+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
18 Май 2022, 14:00

«ҺӨЙӘГЕМӘ ҺИН ЕТЕРҺЕҢ». Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

ЙОЛАҒА БОРОНҒОСА ҠАРАШ Мостай Кәрим «Көндәлектәр»ендә («Ағиҙел», 2009, №10, 14–15-се биттәр) шундай юлдар яҙған: «Ошондай йола бар. Ҡарсыҡтар әжәл көткәндә: «Фәлән-фәлән ҡорҙаштарым һөйәгемә инһен», – тип васыят ҡалдыра. «Һөйәккә инеү» мәрхүмәнең мәйетен йыуып әҙерләүҙе аңлата. Был эште «йыйыштырыу» ҙа тиҙәр. Тулыраҡ - 

Халыҡта «Ҡарғатуй», «Ҡарға бутҡа»һы тигән байрам үткәреү йолаһы бар. «Башҡорт Викепедияһы»нда был байрамға бәйле байтаҡ ҡына мәғлүмәт яҙылған. Уға ярашлы, иртә яҙҙан (апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем) ауыл халҡы тау баштары, болон-ҡырҙар ҡарҙан әрселә башлағанда ҡырға сығып, усаҡ яғып тарынан, арпанан йә бойҙайҙан бутҡа бешерә, сәй ҡайната. Байрамға башҡа төрлө ризыҡтар ҙа (бәлеш, бауырһаҡ, ғөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек, бал, ҡаймаҡ) алып киләләр. Ҡоштарҙы йәлеп итеү маҡсатында ағас ботаҡтарына төрлө төҫтәге сепрәктәр, яулыҡтар, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар бәйләп ҡуйыла. Ҡайһы ваҡыт әсегән, ойоған һөт һалынған бәләкәй һауытсыҡтарҙы ағас ботаҡтарына элеп ҡуялар йә булмаһа ағас төбөнә ултырталар.

Байрамдың һамаҡтары ла, таҡмаҡтары ла бик үҙенсәлекле. Әйтәйек:

Ҡар-р,ҡар-р,ҡар-р,

Ҡарғатуйға барр, барр, барр. 

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тарр, тарр.

Ҡарғатуйға барр, барр!

Бутҡа ашаған саҡта ҡатындар һәм ҡыҙҙар шаярышып бер-береһенең ҡулынан ҡалаҡты төртөп төшөрөргә тырышҡан һәм былай һамаҡлаған: «Бутҡа һиңә түгел, ҡарғаларға!» Ашап алғандан һуң ҡоштарҙы һыйлау йолаһы башҡарылған: ҡалған бутҡаны ағас, таш өҫтөнә һалып, тәбиғәткә, ҡоштарға, ата-бабалар рухына муллыҡ, байлыҡ, именлек теләп өләшкәндәр, изге теләктәр теләгәндәр. Малайҙар ағас баштарына менеп, ҡарға булып ҡысҡырған, ҡош тауышы сығарған.

Байрамда ярыш ойошторғандар: ҡыҙҙар йәш ҡатындар үҙҙәренең оҫталығын, һәләтен, етеҙлеген, көсөн күрһәтергә тейеш булған. Әйлән-бәйлән уйнағандар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ музыка ҡоралдарына ҡушылып яңғыҙ һәм парлап бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Ярыштар һәм «ҡарға уйыны», «аҡ тирәк», «дөйә», «гөргөлдәк», «йүгереш», «әбәк», «ырғыуыс» һ.б. уйындар үткәргәндәр. Байрам ваҡытында өс тапҡыр – ашҡа, ҡоштар һыулауға саҡырып һәм байрам тамамланыуын белдереп – һөрән һалынған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында байрамда ғибәҙәт ҡылғандар һәм ҡорбан салғандар. «Ҡарға бутҡаһы» байрамын оло йәштәге ҡатындар араһынан һайланып ҡуйылған кеше (албарсы, юлбарсы) алып барған.

Тәңреселек заманынан алып һаҡланып килгән был йола ниндәй маҡсатта барлыҡҡа килгән һуң? Нимә генә тимә, һәр йоланың маҡсаты бар. Фәндә был байрамдар баҡыйлыҡҡа күскән әруахтарҙың йәнен ҡоштарға әйләндереү, уларҙа күрергә теләү йолаһы тигән аңлатма ла бар. Нисек кенә булмаһын «Ҡарғатуй», «Ҡарға бутҡаһы» байрамдары башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа хәҙер ҙә үткәрелә. Уларға бәйле ҡайһы бер өҙөк-йыртыҡ фекерҙәремде ошо мәҡәләлә бер епкә теҙергә тырыштым да инде.

 

«ҺӨЙӘГЕМӘ ҺИН ЕТЕРҺЕҢ»

 

Мостай Кәрим «Көндәлектәр»ендә («Ағиҙел», 2009, №10, 14–15-се биттәр) шундай юлдар яҙған:

«Ошондай йола бар. Ҡарсыҡтар әжәл көткәндә: «Фәлән-фәлән ҡорҙаштарым һөйәгемә инһен», – тип васыят ҡалдыра. «Һөйәккә инеү» мәрхүмәнең мәйетен йыуып әҙерләүҙе аңлата. Был эште «йыйыштырыу» ҙа тиҙәр.

Минең «ижади һөйәгем»ә, йәғни ҡалған мираҫыма ошондайыраҡ замандаштарым инһен ине: Муса Ғәли, Рауил Бикбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Ғайса Хөсәйенов, Тамара Ғәниева, Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова, Рәшит Солтангәрәев, Ирек Кинйәбулатов, Гөлнур Яҡупова, Тимерғәле Килмөхәмәтов.

«Һөйәккә инеү» изге эш иҫәпләнә. Әҙәби мираҫҡа, яҙыусының ҡалған ижадына ҡарата ла шулайҙыр, тип уйлайым. Изге теләктән мәхрүм ҡулдар уға ҡағылырға тейеш түгел».

«Һөйәккә инеү» хаҡында быға тиклем дә үҙебеҙҙең яҡта ишеткәнем бар ине. Мине һәр ваҡыт икенсе бер нәмә уйға һала килде: бында мәйетте йыуыу, йыйыштырыу, йыназа хаҡында һүҙ барып та, ни өсөн «һөйәк» тигән һүҙ ҡулланыла икән? Был осраҡлы ғына әйтелгән һүҙме? «Мине шул-шул кеше йыуһын, кәфенләһен, шул-шул мулла «Ясин» сыҡһын», тип кенә лә әйтергә була бит. Шулайыраҡ әйтһәң, ябайыраҡ та, аңлашыла ла һымаҡ. Бында «һөйәк» барыбер ҙә ҡәтғиерәк яңғырай.

Бының серен аңлау маҡсатында башҡорт халыҡ ижадынан кеше, мал һөйәгенә бәйле сығанаҡтарҙы ла эҙләп ҡараным. Таптым да. Элегерәк мәктәп дәреслектәрендә, хәҙер бармы икән, «Ҡурай», «Ирәндек» әкиәттәре була торғайны. Уларҙа егет кеше быҙау тиреһенә уранып ята ла, уны бөркөттәр бейек ҡая башына мендереп һалып, инде суҡырға тотонабыҙ тигәндә генә егет, тире араһынан килеп сығып, бөркөттәрҙе ҡыуып ебәрә. Шул саҡ егет аяғы аҫтында йәғни ҡая башында туҙрап ятҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ кеше һөйәктәрен күрә. Ошо урында был һөйәк-һөлдәләрҙең эйәләре лә ошо егет кеүек быҙау тиреһенә уранып ятып шундай хәлгә тарығанмы икән, тип уйланырға ла урын ҡала. Әкиәттәрҙә был һорауға яуап бирелмәй. Шулай ҙа: «Был һөйәктәр ни рәүешле ҡая башына менеп ятты икән?» – тигән урынлы һорау тыуа барыбер ҙә. Әллә уларҙы ҡая башына бөркөттәр, башҡа ҡоштар мендергәнме? Ғөмүмән, әкиәттәр сюжетының тарихи сығанаҡ булырлыҡ нигеҙе бармы?

Ҡоштар тигәндән, ҡапыл хәтергә «Ҡош аулаған йәлсемәҫ» тигән мәҡәл-әйтем килеп ҡунаҡланы. Әйҙә, булмаһа, ошо хаҡта артабан фекер йөрөтәйек, бәлки «һөйәккә инеү»ҙең серен шунда табырбыҙ. Бөркөттәр егетте юҡҡа ғына ҡая башына мендермәгәндер бит. Быҙау тиреһенә уранып ҡая башына менәйек. Нимә генә тимә, тауы башынан, бейек урындан алыҫҡараҡ, тарих төбөнәрәк тә ҡараш ташлап була бит.

 

«ҠОШ АУЛАҒАН ЙӘЛСЕМӘҪ»

 

Кәмә яһап, ҡәүемен Туфандан ҡотҡарған Нух пәйғәмбәр даръя буйлап йөҙөп барғанда ниндәй билдәләргә ҡарап ҡоро ергә яҡынлауын белгән, тиһегеҙме? Әлбиттә, һауала осҡан ҡоштарға ҡарап. Ер шарында нисәмә тапҡыр Туфан һыуы ҡалҡмаһын, ҡоштар ер өҫтөндә һерәйеп ҡалған ҡая-таштарға, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан ағастарға ҡунып, һыу өҫтөндәге ризыҡ менән туҡланып, был афәттән ҡотола алған. Әлбиттә, быға улар Хоҙай үҙҙәренә бүләк иткән ҡанаттары ярҙамында өлгәшкән. Сөнки ҡоштар Хоҙайға иң тоғро заттар. Дини әҙәбиәттә уларҙың тәүлегенә йөҙ мең тапҡыр зекер әйтеүҙәре хаҡында яҙылған. Был хаҡта «Зәйнулла» тигән поэмамдың «Ҡысҡырып зекер әйтеү» тигән бүлегендә әйтеп үткәйнем:

Тәүлегенә йөҙ мең «Аллаһ!»

Ҡоштар ҡабатлай, тиҙәр.

Аллаһуның рәхмәтенән

Улар ҡанатлы, тиҙәр.

Туфан баҫыуҙары ҡалҡып,

Зилзилә ҡупҡан мәлдә.

Ҡоштар ҡунып ҡаяларға

Иҫән ҡалғандар ерҙә.

Ҡош аулаған йәлсемәҫ, тип

Әйтәләр шуға беҙҙә.

Тик ниңә ҡоштарҙан быны

Алмайбыҙ үҙебеҙгә?

Тимәк, ҡош аулаған кеше Хоҙайҙың иң яҡын затын үлтереп, гонаһҡа бата һәм бының өсөн язаһын да татый. Беҙгә ҡош аулауҙың ярамаған ғәмәл икәнлеге торналарға һәм аҡҡоштарға һунар итеүҙең тыйылыуына бәйле йола рәүешендә генә килеп еткән. Ә «Ҡош аулаған йәлсемәҫ» һүҙе бит тик торна йә аҡҡош тураһында ғына бармай, ғөмүмән, ҡоштарға һунар итеүҙең гонаһлы ғәмәл икәнлеге хаҡында бара.

Тимәк ҡорҙарға, һуйырҙарға, селдәргә, ғөмүмән, ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ барлыҡ ҡоштарға ла һунар тыйыла бит. Был турала аңлаусы һәм аңлатыусы кеше генә юҡ. Мин, мәҫәлән, ошондай ҡанатлы йән эйәләренә һунар итеүсе күп кенә кешеләрҙең ғаиләләренең тарҡалыуына, туғандарының ваҡытынан алда, күп осраҡта фажиғәле юл менән вафат булыуҙарына йәки башҡа төрлө ҡазаға дусар булыуына шаһит булғаным бар. Дөрөҫ, беҙ ҡош итенән дә ауыҙ итергә тейешбеҙ. Әммә Хаҡ Тәғәлә был осраҡ өсөн дә беҙҙе ҡайғыртҡан, йәғни беҙгә ашар өсөн йорт ҡаҙҙарын, йорт өйрәктәрен, тауыҡтарҙы, күркәләрҙе бар иткән.

Хаҡ Тәғәлә әҙәм балаһына ҡанат бирмәһә лә, аң, зиһен, тойғо, хис, йөрәк бүләк иткән. Кеше ошо бүләктәрҙең ҡәҙерен белеп, уларҙы Хоҙайға тоғролоғо ярҙамында үҫтерһә, ул да бит аҡтан-аҡ, пактан-пак булып, ҡанатһыҙ ҙа осоу, һауаға күтәрелеү һәләтенә эйә була ала. Әлбиттә, уның уй-ниәттәре яҡты, тойғолары таҙа, башҡарған ғәмәлдәре изге, үҙҙәре Хаҡ Тәғәлә шәфәғәтендә булһа. Бында ла ҡоштар миҫалындағы һымаҡ Бөйөк затҡа тоғролоҡ хаҡында һүҙ бара. Бары тик дини юлда булып, Аллаһу Тәғәләгә табан барһаҡ ҡына, ахырызаман афәтенән ҡотола аласаҡбыҙ, тигән аңлау ҙа тап ошо тоғролоҡта ята. Тимәк, ҡасандыр әйтелгән «Ҡош аулаған йәлсемәҫ» тигән һүҙҙәр беҙҙе оло бәләләрҙән һаҡлап килеүсе иҫкәртеү булып аңлашыла.

Һауаларға уҡ сойорғоттом,

Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.

Аяҡтарым янына ҡолап төшкәс,

Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам,

тигән Салауат батырыбыҙ үҙенең «Уҡ» тигән шиғырында. Унда ҡошҡа батырҙың, унан аша халыҡтың мөнәсәбәте лә берҙәй үк сағылыш тапҡан. Икенсе бер киң билдәле «Уралым» шиғырында иһә ҡоштарҙың Хоҙайға мөнәсәбәте туранан-тура ярылып ята:

Күҙҙең яуын алалар

Аҡ, һары, ал сәскәләр

Сәскәләр менән һандуғас

Тәңрегә тәсбих әйтәләр.

Һандуғас Тәңрегә тәсбих, йәғни зекер әйтә – ниндәй матур сағыштырыу!

Ҡоштар бынан күп миллион йылдар элек динозаврҙарҙан барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Тәүге динозавр ниндәй маҡсат менән һауаға күтәрелгән икән? Әлбиттә, Туфандан һаҡланып ҡалыр өсөн. Тимәк, ҡоштар кешеләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк был эволюция юлын үткән. Беҙ иһә уларға оҡшарға тырышып ҡына самолеттарға ултырып осабыҙ, йыһан караптарында ғаләмде айҡайбыҙ, тик һаман да Хоҙайға барып етә алғаныбыҙ юҡ. Бындай бәхеткә тик пәйғәмбәрҙәр генә өлгәшкән. Ҡоштар иһә әллә ҡасандан алып Уның хозурында.

 

«ҠӘБЕР ӨҪТӨНДӘГЕ БУРАМА»

 

Юғарыла бәхәсле һорауы ҡуйылып та, асыҡ ҡалған мәсьәләләрҙең барыһына ла яуапты билдәле ғалим-антрополог, тарих фәндәре кандидаты, ғүмеренең һуңғы йылдарында Рәсәй Фәндәр Академиянының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире булып эшләүсе Ринат Мөхәмәт улы Йосоповтың үҙе етәкләгән бүлектең башҡа ғалимдары менән берлектә сығарған «Пермь башҡорттарының антропологияһы һәм популяцион генетикаһы» («Ғилем» нәшриәте, 2009 йыл) тигән китабында таптым.

Ғалим Пермь крайында йәшәүсе ғәйнә, шулай уҡ Башҡортостандың урман-таулы көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Ислам диненә тиклемге мәрхүмде ерләү йолаларын өйрәнеп, бик ҙур асыштар яһай. Бында Ринат Мөхәмәт улы ҡәбер өҫтөнә ҡуйылған бурамаларҙы миҫал итеп килтерә. Хәҙер ҙә ҡәбер өҫтәренә ундай бурамалар ҡуйыу йолаһы һаҡланып ҡалған, тик уларҙың боронғо тәғәйенләнеше генә онотолған. Эш шунда: бурама бүрәнәләре бер-береһенә терәтеп түгел, ә 15-25 сантиметр самаһы арауыҡ ҡалдырып һалынған. Тимәк, ҡыш ваҡытында вафат булған мәрхүмдең мәйете бурама эсенә ҡуйылған, уны ҡоштар бурама ектәренән инеп ашар булған. Ҡалдыҡтарын иртә яҙҙан ҡоштарҙы ҡәбер янына төрлөсә әүрәтеп саҡырып, ағастарға, бүрәнәләргә төрлө төҫтәге (ҡан төҫөндәге ҡыҙыл) сепрәк, башҡа ялтырауыҡ әйберҙәр бәйләп, бура өҫтәренә бутҡа бешереп һалып ашатҡандар. Ғалимдың фекеренсә, «Ҡарғатуй», «Ҡарға бутҡаһы» байрамдары тап ошо сараларға бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән дә инде. Бөгөн байрамдың тарихы онотолған, йолаһы ғына ҡалған.

Тағы ла шуныһы: был йола төрлө урындарҙа, төрлө халыҡтарҙа төрлөсә башҡарылған. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа мәрхүмдең мәйетен туҙға, кейеҙгә урап, ҡоштарға ашатыр өсөн ағас баштарына элеп ҡуйғандар. Был турала нәфис фильм да төшөрөлгән. Ә инде «Ҡурай», «Ирәндек» әкиәттәренә килгәндә, уларҙа ла боронғоса мәйетте ҡуйыуҙың бер формаһы булғандыр, тип уйланыла.

Эйе, тап шулай, күмеү йә ерләү түгел, фәҡәт – ҡуйыуҙың!

Был йәһәттән үҙенсәлекле ҡарашлы ғалим, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминевтың фекерҙәре ҡыҙыҡлы: «Башҡорттарҙа күмеү ҙә, ерләү ҙә булмаған. Сөнки башҡорт бер ваҡытта ла «фәлән-фәлән кешене күмеп йә ерләп ҡайттыҡ», тимәй, ә «ҡуйып ҡайттыҡ», ти. Күмеү менән ерләү беҙгә урыҫ теленән калька рәүешендә килеп ингән... «Уның был дәлиле барлыҡ һорауҙарға ла яуап булып яңғырай: был һүҙҙәрҙә «Һөйәккә инеү» һүҙбәйләнешенә, «Ҡош аулаған йәлсемәҫ» мәҡәл-әйтеменә, «Ҡарғатуй», «Ҡарға бутҡаһы» йолаларының килеп сығыуына берҙәй үк аңлатма ята.

Ринат Йосопов үҙенең ғилми хеҙмәтендә ни өсөн яҙғы байрамдарҙың «Ҡарғатуй», «Ҡарға бутҡаһы» тип аталыуына ла аңлатма биреп үтә. Ғалим байрамдарҙың тәүге атамалары «Ҡарғастуй», «Ҡарғас бутҡаһы» тип аталыу ихтималлығы хаҡында ла фаразын килтерә. «Ҡарғас» иран телендә «ҡарсыға» (гриф) тигәнде аңлата.

Мәрхүмдең мәйетен туғандары, яҡындары Хоҙайҙың, ул саҡта Тәңренең иң яҡын күргән заттарына, ҡоштарға ашатыуы ла берҙәй үк аңлашыла. Боронғолар был хәҡиҡәтте бик яҡшы белгән һәм шуға күрә лә ҡош аулаған кешене йәлсемәҫ, тигәндәрҙер.

Ә инде «Һөйәккә инеү»гә килгәндә ҡоштар ашағандан һуң мәрхүмдең һөйәктәрен йыйыу, йыуыу һәм бурама эсенә бәләкәй генә соҡор ҡаҙып күмеп ҡуйыуҙы баҡыйлыҡҡа күсер алдынан мәрхүмдең васыятына ярашлы ышаныслы кешеһе башҡарған.

"Тамаша" журналы, 2020 йыл. Дуҫтар, журналға яҙылырға онотмағыҙ.

«ҺӨЙӘГЕМӘ ҺИН ЕТЕРҺЕҢ». Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
«ҺӨЙӘГЕМӘ ҺИН ЕТЕРҺЕҢ». Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
Автор:
Читайте нас: