Танып ырыуы
Танып – Башҡортостандың төньяғын төйәкләгән башҡорт ырыуҙарының береһе. Танып ырыуы, үҙ сиратында, ҡаҙансы, ҡайпан, ҡыр‑Танып, Һыу‑Танып исемле ырыу-түбәләргә бүленә. Тарихсылар Танып башҡорттарының тамырҙарын – Иҙел буйы Болғар иле, ә ҡаҙансы, ҡайпан ырыуҙарын Урта Азияның төрки ҡәбиләләре менән бәйләй.
12-се быуат аҙағында — 13-сө быуат башында Танып башҡорттары Тере Танып йылғаһының урта һәм үрге ағымы буйлап таралып ултырған. 14–15-се быуаттарҙа ҡаҙансы менән ҡайпандар, Башҡортостандың көньяҡ райондарынан төньяҡҡа күсенеп, Танып ырыуы ерҙәренә урынлашҡан, һуңыраҡ Танып башҡорттарына ҡушылған, тип иҫәпләй тарихсылар.
17–18-се быуаттарҙа танып башҡорттары башлыса Ар, Бармыш, Йоҡ, Көтмәҫ, Мәте, Тибел, Тушҡыр, Барҙы, Тулва йылғалары буйында йәшәгән.
19-сы быуат башында таныптарҙың бер өлөшө Ҡариҙел йылғаһы буйына күскән. Таныптар, Балыҡсы, Гәрәй, Ғәйнә, Йылан, Унлар, Уран ырыуы башҡорттары менән күрше йәшәгән.
Хәҙерге көндә Танып башҡорттары йәшәгән ерҙәр Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел, Мишкә, Тәтешле райондарына һәм Пермь крайының көньяҡ өлөшөнә ҡарай.
Танып башҡорттары күпләп йәшәгән төбәк – Башҡортостандың Асҡын районы. Бында утыҙға яҡын танып ауылы бар. Иҫке һәм Яңы Ҡаҙансы, Олойылға, Базанчат, Ҡәйүм, Тупралы, Ҡышлауйылға, Мутабаш, Дәүләт, Солтанай, Кубияҙ, Ҡыйғаҙы, Яңы һәм Иҫке Ҡарткиҫәк, Яңы Бағазы, Йомран, Мутайылға, Башяҙы, Ҡушкүл, Иҫке һәм Яңы Ҡара, Әүәҙәй, Төлгөҙбаш, Йырмаялан ауылдары. Асҡын районының төньяғында – Ҡайпан ырыуы, көньяҡта Һыу-Танып башҡорттары йәшәй.
Балтас районында Танып ырыуы башҡорттары Түбәнге Һикияҙ, Уртайылға, Мәнәгәз, Тушҡыр, Имән, Иҫке һәм Яңы Балтас, Яңы Тушҡыр, Иҫке Илекәй, Штанды, Кумияҙ, Мишәр, Маты ауылдарында йәшәй. Тәтешле районында ла байтаҡ ҡына Танып башҡорттары ауылдары бар. Балтас районында Ҡыр-Танып башҡорттары көн итә.
Бында башлыса таныптарҙың Ҡайпан ырыуы вәкилдәре йәшәй: Иҫке һәм Яңы Ҡайпан, Бүлҡайпан, Байҡыбаш, Беләш, Бәҙрәш, Кәлтәй, Түбәнге Кәлтәй, Иҫке Шарҙаҡ, Таныпшишмә, Ҡытҡыйылға, Үрге Сәләй.
Ҡариҙел районында барлығы дүрт Танып башҡорттары ауылдары бар – Дәүләт, Иҫке һәм Урта Бағазы, Бағазытамаҡ. Улар райондың төньяҡ-көнсығыш яғында урынлашҡан. Бында Һыу-Танып башҡорттары йәшәй.
Танып ырыуы башҡорттары үҙҙәренең күренекле шәхестәре менән дан тота. Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылынан ике Советтар Союзы Геройы сыҡҡан – Мырҙалыхан Ғәбитов менән Нурулла Сафин. Советтар Союзының халыҡ табибы, Башҡортостан Юғары Советы депутаты Әминә Бәкирова иһә Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан.
Шулай уҡ Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған тағы бер арҙаҡлы шәхес, билдәле ғалим, педагогия фәндәре докторы, профессор, РФ Мәғариф академияһының мөхбир-ағзаһы, дәүләт эшмәкәре Әлфис Ғаязов атап үтмәй булмай. Ул Башҡортостан мәғариф министры, Башҡортостан фәндәр академияһы президенты вазифаларын биләне, әле БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
Балтас районында йәшәп, Танып башҡорттары араһынан сыҡҡан республиканың фән һәм сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған шәхестәр бар. Имән ауылында тыуған арҙаҡлы башҡорт ғалимы, филология фәндәре докторы Әхнәф Харисов, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтын етәкләй. Башҡорт фольклорын йыйыу, баҫып сығарыу буйынса ифрат ҙур эштәр башҡара. Уның етәкселегендә Башҡорт халыҡ ижадының күп томлы серияһы донъя күрә.
Имән ауылынан сыҡҡан тағы бер күренекле ғалимыбыҙ – тарихсы Әбүбәкир Усманов. Ул Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу тарихын өйрәнеп, күләмле хеҙмәт яҙа. Тәүгеләрҙән булып башҡорт халыҡының 1812 йылғы Ватан һуғышындағы ҡатнашыу тарихын ентекләп өйрәнә. 1964 йылда “Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года” тип аталған китап сығара.
Был хеҙмәттә беренсе булып башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыу тарихы, уларҙың батырлығы тураһында ентекләп яҙыла.
Күренекле йырсы, уҡытыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфирә Фәрхетдинова ла шулай уҡ Танып башҡорттары вәкиле булып тора. Ул тыумышы менән Балтас районының Маты ауылынан.
Күренекле йырсы Хәниә Фәрхи – шулай уҡ данлы Танып ырыуы ҡыҙы. Йырсының тыуған төйәге – Тәтешле райоынының Үрге Сәләй исемле башҡорт ауылы.
Шулай итеп, Танып ырыуы халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләгән, үҫтергән төбәктәрҙең береһе булып тора.
Азат ЮЛАН.