-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Сентябрь 2021, 15:00

Рауил БИКБАЙ был донъяның иң ҙур мөғжизәһе тураһында -

-

"Донъяла ете мөғжизә тиһәләр ҙә, уйлап ҡараһаң, беҙҙең Башҡортостанда ғына ла улар әллә күпме. Шуға улар күптер тип уйлайым. Ә инде йәшәй-йәшәй был донъяла иң ҙур мөғжизәнең туған тел икәнлеген төшөндөм. Туған теле әҙәмгә рухиәт булараҡ бирелә. Телең юҡ икән, һин бер кем дә түгел.
Бөгөн беҙҙең кеүек бәләкәй халыҡтар теленә генә түгел, бөйөк булған рус теленә лә ҡурҡыныс янай. Уны инглиз һәм башҡа сит телдәр баҫып килә. Өфө урамдарында ғына йөрөгәндә лә рус атамалы яҙмаларҙы бик һирәк осратаһың, барыһы ла инглиз һәм сит телдәрҙә балҡып тора. Рус теле беҙҙең телде йота тип ҡурҡырға ярамай, рус теленең үҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә ул. Беҙҙең телебеҙ беҙҙең ауыҙ эсендә, күңелдә, мейелә, булмышыбыҙҙа бит. Уны үҙебеҙ "йотмаһаҡ", башҡа бер кем дә килеп ҡоротмаясаҡ". 2018 й.

Рауил БИКБАЙ был донъяның иң ҙур мөғжизәһе тураһында -
Рауил БИКБАЙ был донъяның иң ҙур мөғжизәһе тураһында -
Автор:
Читайте нас: