Быйыл августа башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле ғалим, төрки телдәрҙең диалектологияһы, лексикологияһы һәм терминологияһы буйынса белгес, төньяҡ-көнбайыш диалектты өйрәнеү буйынса фундаменталь эштәр башҡарған ғалим Таһир Ғәлләм улы Байышевтың тыуыуына 135 йыл тулды. Мәғлүм булыуынса, милләттәшебеҙ Өфөлә, мосолмандар зыяратында ерләнгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ғалимдың ейәнсәре Светлана Кузнецова һәм туғаны Фәнүр Байышев, билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдинова менән берлектә уның ҡәберенә сәскәләр һалды, рухи иҫтәлеген яңыртты.
Уҙған быуаттың 20-се йылдарынан башлап Таһир Байышев етди ғилми хеҙмәт менән шөғөлләнә башлай. 1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған, 1933—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән, башҡорт диалектологияһы һәм лексикографияһы буйынса фәнни тикшеренеүҙәр алып барған. Билдәле ғалим, яҙыусы Ғәзим Шафиҡов арҙаҡлы милләттәшебеҙ тураһында бына нимәләр яҙып ҡалдырған:
“...Таһир Байышев башҡорт халҡының йәнле һөйләү теле – һөйләштәре һәм диалекттары буйынса, оҙаҡ йылдарға һуҙылған эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе булараҡ, “Башҡорт диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә” тигән монографияһын яҙа (ул 1955 йылда Мәскәүҙә урыҫ телендә бер мең данала баҫыла). 1948 йылда әле лә әһәмиәтен юғалтмаған ҡулланылыштағы “Урыҫса-башҡортса һүҙлек”, 1958 йылда Өфөлә донъя күргән “Башҡортса-урыҫса һүҙлек” китаптарының авторҙарының береһе булараҡ таныла. Тағы бер нисә телле терминологик һүҙлек төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡортостан буйынса лингвистик экспедицияны етәкләй, йыйылған мәғлүмәтте эшкәртә. Айырыуса һөйләш күренештәрен йыя, фәнни һығымталар яһай.
Һүҙҙәрҙе яҙып-теркәй, шуның буйынса аҙаҡ һүҙлектәр төҙөй. Был уға башҡорттарҙың хәҙерге һөйләш телен һәм диалекттарын ныҡлап өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был өлкәлә инде Байышев – алмаштырғыһыҙ белгес. 1950 йылда ошо хеҙмәттәре Мәскәү дәүләт университетының төрки филологияһы факультетына диссертация темаһы сифатында тәҡдим ителә. Шул уҡ йылдың мартында филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлана. Шулай итеп, Таһир Байышев – башҡорт филологтары-диалектологтары араһынан тәүгеләрҙән был фәнни дәрәжәгә өлгәшеүсе лә.
Таһир Байышев урыҫ теленән башҡортсаға барлығы 400 баҫма табаҡлы әҙәби һәм уҡытыу-методик әҙәбиәтте тәржемәләй. Ләкин... Нисек кенә булмаһын, беҙҙең (бөгөнгө йәмәғәтселек) өсөн Таһир Байышев эшмәкәрлегендә иң мөһиме – уның башҡорт теленең көнбайыш диалектына мөнәсәбәте, уның арҙаҡлы диалектолог булыуы. Әле 50-се йылдар башынан уҡ ул башҡорт тел ғилеменә ошо көнбайыш диалект күренештәрен дә индереү яғында була...”.
Фирҙәүес Хисаметдинова ла арҙаҡлы ғалимдың эшмәкәрлеге хаҡында әйтеп үтте. Әле 1954 йылда уҡ Таһир Байышев етәкселегендә Асҡын, Балтас, Борай, Яңауыл райондарына диалектологик экспедиция ойошторолған. Һөҙөмтәлә, фонетика, грамматика, лексика буйынса бик бай материалдар тупланған һәм “көнбайыш диалект – башҡорт теленең айырылғыһыҙ өлөшө” тигән һығымта яһалған. Әммә аҙаҡ был йүнәлештәге эштәр туҡтап ҡалған, Таһир Байышев башҡарған уникаль, олуғ эш архивҡа оҙатылған. Ярты быуат үткәс кенә ул “Ғилем” нәшриәтендә донъя күргән.
Таһир Байышев башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү буйынса 11 фәнни экспедицияла ҡатнашҡан, был иҫ киткес бай материал монографияға тупланған. Ошо эшендә ғалим башҡорт диалекттарын классификациялаған, һүрәтләгән, үҙенсәлектәрен билдәләгән, таралыу биләмәләлен асыҡлаған, морфологик үҙенсәлектәрен күрһәткән. Таһир Байышев – бик күп ғилми хеҙмәттәрҙең, русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәрҙең авторы. Тап уның башланғысы менән XX быуаттың 70-80-се йылдарында башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү эштәре башланған. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Таһир Байышев Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Ғалим 1974 йылда вафат булған.
Таһир Байышевтың ейәнсәре Светлана Әхәт ҡыҙы олаталары тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште.
– Минең атайым – Таһир Ғәлләм улының өлкән улы, ул хәрби булды, тотош илде урап сыҡҡан кеше. 1958 йылда ғаиләбеҙ Өфөгә күсте. Йыш ҡына олатай һәм өләсәйҙә ҡунаҡта була инек, бер мәл улар менән йәшәп тә алдыҡ. Олатайҙы етди, тыныс кеше тип иҫләйем. Уның үҙ кабинеты була торғайны. Ҙур мәрмәр өҫтәл, ярымяҡтылыҡ, сағыу лампа яна һәм өҫтәл артында олатай машинкала баҫа...Ошо мәлдәр миңә –мөғжизә, ә олатай тылсымсы булып тойола ине. Өләсәй ҙә, олатай ҙа ҡунаҡсыл, асыҡ кешеләр булды, туғандары, дуҫтары йыш килә торғайны.
Улар дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән. Барыһы ла - лайыҡлы кешеләр. Минең атайым Әхәт һуғыш башланыр алдынан Ульяновск бәйләнеш училищеһын тамамлаған һәм тура фронтҡа эләккән. Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнашҡан. 1943 йылда, ауыр яра алғандан һуң, Буденный исемендәге Ленинград хәрби академияһына уҡырға ебәрелгән. Был ваҡыта уҡыу йорто Томск ҡалаһына эвакуацияланған, тап ошона атайым әсәйем, медицина институты студенткаһы менән танышҡан. Беҙ һеңлем Марина менән Ленинградта тыуғанбыҙ. Демобилизациянан һуң атайым ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгән. Оҙаҡ йылдар ул төрлө етәксе вазифаларҙа эшләне, полковник дәрәжәһенә етте. 2005 йылда вафат булды.
Таһир Байышевтың икенсе улы Сәғит бик һәләтле бала булған, бик матур бейегән. Махсус набор буйынса данлыҡлы Ваганов балет училищеһына уҡырға ингән. Әммә һуғыш уның яҙмышын тулыһынса туҙҙырған. Яу башланғас, Сәғит Ленинградтан Өфөгә күсеп ҡайтҡан, Ғәскәров ойошторған ансамблдә бейей башлаған. Әммә бер йылдан, 17 йәшендә, фронтҡа китергә ҡарар иткән. Ул хәрби фельдшерға уҡыған, 1942 йылда Сталинград өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан. Сәғит Байышев 1943 йылда батырҙарса һәләк булған һәм туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Беҙ, туғандары, уның һуңғы төйәген 68 йылдан һуң Белгород өлкәһендә эҙләп таптыҡ һәм ҡәберенә сәскәләр һалдыҡ.
Таһир Байышевтың өсөнсө улы Булат Мәскәүҙә төпләнгән. Ул билдәле нефтяник, академик, донъя кимәлендәге ғалим ине. Ер йөҙөндәге барлыҡ нефть сығанаҡтарын йөрөп сыҡҡан Булат Байышев ғүмеренең һуңғы көнөнәсә тармаҡ белгестәренә консультациялар бирҙе, уның фәнни эштәре һәм китаптары бик күп.
Марат, ғалимдың бәләкәй улы Сәғит кеүек ижади булмышлы кеше ине. Әммә ул да, Булат ағаһы кеүек, Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ дәүләт университетын тамалаған, билдәле геолог. Бик ҙур таштар, тамырҙар коллекциялары бар ине. Ижади булмышы бик көслө булды.
Беҙҙең ғаилә бик ҙур һәм татыу, аралашып йәшәйбеҙ. Таһир Байышевтың ейәндәре, бүләләре лә тормош буйлап ныҡлы атлап барған лайыҡлы кешеләр. Олатай, һис шикһеҙ, улар менән ғорурланыр ине, – ти Светлана Әхәт ҡыҙы.
Таһир Байышевтың туғаны (ҡустыһының улы) Фәнүр Байышев бидәле нәҫел хаҡында китап яҙған. Ул да хәтирәләре менән бүлеште, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө һәм билдәле милләттәшебеҙ Таһир Байышевтың рухын яҡтыртҡан, иҫтәлеген тергеҙгән кешеләргә рәхмәттәрен еткерҙе.
Г. Балтабаева.