+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
18 Май 2022, 16:00

Учалылар бармы беҙҙең төркөмдә?

Учалы исеменең килеп сығышы Учалы атамаһының килеп сығышы буйынса бер-нисә версия бар:  Ҡасандыр башҡорт ерҙәренә Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан) исемле бер хан килгән дә берәй башҡорт ҡыҙына өйләндереүҙәрен һораған. Урындағы халыҡ башта ризалашҡан, хандан ҡыҙ өсөн аҡса алған. Бер аҙ ваҡыттан һуң Аҡһаҡ Тимер яңынан килгән быларға. Әммә халыҡ инде ҡаршы төшкәндәр. Хан бик асыуланған быларға. Халыҡтың тирмәләрен яндырып, малдарын туҙҙырып ҡайтып киткән. Ошо ваҡыттан башлап халыҡ был ерҙе “үс алды” (отомстил) тип йөрөтә башлаған. Тора-бара халыҡ телендә икенсе әйтелеш алып “уч алды” — “учалы” тип йөрөтөлә башлаған.Икенсе легенда һәм өсөнсө фараз буйынса -

Икенсе легенда буйынса “учалы” — “юшалы” һүҙенән килеп сыҡҡан.
Нимә тигәнде аңлата һуң “юша”? Юша — таулы һәм ҡомло ерҙәрҙең төҫтәр гаммаһының дөйөм атамаһы. Учалы буйлап Уралдың йәшмә таҫмаһы үтә. Халыҡ телендә был һүҙ үҙенсәлекле бер исем булып формалашып ҡалған: “юша” — “яшма” — “ушалы” — “учалы”.

Өсөнсө фараз буйынса, “учалы” атамаһы күл исеменән барлыҡҡа
килгән. 18-се быуатта был ерҙәрҙә Ачулы — Асулы тигән күл булған. Ошо күл ҡороған, ә урынында Учалы ҡалаһы барлыҡҡа килгән (“ачулы” – “учулы” – “учалы”).

 

Учалылар бармы беҙҙең төркөмдә?
Учалылар бармы беҙҙең төркөмдә?
Автор:
Читайте нас: