-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
12 Февраль 2022, 18:48

#МинеңРәми90 #РоднойЯзык2022

“Ул үҙен ихласлығы менән мәңгеләштерҙе”. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында башҡорт халҡының бөйөк шағирына арналған сара үтте, уның тәүге ҡулъяҙмаларынан, һирәк осраған баҫма нөсхәләренән торған күргәҙмәһе асылды. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сарала ҡатнашыусыларҙы йылы тәбрикләне. - Минең өсөн Рәми Ғарипов – башҡорт генийы. Ул үҙен ихласлығы менән мәңгеләштерҙе, тип уйлайым, - тине үҙенең телмәрендә Азат Шамил улы. - Беҙҙең әҙәбиәтте юғары кимәлгә күтәргән шәхестең ижадын белергә, өйрәнергә, һаҡларға тейешбеҙ. Рәми Ғариповҡа арналған саралар күп булыр әде, бөгөн конкурс башлана. Ул ярты йыл барасаҡ. Быйыл Китап нәшриәтендә Рәми Ғариповтың биш китабы сығасаҡ - был да уникаль күренеш, тип әйтер инем. Бөгөн шулай уҡ уникаль күргәҙмә асыласаҡ. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ конкурстарға, ҡатнашығыҙ. Халыҡ шағирының юбилей сараһын республикабыҙҙың билдәле артистары йәмләне.

#МинеңРәми90 #РоднойЯзык2022
#МинеңРәми90 #РоднойЯзык2022

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаровтың ҡурай моңдары берсә һағышҡа һалып, берсә күңелдәргә бер сихәт булып яңғыраны. Рәми Ғариповтың шиғырҙарына яҙылған йырҙар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмов, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров башҡарыуында яңғыраны.

Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы режиссер Булат Йосопов етәкселегендә ижади төркөм “Беренсе Республика” трилогияһының өсөнсө өлөшөн – “Шағир көндәлеге” фильмын киң экрандарға сығарасаҡ. Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар иғтибарына  ошо фильмдең тизерен тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ Милли китапхананың мәғлүмәт һәм белешмә-библиографик бүлеге әҙерләгән баҫманы – “Рәми Ғарипов. Библиографик күрһәткес” йыйынтығын ҡарау мөмкинселеге лә булды.

Рәми Ғариповтың  тәүге ҡулъяҙмаларынан, һирәк осраған баҫма нөсхәләренән торған күргәҙмәһе менән шағирҙың улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Ғарипов таныштырҙы.

Башҡорт халҡының бөйөк шағирына арналған сара йылы      тәьҫораттар ҡалдырҙы, күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

       

Автор:
Читайте нас: