+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
30 Март 2022, 21:00

Гөлнур ЯҠУПОВА

Ҡушаматтарым Ауылдарҙа кешегә ҡушамат тағыу ғәҙәте бар. Был үҙенә күрә тел сарлау, холҡоңа, нәҫел-нәсәбеңә, берәй мәҙәк ҡылығыңа ишаралау, үсекләү, кинәйәләү һәм башҡа сәбәптәрҙән килеп сыға - 

Бала саҡта тиңдәштәреңә ҡушамат йәбештереү үҙе бер ҡыҙыҡ. Минең иһә мәктәптә уҡыған сағымда бер түгел өс ҡушаматым булды. Хәҙер килеп көлөмһөрәп иҫләйем, ә мәлендә үпкәләп тә йөрөй инем…

Тәүге ҡушаматымды Сәрүәрә класташым йәбештерҙе, беренсе синыфты тамамлаған йылды. Мин уны, апайҙарына эйәреп, Сәреү тип йөрөтәм, ул миңә, сәйетбабаларса, ≪ҡыҙый≫ ти. Уларҙың баҡсаһы Өйәгә терәлеп торғас, йыш ҡына шунда бергә һыу инә инек. Шулай, бер көндө донъябыҙҙы онотоп һыу инәбеҙ. Мине әсәйем эҙләп килгән, яр башынан ҡысҡыра: ≪Ҡайт тиҙерәк, көтөүҙе ҡаршыла! Һыуға төшһә, донъяһын онота, һыу баҡаһы…≫

Сәреү генә ишетһә, бер хәл, бында бала-саға мыжғып тора. Таралды... Өсөнсө синыфҡа тиклем юҡ-юҡта ла ≪һыу баҡаһы≫ булып алғыланым, бәхеткә күрә, уны тиҙ оноттолар. Сөнки миңә яңы ҡушамат тағылды.

Беҙҙе пенсия йәшенә еткән Камила апай Ахунова уҡыта ине. Атаҡлы мөғәллимәгә эләктең, тип, өй эсе менән һөйөнгәйне өлкәндәр, сөнки мәктәптә әллә нисә параллель синыф була торғайны ул заманда. Камила апай: ≪Ҡапҡылап алайыҡ, балалар≫, — ти ҙә, дәрес уртаһында 5 минутлыҡ тәнәфес ойоштора, үҙе лә портфеленән бер телем икмәген, сәйле шешәһен сығарып өҫтәлгә ҡуя… Беҙ ҙә, кем нимә килтергән, шуның менән ризыҡланырға тотонабыҙ.

Бер көндө әсәйем һыуытылған манный бутҡаһын ҡағыҙға төрөп ебәргән икән. Сығарып, партаға ҡуйыуым булды, бер

малай, йүгереп килеп, һыйымды эләктерҙе лә тәҙрә төбөнә барып ултырҙы. Ҡағыҙҙы асып ҡараны ла, “фу”, тип, миңә кире ырғытты. Бутҡа ни, кейе мемә һылашты, илап ебәрҙем. Тамаҡ өсөн түгел инде, ғәрлектән. Ә тиҫтерҙәремә ҡыҙыҡ таһа, көлдөләр генә! Шунан ни, ҡушамат та көттөрмәне, “Илаҡ” тигәне йәбешә һалды.

Алтынсы синыфта уҡығанда саҡ ҡотолдом уныһынан. Башҡорт теле уҡытыусыһы Асия апай Сәйфуллинаҡотҡарҙы. Бер дәрестә ул: ≪Мәктәбебеҙҙең өлкән йәштәге уҡытыусыһы Ибраһим Мәүлетҡолов абыйҙың юбилейы яҡынлаша, уға арнап шиғыр яҙ әле, Гөлнур, иншаларың матур бит≫, – тип өгөтләне. Баш ҡаҡтым да, шул дәрестә үк шиғыр уйлай башланым.

Килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Өйгә ҡайтҡас та маҙаландым, бер юл да яҙылмай. Тәҙрәнән йылға яғына, ике ярҙы тоташтырған күпергә, тегеләй-былай уҙған кешеләргә ҡарап ултыра инем, ҡылт итеп бер образ тыуҙы: уҡытыусы ла замандарҙы тоташтыра, балаларға белем бирә, киләсәккә күпер һала, тигәнерәк.

Шиғырымды мәктәптең стена гәзитенә яҙҙылар, синыфыбыҙҙың иң шәп художнигы Фатих Хисамов матур итеп һүрәт тә төшөргәйне. Уҡытыусым, ≪шағирә≫ тип, ҙурҙан һалып, маҡтап та ҡуйҙы һәм был миңә яңы ҡушамат булып тағылып та китте.

"Аманат" журналының "Билдәле шәхестәрҙең бала сағы" рубрикаһынан.

Гөлнур ЯҠУПОВА
Гөлнур ЯҠУПОВА
Автор:
Читайте нас: