Әле хаҡлы ялда булһа ла, Риф Фәтих улы сәнғәт донъяһынан айырылмай. Даими рәүештә «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында жюри ағзаһы булып тора. Социаль селтәрҙәрҙә ул башҡорт тархандары төшкән тарихи фотоға нигеҙләнеп «Аҫаба» исемле бейеү һалырға ниәтләнеүе тураһында хәбәр иткәс, илһөйәр милләттәштәребеҙ дәррәү күтәреп алды – кемдер фатиха, кемдер кәңәш бирҙе.
– Битараф булмаған һәр кемде лә «Аҫаба» бейеүенең яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Риф Фәтих улы, бейеү өҫтөндә эш нисегерәк тора, ниндәй уңыштар, ниндәй ҡаршылыҡтар бар? Яңы, матур сәнғәт өлгөһөнә һыуһаған, бейеү донъяһына ғашиҡ тамашасыларға «Аҫаба» бейеүен ҡасаныраҡ күрергә мөмкин булыр икән?
– Тарихи бейеү һалырға, тигән ниәтемде күтәрмәләп, тел ярҙамы күрһәткән бөтә милләттәштәргә ҙур рәхмәтлемен. Әлбиттә, бәйләнештә селтәрендәге минең диуарымды мошенниктар ватып, бик күп дуҫтарҙың ҡиммәтле тәҡдимдәре юҡҡа сыҡты. Үҙенә күрә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килде. Бай эстәлекле бейеү өсөн костюмдар тегеү ҙә ҡытыршылыҡтар аша эшләнә. Сөнки был бейеүҙең эстәлеге бик бай, фәһемле, милли традицияларға, туған телгә нигеҙләнгән булыуы мөһим. Бейеү бер үк ваҡытта йәш быуын өсөн тәрбиә сығанағы ла, һәм, шулай уҡ, замана талаптарына ла яуап бирә алырлыҡ сағыу сәнғәт әҫәре булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Бының өсөн бейеүселәрҙең өҫтөндә матур ғына түгел, ә фотола күренгәнсә шартына килтереп, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап тегелгән сәхнә костюмдарының булыуы мотлаҡ. Бына ошо йүнәлештә тегеүселәр, дизайнерҙар менән эшләйбеҙ. Башлыҡтар, өҫ кейемдәре, аяҡ кейемдәре – ундай өлгөләр әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла юҡ, ҡарап ҡына тегеп, тергеҙеп булмай. Был – күп ваҡыт ҡына түгел, аҡсалата сығымдар ҙа талап итә. Көҙгө айҙарҙың береһендә, актерҙар йорто залында «Аҫаба» бейеүенең презентацияһын эшләргә, тигән маҡсат менән янып йөрөйбөҙ. Бейеүҙе ҡарағандан һуң, ҙур тамашасы хөкөмөн тыңлап, әйтелгән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, бейеүҙе тағы
ла камиллаштырырға уйлайым.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВ. ("Тамаша", №4-2020 й.)