҙе, эмблемаһын эшләүҙе ҙур кинәнес менән, бар күңелемде һалып башҡарҙым тиһәм, һис арттырыу булмаҫтыр. Ә инде «Данлы атлылар юлынан» халыҡ-ара акцияның программаһында раҫланған граниттан ҡороласаҡ монументаль билдәне, һәйкәлдәге ҡара төҫтәге габбронит ташынан яһаласаҡ иҫтәлекле таҡтаташ эскиздарын, буласаҡ скверҙың планын, проектын күҙалларға, һүрәтләргә ҡушылған ижади бурыстың йөкмәтелеүен ниндәйҙер әйтеп тә, яҙып та бөтмәҫлек ижади ләззәт кисереп ҡабул иттем. Бына ошондай үҙенсәлекле мәсьәләләрҙе бергә туплап, буласаҡ һәйкәл-билдәнең ҙурлығын, күләмен, урынын, ағастар ултыртыласаҡ скверҙың биләмәһен, эстетик күҙалланышын урында өйрәнеп, үлсәмдәрен алып ҡайтыр өсөн томра эҫелә алыҫ Украина еренә етеп киләмен. Был ғына ла түгел, мәсьәлә тағы ла ҡәтғиерәк ҡуйылған: үрҙә әйтелгән бурыстарҙы бойомға ашырыр, скверҙа монументаль билдәне төҙөп-ҡороп ҡуйыр өсөн буласаҡ оло гранит ярсығын бушлай ҡулға төшөрөү буйынса һөйләшеп-килешеп, уртаҡ тел табыу йомошо иң төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡушылған ине. «Ниңә әле үҙебеҙҙең Урал гранитын алып барып ҡуймаҫҡа? – тигән урынлы һорау тыуыуы бар. Ысынлап та, башта беҙ ҙә шулай уйлап эш иткән инек. Әммә 10–12 тонналыҡ ауырлыҡтағы гранит киҫәген Петровское ҡалаһына килтереү өсөн транспортлау, сит илгә сығарыу өсөн киткән сығымдарҙы бөгөн бер кем дә ҡаплай ҙа, үҙ өҫтөнә ала ла алмай ине. Шуға күрә беҙ белгестәр менән кәңәшләшеп, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалып, теүәл үтәргә тырыштыҡ. Украина – ул торғаны бер гранит таштар иле. Уларҙың бында ниндәйе генә юҡ! Гранит менән сауҙа итеүсе илдәр араһында Украина менән ярышыусы ил һирәктер. Шуға күрә лә инде минең бараһы маршрутым алдан билдәләнеп, күрешәһе кешеләрҙе лә алдан белешеп, ышаныслы рәүештә барыуым эштең уңышлы хәл ителеүенә ныҡлы нигеҙ булды. Унда мине күреп-белеп, таныған кеше булмаһа ла, үҙебеҙҙең диндәшебеҙ, туғандаш татар егете Рауил Минғаяз улы Әһлиуллин көтә. Үҙен бик ябай, ләкин эшлекле, ышаныслы тотоусы яҡташыбыҙ йомошомдоң төп асылын һорап, иғтибар менән тыңланы.

 – Башҡортостанда мин һеҙҙең турала тик ыңғай ғына фекерҙәр ишетеп, белеп килдем. Һеҙҙең турала беҙгә Башҡортостандың «Тәбиғи таштарҙы эшкәртеү үҙәгендә» әйткәйнеләр, уларҙан күп сәләм алып килдем, – тип һүҙ башланым. Килеүемдең төп сәбәбе – халҡыбыҙҙың данлы улы, милли геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының тәүге командиры

М.М.Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан Украинаның Луганск өлкәһендәге Петровское ҡаласығында граниттан һәйкәл ҡуйыу ниәте мине һеҙҙең янға килеп етергә дәртләндерҙе. Петровскиға иң яҡын арауыҡта булған һеҙҙең карьерҙың сифаты ла беҙҙе ҡәнәғәтләндерә. Иң мөһиме, гранит киҫәген беҙҙең Хөкүмәтебеҙ, бөтә Башҡортостан халҡы исеменән беҙгә бушлай бирергә ризалығығыҙҙы алырға һәм карьерҙағы яраҡлы гранит киҫәген һайлап алырға ниәтләп килеүемде әйттем.

Рауил Минғаяз улы йылмайғандай итеп күҙҙәрен ҡыҫты ла: «Ә һин һораған граниттың хаҡы күпме торғанын беләһеңме?» – тип күҙҙәремә тура ҡараны. Мин дә шул саҡ уның күҙҙәренә төбәлеп: «Әлбиттә, гранит киҫәктәренең бик ҡиммәт тороуын аңлайым, ләкин беҙҙең башҡорт кавалерия дивизияһы бик ҙур данлы юл үтеп, Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү хаҡына иң аҫыл улдарын ҡорбан итеп, баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе бит. Фашистарҙы ҡыуып килгән ыңғайы Днепр йылғаһын иң тәүгеләрҙән булып башҡорт атлылары кисеп сыҡты һәм алдағы ярҙа нығынып, төп көстәр килгәнсе ҡаты һуғыш алып барҙы. Днепрҙы кисеү өсөн генә лә 16-сы гвардия исеме алған башҡорт дивизияһынан 54 кешегә Советтар Союзы исеме бирелә. Граждандар һуғышы йылдарында ла башҡорт халҡының аҫыл улдары, комбриг Муса Мортазин етәкселегендә Украина ерендә совет власы дошмандары менән батырҙарса һуғыша. Ҡыҫҡаһы, Украина ере башҡорт ҡаны менән бик күп һуғарылған. Быны тарих белә!» – тинем һәм Әһлиуллиндың ҡулына үҙем менән алып килгән «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы сығарған «Башҡорт халҡының хәрби даны» исемле китапты тотторҙом. Рауил Минғаяз улы китапты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, һоҡланып ҡулына алды. Ул үҙенең урынбаҫары менән китап биттәрен ҡарай башлаған бер мәлдә:

– Башҡорт балынан да бер аҙ ауыҙ итегеҙ, – тип, өҫтәлгә бал тултырылған һауыттарҙы ултырттым. Бүләккә тип ҡурай ҙа алып килгән инем. Уйнап күрһәтергә рөхсәт һорап, «Урал» көйөн һуҙып ебәргәс, барыһы ла бер-бер артлы ҡалҡынып, аяҡ өҫтө баҫып тыңланылар. Уйнаған ҡоралымдың нимә икәнен һоранылар, тағы ла уйнауымды үтенделәр. «Ҡаһым түрә»не, Әһлиуллин хөрмәтенә «Форт Перовский»ҙы уйнап күрһәткәс, ҡурайҙы Рауил Минғаяз улының ҡулына тотторҙом. Ҡурайға: «Батырҙар Башҡортостанды данлай» тип яҙылған ине. Ул минең ҡулдарымды ҡыҫып, үҙемде ҡосаҡлап: «Былай булғас башҡорт халҡына үҙең теләгән гранитты бушлай бирәм», – тип мине бик ныҡ ҡыуандырҙы...

 

Бына ошо кескәй генә өҙөктө уҡығанда ла, бер ниндәй ҡаршылыҡтан ҡурҡып ҡалмаған башҡорт ирҙәре хаҡында һығымта яһарға мөмкин.

Киләсәктә тулы яҙманы ла журналыбыҙ биттәрендә уҡырға насип булыр, иншалла.

Һәйкәлде булдырыу барышында ярҙам итеп йөрөгән украин ирҙәре Илдарға «башҡорт ҡырмыҫҡаһы» тигән исем бирә. Бөгөнгө яҙмамды ла мин батыр ҙа, тапҡыр ҙа, йүнсел дә, баҫалҡы ла булған геройымдың булмышына иң тап килгән ошо исем менән атаным.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.

"Тамаша" журналы, №2-2022 й.

«Башҡорт ҡырмыҫҡаһы»
«Башҡорт ҡырмыҫҡаһы»
«Башҡорт ҡырмыҫҡаһы»
Автор:
Читайте нас: