тлы ғәскәр ауыҙ-моронға саң инеүҙән һаҡланып битенә яулыҡ бәйләгән, тип тә яҙалар. Әммә төрки халыҡтар меңәр йыл ат өҫтөндә йәшәгән, һуғышҡан һәм уларҙың был нәүбәттә ҡулланыуға үҙ алымдары булған, һәр хәлдә йөҙҙәренә ҡатындар яулығын ҡаплап йөрөмәгәндәр.
Ҡыҙыл биҙәкле яулыҡты яугирҙәр француз яуынан алып ҡайтҡан, тиҙәр. Алып ҡайтҡан – уныһы хаҡ. Ә нисек ул шулай популяр булып китә алған? Бер үк төрлө яулыҡты йөҙ яугир алып ҡайтҡанмы? Меңме? Нисек итеп улар шулай бер төҫлөнө алған? Ниңә башҡа бүләк һайламаған? Йөҙ, мең ирҙең ниәте бер төрлө булғанмы? Ай-һай, икеле...
Ә тарих ысынында ошолай була. Француз яуынан ҡайтып барған ғәскәр юлда ошо ҡыҙыл яулыҡ материалын тейәп китеп барған ғәрәп ҡарауанына осрай. Ҡарауан хужалары һәм һаҡсылары, оло ғәскәр яҡынлашыуын аңғарып, малын-тауарын ташлап ҡаса. Яугирҙар был табышҡа мас була, кемгә күпме кәрәк шул хәтлемде ала. Бына һиңә бүләк – яулыҡҡа ла, күлдәккә лә!
Бөтөн ғәскәр иленә ошо ҡыҙыл тауар менән ҡайтып төшә һәм ул трофей халыҡ хәтерендә “һырансуз яулыҡ”, “һырансуз күлдәк” булып уйылып ҡала. Аҙаҡ был тауар сауҙа юлдары аша ла килеп етә.
Миләүшә Ҡаһарманова.
https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-113815477_12282%2F2dc02e9a154b40c427