+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
9 Май 2022, 22:13

Унтер-ден-Линден

Назар Нәжми Берлиндың Унтер-ден-Линден урамында йүкәләрҙең күплегенә хайран ҡала -

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң алыштырғыһыҙ халыҡ гимнына әйләнгән “Өфө йүкәләре” йырын Назар Нәжми һүҙҙәренә Рим Хәсәнов яҙған.Тыңлаған һайын тыңлағы килгән, күпме һыуҙар аҡһа ла, йылдар үтһә лә, быуындар алмашынһа ла ҡартаймаған, ялҡытмаған үлемһеҙ йырҙарҙың береһе ул.Был йырҙың ҡайҙа һәм нисек тыуыуын беләһегеҙме һеҙ?

Күптәр уны баш ҡала аллеяларын биҙәгән йүкәләргә һоҡланып уҙған саҡта халыҡ шағирының илһамы уянғандыр ҙа, шиғыр юлдары тыуғандыр, тип уйлайҙар. Улай түгел икән шул! Назар Нәжми Германияға сәйәхәте ваҡытында, Берлиндың Унтер-ден-Линден урамы буйлап китеп барғанда, йүкәләрҙең күплегенә хайран ҡала. “Унтер-ден-Линден” атамаһы “Йүкәләр янында” тип тәржемә ителә. Шул саҡта шағир Өфө урамдарын һағынып, үҙен тыуған илдә тип хис итә, күңелендә шиғыр юлдары тыуа. Хисле күңелле шағирҙың тыуған төйәген һағыныу тойғоһо бына шундай матур йыр ижад итеүгә сәбәпсе була.
Быуындан-быуынға тапшырылған “Өфө йүкәләре”нең тәүге башҡарыусыһы – Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан ҒАФАРОВ. Артабан уны бик күп башҡорт, татар, Рәсәй артистары, хатта сит ил таиптары башҡара, улар араһында Венер Камалов, Искәндәр Ғәзизов, Алсу, Әнүәр Нурғәлиев кеүек танылған сәхнә йондоҙҙары бар. 2018 йылда Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап “Өфө йүкәләре” тип аталған йыр фестивале үткәрелә. Шул ваҡытта йүкә ағастарынан "Өфө йүкәләре" тигән аллея ултыртырға ҡарар ҡабул итәләр. Заманалар, заңдар алышынып, тағы ла бик күп йылдар уҙһын, “Өфө йүкәләре” беҙҙең хаҡта япраҡ яра-яра, сәскә ата-ата һөйләһен дә һөйләһен әле...
 
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Унтер-ден-Линден
Унтер-ден-Линден
Автор:
Читайте нас: