Тарих һәм шәхес
20 Января 2022, 09:56

Башҡорт Джеймс Бондын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар.

Уның батырлығы күп осраҡта Джеймс Бондтың мажараларынан өҫтөнөрәк тора. Геройҙың 86 орден һәм миҙалы тағылған парад кителе 6 килограмм тирәһе тарта.

Башҡорт  Джеймс Бондын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар.Башҡорт  Джеймс Бондын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар.
Башҡорт Джеймс Бондын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар.

Мурзин Даян Баян улы 1921 йылдың 20 ғинуарында Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа. 

1943 йылдың декабрендә разведчиктар төркөмө менән Молдавияла В. М. Молотов исемендәге партизандар отряды төҙөй; 1944 йылдың апреленә тиклем Украинаның Винница һәм Одесса өлкәләре территорияһында, Молдавияла һуғыша. 1944 йылда Украина партизан хәрәкәтенең Махсус разведка мәктәбендә уҡый. 1944 йылдың авгусында бер төркөм словак-чех разведчиктары составында Словакияға, партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн ташлана. Бында партизан отряды штабы начальнигы, һуңынан Ян Жижка исемендәге интернациональ партизан бригадаһы командиры (ҡушаматы — «Ҡара генерал») була. Моравия һәм Чехия территорияһында 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғыша.

СССР Геройының һәм Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙо ғына юҡ фронтовиктың. Уның парад кителе 6 килограмм тирәһе тарта. Ул Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең миҙалдарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Әммә шулай ҙа Даян Баян улының ил наградаларына ҡарағанда, сит ил наградалары күберәк.

Чехославакия  геройы, ошо илдең барлыҡ юғары ордендары кавалеры, ЧехияСловакия һәм Моравияның 16 ҡалаһының почетлы гражданы Даян Мурзиндың ҡаһарманлыҡтары тураһында уның тыуған иленә ҡарағанда, ситтә күберәк беләләр. Элек Злин ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтһә], хәҙер был урамда «Dlouhá ulice» тип атала. Бөйөк Британияла Джон Хауландтың, король армияһы капитанының улының, совет офицерының яуҙашының Мурзин тураһында китабы сыға. Ул чех һәм словак телдәренә тәржемә ителгән, рус телендәге баҫма юҡ әле. Инглиз Даян Баян улын Джеймс Бонд менән сағыштыра. Авторҙың фекеренсә, «Ҡара генералдың» фронттағы аныҡ батырлығы күп осраҡта Ян Флемингтың хыялында тыуған әҙәби геройҙың мажараларынан өҫтөнөрәк тора. Совет офицерын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар. Уның ҡарауы, Мурзиндың бригадаһы арҡаһында оккупацияланған Чехословакияла ғына дошмандың тере көсөн 4000 кешегә кәмей, немец техникаһы һәм боеприпастары тейәлгән 60 эшелон шартлатыла. Әммә иң тәүәккәл аҙым — Мурзин һәм уның иптәштәре Гитлерҙың эргәһенән тиерлек Германияның танк ғәскәрҙәре генералы Мюллерҙы урлау була.

     https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88_%D0%B1%D0%B8%D1%82 мәғлүмәтенән

Автор:
Читайте нас