-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Август 2021, 15:28

Хеҙмәте менән хөрмәтле

Милләтебеҙ шәхестәре менән көслө. Донъяның ҡайһы ғына төбәгендә йәшәмәһендәр, улар башҡарған эштәре, рухи булмышы менән башҡорт халҡының ғорурлығы булып ҡала.Ошо көндәрҙә шундай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе, Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе милләтәшебеҙ, “Пушкин миҙал”ы дәүләт наградаһына лайыҡ булған билдәле яҙыусы, Свердловск өлкә Башҡорт үҙәге ағзаһы Амилия Тәҡиулла ҡыҙы Әлиева – Мясникова ҙур ғүмер байрамын – 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Уны күркәм тантана менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ! Ҡот һәм ырыҫ ташламаһын, эштәрегеҙ уң барһын!Милләттәшебеҙ абруйлы, көслө нәҫелдән. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкиле, Свердловск ҡалаһында тәүге троллейбус линияларын төҙәүгә етәкселек иткән юғары квалификациялы инженер-төҙөүсе, энергетик, милли хәрәкәт ағзаһы Тәҡиулла Әлиевтың ҡыҙы ул.Тәҡиулла Әбделханнан улы - 

1894 йылда Өфө губернаһы, Минзәлә өйәҙе Яңы Зыяш ауылында тыуған (әлеге ваҡытта Татарстан Респубикаһының Аҡтаныш районы Яңы Зыяш ауылы).
Әлиевтар нәҫеле Сәфәр ауылы башҡорттарынан: Әбйәлил – Әбделсәлих – Әбделғәле – Яҡшығол – Әбделханнан. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Тәҡиулланың атаһы Әбделханнан мулла булған, мосолман ойошмаларының яңы ағымын һайлаған.

Тәҡиулла Әлиев 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1918 йылдың сентябрендә – Башҡорт Хөкүмәте эргәһендәге комендант ротаһы командующийы, ә октябрҙән Башҡорт хәрби советында офицер булған.

1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәре штабының коменданты, өлкән адъютанты вазифаһын башҡарған, ошо уҡ йылда штабс-капитан званиеһын алған. 1919—1922 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт иткән.

Тәҡиулла Әлиев артабан сәйәсәттән ситләшә, үҙ юлын сәнәғәт өлкәһендә таба. Тәҡиулла Әбделханнан улы Өфө үҙәк электростанцияһының проект авторы, Урал-Волга буйы, Ҡаҙағстан һәм Белоруссиияла электр станциялары һәм электр үткелдәре линиялары төҙөлөштәре етәксеһе була, Свердловск ҡалаһында троллейбус линиялары төҙөүгә етәкселек итә.

Бәғзеләрҙә шундай шанлы, үҙенсәлекле биографиялы кеше нисек репрессия йылдарын имен-һау үткәргән, тигән һорау тыуыр. Беренсенән, дәһшәтле осор еткәнгә тиклем ул сәйәсәттән күпкә йыраҡлашҡан булһа, икенсе яҡтан, Тәҡиулла Әлиев кеүек һөнәр оҫталары, гигант төҙөлөштәргә етәкселек иткән белгестәр күп булмағандыр.

Арҙаҡлы милләттәшебеҙ фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1952 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. 1957 йылда вафат булған.
Бөгөн ил тарихында онотолмаҫ эҙ ҡалдырған Тәҡиулла Әлиевтың исеме Өфө һәм Екатеринбург ҡалаһындағы урамдарға бирелгән.

Хеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле
Автор:
Читайте нас в