-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
15 Август 2021, 19:42

«Мин милләтсе түгел, ә иң ябай, намыҫлы, тоғро, юғары аңлы интернационалист, үҙ мәҙәниәте булған халҡымды көсләп татарлаштырыуға, бөтөрөүгә ҡаршы көрәшеүсе -

-

Мин милләтсе лә, вәлидовсы ла түгел, ә нәҡ киреһенсә, уларҙың Башҡортостандағы көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүсе абориген башҡорттарға советса булмаған ҡараштары менән көрәшеусе. Кесе Башҡортостанды төҙөгәндә улар башҡорт теленең айырым диалектында һөйләшеүсе был башҡорттарҙы һанға һуҡманылар, башҡорт милли мәҙәниәтенә ылыҡтырырға теләмәнеләр, татарлашҡанһығыҙ тип ситкә этәрҙеләр. Был бик күп зыян килтерҙе, һәм уны һаман еңеп сыға алмайбыҙ. Көнбайыш башҡорттарға ошондай мөнәсәбәт татар милләтселәренә ҡул ғына ине, улар бында иркенләп ассимиляцияға кереште». Т. Байышев, 1957 йыл.

Бөгөн арҙаҡлы шәхес, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеүгә күп көс һалған телсе-ғалим Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл. Уның тураһында яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ: 

Ул — телсе-ғалим, ысын мәғәнәһендә арҙаҡлы башҡорт ғалим-диалектологы. Уны хатта башҡорттоң Дале тип атарға мөмкин. Заманында башҡорт һүҙҙәрен бөртөкләп йыйған, башҡорт теле һөйләштәрен өйрәнеп, тиҫтәләгән диалектологик экспедицияларға сыҡҡан. Башҡорттоң тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге менән ҡыҙыҡһынған. Ҡыҙыҡһынған ғына түгел, телдең кәмһетелеүҙәрен, мәсхәрәләнеүҙәрен күреп әсенгән, йоҡламай көнө-төнө шул хаҡта уйлаған.

«Уҡыусы белһен!..»

Эйе, үҙен һәр урында, һәр хаты-мөрәжәғәтендә «башҡорт, Таһир Ғәлләм (Ғәлләметдин) улы, партияһыҙ» тип атаған. Ғүмеренең аҙағынаса совет, Коммунистар партияһының төрлө инстанцияларына бихисап мөрәжәғәт, ялыуҙар менән мөрәжәғәт иткән, шуның арҡаһында «милләтсе», «ялыусы», «ҡотҡосо» исемдәрен күтәргән... Әммә беҙҙең яҡ, төньяҡ-көнсығыш халҡы өсөн ул — үҙ кеше, сөнки боронғо шәжәрәләребеҙҙе һаҡлап, башта төркисә, аҙаҡ латин алфавитында, һуңынан тағы хәҙерге башҡорт әҙәби телебеҙҙә яҙып ҡалдырған. Беҙҙең өсөн ул — Мөхәмәтша Буранғолов бөйөк «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын тарихҡа теркәп, башҡортҡа ниндәй эш атҡарһа, шундай игелектәр ҡылған уҙаман. Мөхәмәтша Буранғолов һәм Таһир Байышев. Әйткәндәй, Таһир Ғәлләм улы Буранғоловтан ике йәшкә оло. Таһир Байышев һәм Даль. Таһир Байышев һәм Мөхәмәтша Буранғолов. Был шәхестәрҙе мин юҡҡа бергә телгә алмайым, бушҡа сағыштырмайым. Билдәле башҡорт әҙибе Ғәзим Шафиҡов та шулай итә. Әйткәндәй, Ғәзим Шафиҡов... Был яҙыусы-эҙләнеүсенең ни тиклем ҙур эшмәкәр булғанын йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәһең. Ул күтәрмәгән мәсьәлә юҡ, ул ҡағылмаған сәйәси-социаль проблема, ул барып ҡыҫылмаған Башҡортостан тарихы күренештәре ҡалмаған да һымаҡ. Ул тасуирламаған күренештәр, ул байҡамаған, һөйләмәгән тарихи шәхестәр тағы бармы?.. Бына Таһир Байышев та шулай. Уның шәхесенә күҙ һалған йәки бөгөн Таһир Ғәлләм улының булмышына ҡарата Ғәзим Шафиҡовтың «Фәнни Робинзондың буйһонмаҫ яңғыҙлығы» тигән мәҡәлә-эссенан башҡа бүтән яҙма-тикшеренеү ҙә юҡ! Таһир Байышевтың үҙенең яҙмаларынан башҡа... Шуға беҙ ҙә ошо хеҙмәткә («Дыхание жгучее истории»: Өфө, «Китап», 1998) — «Фәнни Робинзондың буйһонмаҫ яңғыҙлығы»на... Русса яҙылған. Әлбиттә, иҫемдә, уның башҡортса тәржемәһе ошо йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитендә лә баҫылғайны) әленән-әле әйләнеп ҡайтырбыҙ. Яҙыусы ҡәләмдәштәрем, яҡташтарым тураһында яҙыштырам. Бер заман райондашым — Мәсетле районы кешеһе, «тарих тоҡсайы» Мәүлитбай Миңтаһир улы Абдуллин (ул — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты) «бәйләнә»: — Ринат, һин иң элек Таһир Байышев тураһында яҙ! Бигерәк тә хәҙер — 2020 йылғы халыҡ иҫәбен теркәү алдынан. — Уның хаҡында бик белеп тә бөтмәйем. Ул ҡасан йәшәгән? 1886 — 1974 йылдарҙа... — Ғәзим Шафиҡовтың мәҡәләһе бар, мин һөйләрмен, бүтәндәр һөйләр... Яҙ, нәҡ уның тураһында, башҡорт Дале хаҡында яҙырға кәрәк — уҡыусы белһен! Үҫмер саҡ хәтирәләренән Дыуан-Мәсетлелә әтейемдең бер туған абзыһы — Зекер быуайымдың һөйләгәндәре хәтерҙә: «Унда, Өфөлә... башҡорт теле өсөн көрәшкәндә, беҙҙең яҡ кешеһенә (ғалим тип аңлайым уны — авт.) шундағы ҙур ғалим ужатланып ҡаршы сыҡҡан!» Был хәбәрҙең айышына филология факультетында тел, диалект тирәһендәге бәхәстәрҙең әрсәһенә төшөнгәс кенә барып еттем. Байышев — Кейекбаев бәхәсенең асылы, имеш. Аҙаҡ күренекле әҙәбиәтсе ғалим, үҙе лә табындарҙан булған Ғиниәт Ҡунафинға, ул яҡташы Жәлил Кейекбаев тураһында монография яҙырға тотонғас, әйттем: «Зинһар, ошо хәл-әхүәлдәрҙе бөгөнгө көн (XXI быуат башы) күҙлегенән баһаласы!» Был юлы йәнә Ғәзим Шафиҡовтың «Башҡортостан» гәзитендә башҡортса баҫылған әүәлге «Фәнни Робинзондың буйһонмаҫ яңғыҙлығы» эссеһына һылтанмаҡсымын. Үткер телле, осҡор күҙле публицисыбыҙҙың был хеҙмәте тулыраҡ та, йөкмәткелерәк тә. Таһир Байышев — дәү ҡалын кәүҙәле ҡарт. Олпат зат. Эре һөйәкле, көн дә иртүк физкультура яһай. Бәлки, шулай үҙ һаулығы тураһында ҡайғыртҡаны өсөн дә оҙон ғүмерле булғандыр (ул 88 йәшенә етә). Ғүмер баҡый 10 квадрат метр майҙанлы тар ғына фатирында йәшәй, иртүк уянып, көн дә тура Ағиҙел йылғаһына төшә. Хатта шунда бит-ҡулын сайҡатып та ала.

Башҡорт халҡының һөйөклө улы

Таһир Байышев — минең яҡташым, Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 1886 йылда тыуған. 1909 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Иркутскиҙа хәрби-фельдшерлыҡ мәктәбендә уҡый — рота фельдшеры итеп тәғәйенләнә. Өйөнә ҡайтарылмай тура һуғышҡа, Герман фронтына оҙатыла. 1915 йыл контузияланған көйө әсирлеккә эләгә. Ҡаса. Ошо йылдың йәйендә уны Кавказ фронтына — Иранға ебәрәләр. Шунда Февраль һәм Октябрь революцияларын ҡаршылай. Монголия, Польша, Латвия, Литва, Германия, Грузия, Азербайжан, Әрмәнстанда була. Иҫке Хәлилгә 1918 йылда ғына ҡайтып төшә. Башта шунда, ә аҙаҡ 1920 — 1925 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле мәктәбендә балалар уҡыта, бер үк ваҡытта фельдшерлыҡ пункты мөдире вазифаһын да башҡара. 1918 йыл. Июнь урталарында Иҫке Хәлил ауылы ла ингән Дыуан-Мәсетле улысында, тарихта билдәле булыуынса, «кулак фетнәһе» күтәрелә — улыс халҡы йыл башында власҡа килгән, яңыса тормош ҡорорға ынтылған, шул уҡ яҡташтар булған большевиктарҙы ҡырып-һепереп түгә; май аҙаҡтарында был төбәктә аҡтар хөкөм итә, сөнки Силәбелә Мәскәү — Владивосток тимер юлында ултырған чехословак легиондары советтарға ҡаршы баш күтәрә. Ошо ваҡиғалар солғанышында ҡалған Таһир Байышев ни эшләй? Был хаҡта ошо юлдар авторына бер ни ҙә билдәле түгел. Аҡтар менән ҡыҙылдар боғаҙға-боғаҙ килә, башҡорттар Башҡортостанда власты тотошлай үҙ ҡулына алырға маташа: әле 1917 йылдың 15 ноябрендә үк алдараҡ төҙөлгән Башҡорт хөкүмәте Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә Башҡорт йөмһүриәтен (мөхтәриәтен) булдыра. Ошо шарттарҙа Таһир Байышев, 32 йәшлек батша армияһының рота фельдшеры, ҡайһы яҡта, ниндәй позицияла тора? 1919 йылдың мартында ғына башҡорт Совет Республикаһы советтар тарафынан таныла. Таһир Байышев ҡайҙа? 1937 йылда Сталиндың шәхес культына эләкмәйме? Таһир Байышев бер ҡасан да ҙур вазифа биләмәгән. Бәлки, шуның өсөн дә репрессияға тарымағандыр? ...XVI быуат урталарынан алып Әйле ҡәбиләһенең Дыуан ырыуына ҡараған халыҡтың шәжәрәһе билдәле. Ул ХХ быуат башында Дыуан-Мәсетлелә йәшәгән Заһир ҡартта һаҡлана. Оло ашъяулыҡ ҙурлығында ике ҡағыҙ бите. Нәҡ шул шәжәрәне Дыуан-Мәсетле мәктәбендә уҡытҡан Таһир Байышев күсереп ала. Ғәрәп графикаһы менән иҫке төркисә яҙылғанды ул ҡағыҙға башта иҫке төркисә, аҙаҡ латинса төшөрөп, ҙур китап итеп баҫтыра. Ә 1940 йылдарҙа хәҙерге башҡорт әҙәби яҙма теленә әйләндерә. Ул уҡытыусы Фәтҡулла Әхәт улы Йосоповта һаҡланған. Шул китапты үҙемә лә тотоп ҡарарға насип итте. Аҙаҡ шәжәрәне Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, мәктәп музейы мөдире Дим Ҡотдос улы Ишбулатов тулыландырҙы, информатика уҡытыусыһы Таһир Сәлихйән улы Дәүләтбирҙин менән туплап, шуның бер өлөшөн 2010 йылда Өфөлә донъя күргән «Энциклопедия Мечетлинского района Республики Башкортостан» китабында баҫтырҙы. Шәжәрәне ни өсөндөр «Ҡылысбай менән Батыр ырыуҙары (нәҫел-нәсәбе) шәжәрәһе» тип атайҙар. Башы шулай: Ҡарамыш — 1550 й., Сүнселәй — 1580 й., Аҡбулат — 1610 й., Ураҙ — 1640 й., Ҡылысбай — 1670 й. Ғүмәр, Сәтей, Хәбибулла, Мөхәмәтшәриф — 1700 й. Ғосман — 1730 й. Исламғол кантон — 1760 й. Был шәжәрә тамырҙары башлыса хәҙерге Мәсетле районында, уның тирә-яҡ райондарында йәшәгән халыҡтың нәҫел-нәсәбенә барып тоташа. Шулай булғанда, Таһир Байышев нәҡ шул төбәк халҡына Мөхәмәтша Буранғолов башҡорт халҡына «Урал батыр» ише эпосты һаҡлап алып ҡалған батырлыҡты ҡылған булып сыға. Афарин! Шул юҫыҡтан беҙ уны «башҡорт халҡының һөйөклө улы» тип атайбыҙ.

Фекеренән сигенмәгән...

Хәҙер тағы Ғәзим Шафиҡовтың русса эссеһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Автор унда Таһир Байышевтың шәхесенә, булмышына, тормош юлына күҙәтеү ҙә яһамай тиерлек: «...Мине иң элек Байышевты тормошта һәм фәндә ни ҡыҙыҡһындырыуы ылыҡтыра. Шуға яҙмамда Байышевтың ҡулъяҙмаларына һылтанмалар, уның хаттарынан, белдереүҙәренән, тағы йәмғиәтебеҙҙең рухи донъяһының күп яҡтарына ҡараған мәсьәләләренә шәхестең үҙ фәнни ҡараштарынан өҙөктәр килтерәсәкмен» (107-се бит). Һәм мин дә Ғәзим Шафиҡовтың был эссеһына һылтанасаҡмын. Әйткәндәй, Ғәзим Шафиҡов та Таһир Байышевты Мөхәмәтша Буранғолов һәм Баязит Бикбай менән сағыштыра һәм «уларҙы бер нисек тә сағыштырып булмай» тип ҡуя, сөнки Мөхәмәтша Буранғолов — фольклорсы, төрмәлә ултыра, ә Баязит Бикбай — шағир, заманында хатта ордендарын тартып алыуғаса барып етәләр. Юҡ, Таһир Байышев төрмәлә ултырмаған, Мөхәмәтша Буранғолов шикелле башҡорт милли хәрәкәтендә лә ҡатнашмаған буғай... Шулаймы икән? Немец әсирлеген татыған, Беренсе донъя һуғышында йөрөгән, ә вәлидиселәр араһында... Ул — Мөхәмәтшаның тиңдәше... Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 55 йәш тула. Ул һуғышҡа бармай, ләкин 1940 йылда башҡорт халҡының йәнле һөйләү теле — һөйләштәре һәм диалекттары буйынса, оҙаҡ йылдарға һуҙылған эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе булараҡ, «Башҡорт диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә» тигән монографияһын яҙа (ул 1955 йылда Мәскәүҙә урыҫ телендә бер мең данала баҫыла). 1948 йылда әле лә әһәмиәтен юғалтмаған ҡулланылыштағы «Урыҫса-башҡортса һүҙлек» (М., 1948), 1958 йылда Өфөлә донъя күргән «Башҡортса-урыҫса һүҙлек» китаптарының авторҙарының береһе булараҡ таныла. Тағы бер нисә телле терминологик һүҙлек төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡортостан буйынса лингвистик экспедицияны етәкләй, йыйылған мәғлүмәтте эшкәртә. Айырыуса һөйләш күренештәрен йыя, фәнни һығымталар яһай. Һүҙҙәрҙе яҙып-теркәй, шуның буйынса аҙаҡ һүҙлектәр төҙөй. Был уға башҡорттарҙың хәҙерге һөйләш телен һәм диалекттарын ныҡлап өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был өлкәлә инде Байышев — алмаштырғыһыҙ белгес. 1950 йылда ошо хеҙмәттәре Мәскәү дәүләт университетының төрки филологияһы факультетына диссертация темаһы сифатында тәҡдим ителә. Шул уҡ йылдың мартында филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлана. Шулай итеп, Таһир Байышев — башҡорт филологтары-диалектологтары араһынан тәүгеләрҙән был фәнни дәрәжәгә өлгәшеүсе лә. Таһир Байышев урыҫ теленән башҡортсаға барлығы 400 баҫма табаҡлы әҙәби һәм уҡытыу-методик әҙәбиәтте тәржемәләй. Ләкин... Нисек кенә булмаһын, беҙҙең (бөгөнгө йәмәғәтселек) өсөн Таһир Байышев эшмәкәрлегендә иң мөһиме — уның башҡорт теленең өсөнсө көнбайыш диалектына мөнәсәбәте. Уның арҙаҡлы диалектолог булыуы. Әле 50-се йылдар башынан уҡ ул башҡорт тел ғилеменә ошо өсөнсө диалект күренештәрен дә индереү яғында була. Шуға ҡаршы булған телсе ғалимдар Ҡасим Әхмәров, Кирәй Мәргән, Әхнәф Харисов, Жәлил Кейекбаевтар менән ҡаты бәхәсләшә, уларҙың фекерҙәренә ҡаршы сыға. Был көрәштә ул үҙ позицияһынан бер ҡарыш та сигенмәй. Партияның Үҙәк комитетына (Н.С. Хрущевҡа), Башҡортостандың өлкә комитетына (З.Н. Нуриевкә, С.Д. Игнатьевҡа), СССР Фәндәр академияһына (академик А.Н. Несмеяновҡа), хатта билдәле ғалимдарға (Әхнәф Юлдашевҡа), яҙыусыларға (Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Миҙхәт Ғәйнуллиндарға) хаттар яҙа. Былар аҙаҡ бөтәһе лә шикәйәт, ялыу, ошаҡ тип баһаланасаҡ. «Таһир Байышев — шикәйәтсе, ялыусы, ошаҡсы ҡарт». Уға был ваҡытта 71 йәш була. Һәр мөрәжәғәте, хаты һуңында бер үк имза: «Баишев Тагир Галлямович, башкир, год рождения 1886, кандидат филологических наук, бывш. ст. науч. сотрудник Института истории, языка и литературы БФАК, беспартийный». Ә ошаҡсы, ялыусы, шикәйәтсе улай итәме? Киреһенсә, бүтәндәр артына боҫоп ҡалмаймы? Ә был ҡаһарман, күкрәк киреп, бар донъяға «Мин — башҡорт, мин — ғалим, фирҡәһеҙ тел белгесе» тип ҡысҡыра. 1954 йылдың 24 майында партияның өлкә комитеты бюроһында ла нәҡ уның хаты тикшерелә. Нәҡ шул мәсьәлә — өсөнсө көнбайыш диалектын башҡорт теленеке итеп таныу. Кәңәшмә ете сәғәт бара, шуның ике сәғәтендә Таһир Байышев үҙе телмәр тота... «Кәңәшмәнән һуң Розанов менән Ғилемдар Рамазанов ҡулымды ҡыҫты. Урамда осратып, Рәшит Ниғмәти ҙә ҡотланы», — тип яҙа Таһир Байышев. Улар быны уның менән күҙмә-күҙ һөйләшеүҙә әйтә, ләкин береһе лә тегендә, бюрола, Байышевты яҡлап, асыҡтан-асыҡ белдермәй.

Ҡарашы — бөгөнгөгә тәп-тәңгәл

Таһир Байышев үҙенең бөтә күҙәтеүҙәрен, Асҡын, Балтас, Борай һәм Яңауыл райондары халҡының йәнле һөйләү телен өйрәнеү буйынса лингвистик экспедиция буйынса һығымталарын 1954 йылда «Һығымта» («Һөҙөмтә») — урыҫса «Выводы» тигән ҡулъяҙмаһында сағылдыра. Улар рус телендә яҙылған, шуға нисек бар, шулай миҫал итеп килтерәм: «1. Материалы диалектологических экспедиций 1954 г. в северо-западные районы Башкирии подтвердили научные выводы прежних лингвистических экспедиций по изучению западного диалекта, проведенных в 1931, 1933 и 1934 гг. 2. Западный диалект башкирского языка образовался в условиях совместного проживания в течение многих столетий и взаимного влияния двух родственных башкирского и татарского народов и в результате скрещивания их языков. Но по известным историческим причинам ни один из двух языков не вышел победителем. Западный диалект, в основном, сохранил специфику башкирского языка. Его словарный фонд и морфология свидетельствуют о том, что над ним превалирует и его подчиняет себе единый и общий башкирский язык...» «...Вопрос о постепенном возрождении и приобщении западных башкир к собственно-национальной культуре всегда стоял на повестке дня. Было особое решение обкома ВКП(б) о введении башкирского литературного языка в школах для башкирских детей в качестве предмета (прошу ознакомиться с материалами партархива). Но в период культа личности, особенно в послевоенные годы, вопрос о судьбе западных башкир был пущен на самотек. Такое положение создало условия для хождения всяких о том кривотолков. Появились люди, которые стали утверждать, что западные башкиры якобы совершенно отатарились, так что сами причисляют себя к татарам и т.д.». «...Самым верным средством с точки зрения национальной политики для возрождения западных и северо-западных башкир является создание второго литературного языка на их диалекте». Бына һиңә ысын Таһир Байышев! Уның ҡараштары бөгөнгө йәш башҡорт ғалимдарының фекере менән тура килеп тора лабаһа! Был тема ғалим-диалектолог Таһир Байышевтың вафатынаса иң мөһимдәренең береһе булып ҡаласаҡ. Был — уның йөҙө, булмышы! Ни ғәжәп, был кеше үҙенең һуңғы һулышынаса үҙенең ошо ҡараштарынан баш тартмаған, аҙаҡҡаса, бер ниндәй икеләнеүһеҙ шуға ҡаршылар менән (уларҙың кем, ниндәй дәрәжәлә булыуҙарына ҡарамай) көрәшкән.

Ринат Камал "Башҡортостан" газетаһы, 11 сентябрь 2020 йыл

 

«Мин милләтсе түгел, ә иң ябай, намыҫлы, тоғро, юғары аңлы интернационалист, үҙ мәҙәниәте булған халҡымды көсләп татарлаштырыуға, бөтөрөүгә ҡаршы көрәшеүсе -
«Мин милләтсе түгел, ә иң ябай, намыҫлы, тоғро, юғары аңлы интернационалист, үҙ мәҙәниәте булған халҡымды көсләп татарлаштырыуға, бөтөрөүгә ҡаршы көрәшеүсе -
Автор:
Читайте нас: