+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
6 Май 2022, 14:47

БАШҠОРТ АТЫ

Атһыҙ башҡорт - ҡанатһыҙ ҡош кеүек, Ат - башҡорттоң ғүмер юлдашы.   Бөйөк Ватан һуғышында генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлы дивизияһы ла мәңгелек дан яулай. СССР дәүләтендә төҙөлгән милли дивизияларҙан тик башҡорттар ғына үҙ ғәскәри берәмеген һаҡлап, Берлинғаса барып етеп, Одер, Эльба һәм башҡа немец йылғаларында аттарын һуғаралар. Телевизорҙан Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы бер тапшырыуҙа ошо дивизия яугирының: «Беҙҙең үҙебеҙҙең аттарыбыҙ шундай аҡыллылар, яу яланында авиация бомбаға тота башлаһа, йәки артиллерия ата башлаһа, хужаһы менән бергә кәрәк ваҡытында ергә ята ла ҡуя торғайны. Аҙағыраҡ яуҙарҙа аттарыбыҙ күпләп ҡырылғас, дивизияға ҡаҙаҡ, монгол, тува аттарын килтерҙеләр, әммә улар ҡурҡаҡ булып сыҡтылар һәм атыш башланһа, өркөп саба башларҙар ине», – тип башҡорт аты тураһында һоҡланып һәм уларҙы йәлләп, күҙҙәре йәшкәҙәп, һөйләгәне хәтеремдә ҡалған.

Бындай яугирлыҡ сифаты башҡорт атына быуаттар дауамында хужаһы менән бергә яу сабыуҙан һеңдерелгән сифат, тип әйтергә була. Минең үҙемдең Имаметдин Әминев тигән (хәҙер күптән инде мәрхүм) олатайым башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы үткән кеше булды. Атайым менән һөйләшеп ултырғандарында ул яуҙа һәләк булған аттарҙы йәлләп, илар һәм шул уҡ ваҡытта шул аттар менән һоҡланыр ине.

Башҡорт аты хужаһына эйәреп, ҡайҙарҙа ғына булмаған да, уның тояҡ эҙҙәре ҡайҙарҙа ғына уйылып ҡалмаған. Тарихи материалдарға һәм башҡорт халыҡ ижадына күҙ һалһаҡ, Сахалин утрауынан, Порт-Артурҙан алып Дунай, Карпат, Венгрия, Польша, Францияға ҡәҙәр арауыҡта башҡорт һәм уның атының эҙҙәрен күрергә була. Мәҫәлән, 1897 йылғы Рәсәй империяһы халыҡтарының һанын алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Сахалин утрауында йәшәүселәрҙең күпселеге башҡорттар менән урыҫтар булып, шул ерҙең хужалары унда әҙселектә булған.
Ҡайҙа башҡорт аяғы баҫҡан, шунда уның аты ла барып еткән, тиергә кәрәк. Башҡорт төрлө сәбәптәр менән үҙе булған, күргән ерҙәр тураһында әллә күпме йырҙар ижад иткән һәм ул йырҙарҙа атына мотлаҡ бер нисә юлды булһа ла, бағышлап киткән. 
 
Закирйән Әминев.
БАШҠОРТ АТЫ
БАШҠОРТ АТЫ
Автор:
Читайте нас: