Уның айырылмаҫ юлдашы – ҡурайы бар...
Ҡурайҙа уйнау – йән ауазыңды яңғыратыу ул, ти арҙаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Миңнулла Бикҡолов.
Ҡартатаһынан мираҫ итеп алған йыр-моң тулы күңеле, ҡайҙа ғына барһа ла һәр ваҡытта янында йөрөткән айырылмаҫ юлдашы – ҡурайы бар уның. Һөнәре геолог-быраулаусы, оҙаҡ йылдар «Башкиргеология», «Башнефтегеофизика» ойошмаларында машинист булып, алыҫ Себер тарафтарында эшләгән сағында ла ҡурайынан айырылмаған ир-уҙаман ул. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуып-үҫкән, халыҡ көйҙәренә, йырҙарына, ғашиҡ ҡурайсынан яратҡан музыка ҡоралы, данлы-һутлы тамырҙары тураһында иҫтәлектәре, хәтирәләре менән бүлешеүҙе үтендек.
– Миңнулла Рахманғол улы, ҡурайға һәм халыҡ моңдарына һөйөү һеҙҙә ҡасан уянды?
– Үҙ-үҙемде белгәндән йыр-моңға ғашиҡмын, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Мин әсәйемдең талғын ғына итеп халыҡ йырҙарын һуҙғанын ишетеп, тыңлап, шул моңдарҙан сихырланып үҫтем. Әсәйем – Рафиға Иҫәнбаева-Бикҡолова, арҙаҡлы башҡорт ҡурайсыһы, сағыу талантлы бөйөк халыҡ музыканты, йыр-көйҙәребеҙҙең тарихын өйрәнеп, килер быуындарға еткереүҙе хәстәрләүсе һоҡланғыс шәхес Йомабай Иҫәнбаевтың кинйә ҡыҙы була. Мин ҙур кинәнес менән уның йырҙарын тыңлап отоп ала, һәм, урман-ҡырҙар яңғыратып йырларға өйрәнә, һүҙҙәрен ятлай инем. Ана шулай, 5–6 ғына йәшлек сағымда, әсәйемә оҡшатырға тырышып, тәүге тапҡыр «Сәлимәкәй», «Зәлифәкәй» йырҙарын йырланым. Бер ваҡыт, шулай, көтөү көтөргә сыҡҡан саҡта, моңланып йырымды тамамлауға, артта кемдеңдер алҡышлағанын ишеттем. Йыр менән мауығып, әсәйемдең килгәнен дә ишетмәгәнмен. Ә ул минең тырышлығымды күреп, бик ҡыуана, һәр саҡ ярҙам итә, ҡанатландырып, хуплай ине.
Атайым да йыр-моң һөйгән кеше булды. Бик оҫта итеп гармунда, скрипкала уйнаны, әммә, үкенескә ҡаршы, ҡурайҙы өйрәнергә насип булманы... Мин музыкаль белемемде артабан камиллаштырыу маҡсатында, баян класында уҡыным, үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләндем. Өсөнсө класта уҡығанда, башҡорт халыҡ бейеүе «Перовский»ҙы башҡарып, республика конкурсында еңеүсе булдым.
– Үҙегеҙҙе музыкаға, сәнғәткә бағышлау теләге булманымы? Нисек итеп һеҙ, шундай ижади кеше, сәнғәт донъяһынан бөтөнләй алыҫ торған һөнәр эйәһе булып киттегеҙ?
– Әлбиттә, күңелем, бар булмышым менән сәнғәт кешеһе булараҡ, ижад менән шөғөлләнергә теләгем ҙур ине. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Учалы музыка училищеһына уҡырға инеп ҡараным. Ул ваҡыттар бик ауыр, йонсоу йылдар ине, миңә аҡса эшләргә кәрәк булды. Һәм мин, 17 йәшлек кенә егет, геологоразведкаға башта йөк ташыусы булып, унан инде быраулаусы булып эшкә урынлаштым. 18 йәшем тулғас, армияға алдылар. Унан ҡайтҡас инде, элекке эшемә урынлашып, машинист һөнәрен үҙләштереп, Себер тарафтарында аҡса эшләүемде дауам иттем. Эшемде яратып, намыҫ менән башҡарҙым, шуға күрә эшемдә лә мине яраттылар. Ә ҡурайҙа уйнау – күңелдең һағышын баҫыр, шатлығын арттырыр шөғөлөм булып ҡалды.
– Себер тарафтарында ла башҡорттар бик күп бит. Һеҙҙең ҡурайҙа уйнауығыҙ ундағы тыуған ерҙәрен, йыр-моңдарын һағынып йөрөгәндәр өсөн бер байрам булғандыр әле моғайын?
– Әлбиттә, шулай! Егеттәр, ял иткән минуттарҙа һәр саҡ ҡурай уйнауымды һорарҙар ине. Ошо арҡала төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарып бөтә инек. Бер көндө шулай, мин ял итергә туҡтаған вагонеткаға бер нисә башҡорт егете килеп инде лә: «Әйҙә әле, ағай, үҙебеҙҙең бейеү көйҙәрен һыҙҙырып ебәр әле», – тиеп үтенделәр. Халҡыбыҙҙың дәртле көйҙәренә нисек түҙеп ултыраһың, алпамышалай егеттәр вагонетканы дер һелкетеп бейергә лә төшөп китте. Урынынан ҡубып барған «өй»ҙө күреп, хужалар, һаҡсылар, табиптар йүгерешеп килеп инде! Һағыныуҙы баҫыр өсөн, бер ниндәй спиртлы эсемлекһеҙ, ихлас күңел асыу икәнде аңлатырға тура килде.
Ҡурай моңдары башҡорттоң ғына түгел, башҡа милләт кешеләренең дә күңел ҡылдарын тирбәтеүе тураһында тағы бер фәһемле тарих һөйләйем әле.
Сорғот ҡалаһынан ҡайтып килешләй, тимер юл вокзалында поезд көтөп ултырған саҡ. Егеттәр ҡурайҙа уйнауымды үтенгәс, уны ҡулыма алып, әкрен генә «Урал»ды һыҙҙырып ебәрҙем. Кешеләр яйлап ҡына беҙҙең янға йыйыла башланы. Кемдер илһамланып моң тыңлай, кемдер телефонға яҙҙыра. Эргәбеҙгә полиция хеҙмәткәрҙәре яҡынлаша башлағас, барыһы ла һағайып ҡалдылар. Мин дә уйнауҙан туҡтаным. –А что вы играете? - тип ҡыҙыҡһынды улар. Был башҡорт халҡының гимны «Урал» була, тип ҡурай менән таныштырып, аңлатып бирҙем. – А зачем так тихо играете, громче играйте! – ти ҡурай моңон оҡшатҡан, тәүләп ишетеп ғәжәпләнгән тәртип һаҡсылары. Шунан инде, зал яңғыратып уйнап ебәрҙем. Шул саҡ эргәмә бер ир – ят милләт кешеһе килде. Ул күҙ йәштәрен тыя алмай, тәьҫирләнеп рәхмәт әйтте. Милләте – хазар икән. Ул милли йөҙөбөҙҙө юғалтмағаныбыҙҙы хупланы. – Бына бит, – ти ул, – һеҙҙең халыҡтың үҙ гимны, флагы, гербы, үҙ музыка ҡоралы бар, һеҙ уларҙы һаҡлай алғанһығыҙ!
Тимәк, беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ һәр милләт халҡына ла бик яҡын, башҡорт йыр-моңдары кәйефте күтәрер, һағышты таратыр, Себер һалҡындарында йылытыр интернационал көскә эйә.
– Ә ҡурайға уйнарға өйрәнеүе ауырмы?
– Һәр бер эш кеүек, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү өсөн дә күңел һалырға, ихлас теләктән тотонорға кәрәк. Тауышты ҡуйыу өсөн вокалистар бик тырышып күнегеүҙәр эшләгәндәй, ҡурайсыға ла бик күп тапҡырҙар күнекмә үткәрергә кәрәк. Әлбиттә, башта көйҙән алыҫ булған төрлө тауыштар ғына сығыр, унан инде, тырышлыҡ һалған кеше, матур итеп уйнарға өйрәнәсәк. Музыканы ишетә белеү мөһим. Ҡурай – ул бик серле ҡорал, төрлө кешенең ҡулында төрлөсә яңғырай. Иң ҡыҙығы шунда, үҫемлек булараҡ, ул бик үҙенсәлекле, ике бер иш ҡурайҙы бер ваҡытта ла эшләп булмай. Ҡурай уйнаған кеше ни тиклем бирелеп, күңелен һалып уйнауға ҡарап та бер үк көй төрлөсә уйналасаҡ. Ҡурай – ул Ер йөҙөндә тиңе булмаған, бик һирәк, үҙенә башҡа музыка ҡоралы, һәм ҡурайҙа уйнау – ҡыу ҡурай үҫемлектән сығарған тауыш менән башҡарыусының үҙ өндәре лә үрелеп, уның йән ауазы яңғырауы ул, минеңсә.
– Ниндәй ҡурайға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Минең ҡурайҙарым бик күп. Үҫемлек ҡурайҙы үҙем әҙерләйем. Август урталарында уҡ тәүге ҡурайҙарҙы ҡырҡып алып, киптереп, ҡайһы ҡурай матурыраҡ уйнар икән тип, бер аҙ тәжрибә эшләп ҡарайым. Йәш ҡурайҙың, «өлгөрөп еткән» ҡурайҙарҙың һәм көҙ аҙағында йыйылғандарының тауыштары бермә-бер айырыла. Иң шәп, иң моңло көй сығарғаны – ямғырҙар осоро башланғансы, сентябрь урталарында йыйылған ҡурайҙар.
Ҡурай эшләү – шул тиклем мауыҡтырғыс, ижади шөғөл ул. Һәр ҡурайҙың ҡабатланмаҫ моңо бар. Үҙ ҡулдарың менән менән музыка ҡоралы яһап, уға йән өрөп, моң сығарып, һин үҙең дә ҡанатланып китәһең! Мин гармунда, баянда ла уйнайым. Халыҡ йырҙарын, халыҡ бейеүҙәрен дә башҡарам. Шулай ҙа ҡурайҙа уйнау, ата-бабам васыят иткән, күңелемә иң яҡын шөғөл булып тора.
– Эйе, һеҙ данлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың вариҫы. Йыр-моңға, тылсымлы ҡурайға һөйөү ҙә һеҙгә һутлы, рухлы, моңло тамырҙарығыҙҙан күскәнлегенә бер шик тә юҡ. Ҡартатайығыҙ тураһында ниндәй матур иҫтәлектәр йөрөтәһегеҙ?
– Арҙаҡлы, данлы тамырҙарым тураһында кешеләргә бик маҡтанып һөйләп бармайым, әммә ҡартатайымды бер ваҡытта ла хәтеремдән сығармайым, һәр саҡ ғорурланып иҫкә алам. Ҡартатайым – Йомабай Мотиғулла улы Иҫәнбаев 1891 йылдың 21 сентябрендә Түңгәүер башҡорттары йәшәгән төбәктә – Хәйбулла районы, Үрге Смаҡ ауылында донъяға килгән. Улар ғаиләлә өс бала үҫә: Йомабай, уның ҡустыһы Ғәлимйән, һеңлеһе Ҙөбәйлә. Атай-олатайҙары эре кәүҙәле, көслө һәм ғәйрәтле булғанға, нәҫелдәрен «һыбайҙар» тип йөрөтөләр
Кесе йәштән моңға әүәҫ була ул, йыр-көй тарихтарын хәтеренә һеңдереп үҫә. Ҡурайсылыҡ һәләте лә иртә асыла. Был сихри музыка ҡоралында уйнау серҙәренә ул иң элек ауылдаштары, арҙаҡлы ҡурайсылар – Һибәтулла Ҡотошовтан, Ғәбит Бараҡов, Сибәғәт, Ғәниулла ағаларынан өйрәнә. 17 йәшендә үк ҡурайҙа йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн уйнауы, йәмғеһе 150 көйҙө яратып һәм илһамланып башҡарыуы хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланған.
Иҫтәлектәрҙән күренеүенсә, Йомабай Мотиғулла улы 1919 йылда, Башҡортостандың ул ваҡыттағы мәкрәзе, Стәрлетамаҡҡа барып, ҡурайы менән халыҡ алдында сығыш яһап йөрөй. 1923 йылдың аҙағынан уны Өфөгә лә йыш саҡыра башлайҙар.
Ә инде Йомабай Иҫәнбаевтың Европа ҡалаларындағы триумфаль сығыштары тураһында матбуғатта күп мәғлүмәт табырға була. Мәшһүр ҡурайсы үҙе бәйән итеүенсә, 1925 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына Мәскәүҙән Мәғариф халыҡ комиссары А.В.Луначарскийҙың Парижда асыласаҡ Бөтә донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһенә ебәрергә ҡурайсы талап ителеүе хаҡындағы телеграммаһы килеп төшә. Һәм был етди сарала ҡатнашыуҙы Йомабай Иҫәнбаевҡа йөкмәтәләр. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, дәртләнеп-ҡанатланып ауылына ҡайтыуы, тау битләүендә аҡ сәскә атып ултырған ҡурайҙы күреп, Франция ерендә бындай мөғжизәле үҫемлек юҡтыр тип, уны тамыры менән ҡаҙып алып китеүе тураһында ла замандаштарына ихласлап һөйләй ҡурайсы.
Архивта 1925 йылдың 21 майында Мәскәүгә, Йомабай Иҫәнбаевты Парижға ебәреү айҡанлы яҙылған хат һаҡланған. Был документта, юл сығымдарына ҡағылған мәсьәлә менән бер рәттән, Йомабай ҡурайсының «уның үҙенең күрһәтмәһе һәм инструкцияһы буйынса, ҡоростан йәки көмөштән яңы ҡурай эшләү өсөн саралар күреү» тураһындағы үтенесе лә белдерелә. Документаль сығанаҡтарҙа, ҡурай ике данала Мәскәүҙә эшләнгән тип яҙыла. Үкенескә ҡаршы, әлеге махсус рәүештә әҙерләнгән музыка ҡоралдары хаҡында башҡа мәғлүмәттәр табылмаған. Ә инде Йомабай Иҫәнбаевҡа тәғәйенләнгән башҡорт милли кейемен Мәскәүҙә ҙур театрҙың мастерскойҙарында теккәндәр.
Мәскәүгә Париждағы концерттарҙа ҡатнашыу өсөн йәнә ҡаҙаҡ, үзбәк, әзербайжан, әрмән халыҡ йырсылары һәм музыканттары саҡырылған була. Гастроль өсөн әҙерләнгән был махсус программа ике тапҡыр Мәскәү тамашасыһына күрһәтелә. Йомабай Иҫәнбаев «Урал», «Буранбай», «Перовский» көйҙәрен башҡара. Уның сығышы өсөн Урал тәбиғәтен кәүҙәләндергән махсус декорация эшләнә.
Артистар һәм халыҡ араһынан сыҡҡан башҡарыусылар делегацияһы 1925 йылдың июнь башында Мәскәүҙән Парижға юллана. Концерттарға билеттар улар килгәнгә тикем үк һатылып бөткән була. Был сәфәрҙәге артистар барлығы 11 концерт ҡуя. Тамашасылар менән шығырым тулы Париждың ҙур театрҙарының береһендә Йомабай тәүҙә сәхнә артында «Урал» көйөн уйнай. Әкрен генә шаршау асылыуға, башҡорт милли костюмында ҡурайһыҙ ғына халыҡ алдына сыға һәм сәхнәнең бер ситенә ултыртып ҡуйған, Хәйбулла төбәгендә үҫкән тупраҡлы таҡыя башлы ҡурай үләнен тамашасы алдында ул һаҡлыҡ менән ҡырҡып ала ла шунда уҡ тишектәр уйып, «Байыҡ» көйөн уйнап та ебәрә. Тамашасы тын да алмайынса тыңлай был моңдо. Һуңынан иһә зал көслө алҡыштарға күмелә. Программа буйынса һәр музыка ҡоралында берәр тапҡыр ғына сығыш яһау күҙ уңында тотолһа ла, ҡурайсыны алҡышлап, ҡат-ҡат сәхнәгә сығаралар. Концерттарҙың береһендә, Йомабай Иҫәнбаевты бер нисә мәртәбә сәхнәгә саҡырғандан һуң, бер ҡатын уның янына күтәрелеп, ҡурайсыны ҡотлап, ҡулын ҡыҫа һәм үҙенең алтын балдағын музыканттың бармағына кейҙерә. Ә Сорбонналағы фонография кабинеты мөдире Перно башҡорт ҡурайсыһы менән ҡаҙаҡтың йыраусы һәм думбырасыһы Ә.Ҡамаубаевты ҡунаҡҡа саҡыра һәм уларҙың йыр-көйҙәрен фонограф таҫмаһына яҙып ала. Йомабай башҡарыуында «Урал», «Буранбай», «Байыҡ», «Ҡара юрға» көйҙәре яҙҙырыла.
Париждағы концерттарҙа арҙаҡлы француз яҙыусылары Ромен Роллан, Анри Барбюс, мәшһүр урыҫ йырсыһы Федор Шаляпин да була. Улар ҙа халыҡ таланттарының сығышын йотлоғоп тыңлай һәм һоҡланыуҙарын белдерә.
Был сәфәрҙән һуң Йомабай Иҫәнбаев ике йыл самаһы башҡорт драма теартында ҡурайсы-артист булып эшләй, «Салауат батыр», «Ашҡаҙар», «Ҡарағол», «Ынйыҡай менән Юлдыбай», «Шәүрәкәй» спектаклдәрендә ҡатнаша. Мәскәү театры сәхнәһендә лә сығыш яһап ҡайта.
Йомабай Иҫәнбаевтың ижади биографияһында уның 1927 йылдағы сит илгә гастролдәре мөһим урын тота. Шул йылдың йәйендә ул, Германияның Франкфурт ҡалаһында уҙғарылған Беренсе Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнашып, ҙур уңыш ҡаҙана. Бында башҡорт ҡурайсыһы «Урал»ды, «Буранбай»ҙы, «Сәлимәкәй»ҙе, «Сыңрау торна»ны уйнай, көслө ҡул сабыуҙар аҫтында йәнә өс тапҡыр сәхнәгә сығып, «Аҡмәсет», «Байыҡ», «Ҡара юрға» көйҙәрен башҡара. Совет артистары төркөмө Берлинға килеп, унда ла биш концерт бирә. Концерт бригадаһының биш айға һуҙылған оҙайлы гастролдәре ошо рәүешле башланып китә лә инде. Башта Гамбург, Росток, Ганновер, Кельн, Лейпциг, Шверин, Мюнхен ҡалаларында, унан Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда, йәнә Гетеборгта, Вестероста, Венерсборгта – барлығы 22 ҡалала сығыш яһай артистар. Биш ай эсендә 54 концертта ҡатнашып, төрлө милләт тамашасыһына 55 боронғо башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттерә Йомабай Иҫәнбаев.
1929 йылда ҡурайсы тыуған ауылына ҡайтып, колхоз төҙөүҙә ҡатнашып, тулыһынса крәҫтиән тормошо менән йәшәүен дауам итә. Үҙе сит ерҙәргә сығып, оҙайлы гастролдәргә йөрөгәндә лә, Башҡорт драма театрында эшләгән сағында ла ғаиләһе уға тоғро ҡала. Үрге Смаҡтағы йорттоң усағын һыуытмай. Йомабаевтар ғаиләһендә кескәй генә саҡтарында уҡ донъя ҡуйған өс сабыйҙан тыш биш бала үҫә. Йәнә ҡатыны Сафия менән Йомағәле исемле етем баланы уллыҡҡа алалар. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, ул утын-бесән әҙерләргә ярҙамлашып тора.
Ауылда колхоз ойоштороп, Йомабай башта үҙе етәкселек итә. Һуңғараҡ сельпола, колхозда ревизор вазифаһын башҡара. Өфөгә лә юлы йыш төшә. Йылына бер-ике мәртәбә төрлө концерттарҙа ҡатнашыу форсаты тыуа. 1936–1937 йылдар тирәһендә ауылдар буйлап йөрөп, ҡурайсылар йыйырға тотона.
– 1940 йыл атайымды, Зәки Вәлиди менән әшнәлектә ғәйепләп, алып киттеләр, – тиелә улы Сәлихйәндең иҫтәлектәрендә. – Омскиҙа ултырҙы. Һуғыш ваҡытында, – мин фронтта инем инде, – Омскийҙан «батальон ҡабул итеп алам, һуғышҡа китәбеҙ», – тип хат яҙҙы. 1942 йылдың июнь айҙары ине был. 1946 йыл Орел–Курск дуғаһынан яуап хаты яҙҙым. «Балам, беҙ йәнәш кенә, мин Воронеж эргәһендә, тиҙҙән һөжүмгә күсәбеҙ», тип хәбәр итте атайым. Шунан һуң бәйләнеш өҙөлдө. Ул 1-се Украина фронтында, Ватунинда ине.
Бына шулай, Йомабай Иҫәнбаевтың ғүмер юлы иле, Ватаны өсөн изге көрәштә һәләк булған бик күп талантлы, батыр яҡташтарыбыҙ кеүек,өҙөлөп ҡала…
– Миңнулла Рахманғол улы, киләһе 2021 йыл халҡыбыҙҙың ҡурай сәнғәтен башҡорт илендә генә түгел, бәлки тотош донъя кимәлендә данлаған сағыу талантлы бөйөк халыҡ музыканты, һоҡланғыс шәхес Йомабай Иҫәнбаевҡа 130 йәш. Һеҙ ҙә был юбилей сараларына әҙерләнәһегеҙме?
– Ваҡыт үтеү менән Йомабай Иҫәнбаевтың яҡты исеме хаҡһыҙ онотола яҙып, яңынан тергеҙелеүгә мин бик шатмын. 1978 йылдан уның исемендәге призға Республика ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, ҡыл ҡумыҙсылар, думбырасылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола. Хәйбулла районында 1991 йылда Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенә, Аҡъяр ауылындағы урамға ҡурайсының исеме бирелде. 2000 йылда Өфө ауылында Йомабай Иҫәнбаевтың музейы булдырылды. Уның тормошо һәм ижады тураһында «Башҡортостан» киностудияһында «Йомабай ҡурайы» документаль фильмы төшөрөлдө (сценарисы Ҡ.Аралбай, З.Н.Кадиков, режиссеры – Д.Р.Хәлитова, операторы – М.Н.Новиков).1991 йылда, 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән саҡта, ҡурай сәнғәтенең меңәр йылдарҙан килгән тәжрибәһен һәм серҙәрен тәрәндән белеп һәм тойоп ижад иткән, йыр-көйҙәребеҙҙең тарихын өйрәнеп, килер быуындарға еткереүсе шәхес Йомабай Иҫәнбаевҡа «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Әлбиттә, мин дә, һаулыҡ булһа, юбилей сараларында ҡатнашырға, халҡыбыҙҙың моң-зарлы, күтәренке рухлы йыр-көйҙәрен тамашасыларға еткерергә иҫәп тотам. Беҙҙең халыҡ бик талантлы, һәр кем күңелендә йә музыкант, йә шағир, йә рәссам. Шуға күрә бер-беребеҙҙең һәләттәрен, яҡшы яҡтарын күреп, үҫтереп, халыҡ шөғөлдәренә, халыҡ йолаларына иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе, еребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаһаҡ, башҡорт, халыҡ булараҡ, бер ваҡытта ла юғалмаҫ, тигән өмөттә ҡалам.
Миләүшә ИШЕМҒОЛОВА