+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
13 Май 2022, 08:00

Аҙан ташы

Аҡауыҙ (Күгәрсен районы) ауылына яҡын Ағиҙелдең һул ярында бик матур ҡая тау бар. Уны Аҙан ташы тип йөрөтәләр. Аҙан ташының тарихы шунан ғибәрәт:

борон башҡорттарҙы, һун төрөктәреме (һундармы) шул, монголдармы шул, бик ҙур яу баҫҡан. Башҡорттар илен һаҡлап, бик ҡаты һуғышһалар ҙа, дошман көсө күп булғанлыҡтан, еңелеүгә осрағандар. Яуҙа тарҡалған халыҡ урман эсенә, тау аарааларына боҫҡан.

Бөрйән ырыуынан булған бер уҡымышлы батыр ҙа ошо тирәлә боҫоп йөрөгән икән. Ул, иҫән ҡалған халыҡты йыйып, яу ҡайтармаҡ булған. Был батыр бейек ҡая ташҡа менә ләиртә менән аҙан әйтә икән. Иртәнге тауыш алыҫ китеүсән, уның тауышын ишетеп, ҡасҡан-боҫҡан халыҡ йыйыла башлаған. Аҙан әйтеүсе батыр халыҡты ойоштороп, ғәскәр төҙөп, Башҡортостандың һәр тарафына сапҡын ебәреп, ҡуҙғалыш башларға өндәгән, ти. Бер ҡыш үткәндән һуң, башҡорттар көслө яуҙы ҡайтарып, илдән ҡыуып сығарғандар. Шунан бирле батыр аҙан әйткән тауҙы Аҙан ташы тип атап алып киткәндәр.

Аҙан ташы
Аҙан ташы
Автор:
Читайте нас: