-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Май 2022, 15:39

Бейеү алиһәһенә - 80!

Рәшиҙә ТУЙСИНА: Артист халҡын ғүмер буйы һөйләйҙәр. Гел көлөп йөрөгәс тә, ауырлыҡ күрмәгән, тип уйлай кеше. Бер заман “шул тиклем матур күренә, һөт ваннаһында йыуына, тиҙәр” тигәндәрен ишеттем. Иҫем китте! Беҙ бәләкәйҙән аҡҡа хөрмәт менән ҡарап үҫтек. Мин хатта -

Беҙ бәләкәйҙән аҡҡа хөрмәт менән ҡарап үҫтек. Мин хатта таҙа һыуға ла аяҡтарымды ҡомған менән йыуып ҡына инәм. Артист халҡын ғүмер буйы һөйләйҙәр бит инде. Аҡылың булһа, ишеткәнеңдән фәһем алаһың да, йәшәй бирәһең. Йәшлегемдә үтә хисле инем. Әммә һиҙгерлегем арҡаһында алдан тойомлап, үҙемә һүҙ тейгеҙмәҫкә тырыштым. Бала саҡтан Хоҙайҙан ҡурҡтым. Күпме генә булышмаһындар, тыйнаҡ булдым. Көнләшмәҫтәр ҙә ине – тоталарҙа сит илгә саҡыралар. Сәхнәлә лә, тормошта ла оҡшата инеләр мине. Валентина Толкунова, Людмила Зыкина, Эдита Пьеха, Алла Пугачевалар менән осрашҡаным булды. Үҙемдә бала саҡтан алдан сабып сығыу тигән нәмә юҡ ине. Барыһы ла шулай тәбиғи рәүештә, үҙ яйынса һалына барҙы.Тағы ла шуны өҫтәр инем: ғүмер буйы зауыҡлы итеп кейенә, үҙемде тота белдем. Шуға күрә лә ялтырайымдыр инде. Мине аңлаған кешеләр булһа, көләмcшаярам. Аңламаған кешеләр янында ябылам. Көнбағыш кеүек. Ныҡ һиҙгермен. Шул мине ҡотҡарҙы ла, хәүефләндерҙе лә.Сәхнәнән иртә ебәргәстәр, көсөмдө ҡайҙа ҡуйырға белмәй баҡсала өй һалдым. Мин ысын мәғәнәһендә ауыл ҡыҙымын. Мал менән ҡошcҡортом ғына юҡ. Ер эшен яратам. Ҡулдарым ҡарайып китһә лә бошонмайым. Күршем – рәссам Барсуков мәрхүм: “Эх, Рәшиҙә, һине бында күрһәләр, нимә тиерҙәр ине икән, ” – тип көлә ине. Ямғыр булһа ла, көләпәрәле курткамды кейеп алам да, ҡара ерҙән айырылмайым. Ошонан сикһеҙ рәхәтлек кисерәм, йәнем кинәнә! Йондоҙлоғом буйынса буғамын, ат йылында тыуғанмын. Бөтә ауырлыҡты елкәмдә һөйрәүем ғәжәп тә түгел. Бер ҡараһаң нескә генәмен, кәрәк саҡта йөк тейәйем.

Бейеү алиһәһенә - 80!
Бейеү алиһәһенә - 80!
Автор:
Читайте нас: